28.01.2014 Шәжәрәне белеү – бөгөн бик мөһим мәсьәлә
Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы китапханаһында «Шәжәрәмдә өләсәйем теркәлмәһә лә…» исемле матур йөкмәткеле кисә үтте. Уны китапхана мөдире Гөлсирә Сәғитова менән мәҙәниәт йорто директоры Гөлшат Вагайцева ойошторҙо.
Ауылдашыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың 65 йәшен билдәләү айҡанлы үткәрелгән был сарала уҡыусыларҙың нәҫел тамырҙарының ошо шәхескә барып ялғаныуы һыҙыҡ өҫтөнә алынып үтеү менән бергә, элек-электән шәжәрәлә ни өсөн ир-балаларҙың исеме генә теркәлеүе, нәҫелде дауам итеүселәрҙең булыуы мөһим икәнлеге хаҡында ла һүҙ барҙы.
Етенсе класс уҡыусыһы Морат Йосопов үҙ шәжәрәһен барлағанда билдәле артистың туранан-тура туған икәнлеген иҫбат итһә, унынсы класс уҡыусыһы Айнур Фәхретдинов, әсәһе шәжәрәлә теркәлмәһә лә, бишенсе быуын олатаһы аша нәҫел яҡынлығын барланы. Кисә аҙағында, бишенсе клас уҡыусыһы, яуын ауылы ҡыҙы Нәзифә Нурмөхәмәтоваға мәрхүм өләсәһе Фәрҙиә Нотфуллина аша Рәүис Заһитовтың өсөнсө быуын ғына туған икәнлеген иҫбат иткәс, йыш ҡына район, төбәк шиғыр һөйләүселәр конкурстары еңеүсеһе булған ҡыҙ бала: «Ысынлап та, хикмәтле икән был шәжәрә… Ғаиләһендә әсәйем бер үҙе генә үҫкән. Килен булып төшкәне бирле Яуында йәшәй. Өләсәйем йәшләй донъя ҡуйған. Мин бөгөн үҙем өсөн ҙур яңылыҡ астым», – тине.
Ғөмүмән, шәжәрәне белеү, өйрәнеү – бөгөн бик мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Үҙ нәҫелен таныған, туғандарын туған итеп күргән кешеләр генә был донъяла ныҡлы баҫып тора ала, таяныслы, терәкле икәнлегенә ышанып йәшәй. Йәш быуын быны белеп, аңына һеңдереп үҫергә тейеш. Шундай матур кисә өсөн Гөлсирә Сәғитоваға, Гөлшат Вагайцеваға уҡыусылар һәм мәктәп коллективы исеменән рәхмәт белдерәм.
Сәриә ЯРУЛЛИНА,
Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.