RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 35 йыл һаулыҡ һағында

24.01.2014 35 йыл һаулыҡ һағында

Беҙ бик бәхетле ҡыҙҙар, сөнки ғорурланырҙай, бөтә ғү­мерен беҙҙе тәрбиәләүгә генә түгел, кешеләрҙең, ауылдаштарының сәләмәтлеген һаҡ­лау­ға, ғүмерҙәрен оҙайтыуға бағышлаған ҡәҙерле әсәйебеҙ бар. Ул – Динә Ҡотдос ҡыҙы Мөхәммәтова-Мырҙи­на. Ҡәҙер­ле кешебеҙ Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Бәләкәй саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһына. Мәктәпте яҡшы тамамлағас, Белорет медицина училищеһының фельдшер-акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң Учалы районының Баттал ауылында эш башлай. Ең һыҙғанып, матур итеп эшләп китә. Йәш белгесте ауыл халҡы яратып ҡабул итә, сөнки ул бөтәһе менән дә яҡшы мөғәмәләлә, ихлас ҡарашта, һәр саҡта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер була. Үҙ һөнәренә мөкиббән бирелеп эшләй. Ошо ауылда ул үҙенең тормош иптәшен, мөхәббәтен – Әсләм Мөхәммәтовты осрата. Ул Учалы районында Уральск ҡасабаһында хужалыҡ профессиональ-техник училищеһында уҡытыусы булып эшләп йөрөгән була. Ике йәш йөрәк бер-береһенә ғашиҡ була, сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп донъя көтә башлай. Мөхәббәт емеше булып Нилә ҡыҙҙары тыуа. Шунан улар Уральск ҡасабаһына күсә.
Әсәйебеҙ дауаханала эшләгәндә лә үҙен һынатмай. Артабан атайыбыҙ ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Уларға баш ҡалала ла йәшәргә тура килә. Унда күсеп килгәс, әсәйебеҙ 41-се поликлиникала шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. «Укол һалдырырға килгән әбей­ҙәр һәм бабайҙар уның сменаһына эләгергә тырыша. Ни өсөн, тип һораһаң, улар: «Ә уның ҡулы йомшаҡ, хатта энәһенең ҡаҙағанын белмәй ҙә ҡалабыҙ, рәхмәт төшкөрө, ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын инде, тип теләйбеҙ», – ти торғайнылар, – тип хәтерләй әсәйемдең һеңлеһе Лилиә апайым.
1987 йылда ғаиләлә Олеся исем­­­ле ҡыҙ донъяға килә. Атайыбыҙ уҡып бөткәс, Учалыға ҡайталар. Ғаилә башлығы Озерный ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Әсәйебеҙ ҙә шул ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүен дауам итә.
Мин өсөнсө ҡыҙҙары. 1990 йылда донъяға килгәнмен. Ғаиләбеҙгә ауыр һынауҙар кисерергә лә тура килде – үҙ ғүмерен кешеләр мәнфәғәтенә бағышлаған, ауыл хакимиәтендә оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләгән атайыбыҙ Әсләм Мөғәллим улы бик йәшләй вафат булып ҡалды. Бала­лар хаҡындағы хәстәрлек тә, донъя мәшәҡәттәре лә тулы­һынса әсәйемдең иңенә ятты, ләкин ул һынманы, бөгөлмәне. Хәстәрлекле, аҡыллы, үҙ балаларын йәндәй күреп яратҡан әсәй булып ҡалды. Беҙгә тейешле бе­лем биреүгә бөтә көсөн һалды. Нилә Силәбе дәүләт сән­ғәт академияһын бөт­тө. Әлеге мәлдә «Ирәмәл» балалар бейеү ансамблендә хореограф булып эшләй. Уртансыбыҙ Олеся Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын тамамланы.
Мин Башҡорт дәүләт педагогия университетында физика-математика факультетында белем алам.
Ә инде әсәй һаман да көн тимәй, төн тимәй, берәйһе ауырып китһә, яуынына ла, буранына ла ҡарамай, тәүге ярҙам ҡулын һуҙа, кешеләрҙең һаулығы өсөн 35 йыл көрәшә.
Һинең алда баш эйәбеҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ. Бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт. Беҙҙе, балаларыңды, ейән-ейәнсәр­ҙәреңде, яҡындарыңды, ауылдаштарыңды ҡыуандырып оҙаҡ йәшә һәм үҙең дә бәхетле бул. Киләсәктә һиңә беҙҙең ҡыуаныс-шатлыҡты күреп кенә йәшәргә яҙһын.

Дилүзә МӨХӘММӘТОВА.
Учалы районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»