RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр

27.09.2013 һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр

һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр«Йәшлек» гәзите редакцияһы коллективы һүҙендә торҙо – үткән аҙнала Ҡыйғы районының Ибрай ауылына барып, «Йәшлек»-фараз» еңеүсеһенә – Шиһаповтар ғаиләһенә бүләк тапшырып, өмәлә ҡатнашып ҡайтты
Бүләк тапшырыу – һәр саҡ иҫтәлекле ваҡиға. Ә уның эйәһе менән яҡындан танышып, «Йәшлек»кә йылдар буйы тоғро уҡыусы икәнен белһәң, бүләк лайыҡлы кешегә эләккән икән, тип тағы ла күңел үҫеп китә. «Йәшлек»-фараз»ға килгән меңләгән хат араһынан яҡынса тиражыбыҙҙы 12 мең тип фаразлаған Хәлфетдин Шиһаповтың купонына юлыҡҡанда ла, моғайын, был ағай беҙҙең конкурсты күптән күҙәтеп баралыр, тигән уй килгәйне башҡа.
Гәзиттә конкурс һөҙөмтәһе иғлан ителгәс, төп еңеүсегә шылтыратып, беҙҙе ҡасан өмәгә саҡырасағын белештек. Трубканы Хәлфетдин ағай­ҙың тормош иптәше Светлана апай алды.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр– «Йәшлек» коллективы һеҙгә барырға йыйына. Ниндәй ҙур эшегеҙ бар, рәхәтләнеп беҙҙе эшкә егә алаһығыҙ, – тинек хужабикәгә.
– Әллә инде, һеҙҙән нимә эшләтергә? Былай, тышта бер «КамАЗ» ярылған утын ята инде…
Утын тигәс, утын өйөргә барабыҙ инде, тип, Ҡыйғыға өмәгә саҡырыу­ҙарын көтә башланыҡ.
Ниһайәт, саҡырыу килде, ағай картуф ҡаҙырға саҡыра икән.
Бик яҡшы, Шамонин ауылындағы баҡсаларыбыҙҙан үҙебеҙҙең картуфты алып бөттөк, тотош коллектив өсөн бүстәк инде ул.
Их, алтын миҙгелдең йәмен ебәреп быҫҡаҡлап яуған ямғыры, һыуыҡ әсе еле менән үҙәккә үткән был илаҡ көҙҙә көн торошон белеп буламы инде?! Көндәр һыуытып, ике көн туҡтамай ямғыр ҡойҙо. Ошондай мәлдә ниндәй эш эшләмәк кәрәк инде? Светлана апай, беҙҙә ҡоро, ямғыр һибәләп кенә алды, тигәс, тәүәккәлләп юлға сыҡтыҡ.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр
Ҡояш алып килдек Ибрайға

Аллаһы Тәғәлә изге ниәтебеҙгә әллә үҙе фатиха бирҙеме, хужалар­ҙың да күңелдәре изгелер, ышанмаҫһығыҙ, Ҡыйғыла беҙҙе ҡояш көлөп торған сыуаҡ көн ҡаршыланы. Шул тиклем теләһәң дә, былай булмаҫ.
Ибрайға килеп, Әй урамына ингәс, утын өйөмө ятҡан йортто эҙләп киттек. Автомобилдәрҙә килеп туҡтауыбыҙ булды, хужаның улы Венер: «Һеҙме «Йәшлек»тәр?» – тип йүгереп килеп тә сыҡты.
Хужаның кемлеген йортонан бел, тигәндәй, тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелеп ултырған төҙөк, күркәм йорттарында ҡаршыланы беҙҙе Шиһаповтар. Ҡапҡа алдындағы баҡсала, ихатала Светлана апай үҫтергән кеше буйы етмәҫ, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матур георгин­дар­ҙы күргәс, шул тиклем дә нисек бейек булып үҫкән икән был сәскәләр, тип һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алманыҡ. Теплицала һаман да ҡыяр-помидорҙың өлгөрөп ултырыуы Шиһаповтарҙың оҫта баҡсасы икәнлеген дә дәлилләне.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр– Апайығыҙ, «Йәшлек»тәр килгәнсе ҡырау ғына һуғып бөтә инде сәскәләремде, тип борсолһа ла, бына бит һеҙ ҙә шаһит булдығыҙ был матурлыҡҡа, – тине Хәлфетдин ағай.
– Ағай, картуф баҡсағыҙ ҙурмы? – тип эш күләме менән ҡыҙыҡһынырға ашыҡтыҡ.
– Баҡсам урман ситендә, әллә ни ҙур түгел, картуфты һә тигәнсе ҡаҙып бөтәбеҙ, – тине ағай.
– Унда картуф алыуы үҙе бер ки­нәнес, торғаны бер сәхрә инде. Әй­ҙәгеҙ, тәүҙә тамаҡ ялғап алығыҙ, шунан эшкә тотонорһоғоҙ, – тип, күп тә үтмәй, хужабикә табынға саҡырҙы.
Бәхетленең ҡунағы бер көндө, тигәндәй, «Йәшлек» коллективы килерен белгәс, Һатҡы ҡалаһынан Шиһаповтарҙың улы Венер ҡатыны Ленария, 1 йәш тә бер айлыҡ ҡыҙҙары Эвелина менән килеп тә еткән. Абзайҙа йәшәүсе Надир улының ҡыҙы – 6-сы синыфта уҡыусы ейәнсәрҙәре Гүзәл менән дүрт йәшлек Наил да ҡунаҡҡа ҡайтҡан.
«Йәшлек»-фараз» конкурсының төп призын – бағыусыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың бүләген – электр самауырын тапшырғас, һыйлы табын артында әңгәмә лә ҡоролдо.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр– Мин һеҙҙең бүләкте тәүге тапҡыр ғына алмайым, тәүҙә конкурста музыкаль дискығыҙҙы, бер ваҡыт «Йәшлек»тең бокалын, икенсе тапҡыр футболкаһын оттом, – тип, хужа ғорурлыҡ менән элекке бүләктәрен күрһәтте. – Гәзитегеҙгә йыл да яҙылам, йыл да был бәйгелә ҡатнашам. Һеҙ бит әле бер ваҡыт ат та отторҙоғоҙ, бүләккә таҡта ла, иген дә, бер батман бал да ҡуйғайнығыҙ. Барыһын да хәтерләйем, хатта ҡайҙарға өмәгә йөрөгәнегеҙҙе лә. Бына бит, насип булғас, миңә лә төп бүләк эләгеп ҡуйҙы.
Фаразлаған һандарға килгәндә, ҡатнаша торғас, хәҙер оҫтарып бөттөм инде. Фараз һандарын да һауанан алып яҙмайһың бит. Тәүге ярты йыллыҡта кеше, ҡышын гәзит уҡыйым, тип күберәк яҙыла. Көҙөн, малын һуйғас, халыҡтың ҡулына аҡса инә. Күҙәтеп киләм, йәйгә та­бан һеҙҙең тиражығыҙ бер аҙ кә­мей. 2012 йылда донъя бөтә, тип, эй ҡаңғырышты бит халыҡ. Һеҙҙең тәү­ге ярты йыллыҡтағы тираждан 1 – 2 меңде алдым да был «ҡотло» 12 меңде купондағы шаҡмаҡтарға яҙып та ҡуйҙым. Ҡалған шаҡмаҡ­тар­ға улымдың тыуған көнөн яҙҙым. Бының бер ниндәй ҙә сере юҡ, – тип үҙенең нисек фаразлауын бәйән итте ағай.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәрҮҙе әйтеүенсә, бер йылда ла «Йәшлек»тән айырылмай. Заманында 10 – 12-шәр дана ваҡытлы матбуғат баҫмаһына яҙылған булған.
– Бер мәл һалымдар түләп, бурыстар күбәйеп китте лә, апайығыҙ гәзиткә яҙылмаған. Һин мине «Йәшлек»һеҙ ҡалдырма инде, тим. Шунан, бер көн кешегә көтөү көтөп ҡайтып, 500 һум аҡса эшләнем дә гәзиткә яҙылып та ҡуйҙым…
Бына бит, кешенең теләгенә бер нәмә лә кәртә була алмай. Хәлфетдин Низай улының гәзиттебеҙҙе ентекләп уҡығаны күренеп тора, унда баҫылған бәхәсле мәҡәләләрҙең барыһын да хәтерләй. Уға айырыуса хикәйәләр, «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһында сыҡҡан яҙмалар, сәйәхәтнәмәләр, спорт тураһында яҙылғандар оҡшай икән.
– «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн барыбыҙ ҙа «көйәбеҙ». Гәзит уҡыусылар өсөн командаларҙың мәрәй­ҙәре күрһәтелгән турнир таблицаһын йы­шыраҡ биреп барығыҙ әле. Бар өйҙә лә телетексы булған телевизор юҡ бит, – тип теләген дә еткерҙе үҙебеҙҙекеләрҙең бер уйынын да ҡалдырмай күҙәтеп барған көйәрмән ағай.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәрХәлфетдин ағай менән Светлана апай ғүмер буйы малсылыҡта эшләгән. Ағай көтөү көткән, фермала, иген келәтендә мөдир булған. Тормош иптәше Светлана апай сусҡа, быҙау ҡараған. Ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, тырышлыҡтары, уңғанлыҡтары менән хөрмәткә лайыҡ булғандар, абруй ҡаҙанғандар.
Хәлфетдин Шиһаповтың ауыл хужалығындағы намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау ҡағыҙы, хатта малсылыҡ продукттарын етештереүҙе һәм дәүләткә һатыуҙы арттырғаны өсөн БАССР-ҙың Юғары Советы Прези­диумының Почет грамотаһы менән баһаланған.
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә улар кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай. Ошоғаса дүрт һыйыр тотҡандар. Маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән Шиһаповтар. Оло улдары Надир Себерҙә эшләп йөрөй, Венер – Һатҡылағы «Маг­незит» комбинатында иретеп йәбештереүсе, ҡыҙҙары Айгөл Златоуст ҡалаһында йәшәй.

Оло эшкә күмәк ҡул яҡшы
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр
Хәлфетдин ағай биргән эш ҡоралдарын, биҙрәләрҙе алып, компьютер төймәләренә баҫыуҙан башҡа ауыр эш күрмәгән ҡулдарыбыҙға бирсәткәләр кейеп, картуф баҡсаһына йүнәлдек. Хужалар беҙҙе көтөп буш тормаған – баҡсаны сүп үләндәренән таҙартып, әҙерләп ҡуйғайны. Бына көрәк-һәнәктәр ҙә эшкә егелде, тәүге уңыш биҙрәләргә туптырлап инеп тә ятты. Насар түгел икән быйыл картуф. Эшкә әрһеҙ егеттәребеҙ (ауылда тыуып үҫкәндәр бит) артынан беҙ, ҡыҙҙар, картуфты саҡ йыйып өлгөрҙөк. Һә тигәнсе тиҫтәләгән рәттең осона сыҡтыҡ.
– Оһо, был төптә ҡайһылай эре картуф үҫкән, – тип һоҡланыуын йәшерә алмай тел шартлатты арабыҙҙан берәү. Йоҙроҡтан да ҙур бәрәңгене йыйыу ифрат та күңелле шул.
– Наил, кил бында, ҡурсаҡҡа оҡшаш картуф таптым, – тип дүрт йәшлек малайҙы саҡырып алды ҡыҙҙар­ҙың береһе.
– Атай, ҡара әле, ҡара! – тип матур «тәтәй»ен күрһәтергә йүгерҙе малай һәм уны ошо мәлендә фотохәбәрсебеҙ фотоға ла төшөрөп алды.
– Ә минең биҙрәлә йөрәккә оҡшаш бәрәңге ята әле, – тип үҙенең табышы менән уртаҡлаша баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова.
Оло эште күмәк ҡул еңер, тигәндәй, рәт аралары ла ҡаҙылып бөттө, ҡыҙҙар картуф тултырылған биҙрәләрен тоҡтарға бушатып та торҙо. Бер сәғәт эсендә шулай эште теүәлләп тә ҡуйҙыҡ.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәрБер эшкә бәйләнгәс, билде бушатып та торманыҡ, тауҙай ҙур булып өйөлөп ятҡан ярылған утын өйөмөн утынлыҡҡа ташырға булдыҡ. Егеттәр картуфты ат арбаһына тейәп йортҡа алып барып бушат­ҡансы, уны ҡыҙҙар ғына ташый башлағайны, ыратып булмай бит. Ярай әле хужа үҙе арбаға егелгән аты менән килеп етте. Ихатаға ҡосаҡ-ҡосаҡ утын алып килеп ауҙарылды, ҡулдарға күҙ ҙә эйәрмәне, бер- беребеҙ менән ярышып, ҡайын утынды рәттәргә өйөп тә сыҡтыҡ. Ысын дуҫтар өсөн беләк көсө йәл түгел. Эйелеп эшләүҙән билдәребеҙ ҡалмаһа ла, матур донъянан йәм-ҡот табып йәшәгән хужаларға ярҙам итеүҙән күңелебеҙҙе ихлас ҡәнәғәтлек тойғоһо биләгәйне.
«Йәшлек»тәрҙең Ибрайҙа үткәргән бер көнө бына шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Уңған ҡулдары менән донъя­ларын бәрәкәтле иткән, ҡунаҡсыл, унан да бигерәк, ихлас булмышлы гәзитебеҙ дуҫтары менән танышыуҙан кәйефебеҙ күтәрелеп ҡайттыҡ.
һеҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»