RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешеләргә әйтер һүҙе бар

22.11.2013 Кешеләргә әйтер һүҙе бар

Кешеләргә әйтер һүҙе бар Әбйәлил егете Азат Көмөшбаев, үҙ аҡсаһына “Йондоҙ” исемле гәзит сығарып, халыҡҡа дини һәм рухи тәрбиә бирә
“Йәшлек” гәзитендә Илшат Ҡансуриндың йыуаш ҡына класташының уңышлы фермер булып китеүен күреп хайран ҡалыуы хаҡындағы мәҡәләһе бик оҡшағайны. Минең дә “йыуаштан йыуан сығыуҙың” ыңғай өлгөһө булған элекке хеҙмәттәшем, “Осҡон” район гәзитенең компь­ютер­ҙа йыйыу һәм версткалау операторы Азат Көмөшбаев тураһында шундайыраҡ һүрәтләмә яҙырға теләгем тыуғайны. Әммә бер аҙ сабыр итеп тороуым кәрәк тә булған икән: ул арала беҙҙең шымтыяҡ Азатыбыҙ уйламаған-көтмәгәндә шәхси гәзитен нәшер итә башлап, бөтөнөһөн ғәжәпкә ҡалдырҙы, тиһәм дә хата булмаҫ. “Йондоҙ” тип аталған, законға ярашлы теркәү үткән, “реклама һәм файҙалы мәғлүмәт гәзите” тип ҡылыҡһырланған, магазиндар аша бушлай таратылған биш мең тиражлы төҫлө баҫманың иң аҫтында “ойоштороусыһы һәм баш мөхәррире А. Көмөшбаев” тигән һүҙҙәрҙе уҡығанда, әлбиттә, был артыҡ күҙгә салынып бармаған егеттең артында ҡалын кеҫәле берәй ағай торалыр, тип уйлай инем. Ләкин тора-бара был шик юҡҡа сыҡты, тик былай ҙа өс матбуғат баҫмаһы булған Әбйәлилдә гәзит сығарып аҡса эшләп буламы икән, тигән аптырау тороп ҡалды. Был мәсьәләгә килгәндә, геройым үҙе икенсе төрлөрәк уйлай. Тик, әйҙәгеҙ, был хаҡта һуңыраҡ…
Азат тураһында үҙе менән танышҡансы уҡ ишетеп белгәйнем. Ҡушый ауылынан ҡорама оҫтаһы Зәлифә апай Көмөшбаева хаҡында яҙырға барғанда, ул Өфөлә “Аҙна” гәзитендә эшләп йөрөүсе бик аҡыллы, тәртипле улын ауылға ҡайтырға саҡырыуын һөйләгәйне. Күп тә үтмәй, беҙҙең “Осҡон”ға эшкә килеүсе Азат Көмөшбаев нәҡ уның улы булып сыҡты. Ә беҙ йәтеш кенә кәүҙәле, үтә тыныс, баҫалҡы, аҙ һүҙле яңы коллегабыҙҙы башта, мәктәптән тура килгән үҫмерҙер, тип уйлағайныҡ, бер аҙҙан уның ике бәләкәй ҡыҙҙың атаһы булыуын белгәс, телһеҙ ҡалдыҡ. Аҙмы-күпме ваҡыттан кәләше Рәмзиә малай бүләк итеп, йәш сырайлы хеҙмәттәшебеҙ егерме биш йәшендә генә күп балалы ғаилә башлығы булды ла китте.
Азат Рафиҡ улы үҙ эшен белеп, урын-еренә еткереп башҡарыуы, коллегаларын ярты һүҙҙән аңлап тороуы һәм компьютерҙы яңы үҙләштерә башлаған егермеләгән кешенең һәр береһенә ярҙам итергә теләк һәм ваҡыт табыуы менән тиҙ арала коллективтың ихтирамын яуланы. Тәжрибә туплай килә, ул үҙе лә гәзиткә яҙғылай башланы, мәҡәләләре “Йәшлек” гәзитендә лә баҫылғаны булды. Әбйәлилдә йәшәгән үҙнәшер юлы менән китап баҫтырыусы авторҙар ҙа нәҡ Азат Рафиҡ улының ярҙамы менән йыйынтыҡтарын сығара.
Коллегабыҙҙың эсмәүе-тартмауы, диндар булып, мәсет юлында йөрөүе, өй һалған, бесән эшләгән ир кешегә йәй көндәре ни тиклем ауыр булһа ла, бер көнөн дә ҡалдырмай ураҙа тотоуы уға хөрмәтебеҙҙе тағы ла арттыр­ҙы. Азат Рафиҡ улы ауылдаштарының да ихтирамын яулап өлгөрҙө: йәш тип тормай, уны ҡушыйҙар урындағы ауыл советына депутат итеп һайлап ҡуйҙы.
Беҙ коллегабыҙҙың район хакимиәте тарафынан “Йәштәргә – торлаҡ” социаль программаһы буйынса йорт төҙөү өсөн бушлай бирелеүсе субсидия алыусылар исемлегенә индерелеүенә ихлас ҡыуандыҡ. Ғәҙәттә, бындай ярҙамдың ҡайһы саҡта танышлыҡ буйынса бик үк лайыҡлы булмаған йәштәргә бирелеүенә йән көйә. Ә мин һөйләгән осраҡта аҡсаның нәҡ мохтаж һәм лайыҡлы кешегә эләгеүе ҡыуаныслы ине.
Һәм бына Көмөшбаевтар район үҙәгенә терәлеп торған ҙур булмаған Ҡушый ауылында йыл ярымда ағастан ике ҡатлы йорт күтәреп, уға ут-газ үткәреп, киң, иркен өйҙә йәшәй ҙә башланы. Әлбиттә, әле урын-еренә еткерә торған эштәре байтаҡ, әммә әле үк өйҙөң бик матур сығасағы һиҙелеп тора. Береһенән-береһе матур ике ҡыҙ – Гүзәлиә менән Камила һәм биш йәшлек шаян Юламан иркен, матур йортта үҙҙәрен иң бәхетле балалар итеп тоя.
Азат менән Баймаҡ районының Этҡол ауылы ҡыҙы Рәмзиә Өфөлә китапхана техникумында уҡыған саҡта танышҡан. Китапҡа һөйөү был уҡыу йортона алып килһә лә, геройымдың Хоҙай тарафынан тәғәйенләнеше матбуғатҡа, нәшриәткә бәйле булғандыр, тим, сөнки ҡайҙа барһа ла, яҙмыш уның юлын һәр ваҡыт шул йүнәлешкә бора ла тора. Бөтәһе лә 10-сы класта уҡығанында Асҡарҙа ойошторолған курсҡа йөрөп, компьютер­ҙы үҙләштереүенән башлана. Өфөлә уҡығанда “Аҙна сканворды” гәзитенә мөхәррирлек иткән егет менән дуҫлашып китә һәм ул Азатты үҙенә эшкә саҡыра. Бында яҡташыбыҙ сканвордтар төҙөргә һәм гәзитте версткаларға өйрәнә. Артабан “Китап” нәшриәтендә эшләгәндә лә текст йыйыу һәм верстка буйынса камиллаша. Һуңыраҡ әсәһенең саҡырыуы буйынса тыуған ауылға ҡайтҡас та, юлы йәнә гәзиткә илтә: редакцияға шәхси йомошо менән барған Рәмзиә унда эш барлығын белеп ҡайта.
– Редакцияның эш хаҡына күп балалы ғаиләне аҫрауы еңел түгел. Шунлыҡтан күптән үҙемдең эшемде асыу уйы менән йәшәй инем. Төрлөһөн уйланым да, белгестәрҙең, бизнесты үҙең яҡшы белгән өлкәлә башларға кәрәк, тигән кәңәшен тотоп, гәзит сығарырға ҡарар иттем, – тип һөйләй Азат Көмөшбаев. ‒ – Ваҡытлы матбуғат ҙур табыш килтерә торған кәсеп түгел. Әллә ниндәй ҙур аҡсаға өмөт итһәм, моғайын, уға тотонмаған да булыр инем. Әлбиттә, тулыһынса реклама баҫҡанда, матди файҙаһы күберәк буласаҡ. Ә шулай ҙа “Йондоҙ”ҙо мин рухи үҫеш һәм дини тәрбиә биреүсе гәзит тип күрергә теләйем. Унда уҡыусылар ғаилә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, дин, әхлаҡ, дөрөҫ йәшәү, ыңғай фекерләү темаларына материалдар уҡый, файҙалы кәңәштәр таба, тормошта үҙ урындарын тапҡан кешеләрҙән уңыш серҙәренә өйрәнә ала. Райондың әҙәби көстәре үҙҙәренең ижад емештәрен дә бирә. Һәм, әлбиттә, һәр һан һайын үҙем төҙөгән башҡортса сканвордтар баҫыла. Киләһе йылдан “Йондоҙ”ға почта бүлексәләре аша яҙылыу иғлан иттек. Район буйлап таратыу мәшәҡәтенән ҡотолһам, гәзиттең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләргә мөмкинлек күберәк буласаҡ.
“Йондоҙ” аша үҙемдең кешеләргә әйтә торған һүҙҙәремде еткергем килә”, – тип тә өҫтәне геройым. Тыштан ғына ҡыйыуһыҙ күренә, ә күңелендә егеттең эйәрле-йүгәнле ат ята. Ул теләгән ерендә ауыҙ асып, хәбәр һөйләп йөрөй белмәй, шуға әйтер һүҙҙәрен, дин әһеле булараҡ, вәғәздәрен халыҡҡа еткереүҙең ошондай ысулын һайлаған.
Әйткәндәй, кәләштән бик уңған. Рәмзиә Зыя ҡыҙы менән миңә Асҡар үҙәк китапханаһында бергә эшләп алырға ла тура килде, уны тырышлығы һәм алсаҡлығы өсөн коллективта хөрмәт итәләр ине. Тик ул балалары янында күберәк булыр өсөн йәшәгән ауылына клуб мөдире булып күсте. Ул – тормош иптәшен яратҡан, аңлаған, уға ышанған аҡыллы ҡатын. Шуға әлегә бөтә ваҡытын, ғәмен “Йондоҙ” ға биргән ирен йылы һүҙҙәре менән ҡеүәтләп, дәрт һәм рухи көс биреп тора. Әлегә ҡайһы саҡ табышҡа ҡарағанда сығымдар күберәк китеүенә һуҡранмай. “Бер эштә лә шунһыҙ булмай. Беҙ тырышлыҡ һәм ныҡышлыҡ ҡына һуңынан уңыш килтереренә ышанабыҙ”, – ти Көмөшбаевтар.

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»