22.11.2013 Нимәгә тотонһа ла, атҡарып сыға торған кеше ул
Тормош Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙын мейес сығарырға ла, ҡыҙҙарын үҙе бәйләп-тегеп кейендерергә лә мәжбүр итә
Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән ғүмерен һәр кемдең матур йәшәп, рәхәттә үткәргеһе килә. һәр кеше үҙенсә тырыша: берәүҙәр беләк көсөнә, икенселәр аҡыл көсөнә таянып эш итә. Ә бына икеһен дә берҙәй тартыусылар һирәк. Ләкин арабыҙҙа ундайҙар ҙа бар.
Әхирәтем Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙының уңғанлығына, булдыҡлылығына һәр ваҡыт һоҡланам. Нимәгә тотонһа, шуны атҡарып сыға торған кеше ул. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татырға тура килде үҙенә, ләкин бирешмәне. Киреһенсә, тырышып-тырмашып алға атланы. Бала ғына сағында, Белорет педагогия училищеһында икенсе курста уҡып йөрөгәндә иң яҡын кешеһен – әсәһен юғалтты. Әлбиттә, бик ауыр кисерҙе быны әхирәтем. Әсәһенең ҡәбере янында түгелеп илағандары бөгөнгөләй хәтеремдә. Нәҡ әсәйҙең кәңәшенә, йылы һүҙенә мохтаж ваҡыты ине шул.
Ауырлыҡтарға ҡарамай, училищены һәйбәт тамамланы. Кейәүгә сыҡты. Башта ауылда балалар баҡсаһында эшләне, аҙаҡ мәктәпкә күсте. Тырышып донъяһын да көттө. Йәш ваҡытта һәр кемдең үҙенсә, айырым йәшәгеһе килә бит инде. Былар ҙа бәләкәй генә өй һатып алды. Тик, оҙаҡ кеше тормағанғамы икән, күпме генә яҡмаһындар, өй йылынмай ҙа ҡуя. Шунан оҫта саҡырып, яңы мейес сығарттылар. Ул һәйбәт кенә йылытһа ла, ныҡ итеп төтәне. Нимә эшләргә? Әллә күпме аҡса түләгәйне. Хәҙер яңынан кеше ҡушайым тиһә, тағы ла шул сама түләргә кәрәк. Етмәһә, үҙе декрет ялында ултыра. Бер иренең генә тапҡаны аҙ. Әгәр үҙе тотоноп ҡараһа, нисек булыр икән? Баланы ҡарап торорға өләсәһе бар.
Сәғиҙәнең шул ваҡыттағы батырлығына әле һаман хайран ҡалам. Ҡыш уртаһында мейес боҙоп ташла әле. һәр кирбестең нисек һалынғанын хәтерендә ҡалдырырға, ни өсөн төтәгәнен дә асыҡларға тырышты һәм асыҡланы. Аҙна-ун көн эсендә ҡойоп ҡуйған кеүек мейес әҙер ине инде. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, етешһеҙлектәр ҙә булыуын- булды. Уларҙы уңған хужабикә яйлап төҙәтте. Аҙаҡ шундай оҫтарып китте, ауылда яңы йорт һалған кеше мейес сығарырға уны саҡыра башланы. Шулай мейессе булып китте ул.
Ҡул эштәренә оҫталығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бер ваҡытта ла уның тик торғанын күрмәҫһең. Бала менән ялда ултырған сағында, иш янына ҡуш булыр тип, кешегә йөн иләп, сиратып, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп аҡса эшләне. Бер-бер артлы тыуған ҡыҙҙарын да бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе, мал-тыуарын да ҡараны – барыһына ла өлгөрҙө.
– Балаларыма бер нәмәне лә һатып алманым. Үҙем бәйләп, тегеп кейҙерҙем. Магазинға әле лә онотҡанда бер йөрөйөм. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, мал, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Ит, һөт, май – барыһы ла үҙебеҙҙеке, – ти ул.
Ысынлап та, уларҙың өҫтәле һәр ваҡыт хәләл ризыҡтарҙан һығылып тора. Балалары ҡурсаҡ кеүек кейенде. Пальтоға тиклем әсәләре үҙе текте. Ҡыҙҙар тәртипле булып үҫте, тырышып уҡыны. Әсәләре мәктәптә эшләгәс, уның йөҙөн ҡыҙартмаҫҡа кәрәклеген яҡшы аңланылар.
Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙы башта башланғыс синыфтарға белем бирҙе, әле өлкән синыфтарҙа география дәресен алып бара. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланы.
Тик, бәлә ағас башынан йөрөмәй, тигәндәре дөрөҫтөр. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, уйламағанда ғаиләгә оло ҡайғы килә. Тормош иптәше Раян менән яңы йорт һалып сығып, бер ай ғына йәшәп өлгөрәләр. Өйҙөң соланы эшләнеп бөтмәгән була. Раян шунда яңылыш баҫып, ҡолай... Уны бер нисек тә ҡотҡарып алып ҡалып булмай.
Шулай 32 йәшендә генә әхирәтем ике бала менән бер үҙе тороп ҡалды. Был юлы ла ҡатын үҙен тиҙ ҡулға алды. Тормош дауам итә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Малын да бөтөрмәне, донъяһын да таратманы, нисек бар, шулай йәшәүен дауам итте. Бер ваҡытта ла зарланып, бәлә һалып йөрөгәнен ишетергә тура килмәне. Сараһыҙҙан ни эшләргә белмәгән саҡтары ла булғандыр, ләкин быны бер кем дә күрмәне.
– Өләсәйем әүлиә булды минең, – тип хәтирәләргә бирелде әхирәтем. – Әлдә янымда ул булды әле. Биргән кәңәштәрен әле лә онотмайым. “Бер ваҡытта ла ауырлыҡтарға зарланып, кешегә хәбәр һөйләп йөрөмә. Ана, Инйәр буйына төш тә, бөтәһен һыуға һөйләп, битеңде сай. Еңел булып ҡалыр”, – ти торғайны. Ысынлап та, ярҙам итте. Тағы ла: “Кешеһе тура килһә, кейәүгә сыҡ. Яңғыҙ ҡатын нимә эшләһә лә күренеп кенә бара ул. Ярҙам һорап барһаң да оҡшатмаҫтар. Булмағанды булды тип, өҫтөңә әллә ниндәй яла яғырҙар”, – тип кәңәш итте. Тәүҙә быға артыҡ иғтибар итмәнем. Кейәүгә сығыу бөтөнләй уйҙа ла юҡ ул ваҡытта. Әммә тора-бара өләсәйемдең ни тиклем хаҡлы икәнен аңланым. Кейәүгә сыҡтым. Малай таптым. Хәҙер ул медучилищела уҡып йөрөй. Ҡыҙҙарым уҡып, матур һөнәр алды. Икеһе лә тормошта. Өс балаға өләсәймен инде. Ҡунаҡҡа ҡайтҡандарын шатланып көтөп алам.
Тағы ла “доктор” тигән ҡушаматы ла бар әле Сәғиҙәнең. Был өләсәһенән киләлер, моғайын. Махсус белеме булмаһа ла, ул кешеләрҙең быуындарын да ултыртты, төрлө үләндәрҙән әҙерләгән төнәтмәләре лә килешә торғайны. Хатта ҡартайғас әле, күҙенә төшкән сүпте алдырырға уға киләләр ине. Ейәнсәре лә шулай. Ҡан баҫымдары күтәреләме, йөрәктәре сәнсәме – күрше-тирәһе ярҙам һорап уға килә. Кәрәк булһа, уколын да һала, системаһын да ҡуя. Быға ул, атаһы ауырьп киткәс: “Туҡтауһыҙ фельдшерҙарҙы саҡыртып яфаламайым әле”, – тип кенә өйрәнгәйне, хәҙер, ана, кәрәге тейеп кенә тора. Мал-тыуары ауырып-нитә ҡалһа ла, көн тип тормай, төн тип тормай, ярҙамға ашыға.
Яңыраҡ өр-яңынан йәнә бер ҙур йорт һалып инде улар. Шунда оҫталар янында әхирәтемдең дә ручка, ҡағыҙ тотоп йөрөгәнен күреп тағы ла бер аптыраным. Нимә эшләп йөрөй икән ир-ат араһында? Баҡтиһәң, был бөтә үлсәмдәрен ҡуйып, үҙенең проектын һыҙған да шуны аңлата.
Аш-Һыу бүлмәһендә күберәк мин булышам бит. Ә миңә унда уңайлы булырға тейеш. Шуның өсөн, минеңсә эшләнһә, һәйбәтерәк тә инде, – тимәһенме.
Бына шундай кеше ул. Барыбер үҙенсә эшләтә, тип тормош иптәше лә күнегеп бөткән инде хәҙер.
Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙының мәктәптә эшләй башлауына 33 йыл. Уҡыусылары үҙен яратып, хөрмәт итеп тора. Дәрестәрен көтөп алалар. Күптәре ул уҡытҡан география фәне буйынса вуздарҙа артабан белем алыуын дауам итә. Ялға ҡайтҡанда инеп хәлен белеп сығалар. Үҙҙәренең ҡыуаныстары менән уртаҡлашалар. Серҙәрен дә ышанып һөйләйҙәр. Ә уҡытыусы өсөн был – иң ҙур баһа.
Бөгөн ул директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Эше күп. Ләкин егәрленең ҡулы етәү, тигән шикелле, барыһына ла өлгөрә. Яратҡан эш – ярты бәхет, тиҙәр. Әхирәтем Сәғиҙә – шулай эштән йәм табып, кешеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәй торған кеше.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.