17.01.2014 ЗАМАНА ГОНАҺТАРЫ
Үҙебеҙгә ситтән күҙ һалайыҡ әле. Йәштәрҙең күпселеген түбәндә теҙелгән бәләкәй генә, әммә ҙур һаҙлыҡҡа батырған гонаһтар йонсота түгелме?
Кредит карталары
Аҡсалата алынған ябай кредит нисек тә булһа түләнә – уны ай һайын банкыға алып барып һалырға өйрәнеп тә бөтәһең, сығымдарҙы алдан планлаштыраһың. Һалаһың, ай һайын бурыс кәмей бара, барыһы ла күҙ алдында. Ә бына карталарҙа ятҡан аҡсаны бер алып, бер һалып, баш тамам ҡата. Нимәләр өсөн процент алынғанлығының осона сығыу өсөн финанс академияһын тамамлау ҙа етмәҫтәй тойола. Бурыс бер ҙә кәмемәй. Сәс үрә тора.
Мәҫәлән, Гүзәл айына 30 мең һум эш хаҡы ала. Унан башҡа уның ике кредит картаһы булып, 100 мең һум тирәһе аҡса ята. Ошо кредиттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ҡыҙ айына өс мең һум тирәһе аҡса тотона. Әйтеүемсә, бурыс бер ҙә кәмемәй. Гүзәл процент түләткән банкыларҙы күрә алмай, ләкин нимәнелер үҙгәртергә көсө юҡ. Аҡсаны күберәк һалып, бурысын аҙайтырға ла тырышып ҡарағаны бар, ләкин “минималь түләү” тигән нәмә менән картаны даими ҡулланып булыу перспективаһы аҡсаны ҡайтанан тотонорға саҡырып тора. Әгәр Гүзәл кредиткаларындағы аҡсаны тотоноуҙан туҡтаһа, бер йыл тулғансыға тиклем үк бурыстарынан тулыһынса ҡотолор ине.
Ләкин магазиндағы матур туфлиҙар, бөгөнгө көндә бәхетле йәшәргә саҡырған социаль статустар аҡсаны тулыһынса “туҙҙырырға” әйҙәй. Ҡыҙ карталарының яраҡлыҡ ваҡыты сыҡҡас нимә эшләйәсәген бер нисек тә күҙ алдына килтермәй. Моғайын, бурысын яңы кредит алып ҡаплар.
Автомобилдәр
Азат машинала йөрөргә ярата. Тәүҙә ул эшкә трамвайҙа елдерә ине (ни тиһәң дә, трамвай юлы офис янынан да, йорто янынан да үтеп китә). Һуңынан, аҡсаһын туплап, 150 мең һумға машина һатып алды. Хәҙер 5 йыллыҡ автокредитҡа алынған 750 мең һумлыҡ машинала елдерә. Аҡсаһы етмәй, уға йыш ҡына ашауҙы ла ҡыҫырға, табиптарға ла бармай торорға тура килә. Ләкин меҫкенләнеп йөрөү юҡ – юлда машинаң иң “текә”һе булмаһа ла, исмаһам, башҡаларҙыҡынан кәм булмаҫка тейеш.
Кредитҡа машина алғанда ул ҡиммәтле страховка түләне. Аҡсаһын шундуҡ тоттороп ҡуймағанлыҡтан, автомобилде бушҡа килгән кеүек күренгән ҡиммәтле ҡорамалдар ҙа биҙәй. Ҡәҙерле машинаһы саҡ ҡына сыйылһа ла ҡото оса Азаттың. Берәй ере боҙолһа, иң ҡиммәтле сервисҡа мөрәжәғәт итә. Машинаһына аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй. Бер нисә көн инде аяғы һыҙлаңҡырап торғанлығына ла иғтибар итмәҫкә тырыша – дәүләт поликлиникаһына табипҡа бушлай барып күренергә ваҡыты юҡ, сөнки унда сират ҙур. Түләүлеһенә аҡсаһы етмәй. Бензин, КАСКО, видеотеркәгес кәрәк… Аяҡ көтә инде ул.
Азат 300 мең һумлыҡ машина алып, рәхәтләнеп йәшәй ала ине бит. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул буйы етмәҫлек нәмәгә үрелгән һәм бик йонсой. Ләкин уның үҙенә был турала әйтһәң, әрләнәсәкһең.
Йоҡоһоҙлоҡ
Лариса тәүлегенә алты сәғәт йоҡлай. Ҡайһы саҡ биш сәғәт. Иртән тора ла, ҡаты ҡәһүә эсә һәм эшенә йүнәлә. Бөгөн эштән ҡайтҡас, иртәрәк ятырға анттар әйтә-әйтә атлай ул.
Ләкин эштән ҡайтыу менән “иҫәрләнергә” ултыра – телевизор ҡарай, интернетҡа 75 тапҡыр инеп сыға, телефондан һөйләшә. Ошондай мәғәнәһеҙ эштәр менән сәғәт артынан сәғәт үтә.
Ситтән ҡараһаң, был хәлдән сығыуы еңел генә кеүек. Тот та йоҡларға ят. Ләкин ысынында был бик еңелдән түгел. Сөнки айҙар буйы йоҡоһо туймаған Лариса уйлай ҙа белмәй шикелле. Арыған бит ул, меҫкен. Һөҙөмтәлә ҡыҙ эшендә йоҡомһорап ултыра, башы ауырта, бер нәмәгә лә күңел һалмай. Әгәр Лариса сәғәт төнгө 2-лә түгел, 12-лә ятһа ла, йоҡоһо туйыр, күңеле күтәрелер, аҡсаһы артыр ине.
Ҡиммәтле әйберҙәр
Искәндәр үҙен “арзан әйберҙәр һатып алырлыҡ” уҡ бай әҙәмгә һанамай. Юҡ, дөрөҫөн генә әйткәндә, ул бөтөнләй бай түгел. Ләкин магазиндарҙа: “Юҡ, был нәмә минең өсөн бик ҡиммәт”, – тип әйтеү генә түгел, был хаҡта уйларға ла ҡыйынһына.
Өс эш хаҡы торған шәп курткамы – рәхим итеп ала. 80 мең һумлыҡ бик шәп ноутбукмы – хәҙер үк өйөнә алып ҡайта. Аҡса етмәүе проблемамы ни – кредит алаһың да, өс йыл ноутбук өсөн түләйһең. Ноутбуктарҙың 20 мең һумлығы ла бар – ләкин Искәндәр арзан нәмәләргә ҡыҙыҡмай. Иренмәй генә ноутбуктарҙың характеристикаһын өйрәнеп алһа, шуны аңлар ине – һәр кис һайын социаль сайттарға инеп, фотоңды яңыртып сығыу өсөн генә ноутбуктың иң “текә”һен алмаҫҡа ла була. Ләкин ул тишек ойоҡбашта йөрөһә-йөрөй, магазиндан Наполеон ҡиәфәтендә сығып китәсәк.
Ремонт
Өфөлә фатир бик ҡиммәт. Уны һатып алыу бәхетенә ирешкәндәр тағы ла бер проблема – ремонт мәсьәләһенә барып төртөлә. Аҡса етеңкерәмәй – төҙөлөш магазинына бар ҙа, арзанға кухня шкафтары һат та ал бит инде. Юҡ шул, тағы ла үҙеңде донъяның башҡа ҡиммәттәренән мәхрүм итеп, шкафтарҙың иң ҡиммәтлеһен алырға тырышырға кәрәк. Әйтерһең, унда тәрилкә менән кәстрүл түгел, ә йөрәгең менән бауырың һаҡлана.
Юҡ, ИКЕА кеүек магазиндарға барып, ҡарап тороуға бик һәйбәт күренгәндәрен дә алырға була – унда бынамын тигәндәре лә бар. Ләкин Италияла эшләнгән, Францияла йыйылған һәм Испанияла дизайны уйлап сығарылғандарын алмаһаң, күршеңдән көнләшеп хәлең бөтәсәк. Ул шкафтарға аҙна ла үтмәйенсә күҙ өйрәнәсәк. Юҡ, аҡсаһы еткәндәр теләгәнен ала – һүҙ улар хаҡында түгел, ә ремонт тип барлыҡ аҡсаһын тотонған, тағы ла бурысҡа батҡан кешеләр тураһында.
Мыжыу
Ләйлә эшен яратмай. Уны урамдағы насар юлдар сығырынан сығара. Эргәһендә ултырған егеттең күҙлеге енләндерә. Етәксеһе нәфрәт тойғолары ғына уята, Рәсәй башлығы ла уның йөрәген теткеләй.
Ләкин ул эшен алмаштырыу тураһында уйлап та ҡарамай. Резюмеһы төҙөлмәгән, бер ҡайҙа ла ебәрелмәгән. Моғайын, эш уны үҙе килеп табыр тип уйлайҙыр инде. Егеткә ҡарамай ғына ла ултыра алыр ине ул. Ысынында Ләйлә башҡа кешеләрҙең проблемалары менән йәшәй. Башҡаларҙың башы эшләмәгәнгә, йәмһеҙ булыуына ла көйөнә. Тормоштоң ғәҙелһеҙлеге тураһында уйланып баш вата. Уйланған кеше яҡшы белә: тормош бер ваҡытта ла ғәҙел түгел, ә бына үҙгәртерлек көс юҡ. Шулай булғас, ниңә баш ватырға? Ә бит туҡтауһыҙ мыжыған һәм проблемаларҙы күрә белгән кешеләр, ысынлап та, энергиялы һәм аҡыллы була. Ләкин ошо энергияһын кәрәкмәгән яҡҡа йүнәлтеп, мыжыйҙар ҙа мыжыйҙар. Файҙаһыҙға.
Уҡырға теләмәү
Бик сибәр генә ҡыҙ Әлиә мәктәптә – ун, институтта биш йыл ваҡытын уҙғарҙы. Туҙанлы аудиторияларҙа нисәмә сәғәт үткәргәндер – һанап та сығарырлыҡ түгел. Хәҙер Әлиә үҙенең дипломын бик ярата, уңайы сыҡҡанда уның менән маҡтанып алырға ла онотмай.
Шуның менән бер рәттән, ҡыҙ бер көн ваҡытын бүлеп, Word һәм Excel программаларын ентекле өйрәнеп алырға форсат тапмай. Шул арҡала документтарҙы йылдар буйы оҙағыраҡ эшләй, бәләкәй генә проблема килеп сыҡһа ла, принтерға ла тоташтыра алмай йонсой. Ә ниңә компьютерҙы өйрәнеп ултырһын – уның бит юғары белеме бар!
Бынан тыш, Әлиәнең ишек асҡысы ватыҡ. Шул арҡала ул көн һайын ишекте асҡанда 15 минут ваҡытын илай яҙып уның тирәһендә үткәрә. Бикләй алмай ҡаңғырып, барыр еренә һуңлап бөтә. Ләкин ҡыҙҙың йоҙаҡты йүнәттерергә ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Сөнки фатиры ҡуртымға алынған. Тимәк, йоҙаҡты фатир хужаһы эшләтеп бирергә тейеш. Көн һайын ишек эргәһендә кисергән стресс эштән һуң 10 минут эсендә үҙеңдең аҡсаңа йоҙаҡты эшләтеүҙән арзаныраҡ килеп сыға түгелме?
Үкенескә күрә, диплом биргән ваҡытта Әлиәгә аңлатыусы булмаған – тормош дауам итә, унда өйрәнәһе әйберҙәр бик күп.
Насар тештәр
Русландың тештәре һыҙламай. Шулай ҙа һигеҙ тешенең соҡорая башлағанын белә. Ләкин улар тап бына бөгөн һыҙламай. Тимәк, стоматологҡа барыуҙы кисектереп торорға ла мөмкин.
Тештәрҙең соҡорайыуы үтеп китәсәк сир түгел – уларҙы дауаларға кәрәк. Руслан тештәрен тиҙ арала дауаламаһа, артабан тағы ла аҡса күберәк китәсәген белә. Шуға стоматологҡа тиҙерәк барырға кәрәк.
Ләкин бөгөн алынаһы нәмәләр шул тиклем күп. Ярай, бер теште дауаланың да икән, ти, ләкин тағы етәүһе ҡала бит әле. Ярай, бөгөнгә ауыртмай бит әле. Ҡасан да булһа табипҡа барыр әле.
Туйҙар һәм тыуған көндәр
Рүзил менән Ләйсән өйләнешергә ҡарар итте. Ҡыҙ – уҡытыусы, егет – водитель. Туйҙың бюджеты – 350 мең һум.
Нимәгә? Петросянға оҡшап торған тамадаға түләргә кәрәк, артып ҡалырлыҡ итеп мул табын әҙерләргә кәрәк, йығылғансы эсерлек араҡы, лимузин, шарҙар кәрәк. Тағы ла бик күп “кәрәк“тәр… Матур һәм зауыҡлы туй күлдәге кейеп, яҡындарың менән генә кафела ултырып сығыу 100 мең һумдан да ашыуыраҡ аҡса талап итмәҫ ине. Ләйсән менән Рүзилдең туйы нисек үтеүен кешеләр бер аҙнала онотасаҡ, ләкин туйға алынған кредит һәм бурысты ҡаплау өсөн йылдар кәрәк буласаҡ. Юҡ, тағы ла бер мәсьәлә – шул туйға саҡырылған ҡунаҡтарҙың күп кенә өлөшө тантанаға билен биштән быуып, бүләккә саҡ аҡса табып, яңы күлдәк алып, прическалар эшләтеп, байтаҡ сығымға батып, эстән генә көйә-көйә килә әле ул.
Ярай инде, туй – ғүмерҙә бер тапҡыр була торған ваҡиға. Ләкин бит әле шул тантаналарҙа ҡатнашҡан бөтә кешенең дә аҡсаһын һура торған тыуған көндәр, байрамдар һәм башҡа даталар бар.
Реклама
Хөсәйен “Кока-кола“ эсә, унан һәр ваҡыт Дольче габбана “еҫе” сығып тора, егеттең курткаһы “адидас“тыҡы, кроссовкаһы “Риекер“ҙан. Ул бер ваҡытта ла ашханала ашамай, исеме билдәле урындарҙа ғына туҡлана. Йә бөтөнләй ашап тормай. Икмәкте лә эконом магазиндан алмай, супермаркеттарҙың ҡиммәтерәктәренә инергә тырыша. Уның айфоны Италияла эшләнгән күн ҡапта ғына һаҡлана.
Шул уҡ ваҡытта Хөсәйен үҙенең реклама ҡоло булмауын белә. Уның буш ҡорһағы менән буш янсығы – үҙе һайлап алған “бәхет”. Кроссовканы “Риекер“ фирмаһыныҡын түгел, ә шундай уҡ сифатлы, әммә брэнд булмаған магазиндан алып, артып ҡалған аҡсаны аҙыраҡ булһа ла йыя башлар ине, был хаҡта уйланғыһы килмәй.
Күптәрҙе ҡоллоҡта тотҡан “гонаһтар”, шулай бит? Уларҙан ҡотолоу өсөн бер генә нәмә кәрәк – бер ултырып уйланыу. Шул ваҡыт проблемалар көс еткеһеҙ булмауы һәм иң мөһиме – уларҙы хәл итеү тик үҙеңдең генә ҡулыңдан килерлек икәнлеге күренәсәк.
Лилиә СИРАЕВА.