RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.01.2014 Енәйәт һәм яза

Ҡайныһының машинаһын… өс мең һумға ғына «осорған»

Яңы йыл алдынан Шишмә райо­нының Леонидовка ауылында йәшәүсе 53 йәшлек ир Шишмә ауылындағы туғандарын байрам менән ҡотларға юллана. Ләкин етеп килгәндә автомобиленең моторы сафтан сыға.
Ир үҙенең етенсе моделле “Жигули”йын йүнәтә алмай, шуға күрә лә уны Шишмәлә йәшәгән ҡыҙының йортона тиклем этеп бара. “Тимер ат”тың хужаһы байрамдан һуң килеп, моторын ҡарарға уйлай. Кейәүе иһә, машина менән бер нәмә лә булмаҫ, үҙем һаҡлармын, ти.
14 ғинуарҙа хужа ҡыҙына килһә, автомобиленең юҡлығын күреп ҡала. Кейәүе уға, “Жигули”ҙы ҡыуып алып киттеләр, ти. Ләкин ҡайныһы ышанмай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Тикшереү барышында кейәүе машинаны өс мең һумға ғына һатыуы тураһында белдерә. Артабан ул аҡсаны араҡы һатып алыуға тотона.
Хәҙер ир “Урлашыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.


Банк карталарын ҡулланғанда уяу булығыҙ!

Хәҙерге заманда күптәр үҙҙәренең аҡсаһын банк карталарында һаҡлай. Эш хаҡы ла шунда күсерелә, кредит карталарынан да бурысҡа алып тороусылар бар. Шулай ҙа кешеләрҙең ғәмһеҙ булыуына аптырарға мөмкин. Мутлашыусыларға телефон аша карта номерын, ПИН-код һандарын әйтеүселәр һәм аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусылар йыш осрай.
Көшөлөк эсендә карта менән бергә уның ПИН-кодын ҡағыҙға яҙып һалған йәки картаның үҙенә яҙып ҡуйған кешеләр ҙә аҡсаһын ҙур хәүеф аҫтына ҡуя. Яңыраҡ Октябрьский ҡалаһында ла ошондай хәл булды. 30 йәшлек ҡатын маршрут автобусына ултырып ҡайта һәм үҙенең туҡталышында төшкәндә көшөлөгө юғалыуын асыҡлай. Мең һум аҡса менән банк карталары кеҫә бурының табышына әйләнә.
Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Бер нисә сәғәттән ҡараҡ ҡатындың картаһынан 32 мең һум аҡсаһын ала. Көшөлөк эсендә ПИН- кодлы ҡағыҙ һаҡланғанға күрә ул быны еңел эшләй. Ләкин банкомат янындағы видеокүҙәтеү ҡорамалы енәйәтсенең йөҙөн теркәп өлгөрә. Күп тә үтмәй, тәфтишселәр 37 йәшлек ирҙе ҡулға ала. Ул урлашыуы тураһында һөйләп бирә. Әйтергә кәрәк, бур быға тиклем дә ошондай енәйәттәр ҡылған.

А. ИШНАЗАРОВ.


Шикле кешеләр менән осрашһаң…

31 йәшлек Бишбүләк егете Һамарҙа эшләп ялға ҡайтҡан ваҡытында Октябрьский ҡала­һындағы таныш ҡатынға һуғыла. Ауылына шул уҡ көндө ҡайтып китә алмай.
Ҡунаҡта танышҡан 26 йәшлек егет уны үҙенә ҡунып сығырға саҡыра. Әлбиттә, ят кешегә нисек күстәнәс­һеҙ бармаҡ кәрәк. Эштән ҡайтып килеүсе ир ҙә банкоматтан аҡсаһын алып, араҡы тотоп бара. Ҡыҙмаса булып алғас, юлдан арып килгән егет йоҡлап китә. Йорт хужаһы был мәлде оҫта файҙалана. Егеттең кеҫәһенән банк карточкаһын алып, ун мең һум аҡсаһын сәлдерә. Пин-кодты ҡунағы көндөҙ аҡсаһын алғанда ҡарап торған була.
Өйөнә ҡайтҡас ҡына ҡунаҡтан ҡайтыусы егет банк картаһының юғалғанын белеп ҡала. Бар шиге кисәге танышына төшә һәм ул полицияға мөрәжәғәт итә. Бур үҙенең ғәйебен таный. Егет ошоға тиклем дә хөкөм ителгән булған.

З. ХӘСӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»