RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ниңә һәйкәлдәр емерелә?

21.02.2014 Ниңә һәйкәлдәр емерелә?

Ниңә һәйкәлдәр емерелә?Азат итеүсе, ҡотҡарыусы совет һалдаты кемдең хәтеренә ҡамасаулай?
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бик күп ваҡыт үтте. Арабыҙҙа шул дәһшәтле ваҡиғаларҙың тере шаһиттары ла һирәгәйә. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың балаларына, һеңле-ҡустыларына ла апаруҡ йәш инде хәҙер, күптән пенсионерҙар. Тик һүҙ бөгөн кешеләр хаҡында түгел. Һуғыш батырҙарына ихтирам йөҙөнән ҡоролған һәйкәлдәр, “Мәңгелек ут” монументтарының хәле тураһында яҙмаҡсымын. Был хаҡта уфтанып ҡуйырлыҡ күренештәр етерлек.
Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында хәтер Көнсығыш Европанан алыҫлаша бара. Етеҙ темпта. Болгария, Югославия, Польша кеүек илдәрҙә совет һалдаттарына ҡуйылған тиҫтәләрсә һәйкәл юҡҡа сыҡты тиергә лә мөмкин. Балтик буйы дәүләттәре лә беҙҙең һалдатҡа оккупант тип кенә ҡарай. Йәл, һәйкәлдәр Рәсәйҙә лә зыян күрә – ватыла йә төҫлө металға тапшырыла. Вандалдар сит ил кешеләре түгел, үҙебеҙҙекеләр.

Тарихты үҙгәртеп булмай, ә ихтирам итергә кәрәк

Һүҙҙе факттарҙан башлайыҡ. Польшаның баш ҡалаһы Варшавала Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған сираттағы һәйкәлде юҡҡа сығармаҡсылар. Вилен вокзалы ҡаршыһында торған һәйкәл ҡамасаулай икән. Уны властар һиҙҙермәй генә алып ташларға ниәтләһә лә, Рәсәй яғынан тәнҡит һүҙҙәре ишетелгәс, ремонтлап, яңынан ҡуябыҙ, тип вәғәҙә биргән булдылар. Әммә әйткәндәре ышандырырлыҡ түгел.
Эстонияла ла “Бронза һалдат” монументы менән шул уҡ хәл булды бит.
Болгарияның Бузлуджа түбәһендә лә (Балҡан тауы) ҡасандыр күркәм бер урын һаналған Икенсе донъя һуғышына арналған һәйкәл хәҙер емереклек урынын хәтерләтә. Түрәләр белдереүенсә, бөгөн илдә башҡа проблемалар ҙа етерлек булғанда һәйкәлде ҡарауға йыл һайын 200 – 250 мең евро түгеү алйот­лоҡҡа тиң икән.
Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙер Рәсәйҙә лә йәш быуындың Бөйөк Ватан һуғышына битарафлығы арта бара. Был ысынмы-бушмы? Әлбиттә, Төркиә, Мысыр кеүек сит илдәрҙә ял иткәндә Рәсәй кешеләрен Германия­ныҡыларҙан алыҫыраҡ урынлаштырырға тырышалар, тигән көләмәсме, лаҡапмы йөрөй-йөрөүен, йәнәһе, беҙҙекеләр “ҡыҙып” алһа, немецтарҙы туҡмап ташлай икән. Шулай ҙа һорашыуҙар күрһәтеүенсә, бөгөн ватандаштар Германияны дошман күрмәй. Уны хәүефле ил тип Рәсәй халҡының бер проценты ғына атай. Шул уҡ ваҡытта 1941–1945 йылғы һуғышты икенсе күҙлектән күрһәтергә, тарихты үҙгәртеп яҙырға маташыусылар ҙа осрап тора. Беҙҙекеләр Европа илдәрендә совет һалдаты иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе алып ташлауға ҡарата әллә ни кире ҡарашын да белдермәй. Шулай инде, үҙебеҙҙә үк вандалдар етерлек булғас. Монументтарға һөжүм хатта ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул ителә башланы ла баһа. Ил төбәктәренең яңылыҡтар порталдарына барып инһәң, йыш осрап тора шуға ҡағылышлы хәбәрҙәр.
Бына Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһындағы мемориалдан веноктарҙы йыйып алып, янында ғына уларҙан усаҡ яҡҡандар. Һәйкәлдә “Бында Витя булды” тигән яҙыу ҙа барлыҡҡа килгән. Уны майлы буяу менән тырышып-тырышып яҙғандары күренә.
Силәбелә Ҡотҡарыусы һалдат һәйкәлен оҙаҡ ваҡыт ҡырҡып-бысып урлап, төҫлө металға тапшыра торғас, йәлләп киттеләрме икән, ябыҡ биләмәгә – хәрби училище территорияһына күсергәндәр. Уның барлығын хәҙер йәш быуын белмәйәсәк тә.
Калининградта ла һуғыш батыр­ҙарына ҡуйылған һәйкәлдең алюмин өлөштәрен, ҡаланы штурмлау­ҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк булған һалдаттарҙың исем-фамилиялары яҙылған силикон плита­лар­ҙы урлап алып киткәндәр. Ул ғына ла түгел, ә берҙән-бер көндө бетон постаменттан танкыға ҡаршы 76 миллиметрлы пушка ла юҡҡа сыҡҡан. Вандалдар уны 200 метрлап һөйрәтеп алып барып, һаҙлыҡҡа ташлаған. Тағы бер монументты – 200 кг ауырлыҡтағы диңгеҙ минаһын – аҡтарып алып, шул уҡ һаҙлыҡҡа оҙатҡандар. Шул эште “эшләп” йөрөүселәрҙе кем тип атар­ға? Юҡ, улар ҡеүәтле Рәсәй кешеләре түгел! Әлбиттә, һатлыҡ йәндәр, тыуған илдәрен яратмаған мәхлүк бер бәндәләр.
Екатеринбургтағы Михайлов зыяратында торған мемориалды ҡараға буяп, тәре төшөрөп китеүселәр хаҡында ни әйтәһең?! Ставрополдең бер алйот йәш кешеһе иһә Еңеү көнөндә, 9 Майҙа, Т – 34 танкыһы янында кеше ҙурлыҡ өрөп тултырылған яланғас ҡурсаҡ менән танкист кейемендә фотоға төшкән өсөн университеттан да ҡыуылды.
Ә Мәскәү өлкәһенең Апрелевка ҡалаһындағы һәйкәлде вандалдар түгел, урындағы түрәләр алып ташлаған. Бөйөк Ватан һуғышының герой осоусыһы Пойденко иҫтәлегенә ҡуйылған таш һын Киев шоссеһын киңәйткәндә ҡамасаулаған, имеш.
Нимәһе уйландыра: һәйкәл, монумент, мемориалдарҙы емереүселәр, мыҫҡыллаусыларҙың күбеһе – йәштәр, студенттар, мәктәп балалары. Үҙебеҙҙең егеттәр, ҡыҙҙар. Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың да шул вәхшилеккә ҡыҫылыуы уғата насар күренеш. Буласаҡ әсәләр, милләт тәрбиәселәренең ошондай ҡылығынан һуң, Рәсәйҙең киләсәге кем ҡулында, тигән һорауға яуап таба алмай, һиҫкәнеп ҡуяһың. Мәҫәлән, Томск өлкәһенең Александровка ауылындағы таҡтаташҡа һүрәт төшөргән, бер нисә һуғыш ҡорбанының исемен юйып ташлаған ике 13 йәшлек үҫмер ҡыҙ тотолған. Нижегородка өлкәһендә иһә урам һепереүсе ҡатын һәйкәлгә һалынған веноктарҙы сүплеккә ташлаған.
Бындай миҫалдарҙың, үкенескә күрә, осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Унан килеп, ҡала-ауыл һайын уты һүнеп торған Мәңгелек ут монументтары әҙме ни?! Ҡайһыһында даими яна, иғтибар итегеҙ әле? Һәйкәлдәрҙең ҡараулы, төҙөк торғаны йылдар үткән һайын һирәгәйә.

Нимә ул вандализм?

Вандал һүҙен беҙ һуңғы ваҡытта йыш ишетәбеҙ. Матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе емереүсе ул вандал. Тарихҡа, үткәнебеҙгә төкөрөп ҡараусы, ҡорбандарҙың рухын мыҫҡыллаусы. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы нимәгәлер вандаллыҡ ҡыла икән, үҙенең үк атай-олатайҙарына битараф бер зат тип ҡарарға мөмкин.
Яңы Рәсәйгә аяҡ баҫыуға нисә генә йыл үтте. Шул арала Бөйөк Еңеүҙең мәғәнәһен, әһәмиәтен оноттомо ни кеше? Өлкәндәр хәтерендә булһа, ниңә уларҙың балалары, ейәндәре тарихты үҙгәртергә маташа? Шуныһы ла уйланырға мәжбүр итә: совет һалдаты иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе мыҫҡыллаусы йәш кешеләрҙең был ҡылығын күп осраҡта “ваҡ хулиганлыҡ” тип кенә ҡарайҙар. Әлбиттә, язаһы ла исем өсөн генә. Тағы нимәһе тетрәткес: вандалдар үҙебеҙҙеке, ә һәйкәлдәрҙә улар артынан йыш ҡына фашист свастикаһы тороп ҡала.
Вандализм эпидемияһы ҡайҙан йоҡто әле беҙгә? Телевидение, интернеттың йоғонтоһо барҙыр. Аңралатыу дауам итә. АҠШ-тың 1945 йылда уҡ СССР-ға ҡарата раҫланған доктринаһы һаман ғәмәлдә. Тик СССР юҡ инде, уны Рәсәй алмаштырҙы. Ә Америкаға барыбер.
Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең еңеү “кем тарафынандыр” шик аҫтына алына. Совет кешеһенең ҡаһарманлығына ышанмау, һуғыш етәкселәрен аҡылһыҙ итеп күрһәтергә тырышыу көсләп-көсләп таратыла. Рәсәй яңы үҫеш юлына төштө-төшөүен, ә тәүге йылдарҙа илһөйәрлекте лә үҫтереү онотолдо. Һөҙөмтәлә үҙ тарихын белмәгән, ата-олаталарының үткән юлын ихтирам итмәгән быуын үҫеп сыҡты. Уларҙың мейеһе сит ил фильмдары, йәнһүрәттәре, мифик персонаждары менән томаланған. Ярай әле кемдеңдер башына етте, Рәсәй тарихы китабын ил өсөн берҙәм итеп яҙырға тотондолар, юғиһә был тәңгәлдә лә тәртип юҡ бит, бер тарихты нисәмә төр китаптан өйрәнәләр, һәр береһе үҙенә күрә айырым.
Вандализм дөрөҫ булмаған тәрбиәнән килә ул. Ә тәрбиә өйҙә генә бирелмәй. Һүҙ тағы ла мәктәпкә килеп төртөлә. Мәғарифта барған реформаны ғәйепләргәме? Ғөмүмән, һәр тармаҡта барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ҡабул итеп, өйрәнеп, үҙләштереп тә өлгөрөп булмай ҙа баһа.
Бер генә яңылыҡҡа туҡталып китәйем. Күреп тораһығыҙҙыр, һуңғы йылда телевидениеламы, гәзиттәме “12+”, “0+” тигән яҙыуҙар ҡуйыла. Йәнәһе, фәлән-фәлән тапшырыу йә мәҡәлә фәлән-фәлән йәштәгеләргә рөхсәт ителә. Шул тыйыу-сикләүҙәр үтәлә тип уйлай­һығыҙмы ул? Атай-әсәйҙәр, һеҙҙән һорайым. Бәлиғ булмаған балағыҙ “18+” тигән тамға ҡуйылған фильм­ды, ысынлап та, ҡарамаймы? Шул хаҡта уйлағыҙ әле.
Бөгөн Рәсәй Енәйәт кодексында “Вандализм” тураһында айырым статья (214-се) бар икән, был ҡаҙаныш түгел.

Әйткәндәй

Кострома ҡалаһында шау-шыу ҡуптарған тендер тураһында ишетелгәндер әле. Унда Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалды һатыуға тәҡдим иткәндәр. Баҡһаң, был илдәге шундай тәүге “сауҙа” түгел икән. Һаны йөҙҙәрсәгә етә, имеш. Хакимиәттәр һәйкәлдәрҙе, ҡәберлектәрҙе ҡарауҙан баш тарта булып сыға түгелме? Төпсөнөп тикшерә китһәң, миҫалдар етерлек.
Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы етә. Унда төрлө сағыу саралар, парадтар әҙерләнәлер, моғайын. Күбеһенә ветерандар килә лә алмаясаҡ, сөнки хәлдәре лә, мөмкинлектәре лә юҡ, бик ҡартайҙылар инде. Байрамды башлыса йәш быуын өсөн ойошторасаҡтар. Эйе, салюттар, түрәләр өсөн банкеттар, ҡайһы берҙә патриотик йырҙар башҡа­рыл­ған концерттар ҙа булыр ул. Ә шуға тигән аҡсаны, миллион һәм миллион һумды һуғыш ветерандарына йә һәйкәлдәрҙе тәрбиәләүгә, Мәңгелек ут монументтарын тоҡандырыуға түгеп тә була бит. Әҙ генә ҡалған яугирҙарҙың ҡартлығы тыныс үтһен өсөн, улар ташландыҡ һәйкәлдәрҙе күреп күҙ йәше түкмәһен өсөн…

Фекер

Леонид Ивашов, генерал-полковник, тарих фәндәре докторы, Рәсәй геосәйәси проблемалар академияһы президенты:
– Һәр илдә тиерлек һәйкәлдәр, тарихи артефакттарға бәйле сәйәсәт алып барыла. Ул дәүләттең мәҙәни, тарихи, сәйәси абруйын күҙ уңында тота. Рәсәйҙә бындай сәйәсәт юҡ. Дәүләт һәйкәлдәргә йә иҫтәлекле даталарға ҡарата әллә ни мөнәсәбәт белдереп бармай, бындай идеология юҡ. Шул уҡ ваҡытта һәйкәлдәр өсөн ҡәтғи яуаплылар ҙа билдәле түгел. Монументтар, мемориалдарҙы һаҡлау мотлаҡ, вандализмға ҡаршы көрәшеү, вандалдарҙы бөтә халыҡ хөкөмөнә сығарыу ҙа кәрәк. Йәғни бында дөрөҫ сәйәсәт талап ителә. Ул әлеге лә баяғы илһөйәрлекте үҫтереүгә, Ватан өсөн ҙур эштәр башҡарған батырҙарҙы белеүгә һәм хәтерҙә тотоуға ҡайтып ҡала. Ошонан сығып киләсәк кешеһе формалашырға тейеш.


Мәскәү өлкәһендә бер скинхед Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлгә фашист свастикаһы төшөргәне өсөн 1,5 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителгән. 20 йәшлек Алексей Морозов иҫерек була, шулай ҙа Ҡыҙыл йондоҙҙо ҡараға буяп, нацист символы төшөрөргә башы эшләй. Был хәлде монументты күрергә килеүсе бер төркөм кеше ҡарап тора. Ҡырын эше өсөн тотола барыбер егет. Уның фекере шундай була: был һәйкәл төрлө милләт вәкилдәрен яҡлаған рус һалдаттары өсөн ҡуйылған, ә улар (рус һалдаттары – авт.) үҙ халҡы мәнфәғәттәрен генә яҡларға тейеш.
Болгарияның Пловдив ҡалаһында азат итеүсе совет һалдатына арналған “Алеша” һәйкәле бар. 1990 йылдарҙа урындағы милләтселәр уны алып ташлауҙы талап итеп бик ныҡ сығыш яһағас, ҡала парламенты риза була. Әммә Болгарияның Юғары суды тарафынан монументты алыу тыйыла.
Эстонияның баш ҡалаһы Таллинндағы мемориалда 1964 йылда Мәңгелек ут тоҡандырыла. Эстония бойондороҡһоҙ илгә әйләнгәс, ут һүндерелә, сөнки илдең бер төркөм милләтсеһе һәйкәлде совет оккупацияһы символы тип атай. 2007 йылда ҡала үҙәгендәге мемориалдағы ҡәберҙәр ҡаҙылып, һөйәктәр хәрби зыяратҡа күсерелә. Был хәл Таллиннда шау-шыу ҡуптара, хатта ҡораллы бәрелештәргә тиклем барып етә. Һөҙөмтәлә Рәсәй менән Эстония араһында юғары кимәлдә булған парламент-ара мөнәсәбәттәр өҙөлә.
2009 йылдың декабрендә Грузияның Кутаиси ҡалаһында Хәрби дан мемориалын емерәләр. Тимер-бетон монументты шартлатҡанда ике кеше һәләк була, бер нисәүһе йәрәхәтләнә. 2012 йылдың февралендә Батуми ҡалаһында совет һалдаты һәйкәле һүтелә. Унан ике ай үткәс, Украинаның Львов өлкәһендәге Турки ҡалаһында 43 совет һалдаты ерләнгән туғандар ҡәберлеген күсереү һәм Дан монументын юҡ итеү буйынса ҡарар сығарыла.
2008 йылда Үзбәкстандың баш ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 15 етем баланы тәрбиәгә алған Шамәхмүдовтар ғаиләһенә ҡуйыл­ған һәйкәл һүтеп алына, 2011 йылда Бөйөк Ватан һуғышы геройы Сабир Рәхимовтың һәйкәлен дә юҡ итәләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»