18.10.2013 Йәшәү мәғәнәһе
Осраша башлауҙарына йыл ярым тигәндә Нурислам һөйгәненә тәҡдим яһаны. Егеттең хәлле лә булыуына, күңеленә лә ятыуына ҡыуанған Сара, ике уйлап тормаҫтан, ризалыҡ бирҙе. Икеһенең дә йәше лә үтеп бара ине шул.
Ҡалалағы шау-шыуҙан арыған Нурислам ҙур булмаған ҡасабанан бар уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт алып, хәләле менән шунда йәшәй башланы. Ата-әсә наҙынан мәхрүм булып үҫкән егет күп итеп балалар үҫтереү тураһында хыяллана ине. Тик уның был хыялы тормошҡа ашманы – аборттан һуң өҙлөгөү кисергән Сара ауырға ҡала алмай аҙапланды. Йәштәрҙең тормошо бер шыҡһыҙ, күңелһеҙгә әйләнде. Икеһе лә һыуынып барған күңелдәрен ни менәндер йылытырға, ниҙәндер йыуаныс табырға, нисек тә булһа күңел һағышын баҫырға тырышты. Эшкә бөткән Нурислам аҡса эшләп, аҙым һайын мебель алмаштырып, яңы проекттар төҙөп, иғтибарын ситкә йүнәлтте. Сара өйҙөң дизайнын ҡат-ҡат үҙенсә үҙгәртеп ҡорҙо, мәҙәниәт йортонан ҡайтып инмәне. Һәр кемеһе үҙ йүне менән мәшғүл, үҙ эшенә сумған ир менән ҡатындың бер өҫтәл артында сөкөрләшеп сәй эсеүҙәре лә һирәгәйҙе, күбеһенсә икеһе ике башҡа яҡындағы кафе-маҙар тирәһендә туҡлана ине.
Нурисламдың тоғролоғона ышанһа ла, Сара үҙе ара-тирә районға командировкаға килгән Хәким Муллаянович менән сыуалды. Нурислам да һиҙҙе быны. Төрлө имеш-мимештәр ҙә килеп етә ине үҙенә. Башҡалар кеүек ғауғалашып, ирлеген иҫбатлап, ҡатынына ҡул да күтәрмәне, ҡайғыһын баҫыр өсөн хәмергә лә үрелмәне. Шикләнеүҙәрен тамам раҫлау өсөн, бер көн ҡатынына көтөлмәгән тәҡдим яһаны:
– Әйҙә булмаһа, яратҡан профессорыңды ҡырға шешлеккә алып сығайыҡ. Эш, аҡса тип сабып, үҙем дә йонсоп киттем. Бик йыш йөрөй бит беҙҙең яҡҡа. Яратҡан уҡыусыларының береһе хөрмәт күрһәтеп, ҡунаҡ итеп тә ебәрһә, бик ҡәнәғәт булыр ине.
Көтөлмәгән хәбәрҙән Сара ҡапыл аптырап ҡалһа ла үҙен ҡулға алып:
– Уны борсоп тороу кәрәкмәҫ ине, эш кешеһе бит. Уңайһыҙ әллә нисек, – тине лә, сәс толомон бармағына урап, бөҙрәләре менән уйнай башланы. Ул ныҡ тулҡынланғанда ошолай эшләргә ғәҙәтләнгән.
Ҡатынының ошо ҡылығына ҡарап, Нурисламдың шикләнеү-һиҙенеүҙәре раҫлана башлағандай булды. Ул телефонды алып тыныс ҡына Сараға һуҙҙы:
– Шылтырат. Мин шешлек әҙерләй торам.
Бар нәмәнең дә шыма ғына барыуына күнеккән Сара, пландарының боҙолоуына асыуы килһә лә, иренең әмеренә күнде. Күнмәй ҙә сараһы юҡ ине инде.
Хәким Муллаянович та, ни булһа ла булыр тип, саҡырыуҙы ҡабул итте. Баш тартһа, һиҙенеүҙәре дөрөҫкә сыҡҡан Нурисламдың ғауға күтәреүенән ҡурҡты. Танышыуҙары тыныс ҡына үтте уларҙың. Нурислам, һәр ваҡыттағыса, ихлас ине. Хужа яғынан бер ниндәй ҙә асыу-нәфрәт һиҙелмәгәс, Хәким Муллаянович та үҙен тыныс тотто. Тик Сара ғына үҙ-үҙенә урын тапмай борғоланды, һүҙҙәрендә буталды. Хәким Муллаянович институттағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләгәндә лә элеккесә шарҡылдап көлмәне, ауыҙына һыу ҡапҡандай, турһайып, шым ғына ултырҙы.
Хушлашыр алдынан Нурислам, профессорҙың һаҡ ҡына арҡаһынан ҡағып:
– Һеҙ, ағай кеше, башҡаса улай ҡыланмағыҙ инде. Үткәндәргә ҡат-ҡат кире ҡайтыу кешене бәхетле итмәй ул. Онотоғоҙ һәм хушығыҙ! – тине.
Хәким Муллаянович, барыһын да аңланым тигәндәй, баш ҡына ҡағып ҡуйҙы ла машинаһына ултырып алға елдерҙе. Ошо китеүенән һуң унан башҡа хәбәр булманы. Нурислам менән Сараның тормошо элеккесә һәүетемсә генә дауам итте.
Бындай тормоштан тамам биҙеп, бер-береһенән һыуынып барғанда Сара ауырлы булыуын аңланы. Был ваҡытта бергә йәшәүҙәренә ун йыл тирәһе булып килә ине инде. Сара ҡарынында бала яралыуын тиҙ тойҙо. Уға был тойғо күптән таныш, бик таныш ине. Бала шатлығына, атайлыҡ-әсәйлек бәхетенә тамам өмөтөн өҙгән Нурислам менән Сараның тормошона ҡот ҡунғандай булды. Ҡатыны үҙенеке кеүек һары сәсле, Нурисламдыҡылай ҡырлас танаулы ҡыҙ бала табып биргәс, ир өйөнә осоп тигәндәй ҡайта башланы, Сараны өрмәгән ергә ултыртманы, йүгереп йөрөп, хыялланғанса, ҡыҙының бүлмәһен эшләтте. Нуранияның йылмайыуы өсөн генә лә әллә ниҙәр бирергә әҙер ине ул. Ҡыҙҙары икеһе өсөн дә йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Уның һәр бер ҡылығы, тәпәй баҫып китеүе, балалар баҡсаһынан яңы һөнәрҙәр өйрәнеп ҡайтыуы ир менән ҡатын өсөн ысын мәғәнәһендә иң ҙур бәхеткә тиң ине.
***
Бер көн Сара мөдир булып эшләгән район мәҙәниәт йортона яулыҡ ябынған һөйкөмлө генә журналист ҡыҙ интервью алырға килде. Мосолман ҡатын-ҡыҙының матурлығын йәшереп уранып йөрөүен бер нисек тә ҡабул итә алмаған Сара уға нисектер екһенеп ҡараны. Әллә телевизорҙан көнө-төнө мосолмандарҙы террорсы, бандит итеп күрһәткәнгәме, бик өнәп етмәй ул ундайҙарҙы. Шуғалырмы, журналист ҡыҙға нисектер ҡырын ҡарап, һауаланып ҡына һөйләште. Эше, киләсәккә уй-ниәттәре, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынғас, мөслимә ҡыҙыҡай Сараға көтөлмәгән һорау бирҙе:
– Сара Ғәфүровна, һеҙҙең өсөн нимә ул йәшәү мәғәнәһе?
– Йәшәү мәғәнәһе? Дөрөҫөн генә әйткәндә, был хаҡта артыҡ уйланғаным юҡ минең. Йәшәү мәғәнәһе – ул яратҡан ғаиләң булыуы, теләгәнеңде ашау, теләгәнеңде кейеү, кәрәк саҡта рәхәтләнеп тотонор аҡсаң булыуы, балаңды кеше итеп аяҡҡа баҫтырыу, яратҡан эшең булыу.
– Ә түлһеҙ парҙар, аҡса эшләү мөмкинлеге булмаған ғәриптәр, ҙур өйө, машинаһы булмаған ярлылар йәшәү мәғәнәһен бөтөнләй юғалтамы ни, улайһа?
– Эйе, ундайҙар иң бәхетһеҙҙәр. Ник тыуҙым, тип йәшәүселәр. Бала, аҡса таба алмайҙар икән, үҙҙәре ғәйепле. Улар өсөн йәшәү мәғәнәһен эҙләп ултырырға минең ваҡытым юҡ, – Сара тупаҫ ҡына яуап бирҙе лә, мәғәнәһеҙ һорауҙарың бөттөмө инде тигәндәй, дорфа ғына ҡыҙға ҡараны.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Сара Ғәфүровна!
Ҡыҙ блокнотын ябып ҡуйҙы ла тағы мөдиргә төбәлде:
– Сара апай, үҙемдән сығып шуны әйтәм: ғәриптәр араһында үҙҙәрен иң бәхетле тип иҫәпләүселәр бар, сөнки улар тормош мәғәнәһен аңлаған, ярлылар араһында ла үҙҙәрен иң бай тип иҫәпләүселәр бар, сөнки улар булғанына шөкөр итә белә. Маңлай күҙе һуҡыр булыусылар ҡайсаҡ күңел күҙе һуҡырайыусыларға ҡарағанда донъяны яҡшыраҡ танып белә. Ҡайсаҡ тап шундайҙарҙың бәхетле йөҙөнә ҡарап көнләшеп ҡуяһың. Улар янында уҫал ҡарашлы, тупаҫ “бәхетлеләр” янында булыуға ҡарағанда үҙеңде күпкә еңелерәк тояһың.
Сара ҡыҙҙың һөйләгәндәрен һүҙһеҙ генә тыңлап ултырһа ла, әйтергә теләгәненең мәғәнәһенә төшөнөп етмәйенсә:
– Тамағың ас, өҫтөң яланғас, ҡайһылыр ерең ғәрип булғанда, бәхетле булырһың булмай ҙа ни, – тип ҡуйҙы.
– Сара Ғәфүровна, һеҙ мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе кеше булараҡ башҡаларҙы изгелеккә, матурлыҡҡа саҡырырға тейешһегеҙ. Бар бәхетте аҡсалы булыуҙа ғына күреп, быны эшләп булмай. Шундай риүәйәт тә бар: бер бик бай кеше үлер алдынан улынан үҙен күмгәндә ойоғон кейҙереп һалыуын һорай ҙа, йыназа уҡырға тейешле муллаға, үҙе үлеп киткәс, улына хат тапшырыуын үтенә. Шулай бер көн был бай үлеп китә. Атаһын һуңғы юлға оҙатырҙан алда улы, яҡынына ойоғон кейҙерергә маташып, мулла менән талаша башлай. Мулла быны, әлбиттә, рөхсәт итмәй. Тик байҙың улына яҙып ҡалдырған хатын ғына тапшыра. Ул хатта: “Күрҙеңме инде, улым, ғүмер буйы байлыҡ туплаһам да, мин теге донъяға хатта ойоғомдо ла алып китә алмайым”, – тип яҙылған була.
Журналист ҡыҙ һөйләп бөткәс, әйберҙәрен йыйып, ишек яғына йүнәлде. Уның һөйләгәндәренә артыҡ иғтибар бирмәһә лә, Сара, әҙәп һаҡлап:
– Рәхмәт, һылыу. Бәлки, һөйләгәндәреңдә хаҡлыҡ барҙыр. Тик һин шуны аңла: хәҙер кешегә изгелек өләшеп, матурлыҡҡа әйҙәп ултыра торған заман түгел, ҡағыҙ заманы. Тормошҡа ашмаҫтай хыялдар менән йөрөп, аҙашып ҡуйма. Әкиәттән арынырға, тормошҡа ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡарарға ваҡыт бит, – тине.
– Донъяны барлыҡҡа килтергәндән алып Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн ҡануни ҡиммәттәрҙе билдәләгән инде. Изгелек төшөнсәһе һис ҡасан иҫкермәй ул. Һау булығыҙ! – ҡыҙ ипле генә хушлашты ла сығып китте.
Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ булған ҡыҙ сығып киткәс, Сара еңел һулап ҡуйҙы.
***
Донъя һин теләгәнсә генә бармай шул. Тәҡдиренә ни яҙылғанын әҙәм балаһы һис белә алмай. Бер көн бәхетеңдән шашып илерһәң, икенсе көн ҡайғы ярҙарына килтереп ташлаған яҙмыш тулҡындарында япа-яңғыҙ үкһеп илауың да мөмкин. Көтмәгәндә Сараның да булмышын ҡара һөрөм ҡапланы. Ул көндө, ниңәлер, ҡапыл йөрәкһеп килеп торҙо. Уятҡыстың тауышын да ишетмәйенсә бик ҡаты йоҡлағанға күрә, иртәнге сәйҙе эсеп тә тормаҫтан, ашыҡ-бошоҡ кейенде лә эшенә йүгерҙе. Нуранияһының:
– Әсәй, һин мине үбергә лә оноттоң бит. Әллә ҡасан күрешәбеҙ тағы. Оҙаҡлап китһәк, нишләрһең? – тип үпкәсел һөйләнеүенә лә иғтибар итмәйенсә:
– Ярай, ҡыҙым, наҙланып торорға ваҡыт юҡ әле. Өлгөрөрбөҙ, ғүмер алда әле, – тип ҡул болғап ҡына хушлашты ла машинаһына ултырып алға елдерҙе.
Нурислам менән Нурания санаторийға йыйына ине. Ҡыҙҙары, һаулығы йыш ҡына насарайып китеү сәбәпле, йәйге каникулында гел шунда барып ял итә. Санаторийҙың эшселәре лә, унда йыш ҡына ял итеүселәр ҙә алсаҡ Нурания өсөн күптән үҙ кеше булып бөттө. Ҡыҙыҡай санаторийға юлланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, ҙур ҡәнәғәтлек менән әҙерләнә ине. Тик был юлы ул бик бошонҡо йөрөнө, өйҙән сығып китә алмай аҙапланды, етмәһә, әсәһе лә ҡабаланып ҡына сығып китте, ғәҙәттәгесә, ҡыҙы менән шаярып, сөкөрләшеп сәй ҙә эсеп торманы.
– Ҡыҙым, тиҙерәк бул инде. Бик һуҙылып киттек, сыға һалайыҡ, – Нурислам һаман юҡ-бар сәбәп табып, йыйынып бөтә алмай йөрөгән Нуранияны ашыҡтырҙы.
– Сығам инде, сығам, – иртәндән бирле көйһөҙләнеп йөрөгән ҡыҙыҡай ризаһыҙ ғына машинаға сығып ултырҙы.
Сараның йөрәкһеп килеп тороуы, Нуранияның көйһөҙләнеүе бушҡа ғына булмаған, күрәһең. Был көн оло фажиғә менән тамамланды. Ҡасабаны ҡалдырып оло юлға сыҡҡас, Нурислам ҡаршы яҡтан шәп тиҙлек менән килгән машинаға бәрелде. Көтөлмәгәндә килеп сыҡҡан машина менән бәрелмәҫ өсөн ир бер ни ҙә эшләп өлгөрмәне. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Ашар ризыҡтары, йәшәйһе ғүмерҙәре бөткән Нурислам менән Нуранияның йәне көтмәгәндә был яҡты донъя менән мәңгегә хушлашты.
Ошо фажиғә яҡындарын юғалтып, тормош мәғәнәһен таба алмаған Сараның һыҡранған күңелен, толҡа таба алмаған булмышын пыран-заран килтереп, тормошоноң аҫтын-өҫкә әйләндергәндәй булды.
Аллаһы Тәғәлә ергә әҙәм балаларын һынау өсөн генә ебәргән. Изгелек ҡылыу, Раббыһын гел генә иҫкә төшөрөп тороу өсөн сәбәптәрен дә булдырған. Өҫтәлеңдәге бар һый-ниғмәтең, ҡаҙанған уңыштарың, яҡын кешеләрең – барыһы ла Хоҙайҙан. Раббың күрһәткән мәрхәмәт өсөн рәхмәт йөҙөнән мохтаждарға ярҙам итеп, изгелек өләшеп, Ул ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғанынан тыйылып йәшәгәндә генә йәшәү мәғәнәһен, йәшәү тәмен татып була икән. Ошоларҙы аңлағас, Сара намаҙға баҫты – ҡалған ғына ғүмерен әхирәткә әҙерләнеүгә бағышланы. Доғаларында Алланан ҡат-ҡат теге журналист ҡыҙыҡайҙы мәрхәмәтенән айырмауын һораны. Әгәр ҙә Хоҙай шул ҡыҙҙы янына ебәрмәгән булһа, Сара яҙмыш ҡосағында аҙашып та ҡалыр ине, бәлки. Эйе, изгелек төшөнсәһе һис ҡасан иҫкермәй ул. Шуны аңламай тороп һис бәхетле булып та, матурлыҡ таратып та булмай.
Ғаиләһен юғалтып, эшенән ҡалғандан һуң элек Сара эргәһендә өйрөлөп-сөйөрөлгән дуҫтары, таныштары ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Үҙен ҡасабаның иң абруйлы ҡатыны тип иҫәпләгән тәкәббер, һауалы ҡатын ҡапыл шиңгән гөлгә оҡшап ҡалғайны. Шулай Сара күгәрсендәрҙең гөрөлдәшеүенән, уларға ем һибеүҙән, урамдағы берәҙәк бесәйҙәрҙе һәм эттәрҙе ашатыуҙан, балалар йортондағы етемдәр янында булыуҙан йәм таба башланы. Яңғыҙ ғына булһа ла тормош кәмәһен ишергә, ағымға ҡаршы сығып, алға ынтылырға көс тапты. Белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарҙы ярлыҡаусы Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте менән...
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.
(Аҙағы. Башы 15-се һанда).