28.01.2014 "Йәшлек"кә мәҙхиә
Былай ҙа бит ҡыҫҡа ғүмер,
Үтмәһен бушҡа, тиккә.
Ҡартлыҡ көтмәһәң дә килер,
Йүгер, яҙыл «Йәшлек»кә!
Һәр һанында – яңылыҡтар,
«Иман» бите йәнгә дауа.
«Һаумыһығыҙ!» бите тәндән
Бар булған сырхауҙы ҡыуа.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә
Хикәйәләр , шиғырҙар.
«Йәйғор» битен көтөп ала
Ай һайын бөтә балалар.
Башлыларға – башватҡыстар,
Хужабикәгә – аш-һыу төрлө.
«Йәшлек» килер аҙна һайын,
Һәр йомала көтөп йөрө.
Рәйхана ӘХМӘҘИЕВА.
Балаҡатай районы,
Үрге Үтәш ауылы.