RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ямғырҙың да була төрлөһө

23.08.2013 Ямғырҙың да була төрлөһө

Ямғырҙың да була төрлөһөАҡса ла яуа, балыҡ та
Йыл һайын ер йөҙөнә 519 000 миллиард тонна ямғыр яуа. Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөмдөң 26 460 миллиметры донъялағы иң ямғырлы ҡалаға — Черапун­джиға (Һиндос­тан) тура килә. Ә бына АҠШ-тың Огайо штатының Уайнсберг ҡалаһында йыл һайын 29 июлдә мотлаҡ ямғыр яуа икән. Бының серен әлегәсә берәү ҙә сисә алмай. Пара ҡалаһы халҡы (Бразилия) иһә ваҡытты сәғәткә ҡарамайынса ла белә. Сөнки унда ямғыр һәр саҡ бер үк мәлдә яуа.

Метеорологтарҙың фаразы тура килмәһә, артыҡ һүҙ ҡуйыртып тормайбыҙ. Ә XVII быуатта Бөйөк Британияла көн торошон дөрөҫ билдәләмәүсене үлем язаһына тарттырғандар.
Португалияға йәшәргә күсәйек! Был илдә ямғыр яуған көндә эшкә бармаһағыҙ, һеҙҙе бер кем дә битәрләмәҫ.
Көньяҡ Африкалағы Боствана Республикаһы иң ҡоро төбәктәрҙән һанала. Урындағы халыҡ бер-береһен һәр саҡ “пула” тип сәләмләй. Был һүҙҙең тәржемәһе – ямғыр. Милли валюталары ла пула тип атала.
Тарихта ғәҙәти булмаған ямғыр яуыуы тураһында яҙма һаҡланған. Мәҫәлән, 1886 йылда Көньяҡ Каролинала таш яуған. Ә 1940 йылда Нижегородка өлкәһенең Мещеры ауылында күктән XVII быуаттың көмөш тәңкәләре төшкән. Аҡса ямғыры 1957 йылда Францияның Бурже ҡалаһында ла булған. Йәшенләп килгән болоттар­ҙан мең франклы ҡағыҙ аҡса яуған.
1954 йылда Бөйөк Британияның Бирмингем паркы баҡаларҙан һиҙелерлек зыян күргән. Нисек, тиһегеҙме? Көпә-көндөҙ күктән меңәрләгән эреле-ваҡлы баҡа төшә башлаған. 1973 йылда Францияның Бриньель ҡалаһында көслө йәшендән һуң тәлмәрйендәр яуған. Һуңынан улар юлдарҙа, тротуарҙа, өй ҡыйыҡтарында ятҡан, тереләре шундуҡ кешеләрҙән ҡаса һалған.
1984 йылда – Лос-Анджелес ҡа­ла­һында, ә 1985 йылда Лондонда ямғырҙан һуң... ерҙә тере балыҡтар йәйелеп ятҡан. Гондураста әле лә йыл һайын май аҙағында балыҡлы ямғыр яуа. Һуңынан кешеләр, бәшмәк йыйған кеүек, ерҙән балыҡ сүпләй. Был феноменға һаман да теүәл аңлатма юҡ.
Бынан тыш, ямғыр ваҡытында күктән һыйыр, үлгән ҡош, ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған тимер һыныҡтары, быяла, ирегән һауыт-һаба, хатта кеше бармаҡтары төшкән осраҡтар булған.
Ғалимдар бындай ямғырҙарҙы яҡын-тирәлә булған ғәрәсәт йә ҡойон менән бәйләй. Тик күп осраҡта ундай һауа шарттары күҙәтелмәгән! Шуныһы аптырата: күктән балыҡ, баҡа йәки аҡса яуғанда улар менән бергә мәте, таш-ҡом төшмәй.
Ғалим А. Невский фекеренсә, бындай ғәҙәти булмаған күренештең сәбәбе атмосфераға ҙур тиҙлектә үтеп ингән метеоритта. Көслө электрон ағымы һөҙөмтәһендә газ фонтаны барлыҡҡа килә, ә ул саң һурғыс кеүек юлына осраған әйбер­ҙе үҙенә тарта. Уның үҙәгенә эләккән предмет юғары температурала шундуҡ яна. Газ фонтанының ситендә температура үтә ҙур түгел. Шуға ергә төшкән әйбер (йән эйәһе) бөтөн килеш ҡала. Ысынмы был-юҡмы – теүәл әйтеүе ҡыйын. Әммә башҡаса бындай ямғырҙарҙы аңлатып булмай кеүек.
2001 йылда Һиндостандың Керала штатында ҡыҙыл ямғыр яуған. Ҡуйы ҡан төҫөндәге ямғыр ғалимдарҙа төрлө фекер уятҡан. Ҡайһы берәүҙәр, ямғыр алдынан ғына шартлаған метеорит арҡаһында ул шундай төҫкә ингән, ти. Францияла ҡыҫҡа ямғырҙан һуң машиналарҙа Сахара сүллегенең ҡыҙыл саңы ятып ҡалған.

Үләт килтергәне

Ямғыр ергә муллыҡ һәм сафлыҡ килтерә, тип уйлайбыҙ. Юҡ шул, һәр ваҡыт улай булмай. Кислота ямғыры тураһында, үкенескә күрә, ишетеп кенә белмәйбеҙ. Фәнни-техник революцияның тағы бер “емеше” ул. Был терминды 1872 йылда инглиз Ангус Смит индергән. Тик уның замандаштары, ундай ямғыр булмай, бушты һөйләйһең, тип көлгән. Бөгөн иһә уның барлығына бер ниндәй ҙә шик юҡ.
Сәнәғәт предприятиеларынан, автомобилдәрҙән һ.б. һауаға ташланған азот диоксиды, көкөрт оксиды кеүек зарарлы матдәләр атмосфералағы һыу бөртөктәре менән ҡушылып, үлемесле ямғырға йәки ҡарға әйләнеүе бар.
Ғәҙәти ямғырҙың әселеге 5.6 рН-ҡа тигеҙ. 5.5 рН-тан кәмерәк яуым-төшөм һыу ятҡылыҡтарындағы тереклек өсөн файҙалы бактерияларҙы үлтерә, ә 4,5 рН-лыһы балыҡтарҙы һәм бөжәктәрҙе юҡ итеү һәләтенә эйә. Мәҫәлән, Сканди­навияның йөҙләгән күлендә балыҡтар юғалған.
Бынан тыш, һелтеле ямғыр арҡаһында алюминий, кадмий, терегөмөш кеүек хәүефле металдар тупраҡта һәм һыуҙа әүҙемерәк ирей. Зарарлы һыуҙы эскән, бысран­ған тупраҡта үҫкән ризыҡты ашаған кеше төрлө сирҙәргә тарый. Бөгөн онкологик ауырыуҙар артыуы ла шуға сәбәпле. Бындай ямғырҙар тереклеккә ниндәй күләмдә зыян килтергәне тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән.

Йондоҙҙар яуғанда...

Август төндәре туҡтауһыҙ атыл­ған йондоҙҙары менән хәтерҙә ҡала. Йыл һайын йәй аҙағында Еребеҙгә “йондоҙло” ямғыр яуа. Улар – метеор, саң, йә кометаның өҙөлгән ҡойроғо.
Планетабыҙ йылына ике тапҡыр кометаларҙың орбитаһын киҫеп үтә. Августа беҙ Свифта – Туттля кометаһының ҡойроғо аша үтәбеҙ. Был есем үҙе 133 йылға бер тапҡыр Ергә яҡынлаша. Комета планетабыҙға ни тиклем яҡын булһа, шул тиклем күктән “йондоҙҙар” күберәк һибелә. 1992 йылдың ҡышында, 1993 йылдың авгусында сәғәтенә 500 метеор яуған! Ғәҙәттә, был һан биш тапҡыр кәмерәк була.
Быйыл Свифта – Туттля кометаһы орбитаһын 17 июлдән 24 авгусҡа тиклем үтәбеҙ. 12 август йылдың иң “йондоҙло” төнө булды.


Ә башҡаларҙа нисек?

Ҡояш системаһындағы башҡа планеталарҙа ла ямғыр яуа икән. Әммә ундағы болоттар тик һыуҙан тормай. Һәр планетаның үҙенә генә хас уникаль атмосфераһы бар.
Ҡояшҡа иң яҡын урынлашҡан Меркурий – кратерҙар менән ҡапланған, тереклектең әҫәре лә булмаған есем. Көндөҙ унда һауа температураһы 430 градусҡа етә.
Ә бына күршебеҙ Венерала йәшенләп ямғыр яуа. Ғалимдар тәүҙә уны дымлы, йәшеллеккә күмелгән планета, тип фаразлай. Һуңынан асыҡланыуынса, ул таш-ҡаяларҙан тора, һауа температураһы 480 градусҡа етә. Венераның болоттары көкөрт кислоталы. Тик бындай юғары температурала ямғыр төшөп тә өлгөрмәй, шундуҡ парға әйләнә.
Марс – Ҡояш системаһының дүртенсе планетаһы. Ҡасандыр атмосфераһы тығыҙыраҡ булған. Ул саҡта унда Ерҙәге кеүек үк ямғыр­ҙар яуған, томан төшкән, мул һыулы йылғалары ла булған. Ә хәҙер күктән ағыулы химикатлы саң бөртөктәре яуа.
Юпитер – туҡтауһыҙ әйләнеп торған газ шары. Уның уртаһында шыйыҡ водородтан торған океан булыуы ихтимал. Планета төрлө төҫтәге болоттарға сорналған. Унда ваҡыты менән көслө дауылдар була, ҡар-ямғыр яуа. Тик... улар һыу түгел, ә аммиак.
Сатурн бер аҙ Юпитерға оҡшаған. “Вояджер” аппараты унда йәшендәр булыуын теркәгән. Был планетаның юлдашы Титанда ҡыҙыл болоттарҙан туң нефть яуыуы асыҡланған.
Уран – метанлы болоттар менән ура­­тып алынған газлы планета. Унда шыйыҡ метан яуа, тигән фараз бар. Нептун да туңған метан болоттары менән ҡамалған. Тик ундағы яуым-төшөмдө әлегә билдәләп булмай. Ҡояштан 5,8 миллиард саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Плутон һаманғаса серле булып ҡала.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»