RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмерлек үкенес

14.02.2014 Ғүмерлек үкенес

Ғүмерлек үкенесДиниә төш күреп, йөрәкһенеп килеп уянды. Төшөндә әсәһе, үҙенең яратҡан шау сәскәле аҡ күлдәген кейеп, ҡыҙыл яулығын ябынған да, моңһоу ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ҡыҙына ҡул болғай ине. Ҡатын төшөн яҡшыға юраны ла, иҙрәп йоҡлап ятҡан улының юрғанын рәтләп ябып, тороп китте. Һыйырын һауҙы, иртәнге сәй әҙерләне. Әммә төшө күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Эйе, әсәһе хәҙер олоғайған. Райондың бер төпкөл ауылында тәпәш кенә өйҙә йәшәй. Ике улы ла Өфөлә тора, өйләнгәндәр. Ауылға бик һирәк, йәй айҙарында ғына ҡайтып китәләр. Ике килене лә мәрйә, балалары рус телендә аралаша. Төш еткәнсе йоҡлайҙар, артабан һыу инәләр, балыҡ тоталар, урманда ял итәләр. Килендәре лә ҡәйнәләре менән аралашып бармай, ярҙам итеү тураһында уйламайҙар ҙа. Улар артынан урын йыйыштырыу, һауыт-һаба йыуыу, аш бешереү – барыһы ла әбейгә тороп ҡала. Ярата ул ейән-ейәнсәрҙәрен. Күршеләренә лә: “Уландарым ҡайтты, ғаиләләре татыу, килендәрем матур”, – тип маҡтанып та ала. Әммә күңел төбөндә ниҙер тынғылыҡ бирмәй әсә кешегә.

Кесе улы Рамаҙанына ул гел генә: “Улым, нигеҙ тотҡаһы булырһың, ауылда йәшәрһең, балаларың да ишле булыр”, – тип әйтә килде. Әммә яҙмыш тигән нәмә үҙенсә үҙгәртә лә ҡуя икән донъяны. Ике улы ла баш ҡаланы үҙ итте, ҡыҙы Диниә лә кейәүе һәм ике балаһы менән район үҙәгендә йәшәй. Әсә кеше, әлбиттә, балаларына үпкәләй ҙә алмай: ғаиләләре татыу, тырышып эшләйҙәр, донъя көтәләр. Тик нигеҙ ҡото булып, бер балаһының да ауылға ҡайтып йәшәмәүен генә өнәп етмәй. Ярай әле ҡыҙы Диниә ғаиләһе менән һирәкләп булһа ла ҡайтып тора. Бәлки ял көнөндә ҡайтырҙар тип, әбей яйлап ҡына мунсаһына һыу ташыны, яғып ебәр­ҙе. Ауырып торғас, керҙәремде ҡыҙым килһә йыуып бирер әле тип, әҙерләп тә ҡуйғайны. Тик өмөтө аҡланманы, ул саҡ-саҡ йыуынып сыҡты ла, ауырып, түшәккә йығылды…

Ә был ваҡытта Диниә төшөн иренә һөйләп: “Әсәйгә барып, хәлен белеп ҡайтырға кәрәк ине”, – тине. Иптәше уйлап та тормайынса: “Өйҙөң башын ябырға кәрәк”, – тип ҡырт киҫте. Ҡатын: “Бәлки, теге аҙнала барып ҡайтырбыҙ?”– тип инәлгәндәй иренә төбәлде. Уныһы ауыҙ эсенән генә: “Оноттоңмо ни, икенсе аҙнала Инйәрҙең тыуған көнөнә барабыҙ”, – тине.

Ире менән һөйләшеүҙең файҙаһыҙ икәнлеген аңлап, Диниә, өсөнсө аҙнала мотлаҡ рәүештә әсәйемдең хәлен белергә барасаҡмын, тип үҙенә һүҙ бирҙе. Ауылға барырға ике көн ҡалғас, магазинға барып, әсәһенең ярат­ҡан ризыҡтарын: йөҙөм, лимон алды. Әсәһенең тыуған көнө лә етеп килә икән, шуға аҡ ҡына яулыҡ һәм ситек һатып алды. Күңеленән генә үҙенән шул тиклем ҡәнәғәт булып ҡалды. Әсәһен күҙ алдына баҫтырҙы: эй, ҡыуанған булыр инде, күршеләрен саҡырыр, уларын ҡыҫтай-ҡыҫтай күстәнәс менән сәй эсерер…

Диниә өйҙәренә ҡайтып ингәндә төш еткәйне. Сәй ҡуйҙы, шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ауылдан әсәһенең күршеһе икән. “Диниә, әсәйеңдең хәле ауыр, ҡайтып етегеҙ!” – тине. Ҡатыңдың күҙ алды ҡараңғыланды, төшөн хәтеренә төшөрҙө: “Әсәһе саҡыр­ған булған бит, ә ул аңламаны!”. Йәһәт кенә юлға сыҡтылар, ауылға барып еткәнсе Диниәнең башынан ниндәй генә уйҙар йүгермәне: “Донъя, эш, ваҡыт юҡ тип, иң ҡәҙерле кешеһен онотҡан булып сыҡты түгелме?” Күршеләре ҡаршы алды. “Бер ай тирәһе әсәйең ауырыны, балаларыңа шылтыратайым, тиһәм, ҡуй, эштәре, ғаиләләре бар, мәшәҡәтләнмәһендәр, йүнәлермен, үтеп китә ул”, – тине. “Ярты сәғәт элек кенә мәңгелеккә күсте, изге йән эйәһе булды инде”, – тип өҫтәне. Диниә өҫтәлдәге әсәһе бешергән йыуасаны күрҙе, ҡайғыһынан тышҡа йүгереп сыҡты, мунсаны ҡараны, һыуы йылымыс, әсәһе кейемдәрен, ҡорғандарын йыуырға әҙерләгән. Күршеһе: “Көттө ул һеҙҙе, ныҡ көттө. Ҡайтырҙар, кейемемде, өйҙө йыуып бирерҙәр, тине. Һеҙҙең өсөн тип, минән йыуаса ла бешертеп алды. Оҙаҡлап киттегеҙ шул ҡайтмай…” – тине лә китеп барҙы.

Әсәһен ҡуйышырға ағаһы һәм ҡустыһы ғына ҡайтты. Ҡустыһы Рамаҙан: “Риза булһағыҙ, мин тыуған йортҡа ҡайтып йәшәйем”, – тине. Диниә лә, ағаһы ла: “Ә килен риза булырмы? Ул бит ҡалала ғына йәшәп өйрәнгән!” – тип аптыраштылар. Рамаҙан һис бер икеләнеүһеҙ: “Нигеҙ ҡорорға тейеш түгел, мине ирем тип хөрмәт итһә, ҡайтыр!” – тине.

Шул ваҡыт Диниә: “Ҡарағыҙ әле, әсәйҙең сыбар тауығы ете себеш баҫып сығарған!” – тине. Йәшел генә үлән өҫтөндә һап-һары себештәрен эйәртеп һарайҙан килеп сыҡҡан сыбар тауыҡ, әйтерһең дә, был ваҡытта күҙҙәре менән хужабикәһен эҙләй ине…

Зиниә Ғәлләмова.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»