RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

05.09.2013 Холҡоң ниндәй?

“Үәт, ир-ҡатын” йә “ҡыҙҙар кеүек йомшаҡ егет” тигәнерәк һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Түбәндәге һынамыш ярҙамында үҙегеҙҙе һынағыҙ әле – холҡоғоҙ енесегеҙгә тура киләме? Һорауҙарға “эйе”, “юҡ”, “белмәйем” тип яуап бирергә кәрәк.
1. Форсаты тура килһә, мотлаҡ иғтибар үҙәгенә эләгергә яратам.
2. Ауыр йәки бәхәсле мәлдә иң яҡын кешемдән ярҙам көтәм.
3. Һәр эште үҙем еңел генә хәл итә алам.
4. Үтә киң күңеллемен, кешеләр­ҙе йәлләп барам.
5. Абруйымды, һүҙемде яҡлай беләм.
6. Тәүге урында – тышҡы ҡиәфәтем! Үҙемде тәрбиәләү ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә.
7. Ғәҙәттә, тирә-яҡтағыларға, ваҡиғаларға яраҡлашырға тырышам. Башыма килгән тәүге уй артынан йүгермәйем.
8. Ҡаршы енес вәкиле менән шаярырға, флирт ҡорорға яратам.
9. Мин көслө рухлы һәм үҙ аллы кешемен.
10. Һәр саҡ кеҫәмдә көҙгө йөрөтәм.
11. Үпкәмде оҙаҡ онотмайым, үс алырға яратам.
12. Мин сабырһыҙ кеше. Һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай белмәйем.
13. Мөхәббәт – ул йәшерен тойғо, уның тураһында мотлаҡ башҡалар­ға һөйләргә тимәгән, тип уйлайым.
14. Мин – романтик.
15. Холҡом атайымдыҡына оҡшаған.
Һәр таҡ һандағы һорауҙың (йәғни 1, 3, 5, 7, 9, 11, 13, 15 пункттары) “эйе” һәм йоп һандағы һорауҙың “юҡ” яуабы өсөн иҫәбегеҙгә 10 мәрәй яҙығыҙ. Һәр “белмәйем”гә – 5 мәрәй.
100 – 150 мәрәй. Психологик яҡтан һеҙ – йөҙ процент ир кеше. Тәүәккәллек, үҙаллылыҡ, азат булыуығыҙ – был һеҙҙең көслө сифаттарығыҙ. Тормошҡа ҡарашығыҙ күптәрҙә һоҡланыу уята. Был донъяла ни өсөн йәшәгәнегеҙҙе беләһегеҙ, башҡаларға ныҡлы терәкһегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ булһағыҙ, үҙегеҙгә, тормошом менән ҡәнәғәтменме, тигән һорау­ҙы биреп ҡарағыҙ.
50 – 99 мәрәй. Һеҙҙә көслө заттың да, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да типик һыҙаттары бар. Шарттарға яраҡлаша беләһегеҙ. Аҡыл һәм тойғо, йомшаҡлыҡ һәм тәүәккәллек араһында алтын урталыҡ тапҡан­һығыҙ. Тормош һеҙҙән көслө йә хисле булыуҙы талап иткәндә психологик һығылмалылығығыҙ иң яҡшы дуҫығыҙ буласаҡ.
0 – 49 мәрәй. Психологик яҡтан һеҙ – йөҙ процентҡа ҡатын-ҡыҙ. Бөгөн кешеләрҙең бындай тибы һирәк осрай. Әгәр ҙә йорт эштәре менән булышырға, аш-һыу әҙерләргә, балалар тәрбиәләргә ярат­һағыҙ һәм тыныс, йомшаҡ, буйһоноусан холоҡло булһағыҙ – һеҙ ир-егеттәрҙең хыялы. Әгәр ҙә һеҙ көслө зат вәкиленән икән, тимәк, йәлләргә генә ҡала...

Гәзитебеҙҙең 8-се һанында “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” битендә донъя күргән мәсьәләләрҙең яуаптары:
“Ниндәй билдә?” – “ОК” билдәһе.
“Аҡыллы ашнаҡсы” – ул бер үк күләмдә һыу, тоҙ һәм йомортҡа алған.
“Батша һәм философ” – философ, ҡартлыҡтан үлгем килә, тигән.
“Бүләк” – ир ҡатынына тән ауырлығы үлсәгесе бүләк иткән.
“Нисә минутта?” – Өс.
“Булыуы мөмкинме?” – Мөмкин, әгәр ҙә йәш араһын айҙарҙа иҫәпләһәң. Мәҫәлән, уға 50 йәш, ә улына йәки ейәненә – 1 ай. 50 йыл – ул 600 ай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»