RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфө ҡар менән көрәшә

28.01.2014 Өфө ҡар менән көрәшә

Өфө ҡар менән көрәшәбыйылғы ҡыш ҡарҙың күплеге, юлдарҙың насар таҙартылыуы һәм шуның арҡаһында килеп тыуған тығындары менән баш ҡала халҡы һәм автомобилселәре хәтерендә ҡаласаҡ. Өфө водителдәре араһында йәйәүлеләргә юл бирмәгән, тиҙлек режимын үтәмәгән, автомобилдәрен ҡайҙа етте, шунда ҡалды­рыу­сылар былай ҙа байтаҡ. Өҫтәүенә, күп уңай­һыҙлыҡ тыуҙырған ҡар көн дә тиерлек яуып тора. Ғинуарҙың тәүге аҙналарында былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡыр күберәк ҡар яуған.
Автомобилселәр өсөн һуңғы яңылыҡ айҙың таҡ һәм йоп көндәрендә туҡталҡа тыйылыу тураһында күрһәткән юл тамғалары булды. Әлеге ваҡытта баш ҡала урамдарында юл тамғалары урынлаштырыла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, был тамғалар юлдың ике яғында ла булһа, водителдәр автомобилдәрен “күсереп ҡуйыу сәғәттәрендә” – киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем туҡталҡаға ҡуя ала.
Бөгөнгә улар Революция урамында, Үҙәк баҙар һәм Минһажев урамы араһында, ҡаланың тарихи үҙәгендәге башҡа урамдарҙа урынлаштырылды.
Яңы юл тамғалары коммуналь хеҙмәттәргә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу уңайлыраҡ булһын өсөн ҡуйыла. Урамдың бер яғы – беренсе көндә, иртәгәһенә икенсе яғы таҙартыласаҡ. Таҡ һәм йоп тамғалары менән берлектә “Эвакуатор эшләй” тигән билдә үҙенең көсөндә ҡала. Элек махсус техника ҡар таҙартҡанда автомобилдәрҙе урап үтһә, хәҙер ҡағиҙә боҙоусыларҙың “тимер ат”тары штраф туҡталҡаларына оҙатыла.
Әле баш ҡала водителдәре яңы тыйыу тамғаларының яҙғыһын алынасағына өмөтләнә. Ләкин был башҡарылырмы-юҡмы икәне билдәһеҙ.
Юлдарҙы таҙартыуға килгәндә, бөгөнгә Өфө урамдарынан 500 мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған. Башлыса, халыҡ күп йөрөгән үҙәк урамдар, магистралдәр, дауаханалар, “Тиҙ ярҙам” станциялары, янғын һүндереү частары һымаҡ социаль яҡтан мөһим объекттарға илткән юлдар таҙартыла.
Башҡа урамдарҙан һәм күп ҡатлы йорттар ихаталарынан ҡар сығарыу өс тәүлектә башҡа­рылыр­ға тейеш. Ләкин баш ҡаланың коммуналь хеҙмәте эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән мәлдә был оло проблема булып тора. Өфө буйлап штат буйынса ике мең урам һепереүсе ҡаралһа, ысынында иһә бер мең кеше был һөнәр буйынса эшләй. Аҡсаһы аҙ, эше ауыр, тиеүселәр был осраҡта хаҡлы булыр. Сөнки торлаҡ-эксплуатация идаралыҡтарында эш хаҡы 5 меңдән 8 мең һумға тиклем тәшкил итһә, айырым предприятиелар 15 – 17 мең һумға тиклем түләй. Совет осорондағы һымаҡ, әле фатир бирелмәй. Шулай ҙа норматив акттарға төҙәтмәләр индерелде, тиҙҙән урам һепереүселәр торлаҡ мәсьәләһен хәл итә аласаҡ. Былтырҙан 20 кеше эш фатирына эйә булған.
Ҡыйыҡтарҙағы ҡар һәм боҙбармаҡтарҙы таҙартыуҙа ла кешеләр етмәй. Шулай ҙа был тәңгәлдә эш алып барыла, тәү сиратта кеше йөрөгән урындарҙағы ҡыйыҡтар иғтибар үҙәгендә тора.
Йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыуға тәртипһеҙ рәүештә туҡталҡаға ҡуйылған автомобилдәр ҡамасаулай. Элеккесә ҙур тракторҙар менән ҡар эткәндә машиналарға зыян килә, аҙаҡтан водителдәр судҡа мөрәжәғәт итә. Бындай хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын өсөн коммуналь хеҙмәттәр мобиль һәм бәләкәй техника ҡулланасаҡ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»