RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ташҡын әбйәлилдәрҙе ярҙан этте, ә һеҙ уларға ярҙам иттегеҙме?

23.08.2013 Ташҡын әбйәлилдәрҙе ярҙан этте, ә һеҙ уларға ярҙам иттегеҙме?

Барыһын да аяҡҡа баҫтырған көслө яуындар үтеп тә бөтмәгәйне әле, ә әбйәлилдәр, тырыш, егәрле халыҡ, донъяларын тергеҙергә лә тотонғайны. Һәм ошо ҡыҙыу эштәр һаманғаса дауам итә.
Район алдында торған иң тәүге бурыстарҙың береһе, әлбиттә, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын хәстәрләү. Ямғырҙан һуң «яңы һулыш» алып, күпереп үҫеп киткән үләнде икенсегә сабыу­ҙан тыш, кукуруз, көнбағыш кеүек культу­ралар­ҙы ла эшкәртергә ваҡыт еткән. Ҡойонға ҡәҙәр Әбйәлилдә туғыҙ мең тонна бесән тупланған булған, хәҙер шул эҫкерттәрҙе кире таратып киптереп, яңынан тоҙ һибеп өйөргә тура килә. Күмәк хужалыҡтарҙа ғына түгел, шәхси хужалыҡтарҙа ла сыуаҡ көндәрҙең һәр минутын файҙаланып ҡалырға ашығалар, сөнки көҙгә тартҡан көнгә ышаныс юҡ.
Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре лә ташҡындан йыуылған юлдарҙы ипкә килтереү, күперҙәрҙе йүнәтеү эштәре менән мәшғүл. «Башкирдортранспроект» предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Андрей Федин һүҙҙәре буйынса, ун дүрт күпер­ҙе өр-яңынан төҙөргә, емерелгәндәрен ремонтларға, йыуылған юлдарҙы рәтләү өсөн 697 миллион һум аҡса талап ителә.
Ташҡын мәлендә йорттарҙың, социаль объект­тарҙың баҙын тултырған һыуҙы һурып сығарыу ҙа дауам итә. Бының өсөн хатта башҡа ҡалаларҙан, райондарҙан да техника саҡырыл­ған.
– Ләкин һыу һурыҡҡансы, байтаҡ ваҡыт үтер әле ул, – ти Асҡар хужабикәләре. – Картуф сереп ята, һарай эсе лыҡа һыу, бәҙрәфкә йөрөрлөк түгел. Ирҙәр, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесән янды, тип ҡайғырһа, беҙ баҙҙа ҡалған ҡайнатма, турамаларыбыҙ юҡҡа сыҡты, тип бошонабыҙ. Дәүләттән ярҙам булырмы-юҡмы инде...
Әйткәндәй, һыуҙан ҡаза күреүселәрҙең иҫәбен алыу, зыян күләмен билдәләү өсөн һәр ауыл хакимиәтендә булдырылған комиссиялар халыҡтан ғаризаларҙы ошо көнгәсә ҡабул итте.
– Бөгөнгө көнгә 950 шәхси хужалыҡтан (улар­ҙа 3100 кеше йәшәй) ғариза килде, – тип асыҡланы комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипова. – Зыян күреүселәр­ҙең иҫәбен алып, документтар тултырыуҙа бигерәк тә Йәнгел, Дәүләт, Ташбулат, Рауил, Хәлил, Әлмөхәмәт, Буранғол, Асҡар ауыл биләмәләренең комиссия ағзалары әүҙемлек күрһәтте.
Хәҙер тултырылған документтарҙы тиҙ арала РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына тапшырыу талап ителә – халыҡ дәүләттән ярҙам көтә. Билдәле булыуынса, компенсация күләме һәр кешегә ун мең һум, әммә һәр хужалыҡҡа бирелгән аҡса илле мең һумдан артыр­ға тейеш түгел (йәғни ғаиләлә ете-ун кеше булһа ла, компенсация илле мең һумдан артыҡ түләнмәйәсәк).
Дәүләткә генә ышанып ҡалдырмайынса, битараф булмаған кешеләр үҙҙәре әбйәлилдәргә ярҙам күрһәтергә ашыҡты. Ташҡын ҡоторонған ваҡытта уҡ Сибай ҡалаһынан Әбдрәш ауылына дарыуҙар, балалар аҙығы, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ тупланған ылау килгәйне. Ошо көндәрҙә Өфөнән дә гуманитар ярҙам килеп етте. Уны таратыу маҡсатынан Асҡарҙа шаршамбы үҙенсәлекле йәрминкә – «Дармарка» ойошторолдо. Урын кәрәк-ярағы, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәрҙе баш ҡалала йәшәүсе эш­ҡыу­арҙар, ойошмалар йыйып ебәргән. Ләкин бының менән генә ярҙам сикләнмәҫ, тип ышан­ғы килә, башҡа ҡала, райондар ҙа әб­йәлилдәргә ярҙам ҡулы һуҙыр, моғайын. Шулай уҡ һәр кем махсус иҫәпкә аҡса күсерә ала, мөмкинлектәре булғандар таныштарына, туғандарына айырым ярҙам күрһәтһә лә була. Мәҫәлән, Учалынан бер апай, Әбйәлилдә йәшәүсе ҡоҙа-ҡоҙасаларыма тип, картуф инселәп ҡуйҙым, Алла бойорһа, көҙөн бер нисә тоҡто алып барып тапшырып ҡуйырмын, тип шылтыратты. Уның кеүек киң күңелле, мәрхәмәтле кешеләр бәләгә тарығандарға мотлаҡ ярҙам итер, быныһында шик юҡ.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»