RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡан яңыртам тип, сит милләткә ҡушылғайным...”

08.11.2013 “Ҡан яңыртам тип, сит милләткә ҡушылғайным...”

“Ҡан яңыртам тип, сит милләткә ҡушылғайным...”йәки Ҡатнаш никахтар нимәһе менән яҡшы?
Гәзитебеҙҙең үткән һанындағы ғаилә проблемалары темаһын дауам итеп, ҡатнаш никахтар хаҡында ла яҙып китеү дөрөҫөрәк булыр. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытта ниңәлер ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары бындай төр никахтарҙы маҡтап телгә ала башланы. Әлбиттә, дини тәғлимәттәр буйынса никахтар күктәрҙә билдәләнә, шулай ҙа төрлө милләт кешеләре ҡауышһа, улар ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар­ға осрайҙыр ул барыбер. Мәҫәлән, халыҡтарҙың йолаһы, теле, дине ҡырҡа айырылған осраҡта.
Телевизорҙанмы йә үҙәк гәзиттәрҙән Рәсәй ҡатыны һәм сит ил кешеһе никахына бәйле халыҡ-ара ғауғалар сыҡҡанын да хәбәр итеп торалар. Бында проблема айырыуса балаға бәйле була, йәғни сит ил кешеһе беҙҙеке менән айырылышҡан саҡта уртаҡ баланы үҙендә ҡалдырыу өсөн тырыша. Сит илдәрҙәге ҡанундар ҙа уны яҡлай. Бындай күренештәр һәр ваҡыт борсолдора, уйға һала.
Ысынлап та, ҡатнаш никахтар һуңғы осор­ҙа бик таралды. Бының файҙаһы бармы йә зыянлы яҡтары? Түбәндә ошо һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Ике милләт балалары ғилми яҡтан тикшерелергә тейеш

Бер нисә йыл элек Мәскәү статистиктары шундай мәғлүмәт биргәйне: баш ҡала ҡатын-ҡыҙҙары 67 ил гражданына кейәүгә сыҡҡан. Кемеһелер Рәсәйҙә ҡалған, кемеһелер иренең иленә күсеп киткән. Белгестәр күҙәтеүенсә, беҙҙең ил ҡатынын алып, Рәсәйҙә йәшәүселәр күп. Улар, башлыса, уртаса Рәсәй кешеһе тормош көткән кеүек көн итә. Тимәк, байҙары ҡатындарын үҙ иленә алып ҡайта тигән һүҙ был. Беҙҙәге ҡатнаш никахтар әллә ни ҡатмарлылыҡҡа осрамаһа, сит илдә йәшәүсе Рәсәй ҡатындары арыу ғына ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғо кисерә. Байтаҡтары ғаиләһенән уңмай, кире ҡайтырға тура килһә, балаһының яҙмышы нисегерәк буласағын уйлап та ҡайғыра.
Ғалимдар фекеренсә, ике милләт вәкиленән тыуған балалар ныҡлы тикшерелергә тейеш. Бала хоҡуҡтарын боҙмай ғына. Байтаҡ эксперт һығымта яһауынса, ҡатнаш никах балалары мәктәптә, йә урамда тиҫтер­ҙәре араһында, хатта ғаиләлә лә төрлө проблемаларға осрай. Әсәһе атаһының милләтен әйтеп әрләшә, йә атаһы әсәһенең йолаларын һанға һуҡмай. Был ваҡытта бала аптырау­ҙа ҡала, этник яҡтан кәмселекле булып үҫеүе ихтимал. Хәйер, булды шундай замандар – күптәр үҙ мил­ләтенән оялды. Ауылдарҙан ҡалаға эшкә, уҡырға китеп, Зөлфиәләр – Зулькаға, Шәүрәләр – Шура­ға, Миңлегөлдәр – Машаға, Сәлимйәндәр Сашаға әйләнде. Һәр хәлдә, баланың күңеленә иң тәү сиратта үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ һалынырға тейештер ул. Мәҙәни һәм дини үҙенсәлектәр ҙә онотолор­ға тейеш түгел, туған телде белеү мөһим һәм толерантлыҡ тәрбиәһе биреү ҙә мотлаҡ. Былар сит илдәр­ҙә актуаль, һәм шул йәһәттән килеп тыуған проблемаларға иғтибар ителә. Рәсәйҙә иһә хәл башҡасараҡ. Оҙаҡ йылдар бер генә милләт – совет кешеһе – тәрбиәләү менән мәшғүл булғас ни. Ә паспорттан милләт тураһында яҙыуҙы алып ташлау ниндәй файҙа килтерҙе?
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр билдәләүенсә, әҙ һанлы милләттәр ҡатнаш никахтарға юл ҡуймау яҡлы. Был аңлашыла ла. Шундай осраҡта ғына милләтте һаҡлап ҡалыу мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бер инаныу ҙа йәшәй, йәнәһе, ике ят ҡанлы милләттән тыуған бала һәләтлерәк була. Генетиктар иһә уның файҙаһына шикләнә. Эйе, тикшереүҙәр тәүге быуында, ысынлап та, ҡатнаш никах балаларының таланты, көсөнөң икенсерәк булыуын күрһәткән. Әммә һәләт нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй, йәғни бер генә быуында сағылыш табып, шул быуында уҡ бөтә. Киреһенсә, артабан көсһөҙ, сирле, стресҡа бирешеүсән балалар тыуыуы ихтимал.
Әйткәндәй, Германияла иран милләтенән Носрат Пезешкиан исемле табип бар икән. Ул күп йылдар кешенең эске кисерештәре, хәсрәттәрен өйрәнеүҙә мотлаҡ милли, мәҙәни, дини сәбәптәрҙе иҫәпкә ала. Шуға бәйле махсус позитив психотерапия алымы уйлап тапҡан. Табипҡа ҡатнаш никахлы ғаиләләр бик күп мөрәжәғәт итә һәм ярҙам ала. Һөҙөмтәлә, ике милләт кешеһенән торған ғаилә татыулыҡта, килешеп, бер проблемаһыҙ донъя көтә башлай.

Күп милләтле ғаиләлә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ принцибы тулыһынса эшләйәсәкме?

Әҙ һанлы халыҡтар нисек кенә ҡарышмаһын, ғашиҡтарҙы тыйып булмай. Йышыраҡ йәһүдтәр ҡан ҡатыштыра. Әрмәндәр һәм мосолман халыҡтарының күбеһе үҙ милләтен һаҡлау яҡлы.
Ҡатнаш никахтарҙың тағы бер проблемаһы – һүҙгә килешкән саҡта бер-береһенең милләтен кәмһетеү. Бөтөн нәмәне ғәфү итеп була, тик милли йәбер онотолмай.
Тулғанай Баҡшиева (Мила Серова) исемле журналист балаһы тураһында әсенеп һөйләй: “Ете йәшендә улым милләте кем булыуы хаҡында һорау бирҙе. Үҙеңде кем тип тояһың, йөрәгең ни әйтә, шул халыҡтыҡы булырһың, һинең ҡаныңда башҡорт та, татар ҙа, нуғай ҙа, грузин да бар, тинем. Бер аҙ уйланып йөрөгәс, балам, үҙенең русса уйлауын, уҡыуын, хатта төштәрҙе русса күреүен әйтеп, мин, моғайын, русмындыр, тип һығымта яһаны”. Был осраҡта баланың һис ғәйебе юҡ. Ата-әсәнән ни бирелә, шуны үҙләштерә инде ул.
Рәсәй Фәндәр академияһының Социо­логия институтындағы ксенофобияны һәм экстремизмды иҫкәртеү бүлеге етәксеһе, социология фәндәре докторы Владимир Мукомель белдереүенсә, милләт-ара никахтар совет осоронда башлыса Балтик буйы республикаларында танылыу ала. Урта Азияла иһә иң һирәк күренеш була, ҡағиҙә булараҡ, был – рус ҡатын-ҡыҙы менән азиат ирҙең өйләнешеүе. Ә иң киң таралған ҡатнаш никах коми, мордва, сыуаштарға хас. Шулай уҡ рустар менән немецтар, йәһүдтәр ғаилә ҡора. СССР-ҙа Ҡырым татарҙары менән чечендар ғына сит милләт менән ҡауышмаған тиерлек. Ошо иҫәпкә Әрмән ССР-ында йәшәгән әрмәндәрҙе лә индерергә була, ә республиканан ситтә ҡан ҡатнаштырыусылар осрай. Рус ҡатындары грузин һәм әзербайжандарға ла кейәүгә сығыуҙы хуп күргән. Бында тәү сиратта ғаиләнең, буласаҡ балаларҙың мул тормошо хәстәрләнгән.
СССР тарҡалғас, мигранттар күбәйгәс, ксенофобия күренештәре артҡан һәм әле лә шул хәл дауам итә. Был нимә тураһында һөйләй? Ҡатнаш никахтар әҙәйеүе хаҡындамы? Ғалимдар, статистиктар фекеренсә, тап шул хаҡта. “Ҡыҙыу ҡанлы” бай Кавказ ирҙәре сағыштырмаса ярлыланды, ә немецтар, йәһүдтәрҙең күбеһе сит илдәргә күсеп китте. Бөгөн гастарбайтерҙарға сығыу ҙа әллә ни модала түгел.
Донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ил ни тиклем үҫешкән, милләт-ара никахтар ҙа шул тиклем күп була. Беренсенән, иҡтисади яҡтан имен дәүләттә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҙә икенсе төрлөрәк, толерантлыҡ та юғары. Икенсенән, бай илдә ситтән күсеп килеүселәр ҙә күп. Үҙегеҙ сағыштырығыҙ ҙа, һығымта яһағыҙ – илебеҙ етеш йәшәйме, татыулыҡ бармы?

Насар һәм яҡшы яҡтары

Һүҙ юҡҡа ғына ҡан буталған ғаиләләрҙең кире яҡтарын һанауҙан башланмай, сөнки “плюстар” күпкә әҙерәк.
Ниңә белгестәр шулай күп айырма таба һуң?
Беренсенән, ҡатнаш никахта мәҙәниәт, йолалар, тәрбиәүи принциптар тура килмәй. Тап ошо сәбәпле низағтар тыуа. Мәҫәлән, рус кәләш йылҡы ите ашамай икән, башҡорт ир сусҡаны өнәп етмәй. Йә бала тыуғанда йәһүд ир улына Самуил тип ҡушырға теләй, татар ҡыҙына Сәлимжан нығыраҡ оҡшай.
Икенсенән, туғандар, таныштар ҙа ҡан ҡушыуҙы яратмай. Ошонан ғәйбәт китә.
Өсөнсөнән, боронғо халыҡтар ассимиляцияға бирелеүҙән ҡурҡа, балаға милләте менән ғорурланыу тәрбиәһе бирергә тырыша. Шуға ла ғаиләлә, ниндәй милләт кешеһе менән никахта булыуына ҡарамаҫтан, тап үҙ милләте мәнфәғәттәрен ҡайғырта, йолаларын тота.
Дүртенсенән, бер илдә йәшәүсе төрлө милләттән булған ғаиләләр бер хәл, ә бына сит ил кешеләре булып сыҡһалар, проблема тыуыуын көт тә тор. Был тәңгәлдә, виза, гражданлыҡ алыу, теркәлеү генә лә күп ҡатмарлылыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Сит илдә урындағы телде белмәһәң дә, яҡшы түгел.
Бишенсенән, ҡатнаш никах балаларын үрҙә әйтелгәнсә, дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Йыш ҡына быға ирешелмәй.
Ә ыңғай яҡтарына килгәндә, психологтар белдереүенсә, ят ҡанлыларҙың өйләнешеүе халыҡтар араһында бер-береһенә ҡарата түҙемлек, аңлаусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныу булдыра. Унан килеп, мөхәббәт тә бар бит әле. Ул хис бер ниндәй милләткә лә, инаныстарға ла буйһонмаһа?
Иң хәүефле ғаилә – “аҡ һәм ҡара ҡушымтаһы”. Иң уңайлы никахтар ҡәрҙәш халыҡтар­ҙа була, ә бер-береһенән раса менән ҡырҡа айырылған ғаилә быуындары – проблемалар гөлләмәһе. Ҡайһы милләттә ҡан бутау күп, шул милләт көсһөҙләнеүгә дусар ителә. Был ап-асыҡ һәм аңлайышлы факт.
Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүсе япон ир-егеттәре сит ил ҡатын-ҡыҙҙарына өйләнә башлаған. Сәбәп нимәлә, тиһегеҙме? Баҡһаң, бала табыр йәшендәге ауылда йәшәргә теләүсе японкаларҙың һаны ҡырҡа әҙәйгән икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡалала анһат йәшәүҙе хуп күрәләр. Танышмы был күренеш? Беҙҙең башҡорт ауылдарында күпме ир-егет ҡатынһыҙ интегә? Ә ҡалала кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарыбыҙ етерлек. Баҡса үҫтереп, мал бағып, өс-дүрт бала табып йәшәргә теләүселәр әҙҙер.

Әйткәндәй

Ғалимдар бер ҡыҙыҡ ҡына мәғлүмәт бирә: ХIХ быуаттан ҡатнаш никахтар динамикаһын һанаһаң, рус милләтле мәскәүҙәр генофонды башҡа төбәктәрҙән килгән гендар иҫәбенә 70 процентҡа үҙгәрәсәк. Тағы ла теүәлерәк әйткәндә, 150 йылдан һуң Мәскәүҙәге рустар башҡа төбәктәрҙәге рустарҙан ҡырҡа айырыласаҡ. Ошо уҡ һандарҙы беҙҙең халыҡҡа ҡарата ла ҡулланып була.
Минеңсә, иң мөһим уй һәм маҡсат шул – минең янымда минең милләтем бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк.

Айсын АҠБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»