RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йортһоҙмо, берәҙәкме?

29.11.2013 Йортһоҙмо, берәҙәкме?

Йортһоҙмо, берәҙәкме?Йәшәү урыны билдәһеҙ кеше. Халыҡ телендә – бомж. Берә­ҙәк. Асарбаҡ. Ҡасан бар булды икән һуң йәмғиәтебеҙҙә был төркөм? Әле күптән түгел генә үткән йылдарға байҡау яһаһаҡ, 20-се быуаттың 90-сы йылдарында асарбаҡтар күбәйеүе теркәлгән. Был ниндәй осор, тип тә аптырамаҫһығыҙ, моғайын – 90-сы йылдарҙың нисегерәк үтеүен үҙ елкәһендә татыу­сылар белә инде. Унан да элегерәк булған хәлдәргә лә туҡталырға мөмкин, әммә бөгөнгөнөң байтаҡ проблемаһы СССР тарҡалғас барлыҡҡа килгән һәм көн “ҡаҙағы”на әйләнгән бит.
Шулай итеп, бөгөн һүҙ берәҙәктәр хаҡында. Урамда был әҙәмдәр – бысраҡ, алама кейенгән, йөҙҙәренә тормошҡа битарафлыҡ сағылышы сыҡҡан асарбаҡтар – йыш осрай. Улар бит ундай булып тыумаған. Ара­ларында хатта юғары белемлеләр ҙә осрай.
Ни өсөн улар беҙҙең арала бар һәм мәсьәләне нисек хәл итергә? Берәҙәк, тимәк, уның йорто юҡ. Ә төптән уйлаһаҡ, бөгөн үҙ йорто булмаған замандаштар күпме? Уларҙы ниндәй төркөмгә индерергә? Бәлки, ошо һорауҙарға яуап табыу мөмкин булыр.

Кем ул берәҙәк?

Йортһоҙлоҡ – кешелектең иң глобаль проблемаларының береһе. Тимәк, ул бына һинең менән минең проблемам. Белгестәр, йәғни ошо тема буйынса тикшереүселәр йорт­һоҙҙарҙы ла ике төргә айырырға кәңәш итә. Үҙ йорто булмаған, әммә эше, аҡсаһы һәм башҡа мөмкинлектәре булған, өҫтәүенә, һалым түләп йәшәгән граждандар. Уларҙың әлегә фатир алырға мөмкинлеге юҡ. Икенсе төр – урамда йәшәүсе асарбаҡтар, берәҙәк тормош алып барыусылар. Беҙ ошо һуңғы төрөнөң килеп сығышын ҡарарбыҙ.
Әйткәндәй, берәҙәклектең дә ике төрө булыуы асыҡланған. Береһе – ирекле рәүештә өйһөҙ булып йөрөү, икенсеһе – мәжбүри асарбаҡлыҡ. Кешенең был торошо йә оҙаҡҡа һуҙыла, йә ваҡытлыса була.
Асарбаҡтың бөтөн мөлкәте үҙе менән бергә. Көнкүреш урыны – ҡала урамы, парк, подвал, сарлаҡ. Төп шөғөл – сүплектә эҙләнеү, шешә, ҡатырға йыйыу, хәйер һорашыу. Шул уҡ ваҡытта урлашырға ла күп һорамайҙар. Бигерәк тә ҡала халҡының баҡсаларына төшәләр, хатта мөгәрәптәрендә йәшәй башлайҙар. Ҡағиҙә булараҡ, берәҙәктәр төркөмгә берләшә, һәр береһенең “көн итеү биләмәһе” була. Улар түбәндәге төркөмдәргә бүленә: “бутылочник” (шешә тапшырып аҡса эшләүселәр), “металлист” (металлолом йыйыусылар), “инвалидтар” (физик кәмселекле булып, йәлләтеп хәйер һорашыусылар, ҡайһы берҙә һау кешене махсус инвалид итәләр), “хәйерселәр” (кеше күп урында хәйер һорашалар).
Берәҙәктәрҙең күбеһе үҙ тормошонан ҡәнәғәт икән. Шул һеҙгә билдәле инеме? Улар менән туранан-тура эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр тап шундай фекерҙә. Баҡһаң, бомждар айына арыу ғына сумма аҡса эшләй икән дә баһа! Уның уртаса эш хаҡына тиң булыуы ла ихтимал. Йәл, ундайҙарҙың күбеһе – эскесе. “Хеҙмәт хаҡы”н ниндәй эш менән алыуҙары үрҙә яҙылды. Был асарбаҡтарҙың үҙҙәренең йәшәү рәүешен үҙгәрткеһе килмәй, имеш. Ниңә, нисек тә булһа аҡса һәм ашар­ға табалар, ҡайҙалыр йоҡлай­ҙар. Уның ҡарауы, һалым да, коммуналь хеҙмәттәргә лә түлә­мәй­ҙәр, берәү ҙә иртән көсләп эшкә ҡыумай.

Ниңә? Сәбәбе нимәлә?

Рәсәйҙә берәҙәклеккә ҡараш төрлөсә булған. Батша Рәсәйендә берәҙәк тип тегендә-бында күсеп йөрөүсе, аҡсаһыҙ, эшләргә теләмәүселәргә әйткәндәр. Был үҙе үк насар фекер ҡалдырған һәм закон буйынса арыу ғына хөкөм ителгән. СССР заманында ил Консти­туцияһы граждандарҙы бушлай торлаҡ менән тәьмин итеүҙе гарантиялаған, йортһоҙлоҡ контролдә тотолған.
Никита Хрущев хакимлыҡ иткән осорҙа әрәмтамаҡлыҡҡа (тунеядство) ҡаршы аяуһыҙ көрәш асыл­ған, шунлыҡтан берәҙәктәрҙе ҡулға алып, төпкөл ауылдарға мәжбүри эшкә ебәреү күренеше лә йыш булған.
Сиғандарҙың көнитмешенең нимәнән ғибәрәт булыуын беләһегеҙҙер. Был халыҡ туҡтауһыҙ күсенеп йөрөүе менән билдәле. Әммә бөгөн улар таборҙа йәшәмәй, әлбиттә. 1956 йылда СССР Юғары Советы “Берәҙәклек менән шөғөлләнеүсе сиғандарҙы хеҙмәткә ылыҡтырыу тураһында” указ сығара. Документҡа ярашлы, был халыҡ әрәмтамаҡҡа тиңләштерелә. Сиғандар үҙҙәре яңылыҡты төрлөсә ҡабул итә. Һөҙөмтәлә йырлап-бейеп, кеше алдап күрәҙәлек итеп, урлашып, күсенеп йөрөгән табор­ҙар һаны һирәгәйә, бөтөн сиғандың 90 проценты ултыраҡ тормошҡа күсә.
Шундай саралар үткәрелһә лә, 1980 йылдар аҙағында илдә “йәшәү урыны билдәһеҙ” (без определенного места жительства) мөһөрө аҫтында 142 меңдән ашыу кеше була. Был – рәсми статистика. Ысынбарлыҡты күрергә теләгәндәр ошо һанды бер нисә тапҡырға ҡабатлаһын.
СССР тарҡалғас, йортһоҙҙар ҡырҡа артып киткән. Үрҙә телгә алған йортһоҙҙарҙың ике төрө лә. Ниңә икәне аңлашылалыр – хәҙер бушлай торлаҡ таратыу бөттө, әрәмтамаҡлыҡ өсөн берәү ҙә яза бирмәй, бәғзеләр илдәге түңкәрелештә дөрөҫ юлды таба алмай юғалып ҡалған, йәғни заманға яраҡлаша алмаған. Сәбәптәр иҫәбендә төрмәнән сығып, яраҡлашып китә алмау ҙа бар.
Ғөмүмән, торлаҡһыҙлыҡ беҙҙе ныҡ ҡына таушалдырҙы, кемделер аяҡтан йыҡты, кредит һаҙлығына батырҙы. Ә урамда йөрөүселәрҙең күбеһе ауырлыҡтарға тиҙерәк бирешеүсән “көсһөҙ звено” ул.
Ҡайһы берәүҙәр торлаҡ менән мутлашыусылар арҡаһында йорт­һоҙ ҡала. Шәхсән үҙем беләм ундай­ҙарҙы – күршемдә улы, килене, ейәне менән бер ханым бәләкәй генә бүлмәне ҡуртымға алып йәшәй. Алданған “өлөшсө”ләр улар. Төшөнкөлөккә бирелеү өсөн анһат сәбәптәр.
Асарбаҡтар проблемаһын хәл итеү өсөн власть, хәйриә ойошмалары йоҡлап сығыу урыны ла тәҡдим итеп ҡарай, ашатыу ҙа ойоштора. Әммә берәҙәктәрҙең күбеһе хроник эскесе йә элекке енәйәтсе булғанлыҡтан, был эш әллә ни алға бармай.
Кешене заман берәҙәк булырға мәжбүр итә, тигән фекер йыш яңғырай. Тормоштоң ҡатмарлы яҡтарын һанай китһәң, ысынлап та, өйһөҙ-йортһоҙ, эшһеҙ-ашһыҙ ҡалыуы бер ҙә оҙаҡ түгел. Хатта теге йәки был ауыр хәлдән ҡотолоу юлы ла ҡатмарлы һымаҡ, тейешле социаль яҡлау ҙа юҡ кеүек. Ҡайһы саҡта юғалған документыңды юллап алыу өсөн дә бихисап бюрократик “кәртә, ишек, тәҙрә” аша үтергә тура килә. Дәүләт үҙе даими рәүештә кешене яҡлауһыҙ ҡалдыра шикелле. Был үҙең йәшәгән төбәктән ситкә эш эҙләп барып сыҡҡанда ла һиҙелә икән. Ситтә әлегә һинең пропискаң да, эшең дә, тиҙ генә ярҙам итерлек кешең дә булмаһа, һин бомж хәлендә ҡалаһың да ҡуяһың. Аллам һаҡлаһын, бер генә аҙымыңды ҡыйыш баҫыу ҙа етә.

Бай илдең дә
үҙ берәҙәге була…

Берәҙәктәр беҙҙең илдә генә бар икән, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Улар бай АҠШ-та ла, Германияла ла, башҡа илдәрҙә лә бар. Булмаһа, Сәғүд Ғәрәбстанында юҡтыр. Иленә һәм проблеманың ниндәй етди булыуына ҡарап, төрлө ҡалаларҙа асарбаҡтарға приюттар булдырылған. Америкала берәҙәктәргә ҡарата ҡәтғи генә закондар ҡабул ителгән. Улар күмәкләшеп эсергә, ҡояш байығас ҡайһы бер паркта ҡалырға, тротуарҙа хәйер һора­шыр­ға йә ятырға тейеш түгел. Күп кенә туҡталыштарҙа, парктарҙа эскәмйәләр ятырға уңайһыҙ итеп эшләнгән.
Канадала ла берәҙәктәргә мөнәсәбәт ҡаты ғына. Урындарҙағы власть уларҙы үҙ вәкәләте булған биләмәнән ҡыуырға тырыша. Ә ҡайһы бер асарбаҡтар төрмәгә эләгер өсөн юрый “эш боҙа”. Был бигерәк тә ҡышын “уңайлы” икән.
2008 йылда АҠШ-та 700 мең – 1,6 миллион асарбаҡ һаналған. Был күрһәткес, 2007 йыл менән сағыштырғанда, юғары, сәбәбе – илдәге иҡтисади көрсөк.
Германияла 860 мең самаһы берәҙәк бар.
Уларҙың ошо хәлгә төшөүенең сәбәбен һорашһаң, түбәндәгеләр асыҡлана: ире, ҡатыны йә һөйгәне менән айырылышыу, эшһеҙлек, яман сир, эскелек һәм наркомания.
Әйткәндәй, Көнбайышта берә­ҙәктәрҙең йортһоҙлоғона баҫым яһалмай, ә эшһеҙлеге телгә алына. Йәшәр урын билдәһеҙ түгел, ә шөғөлө билдәһеҙ, йәғни иленә иҡтисади яҡтан файҙаһыҙ.

Бала берәҙәклеккә тарыһа…

Берәҙәк балалар иһә – айырым тема. Бында ғаиләләрҙәге хәл-торош, тәрбиә етмәүе, үҫмерҙәрҙең психикаһы, илдә яңы төр енәйәтселектең (наркомания, фәхишәлек) үҫеше, контроль булмауы төп сәбәптәр рәтенә инә. Әлбиттә, бөгөн йортһоҙ балалар һанын рәсми статистика элеккегә ҡарағанда кәмегән итеп күрһәтә. Тик быға ышаныу ауыр. Эксперттар һығымта яһауынса, чиновниктар, ойошмалар төрлө күрһәткестәрҙе атай, айырма ҙур була, бер нисә йөҙ мең һәм 3 – 4 миллион берәҙәк бала тураһында мәғлүмәттәр бар.
Үҫмерҙәрҙең өйөнән сығып китеүе, йортһоҙ йөрөүе, енәйәтселектән тыш, төрлө сирҙәргә лә дусар итә. Һандар ҡурҡыныс. 1994 йылдан 2002 йылға тиклем арауыҡта илебеҙҙә эскесе балалар һаны 1,9 тапҡырға арта, токсикомандар – 3,3, наркомандар 17,5 тапҡырға күбәйә. Бынан тыш, сифилис, СПИД кеүек сирҙәр менән ауырыу­сы балалар күп теркәлә.

М. СИГУТИНА, Ростов дәүләт университеты хеҙмәткәре:
– Беҙ йортһоҙлоҡ төшөнсәһен дөрөҫ аңларға һәм ҡабул итергә тейеш. Мотлаҡ йортһоҙлоҡ, ә йәшәү урыны билдәһеҙ, йәғни бомж төшөнсәһен түгел. Бомж ғәҙәти аббревиатура ғына түгел, ә дәүләткә миллиондарса фатирһыҙ-өйһөҙ кешегә иғтибар итмәҫкә юл ҡуйған төшөнсә ул.

Георгий АЛЕКСАНДРОВ, “Аргументы и факты” гәзите:
– Нисек кенә парадокс булмаһын, бөгөн хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы берәҙәктәр ҡыҙыҡһындырмай. Әлеге ҡануниәт буйынса уларға бер ниндәй ҙә баҫым яһап булмай. Совет осорондағы кеүек “берәҙәклек” статьяһы буйынса ултыртыу ҙа мөмкин түгел. Бомж-дың документы юҡ. Ул булмаған өсөн штраф түләтеп тә булмай. Һаҫыҡ, бысраҡ асарбаҡҡа яҡын килеп тә тормай­ҙар. Етмәһә, СИЗО-лар улар­һыҙ ҙа тулы. Рәсәйҙә мәжбүри рәүештә медицина тикшереүе лә үткәрергә ярамай. Кешене көсләп йыуындырыр­ға ла, кейемен алмаштырыр­ға ла.
Тарихты яҡшы белеүселәр Германияның тәжрибәһен иҫкә ала, фашистик идеология йылдарында, эшһеҙлек сәскә атҡан осорҙа теләгәндәрҙе лә, теләмәгәндәрен дә юл, күперҙәр төҙөүгә йәлеп иткәндәр. Ул юлдар һаман да донъяла иң нығы.
Әммә бының беҙҙең ҡануниәт өлкәһендә эшләүселәргә берәҙәктәргә ҡаршы ҡаты закондар ҡабул итергә йоғонто яһауы икеле.


2005 йылғы иҫәпләүҙәр буйынса, донъяла 100 миллион берәҙәк бар. Был ете миллиард халыҡлы Ер шары өсөн күпме, әҙме?
Бынан бер нисә йыл элек Рәсәйҙең ете төбәгендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, берәҙәклектең иң ҙур сәбәбе – торлаҡты һәм уға теркәлеү мөмкинлеген юғалтыу. Һорашыуҙарҙа ҡатнашыусы асарбаҡтар­ҙың 38 проценты шундай яуап биргән. Икенсе урында мутлашыу тора (19 процент тауыш). Был, белеүегеҙсә, тағы ла шул торлаҡ менән төрлө афералар, алып-һатыуҙағы закон боҙоуҙар. Өсөнсө етди сәбәп – хөкөм ителгән ваҡытта үҙ йортоң йә фатирың булмау (11 процент).
Йортһоҙҙарҙың тик 10,4 проценты ғына тулы булмаған урта белемгә эйә, 24 проценты урта белемле. 44,1 проценты техникум, колледж тамамлаһа, 7,6 проценты вуз бөткән, тағы ла 4,3 проценты саҡ-саҡ ҡына диплом алмай ҡалған.
Берәҙәктәрҙең 60 проценты һөнәри квалификацияға эйә, 30 процентында хатта бер нисә һөнәр бар.
Тағы ла бер күрһәткес – асарбаҡтарҙың 61,1 проценты физик йәберләүҙән ыҙа сиккәнен белдергән.
Тикшеренеүселәрҙең дөйөм күрһәткесенән күренеүенсә, 1990 йылдар уртаһынан алып ҡатын-ҡыҙ берәҙәктәр һаны ла арта бара.
Асарбаҡтар араһында йоғошло сирҙәр тиҙ тарала. Айырыуса венерик, тире, бәшмәк, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары.
Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты мәғлүмәте буйынса, 2007 йылда Рәсәйҙә дүрт миллион асарбаҡ, өс миллион фәҡир, биш миллионға яҡын берәҙәк бала булған. Был һандар мөғжизәле рәүештә ныҡ кәмегән, тип уйламағыҙ.
Айсын АҠБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»