RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

29.11.2013 Күсәр

Мысырҙар «Lada Grantа»ла елдермәксе…
Күсәр
«АвтоВАЗ» етәкселеге оҙаҡламай Мысырҙа «Lada Grantа» автомобилен етештерергә уйлай.
Ул быға тиклем унда йыйылған «классика»ны алмаштырасаҡ. Машина тик ошо ил халҡына ғына тәғәйенләнәсәк.
Шулай уҡ Ҡаҙағстан да «Lada Grantа»ға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдергән. Усть-Каменогорскиҙа сығарыласаҡ автомобилдәр, Ҡаҙағстан баҙарынан тыш, Себер, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышын һәм Урта Азия менән Кавказ яҡтарын да тулыландырасаҡ.


«Башлы» «гаишник»

Рязань өлкәһендә бер ЮХХДИ хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Ул ДПС хеҙмәткәрҙәренең штраф яҙыу урынына аҡса алыуын белеп ҡалып, хөкөмдән ҡурсалайым тип, 100 мең һум аҡса талап итә. Еңел табышты уңай күреп, тегеләренең тәртипһеҙлегенә күҙен йомғаны өсөн ай һайын кеҫәһен 50 мең һумға ҡалынайта башлай. Шулай итеп, «башлы» «гаишник» үҙенең табышын бер миллион һумға еткерә. Тотола һәм әлеге ваҡытта ғәйебен таный һәм суд уға туғыҙ миллион һум штраф сәпәй.

Яңы юл билдәләре буласаҡ

Киләһе йылдан Рәсәй юлдарында яңы юл билдәләре буласаҡ.
Һүҙ дөйөм йәмәғәт автотранспорты өсөн тәғәйенләнгән һыҙаттың бөтөүе хаҡындағы яңы билдәнең барлыҡҡа килеүе тураһында бара. Сөнки быға тиклем шәхси автомобиль хужалары дөйөм транспорттың айырым һыҙаты башланыуын күрһәткән билдә менән генә таныш ине. Шуға күрә хәҙер ябай автоһәүәҫкәрҙәр өсөн юғарылағы билдә уң яҡҡа теҙелеп барыуға уңай буласаҡ. «Юл эштәре»нең дә билдәһе үҙгәрәсәк. Хәҙер ул һары фонда буласаҡ һәм шулай уҡ эш урыны тимер, пластик, йә булмаһа, бетон кәртә менән уратып алынған булырға тейеш.
Һәм, ниһайәт, велосипедта йөрөүселәр өсөн дә билдәләр булдырылды: «велосипедсылар өсөн тәғәйен һыҙатҡа сығыу» йәки «йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн айырым һыҙатҡа бүленгән юл».

Йәйәү йөрөрбөҙ, ахыры!


Киләһе йылда Рәсәйҙә бензин хаҡы уртаса 10 процентҡа артасаҡ.
Әйтәйек, популяр 92-се бензиндың литры 35 – 36 һум булһа, 95-тең‒37 – 38 һум тороуы ихтимал. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бензиндың хаҡы 40 һумдан уҙһа, күптәр йәйәү йөрөргә мәжбүр буласаҡ.

Номерҙы урлаған өсөн – дүрт йыл

Оҙаҡламай автомобиль номерын ур­лаған өсөн дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итәсәктәр.
Яңы закон проекты хөкүмәт тарафынан да яҡлау тапҡан. Шулай уҡ ғәйепләнеүселәргә 300 мең һумға тиклем штраф формаһында яза ла ҡаралыуы мөмкин.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: яңы регламент буйынса, әгәр автомобилдең номерын урлап китһәләр, уның дубликатын легаль рәүештә яңынан эшләтеп ҡуйырға мөмкин.

«Lada samara»ғА ЛА
КөН бөттө...

Шулай итеп «АвтоВАЗ»дың 14-се модель, йәғни «Lada Samara» автомобиле лә һуңғы көндәрен кисерә.
Улар декабрҙә конвейерҙан алынасаҡ. Күптәрҙең һушын алған «ВАЗ»дың һуңғы моделе заманында бик абруйлы машина булып һаналды. Хәҙер уның урынына «Lada Granta» автомобиле килә. Әлбиттә, элекке «восьмерка», «девятка» моделдәренә булған һөйөүҙе яулай алмаҫ, әммә «Granta»ға халыҡ әле үк мохтажлыҡ кисерә башланы.

Немецтар Япондарҙы уҙҙы

Японияла иң яҡшы автомобиль конкурсында Герма­нияның «VоIkswаqеn Gоlf» моделе еңеп сыҡты.
Быға тиклем һуңғы 33 йылда Япония машиналарына етеүсе булмай. «Gоlf» автомобиле Японияла быйыл июндә һатыла башлай, һәм уны 13000 япон үҙ иткән. Ғөмүмән, «VоIkswаqеn» Япония баҙарына 60 йыл элек сығарыла һәм, ниһайәт, уны яулай. Икенсе урында «Ноnda Ғit» булһа, өсөнсөлә – «VоIvо V40». Дүртенсе баҫҡыста – «Меrсеdеs-ВеnZ» S класы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»