RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дүшәмбе – ауыр көн… бурҙарға

04.10.2013 Дүшәмбе – ауыр көн… бурҙарға

Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер егет тап ошо көндә, дүшәмбе иртәһендә, урамдан һин дә мин үтеп барғанда, алдына өс әзмәүер килеп баҫа. Тәмәке тоҡандырырға “ут” һорай тегеләр. Егет зажигалкаһын һуҙған саҡта юл баҫыусылар никах балдағын күреп ҡала ла:
– Әттә-тә-тә, нимә ялтырай ул? – тип ауыҙ салышайтып йылмая.
Кәүҙәгә әллә ни мыҡты булмаған егет был өсәү алдында ҡупырайып тора алмай ҙа инде – шым ғына балдағын сисә лә бирә. Тегеләр ҡыуана-ҡыуана юлдарын дауам итә.
Әммә кәләше бүләк иткән йөҙөктө былай ғына юғалтырға теләмәгән егет полицияға шылтырата һала. Шулай башлана дүшәмбеләге бурҙарҙы “баҫтырыш”.
Ярай әле ҡорбан хулигандарҙың берәүһенең йөҙөн яҡшы иҫләп ҡала, икенсеһенең телефондан һөйләшкәнен дә хәтеренә һалып ҡуя. Ә телефондан бур кемгәлер бөгөн сәғәт 12-лә судҡа барыр­ға тейешлеген һөйләй. Тап ошо хәбәр ведомствонан тыш һаҡ наряды хеҙмәткәрҙәренә ярап ҡала. Ҡала судына шылтыратып, кемде хөкөм итеүҙәрен белешеп, “эҙ буйлап” китәләр шулай. Табылмай буламы һуң инде енәйәтсе? Өсөһөн дә тоталар. Тик балдаҡ ҡына булмай – уны шундуҡ һатып китәләр. Әммә бурлыҡтары эҙһеҙ үтмәй, хәҙер был “батырҙар”ға дүрт йылға тиклем төрмә янай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»