05.09.2013 Кеше һауаны бысратырға ғына һәләтлеме?
Кеше атмосфераны меңәр быуат бысрата. Тәүҙә ул йылыныу йә аҙыҡ әҙерләү өсөн ябай ут ҡулланыуҙан башлаған. Уттың төтөнө йә ҡоромоноң зыяны ла кеше һанының әҙлегенә тап килгән. Анығыраҡ әйткәндә, кеше ни тиклем әҙ, мөхит тә, һауа ла шул тиклем таҙа. Ун туғыҙынсы быуат баштарына тиклем шулай булған тиерлек. Артабан сәнәғәт йылдам үҫешкән һайын хәл үҙгәрә барған, ә һуңғы йөҙ йылда инде кеше үҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған процестарға юлыҡҡан. Тәү сиратта был – миллионлаған халыҡ йәшәгән ҡалалар барлыҡҡа килеүе. Кешенең уйлап табыу һәм яулау һөҙөмтәһе ул.
Бөгөн иһә, цивилизация үҫешенең ниндәйҙер бик бейек нөктәһенә китеп барғанда, һәр кемдең алдында түбәндәге һорау торорға тейеш кеүек: ”Беҙҙең балалар, ейәндәр, ғөмүмән, беҙҙең киләсәк ниндәй мөхиттә йәшәйәсәк? Беҙ уларға үҙ артыбыҙҙан ниндәй тәбиғәт ҡалдырабыҙ?”
Тәбиғәткә сығып байҡау яһаһаҡ, алдыбыҙҙа ҡолас йәйеп тә киңлеген билдәләй алмаҫлыҡ сүплектәр, ауыл-ҡалаларға терәтеп һалынған заводтар, кешенең баҡсаһынаса килеп еткән пестицидлы баҫыуҙар, ҡороған шишмәләр, һайыҡҡан йылғалар хасил була түгелме?
Эйе, баш особоҙҙа йәшәйешебеҙҙең бер “ғорурлығы” булған ракеталар, самолеттар ҙа оса ла ул, тик шул уҡ ваҡытта торбаларҙан сыҡҡан ҡуйы төтөндәр ҙә тарала бит. Мыжғышып йөрөгән транспорттың да бихисап кире яғын табырға була. Хәҙер инде зыяны самалы ғына булған ут дәүеренә ҡайтып булмай, шулай ҙа кеше мөхитте бысратырға, файҙаланырға, зарар итергә генә һәләтлеме ни? Бәлки, яҡшы эштәребеҙ рәтенә күпләп ағас ултыртыуҙы индерербеҙ. Тик был тотонған ағас урынына ғына шикелле. Әллә тәбиғәт тураһында хәстәрлекте киләһе быуындарға ҡалдырайыҡмы?
Түбәндә үҙебеҙҙең ҡылыҡтарға бер ни тиклем баһа.
Һауаны бысратыусы төп матдәләр
Дөйөм алғанда, атмосфераны өс нәмә бысрата – сәнәғәт, көнкүреш ҡаҙанлыҡтары, транспорт. Һәр береһенең өлөшө үҙенә генә хас урынға бәйле. Шулай ҙа сәнәғәт производствоһы тәүге урында тора. Йылылыҡ электр станциялары көкөрт һәм углекислый газ менән “байытһа”, металлургия предприятиелары һауаны азот оксиды, көкөрт водороды, аммиак, фтор, хлор, терегөмөш менән бысрата. Химия һәм цемент заводтарын әйтеп тораһы ла юҡ. Зарарлы матдәләр атмосфераға сығып, үҙгәреү һәләтенә лә эйә. Мәҫәлән, көкөрт газы көкөрт ангидридына тиклем әсей ҙә һыу парҙары менән ҡушылып, көкөрт кислотаһы тамсыларын барлыҡҡа килтерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һауаны бысратыусы матдәләрҙең атмосфера компоненттары менән ҡушылыуынан тағы ла икенсе төрлө зарарлы билдәләре барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шундайҙар рәтенә углерод оксиды (планетала температура күтәрелеүенә, парник эффекты барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә), көкөрт ангидриды (тупраҡты әсетә, кешелә тын юлдары сирҙәрен булдыра), көкөрт водороды, углероды (улар күбеһенсә яһалма сүс, шәкәр, нефть эшкәртеү, нефть промыслалары предприятиеларынан сыға) инә.
Бынан тыш, атмосфераны аэрозоль киҫәксәләр ҙә бысрата. Уларҙың ҡаты компоненттары кеше организмы өсөн бигерәк зыянлы. Был бысраҡ беҙгә төтөн, томан, монар кеүек күренә. Яһалма аэрозоль тигән төшөнсә бар. Ул әлеге лә баяғы сәнәғәт эшмәкәрлегенән хасил була. Быға көлө күп сыҡҡан күмер яғыусы йылылыҡ электр станциялары, байыҡтырыу, металлургия тармағында эшләүсе завод-фабрикалар булышлыҡ итә.
Күпләп шартлатыу эштәре башҡарыуҙарын да беләбеҙ. Унан да бысраҡ саң, ағыулы газ күтәрелә. Мәҫәлән, 250 – 300 тонна шартлатҡыстан атмосфераға ике мең кубометр углерод оксиды, 150 тонна саң таралыуы ихтимал.
Төҙөлөш материалдары етештереүселәрҙән дә һауаға байтаҡ бысраҡ саң күтәрелә.
Фотохимик томан – атмосфераға һуғыш иғлан итеүселәрҙең береһе. Ул бигерәк тә беҙгә һуңғы йылдарҙа таныш була башланы. Фотохимик томан (смог) күп компонентлы газдар ҡатнашмаһынан, аэрозолдәрҙән ғибәрәт. Озон, азот һәм көкөрт оксиды, фотооксидант тип йөрөтөлгән органик ҡушылмалар улар. Айырыуса июнь – сентябрҙә булыуы мөмкин. Әле ҡасан ғына, Мәскәүгә томан килде, тип аптырашта ҡалғайныҡ. Баш ҡала халҡы бер йәйҙең байтаҡ өлөшөн битлектә үткәрҙе шикелле. Ундай томан иртәгә беҙҙең баш осонда пәйҙә булмаясағына берәү ҙә гарантия бирә алмай.
Океандың бысраныуы
Беҙгә даръялар алыҫ, шуға артыҡ борсолмаһаҡ та була, тигән уй – хата. Донъя океаны – бөтмәҫ-төкәнмәҫ биологик ресурстар байлығы, уның бысраныуы бөтөн процестарға ла ҡурҡыныс менән янай.
Әммә кешеләр быны аңлап етмәй, буғай. Һыу даръяһын иҫкергән боеприпастар, хужалыҡ сүплегенә әйләндереү дауам итә. Иң хәүефлеһе – унда радиоактив һәм химик ҡалдыҡтарҙы “күмеү”. Хәйер, үҙебеҙҙең ил дә беҙҙең ерҙәрҙә, сит илдәрҙең биргән тиндәренә ҡыҙышып, уларҙан ҡалдыҡтар “һатып алып” күмә.
Диңгеҙ-океанға сығыу юлы булған илдәр һыу ятҡылыҡтарын ҡалдыҡтар ҡәберлегенә әйләндереп бөттө тиерлек. Хатта был эштәренә дампинг тип атама ла бирҙеләр. Йәнәһе, диңгеҙ күп кенә органик ҡалдыҡты эшкәртеү һәләтенә эйә. Был осраҡта һыуға артыҡ зыян килмәй, имеш. Ә бысраҡты таҙартыу өсөн диңгеҙ мөхитенә күпме йыл кәрәгәсәген оноталар.
Нефть тә Донъя океанына күп аға. Уның һыу мөхитенә зарары исемлеге ярайһы оҙон. Үҙ юлындағы флора һәм фаунаға үлемесле тәьҫир итә ул. Тап ошо “ер майы”ның һыуға эләгеүе эсәр һыу проблемаһын барлыҡҡа килтерә. Бынан бер нисә йыл элек бысранған һыуҙар картаһы бер утрау кеүек кенә булһа, хәҙер күренеш башҡаса.
Ниңә атмосфера ҡатламы “тишелә”, кислота ямғыры яуа?
Мөхиттең бысраныуы иҫәбенә атмосфераның озон ҡатламы (йыһандан килеүсе зарарлы матдәләрҙән һаҡлай) боҙолоуын, озон тишектәре барлыҡҡа килеүен дә индереү мөһим.
Озон тишелеүенә әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән. Был ҡатлам ерҙән сама менән 25 саҡрым бейеклектә урынлашҡан. Ниңә тишелгән, тигән һорау урынһыҙ. Төп ғәйеплеһе – кеше. Ул күп һанлы химик берләшмә етештергән. Тәү сиратта – хлорлы һәм фторлы углеводородтар. Кеше оҙаҡ ваҡыт аэрозоль баллондарҙа, һыуытҡыстарҙа, кондиционерҙарҙа ошо ағыулы газды ҡулланды. Улар атмосфераға үрләп, озонды ҡыйратҡан да инде. Тишек тигәс тә, быны тура мәғәнәлә генә аңлау дөрөҫ түгелдер. Теүәлерәге, һүҙ үтә йоҡарған озон ҡатламы хаҡында бара. Кейемдең терһәге йә тубығы оҙаҡ кейеүҙән йоҡара бит, нәҡ шуның кеүек.
Бөгөн көн торошона бәйле шундай һорауҙар тыуа: “Билдәле бер көндә ни өсөн йөрәге сирлеләр үҙҙәрен насар тоя? Был ҡояштағы шартлауҙарға бәйле түгелме?” Әлбиттә, бәйле. Ҡояштың ультрафиолет нурҙарын йоҡарып бөткән озон ҡатламы үткәрә лә, бигерәк тә оло кешеләрҙең сире көсәйә. Тире яман шеше менән ауырыу хәүефе лә арта.
Йәнә бер проблема бар – кислота ямғырҙары. Һауанан әҙер кислота яумай, әлбиттә, ә ерҙән күтәрелгәне төшә. Көкөрт, азот, углерод “әсеткеләре” атмосфераға эләгеп, ҙур араға күсергә, һыу менән ҡушылып, тағы ла әллә ниндәй ҡатнашмаларға әйләнеп, ямғыр булып яуыуы мөмкин. Уларҙың төп сығанағы – нефть, күмер, газ яндырыу эшмәкәрлеге. Һәр ваҡыттағыса, миҙал ике яҡлы. Беҙгә тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланмай сара юҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙы мөхиткә мөмкин тиклем зыян итмәй алыу йә ҡулланыу мотлаҡ. Был хаҡта һәр кем уйланмай шул.
Был урындар һаулыҡҡа хәүефле…
Америкалағы “Mercer Human” аналитик ойошмаһы менән “Blacksmith Institute” экология фонды ерҙәге иң бысраҡ ҡала-райондарҙы асыҡлаған. Һәр береһе исемлекте айырым төҙөһә лә, башлыса, һүҙ бер үк урындар хаҡында бара.
Беренсе булып Чернобыль тора. Был урын хаҡында аңлатма биреү кәрәк тә түгелдер – унда 1986 йылдың 26 апрелендә булған ваҡиғаны беҙҙең гәзит уҡыусыларының күбеһе яҡшы белә. Бөгөн зарарланған кешеләр һаны 5,5 миллионға етә. Ағыулы матдәләр – уран, плутоний, стронций, ауыр металдар, радиоактив йод.
Артабан рейтингыла Әзербайжандың Сумгаит һәм Рәсәйҙең Дзержинск ҡалаһы килә.
Сумгаитта әле нефть ҡалдыҡтары, ауыр металл һәм башҡа химик матдәләр менән ағыуланыусы 275 мең кеше йәшәй. Балаларҙың байтағы һөйәк сирле йә аҡыл йәһәтенән зәғиф булып тыуа.
Ә Дзержинскиҙа 1930 – 1998 йылдарҙа 200 мең тоннанан ашыу химик ҡалдыҡ күмелгән. Ҡалалағы һыуҙың бысраҡлығы хәүефһеҙ кимәлдән 17 миллион тапҡырға артыҡ. Кешенең уртаса ғүмер оҙонлоғо – 45 йәш.
Норильск та – Рәсәйҙең иң бысраҡ урындарының береһе. Әгәр мәғлүмәттәр дөрөҫ булһа, 2001 йылдан бында сит ил кешеләренә инеү тыйылған. Тап ошонда ауыр металл иретеү буйынса донъялағы иң ҙур комплекс урынлашҡан. Ҡала халҡы респиратор сирҙәрҙән йонсой.
“Норильск никеле” компанияһы 2015 йылға тиклем экология мәсьәләләрен хәл итеүгә бер миллиард евро бүлергә тейеш.
Тянжинь – Ҡытайҙың иң бысраҡ урындарының береһе. Ул ҡурғаш етештереү үҙәге булып һанала. Һауала ҡурғаш концентрацияһы норманан 10 тапҡырға артыҡ.
Исемлекте төҙөүселәрҙең икеһе лә Перуҙың Ла-Оройа районының бысраҡлығын асыҡлаған. Бында йыш ҡына кислота ямғырҙары яуа. Ағыуланған кешеләр һаны 35 меңгә етә. Уларҙың 95 проценты – ауыр сирле. Балаларҙың 99 проценты ҡанында күп миҡдарҙа ҡурғаш “йөрөтә”.
Ҡытайҙың күмер сәнәғәте үҙәге Линьфынь халҡы иһә көл, углерод, ҡурғаш, органик химикаттан зарар күрә.
Исемлектә Доминикан Республикаһының ҡурғаштан ағыуланған 85 мең кешеле Хайна ҡалаһы, Һиндостандың 1000-дән ашыу сәнәғәт предприятиеһы булған Вапи, хром шахталары менән дан алған Сукинда (бында ике миллиондан ашыу кеше йәшәй, миллион халҡы яман шеш сирҙәренә дусар), тире эшкәртеү предприятиелары булған Ранипет ҡалалары, Замбияның ҡурғаштан, кадмийҙан ағыуланған 250 мең кеше йәшәгән Кабве ҡалаһы ла бар.
Ҡырғыҙстандың Майлу-Суу (беҙҙеңсә Майлы һыуҙыр, моғайын) ҡалаһы тирәһе лә таҙа түгел. Бында атмосфераны радиоактив уран, ауыр металл бысрата. Майлы һыу йылғаһы буйында руда эштәре оҙаҡ барған. Шул тирәләге халыҡ, башҡа төбәктәргә ҡарағанда, ямаш шеш менән йышыраҡ сирләй.
Рәсәйҙең тағы бер төбәге – Рудная Пристандә 90 мең ағыуланған кеше йәшәй. Унда ла тирә-йүнде ҡурғаш бысрата. Йыл һайын атмосфераға 85 тонна ҡурғаш һәм мышаяҡтың ҡаты киҫәксәләре эләгә.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә Коми, Магнитогорск, Ҡарасәй, Волгоград, Кольск ярымутрауы экология йәһәтенән иң хәүефле зоналар тип һанала.
Әйткәндәй
Мөхитте машиналар бысрата, тигән һүҙ киң таралған. Был, әлбиттә, дөрөҫ. Бензин яҡҡан автомобилдәр һауаны бысрата, ә башҡа хәл юҡ. Электромобиль тураһында ишетә биреп ҡуйғайныҡ. Билдәле булыуынса, уны аҙағынаса эшләп еткереү буйынса патентты нефть магнаттары һатып алған. Алған, сөнки экология йәһәтенән таҙа машиналар уларға файҙалы түгел. Киләсәктә электромобиль булмаҫ та.
Ер әлегә бөтөнөһөн дә күтәрә…
2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә иң бысраҡ ҡалалар – Мәскәү, Красноярск, Иркутск, Чита, Новокузнецк, Магнитогорск, Түбәнге Тагил, Иваново, Братск, Волжск, Норильск, Южно-Сахалинск.
2011 йылда атмосфераға 32 миллион 565 мең тонна бысратыусы матдә сығарылған.
Рәсәйҙең дөйөм ҡала халҡының 53 проценты бысраҡ һауа һулап йәшәй.
Ер атмосфераһына йыл һайын бер куб. километр саң рәүешле яһалма киҫәксәләр эләгә.
1 сентябрь Белем көнө генә түгел, ә кеше тарафынан юҡ ителгән төрҙәрҙе хәтерләү көнө лә. Сәғәт һайын планетала өс төр флора һәм фауна вәкиле юҡҡа сыға. ХХ быуаттың урталарына беҙ 67 төр һөтимәрҙе, 142 төр ҡошто һәләк иткәнбеҙ.
Айсын АҠБУЛАТОВА.