17.01.2014 Тормош ауырлыҡтары беҙҙең быуындың йәшлек рухын һындыра алманы
Тормошта йәшлеккә бағышланған, һәр кешенең ҡабатланмаҫ ғүмер осорон данлаған йырҙар, шиғырҙар бик күп.
Йәш сағымда күкрәгемә
Сәскәләр ҡаҙаманым.
Сөнки йәшлек – үҙе сәскә,
Кәрәкле һанаманым,
– тип йырлай халыҡ. Сәхнәләрҙә, мәжлестәрҙә Рәми Ғарипов һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән йыр йыш ишетелә:
Йәшлегемә атлап түгел,
Йүгереп ҡайтыр инем…
Кистәрен эскәмйәлә теҙелеп ултырған әбей-бабайҙар ҙа үҙҙәренең йәшлеген һағынып иҫкә ала: «Йәшлегемә йүгереп ҡайтыр инем, кире ҡайта торған юл булһа», – тип уй-хыялдары менән бик аҙға ғына булһа ла онотолмаҫ мәлгә барып әйләнәләр.
Бабай менән әбей күл ситендә ярға баҫып, ҡояш байыуын күҙәтә. Бабай: «Заман шул тиклем ныҡ үҙгәрҙе. Ана, ҡояштың байыуы ла күңелдә бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмай. Хәтереңдәме, әбей, йәш саҡта нәҡ ошо ерҙә баҫып, ошо күренеште күҙәткәйнек. Ҡояш йылы нурҙарын беҙгә бөркә-бөркә тау аръяғына барып юғалды, ә артынан күпме сихри юл ҡалдырҙы», – тине лә бабай, әбейҙе үбеп, йәш сағын хәтеренә төшөрөп алды, мөхәббәттең саф булыуы менән маҡтанды, ошо сафлыҡты тәбиғәт күренешенең гүзәллеге менән бәйләне.
Әле заман икенсерәк йүнәлеш алғандай. Йәштәр алдында бик күп проблема хасил булды, улар уҡыу, йәшәү, тормошта юғалып ҡалмау хәстәрлектәре менән мәшғүл.
Ошо ауыр мәлдә уларға иң яҡын кәңәшсе, яҡын ярҙамсы булып «Йәшлек» гәзите һанала. Унда бөгөнгө ҡатмарлы тормошта дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн һәр йәш кеше кәрәкле яуап таба ала. Ә бит бөгөнгө егет-ҡыҙҙарға ауылда ла йәшәүе еңелдән түгел. Эш юҡ, күптәр ситкә сығып китергә мәжбүр. Балалар, әсәйҙәр Себергә йәки башҡа яҡҡа эш эҙләп сығып киткән ир-атты айлап-айлап көтөп ултыра, етем хәленә әйләнә. Әлбиттә, бындай шарттарҙа ғаиләнең бәхетле булыуы хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Мәктәптәр ябыла, балаларҙы уҡытыу иң ауыр проблемаға әйләнә бара. Мәктәптән, кластан тыш саралар үткәрелмәй, йәмәғәт ойошмалары эшләмәй.
Күптән түгел ауылдан юғары уҡыу йортона уҡырға килгән бер ҡыҙ бала менән һөйләштем. «Мин уҡыған вузда бюджет урындары бөтөнләй ҡыҫҡартылған. БДИ һөҙөмтәһе буйынса балдарым һәйбәт ине, тик етмәне, коммерция бүлегенә инергә мәжбүр булдым. Аҡса күп кәрәк. Стипендия юҡ, уҡыған өсөн, фатирҙа йәшәгән өсөн (ятаҡ юҡ), юл өсөн түләргә кәрәк. Мине уҡытыу өсөн генә атайым нисә малын һуйып һатырға тейеш? Минән башҡа ҡустыларым, һеңлем дә бар. Уйланам да, уҡып булмаҫ һымаҡ. Атай-әсәйем тапҡан-таянғандарын миңә генә тотоноп йәшәй алмай бит инде, әллә ташлап ҡайтып китергә инде?» – тине ул. Ундайҙар бик күп.
Бөгөн йәштәр тормошонда аяныслы ваҡиғалар, күңелһеҙ хәлдәр бик йыш осрай. Урамда балаһын етәкләп, тәмәке тартып, һыра эсеп барған йәш әсәйҙәрҙе күреп, йөрәгем әрней. Тәнәфескә сыҡҡан студенттар, айырыуса ҡыҙҙар, аралашҡанда ирҙәрсә һүгенеп һөйләшә. Бала табалар ҙа йәшәр өсөн тыуған сабыйҙы сүплеккә ырғыталар. Үҙҙәренә ҡул һалыусылар һаны ла арта. Иҫерек килеш руль артына ултырып, кеше тапатыу ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Балаларҙы йәберләү, көсләү, үлтереүҙе көн дә телевизор күрһәтеп тора. Атыш-ятыш йәштәрҙе «тәрбиәләү»ҙең иң көслө сараһына әйләнә, буғай. Хәтеремдә, беҙҙең ауылда бер кеше генә тәмәке тарта ине, ул да ҡайҙалыр йөрөп ҡайтҡан. Ололар ҙа, йәштәр ҙә уны ғәрләндереп, тәмәкеһен ташлатты.
«Йәшлек» гәзитенә бер фекер әйткем килә. Беҙ – оло быуын кешеләре, беҙҙең дә үҙенә күрә йәшлек булды. Әгәр йәштәр гәзит биттәрендә ололарҙың ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс, ғибрәтле йәшлеге тураһында уҡыһа, бәлки, ниндәйҙер фәһем, һабаҡ алыр ине.
Аламалыҡ, әшәке ғәҙәттәр беҙҙең халыҡҡа хас булманы, беҙҙә әхлаҡ, намыҫ, сафлыҡ хөкөм һөрҙө һәм әйҙәп йөрөнө. Ил ни күрһә, беҙгә лә шуны күрергә тура килде.
Мин Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда Ейәнсура районының Сәғит башланғыс мәктәбенә 1-се синыфҡа уҡырға барҙым. 1941 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында уҡ ҡайһы бер ғаиләләргә «Батырҙарса һәләк булды» тигән ҡара ҡағыҙ килә башланы. Ир-егеттәр һуғышҡа киткәс, тормош арбаһына егелеп йөк тартыу беҙҙең өҫкә төштө. 9 – 10 йәштән колхозда эшләй башланым. Һабанға ат, үгеҙ егеп, Ғәббәс ағайым менән ер һөрҙөк. Эш көнөбөҙ иртәнге сәғәт 6-нан киске 12-гә тиклем дауам итә. Өйгә ҡайтыу юҡ, яланда ҡыуыш ҡороп, аҫтыбыҙға иҫке һалам түшәп, шунда ҡундыҡ. Ас булһаҡ та, эштә һынатманыҡ. Хатта Ғәббәс ағайым менән миңә «ударник» исеме тағып ҡуйҙылар. Сөнки ер һөрөү буйынса беҙҙең алға сығыусы булманы. Бер көн бригадир килде лә: «Һеҙ ике бер туған, колхозда ике уҫал үгеҙ бар, уларҙы егергә ҡурҡалар. Бәлки, һабанға егеп өйрәтеп алырһығыҙ», – тигән тәҡдим яһаны. Улар – «Депутат» менән «Кольчак» ҡушаматлы үгеҙҙәр, мөнәсәбәттәре эт менән бесәй кеүек. «Депутат» ер тырнап бер үкереп ебәрһә, бөтә халыҡ ҡасып бөтә. Шулай ҙа Ғәббәс ағайым менән уларҙы һабанға егергә булдыҡ. Тәүге көндәрҙә бик ауыр булды, аттарға баш бирмәй, һабанды икенсе яҡҡа һөйрәп ала ла китәләр. Себен-күгәүен ваҡытында бигерәк тә ҡыйын ине. Тормош барыбер үҙенекен эшләне, улар ҙа ошо яҙмышҡа риза булып, дуҫлашып китте. Хатта ял иткән арала минең үлән йолҡоп алып килеп ашатҡанды көтөп торҙолар. Ғәббәс ағайым һабанды бер ҡулы менән генә тотоп, йырлап барыр ине. Күрәһең, моңдо хайуандар ҙа аңлағандарҙыр.
Ғәббәс ағай һабан арты тотоп,
«Тауҙар йыры»н һуҙа яланда.
«Кольчак» менән «Депутат»ты хатта
Шул йыр дуҫлаштырҙы һабанда, –
тип яҙғайным.
Мин, ауыл малайы, атһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәй инем. 13 йәштәрҙә колхоз бригадиры йылҡы көтөүсеһе итеп тәғәйенләгәс, башым күккә тейгәндәй булды. Әлбиттә, был эш еңел түгел, көҙгө ел-ямғырҙа, рашҡыла туңып, өшөп ҡайтыла торғайны, сөнки йүнле кейем-һалым булманы.
Һуғыш ваҡытында, унан һуң да һәр йорт дәүләткә 56 килограмм ит, 9,4 килограмм май, 200 йомортҡа, 2 тире, 2 килограмм йөн тапшырырға мәжбүр. Әгәр үтәмәһәң, төрмә менән янайҙар. Ас булғас, колхозда һыйыр малы йәки ат үлһә, шунда йүгерә инек. Үлгән малдан ит, тиреһен биргән тиклем алып ҡайтып, бешереп ашай торғайныҡ. Беҙ хатта йә үлек ите, йә уның тиреһе икәнен күҙ алдына ла килтермәнек. Йәй көндәрендә ҙур ағас ҡалаҡ тотоп, колхоз фермаһына барабыҙ. Унда һауынсылар сепарат аша һөт үткәргәндә айырылған һөттән күбек хасил була, уны ҡалаҡ менән ялап тамаҡ туйҙырабыҙ. Ошо аслыҡ ваҡытта беҙгә Ҡаҫмарт йылғаһы ярҙамға килде. Ҡышын-йәйен унда күнәкләп балыҡ тота торғайныҡ. Был йылғаға мәңге рәхмәтле булып ҡалдыҡ. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ҡуянға тоҙаҡ ҡорҙоҡ. Урмандарыбыҙҙа шешҡолаҡ бик күп булды. Алып ҡайтып, һуйып, малайҙар аулаҡ ашы бешерҙек. Әкиәттәр һөйләп, ҡыҙыҡлы уйындар менән кисәбеҙ бик күңелле булып, хатта бөтә ауырлыҡтарҙы онотторҙо.
Шулай ҙа халыҡты, бигерәк тә балаларҙы тиф, ҡыҙылса, сәсәк ауырыуҙары ҡырҙы. Бәғзеләр ҡышлаған башаҡ ашап, ағыуланып, донъя ҡуйҙы. Нисек кенә булмаһын, беҙҙе тәбиғәт хазиналары ҡотҡарҙы. Тауҙарҙа ҡар асылыу менән шунда ашыҡтыҡ, йыуа, әтмәкәй һәм башҡа үләндәр ашап туйындыҡ. Әммә ҡайтҡас, һалҡын тейеүҙән йәки ҡарлы һыуҙан ярылып бөткән аяҡтар тынғы бирмәй һыҙлай, уны баҫыу өсөн йә йомортҡа һытып, йә дегет менән майлап ҡуябыҙ.
Беҙҙең Сәғит ауылы халҡын «ҡойондар» тип йөрөттөләр. Сәбәбе – татыулыҡ, бер-береһенә ярҙамсыл, эшкә дәррәү тотоноу, саф намыҫлылыҡ, йыр-моңға бирелгәнлек. Ошо традицияларҙы беҙ ҙә дауам иттек. Үҙебеҙҙең колхозда яҙғы сәсеү эштәрен тамамлайбыҙ ҙа күрше колхоздарға ярҙамға ашығабыҙ. Бер үтә күңелһеҙ ваҡиғаны күреп аптырағайным. Оло йәштәге апай үҙенең һауын һыйырын егеп, бүлеп бирелгән майҙанды тырматырға сыҡҡан. Һыйыр үтә ябыҡ, тырма һөйрәү түгел, үҙен дә йөрөтә алмай. Апай ултырып иларға тотондо. Беҙ, аттарҙы тиҙ генә егеп, ерен тырматып бирҙек. Ул ошо ерен үбеп, беҙгә изге доғалар уҡып ҡалды…
Әммә ошо ауырлыҡтар беҙҙең йәшлек рухын һындыра алманы, тормошто үҙебеҙ матурларға тырыштыҡ. Колхозда эшләп арып ҡайтабыҙ ҙа, кисен йыр-бейеү майҙанына йыйылабыҙ. Аҙаҡ йәштәр күмәкләшеп урам буйлап йырлап үтәбеҙ. Ауыл халҡы йорт алдына сығып, беҙгә рәхмәт әйтә торғайны. Ниндәй генә спектакль ҡуйһаҡ та, халыҡ уны ҡарарға дәррәү килә. Клуб юҡ, башланғыс мәктәп бинаһында булды был тамаша. Һәр кем үҙенең ултырғысын килтерә. Ул саҡта электр уты булманы. Кешеләрҙән 7-ле, 10-лы аҫмалы шәм йыябыҙ. Шаршауҙы ла халыҡтан алдыҡ.
Халыҡ йыры, туған моң әҙәм балаһының мәңгегә йөрәгенә һеңеп ҡалалыр ул. Армияла Кушка ҡалаһында башҡорт-татар һалдаттары йыйылып, тауҙа йырлашып ултыра торғайныҡ.
Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡығанда «Өс туған» бейеүе менән (мин оло ағаймын) Өфө сәхнәһендә республика йомғаҡлау концертында ҡатнаштыҡ.
Ошо изге ғәҙәткә мәңге тоғро булып ҡалдым. Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә директор булып эшләгәндә спорт, үҙешмәкәрлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирҙем.
Яҙмыш мине Өфө ҡалаһына килтерҙе. Һуңғы эш урынымда – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында 34 йыл буйы баш мөхәррир булып эшләнем. Был әлегә рекорд. Был йәһәттән атай-әсәйемә, ғаиләмә, бигерәк тә миңә белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларыма, халҡыма мәңге рәхмәтлемен. Үҙемде мәғарифҡа тоғро хеҙмәт иттем тип уйлайым.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
журналист.