RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙебеҙ булдырған тамуҡта йәшәргәме?

13.09.2013 Үҙебеҙ булдырған тамуҡта йәшәргәме?

Үҙебеҙ булдырған тамуҡта йәшәргәме?Сентябрь уртаһы етеүгә ҡарамаҫтан, ауылымда һаман сейә йыялар. Ялға ҡайтҡанда беҙ ҙә тауға менеп төшөргә булдыҡ. Ысынлап та, сейә мул, ҡыҙарып бешкән. Ләкин бер сәғәт эсендә тулған оло күнәгем һис тә ҡыуаныс килтермәне. Ки­реһенсә, ауылым тирәләй тау биттәренең, ялан-ҡырҙарҙың сүплеккә батыуын күреп йөрәк әрнене.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын тоҡлап ҡына түгел, трактор арбаһы менән түккәндәр хатта. Законһыҙ сүплек булдырыуын булдырғандар икән, исмаһам, бер ергә генә ауҙарһындар ине. Юҡ шул, 300 – 500 метр арауыҡ менән йәйелеп киткән ҡыйлыҡтарҙан донъя тулған. Курорт зонаһы сәнәғәт зонаһына тиң хәҙер. Килмешәк беҙҙең ер-һыу таҙалығына төкөрөп тә бирмәй, ситтән ял итергә килеүселәрҙә йәнтөйәк хисе юҡ икән, ә беҙ ни өсөн йәшел мөхитебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән быуабыҙ һуң? Иң мөһиме, сүп-сар өйөмдән сығып китте лә, йорт-ҡурам таҙарып ҡалдымы? Тик был үҙ аҫтыбыҙға ярау итеп йәшәүгә тиң, тиҙҙән урман-тауҙар бысраҡҡа күмелеп бөтһә, нишләрбеҙ? Таҙараҡ яҡтарҙы эҙләп, күсеп китә алмаҫбыҙ, балаларыбыҙ, киләсәк быуынға бысранған, зарарлы тәбиғәт кенә ҡалыр – ҡыйлыҡ яһаусы был хаҡта уйланамы икән? Килде замана, бөгөн һәр кем тиерлек тәбиғәткә зыянлы өр-яңы ”завод” – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа етте шунда түгәбеҙ, етмәһә, урындағы хакимиәт эшенә зарланабыҙ.
Күптән түгел интернетта түбәндәге хатҡа юлыҡтым. Бәлки, ул тыуған яҡ тәбиғәтен сүп-сарға батырған битараф әҙәмдәргә һабаҡ булыр, тигән өмөттә хатты тәржемә итергә булдым.
“Мин сит илдә йәшәйем. Оҙаҡ йылдар әсәйемде күрмәгәндән һуң, тыуған яҡҡа ҡайтырға насип булды. Ҡыуаныстан барлыҡ туғандарымды тәбиғәткә шешлек ҡурыр­ға саҡырҙым. Тыуған йорттан алыҫ түгел күл янындағы матур урынды һайланыҡ – мин бала сағымдан уҡ хуш еҫле үләндәр һәм сәскәләр үҫкән был үҙәндә йөрөргә, һыу инергә яраттым.
Ләкин үҙәндәге элекке гүзәллектең бер йәме лә ҡалмаған. Ҡасандыр йәшел келәмдәй үләнде ҡарағура алмаштырған, усаҡлыҡтар урыны ҡара янып ятып ҡалған, ә пластик сүп-сарҙан аяҡ баҫыр урын юҡ. Минең шунда уҡ кәйефем ҡырылды. Күл янында тәмәке төпсөктәренән, ҡыйҙан ултырырға урынды таҙартып алырға тура килде. Мангалға ут тоҡандырып ебәрҙек, күмер төшкәс, итле шампурҙарҙы теҙҙек. Туғандар менән иркенләп аралаштыҡ, шешлек тә бик тәмле килеп сыҡты, ләкин мин яратҡан үҙәндең бөгөнгө хәле күңелгә һис тә тынғылыҡ бирмәне. Беҙҙе уратып алған тәбиғәт ныҡ бысраҡ һәм меҫкен хәлдә ине, һайыҡҡан һәм болғансыҡҡа әйләнгән һыуға төшөргә батырсылығым етмәне.
Иң тәүҙә туғандарыма приказ тоны менән үләнгә һәм ҡыуаҡлыҡтар араһына сүп ташламаҫҡа, махсус ҡапсыҡҡа йыйырға ҡуштым. Артыбыҙҙан бер ни ҙә ҡалмауын үҙем тикшергәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Тәбиғәттең аяныслы хәлен күреп, һүҙ һайын ҡәнәғәтһеҙлегемде белдерҙем һәм ысын күңелдән уны йәлләнем.
Һөйләшеп килә торғас, сүп-сарлы ҡапсыҡтың бер кемдә лә булмауы асыҡланды. Мин һәр ҡайһыһынан уны таптыра башланым. Әсәйем: «Беҙ уны ташлап киттек», – тип ҡулын ғына һелтәне. «Нисек инде ташланығыҙ, ҡайҙа?» «Анауында, ҡамыш араһына. Ә беҙ мөгөҙлөмө әллә? Башҡалар ҡыйлағанда беҙ ситтә ҡалырға тейешме?» Үҙ-үҙемде һүгенеп ебәреүҙән саҡ тыйып ҡалдым. Ҡапсыҡты ҡамыш эсенән алырлыҡ түгел ине – текә яр өҫтөндә тотҡарланып ҡалған.
Шул ваҡыт мин оло хәҡиҡәтте аңланым – Рәсәй халҡы лайыҡлы рәүештә бөгөнгө хәлдә йәшәй. Ярылып бөткән асфальт, авария хәлендәге юлдар, фонарһыҙ урамдар, бысраҡ подъездар, сәскә атҡан ришүәтселек, тауыҡ көлөрлөк пенсия һәм эш хаҡы – ватандаштарым, һеҙ хаҡлы рәүештә ошондай шарттарға дусар ителгәнһегеҙ! һеҙ үҙ-үҙегеҙгә төкөрөп ҡарайһығыҙ икән, ни өсөн башҡаларға ла һеҙгә төкөрмәҫкә?! Хөкүмәт урамдарҙы аҙым һайын бысратмай, балалар майҙансығын ҡыйратмай, күл-йылға буйҙарын ҡыйламай, быны үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡараһығыҙ һәм яуап бирергә теләмәйһегеҙ. Һеҙҙең зарланырға хоҡуғығыҙ юҡ – тамуҡ булдырғанһығыҙ һәм бында тик һеҙгә генә йәшәргә!“
Бик хаҡ, уйланырлыҡ һүҙҙәр, минеңсә. Хәтерләйһегеҙме, Сент-Экзюпериҙың “Бәләкәй принц”ын­дағы “Бында бер ҡаты ҡағиҙә бар. Иртәнсәк торҙоң, йыуындың, өҫ-башыңды ҡараның икән – шунда уҡ планетаңды тәртипкә килтер ” тигән юлдарҙы? Балаларыбыҙға ни ҡалыр? Улар ниндәй планетала йәшәйәсәк? Ерҙе бысратыуҙан, уны хәлһеҙләндереүҙән, ауырытыуҙан туҡтарға, үҙ-үҙебеҙгә: ”Етте!” – тип әйтергә ваҡыт. Ә иртәгә инде һуңға ҡалыуыбыҙ бар…

Л. ҺИҘИӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»