RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаршылыҡтарға бирешәһегеҙме?

23.08.2013 Ҡаршылыҡтарға бирешәһегеҙме?

Һеҙ тәүәккәл кешеме, әллә ауырлыҡтарҙан ҡурҡа­һығыҙмы? Үҙегеҙҙе яҡлай беләһегеҙме? Көтөл­мәгән ваҡиғалар һеҙҙе аяҡтан йығамы? Түбәндәге психологик һынамыш һеҙҙә тормош ауырлығына ҡаршы иммунитет барлығын асыҡларға ярҙам итер.

1. Ҙур булмаған хеҙмәт хаҡы түләнгән, әммә тотороҡло эшегеҙҙе бик табышлы, ләкин ваҡытлыса эшкә алмаштырыр инегеҙме?
а) Әлбиттә –1 мәрәй;
б) Барыһы ла эш хаҡына һәм тәҡдим ителгән шарттар­ға бәйле – 2 мәрәй;
в) Юҡ, мин иҫәрме әллә – 3 мәрәй;
2. Юлығыҙҙы ҡара бесәй ҡыйҙы, ти. Һеҙ...
а) Юлымды дауам итәм, ырым-хөрәфәттәргә ышанмайым – 1 мәрәй;
б) Кеше күрмәгәндә генә яурын аша төкөрәм һәм артабан атлайым – 2 мәрәй;
в) Башҡа юлдан китәм – 3 мәрәй;
3. Һеҙҙе үпкәләтһәләр...
а) Был турала берәүгә лә һөйләмәйем – 3 мәрәй;
б) Аңлатыуҙар талап итәм – 1 мәрәй;
в) Мине тыңларға һәм йәлләргә әҙер булған кешеләр менән уртаҡлашам – 2 мәрәй;
4. Ғаилә байрамы һеҙҙең өсөн:
а) Түҙергә тура килгән сара – 3 мәрәй;
б) Тыныс ҡына ял итеү мөмкинлеге – 2 мәрәй;
в) Яҡындарың менән рәхәтләнеп аралашыу мәле – 1 мәрәй;
5. Ҡурҡыныс фильмдар ниндәй тойғолар уята?
а) Бик оҡшай – 1 мәрәй;
б) Башҡа жанрҙағы фильмдарға өҫтөнлөк бирәм – 2 мәрәй;
в) Ҡурҡам, йөрәк табанға төшә. Ундай фильмдарҙы бөтөнләй ҡарамаҫҡа тырышам – 3 мәрәй;
6. Етәкселәрегеҙгә ҡарашығыҙ?
а) Битараф, тыныс – 2 мәрәй;
б) Күрә алмайһығыҙ – 1 мәрәй;
в) Бер аҙ шөрләйһегеҙ – 3 мәрәй;
7. Тәүге мөхәббәтегеҙ тураһында хәтирәләр
а) Күңелегеҙҙе йылыта – 2 мәрәй;
б) Көслө тойғолар уятмай –1 мәрәй;
в) Үкендерә – 3 мәрәй.
7 – 10 мәрәй. Һеҙ – үҙенә ышанған, тәүәккәл кеше. Тормоштоң һәр өлкәһендә лә ауырлыҡтар, көтөлмәгән хәлдәр менән осрашырға тура килгәнен яҡшы аңлай­һығыҙ. Хоҡуҡтарығыҙҙы, үҙ һүҙегеҙҙе яҡлай беләһегеҙ. Кешеләр менән аралашҡанда иң алда абруйына (дәрәжәһенә, эш урынына) иғтибар итәһегеҙ.
Кемдер һеҙҙе, ҡаты бәғерле һәм тура һүҙле кеше, тип иҫәпләүе бар. Уйлап ҡарағыҙ әле, бының өсөн берәй сәбәп бирмәйһегеҙме?
11 – 15 мәрәй. Һеҙ – ысынбарлыҡҡа аҡыл менән ҡараған тыныс кеше. Үҙегеҙҙең һәм яҡын-тирәләге кешеләрҙең баһаһын беләһегеҙ. Аҡты һәм ҡараны, хаҡты һәм нахаҡты айыраһығыҙ. Ҡаршылыҡтар һеҙҙе быуынһыҙ ҡалдырмай, сөнки уларҙы аҡыл менән үлсәй­һегеҙ. Ниндәйҙер етди аҙым яһар алдынан төплө уйлайһығыҙ. Көтмәгәндә ауырлыҡ алдында ҡара-ҡаршы ҡалһағыҙ ҙа, тыныс ҡына уйлап, унан артыҡ юғалтыуһыҙ ҡотолаһығыҙ.
16 – 21 мәрәй. Ниндәйҙер көтөлмәгән хәл-ваҡиға була ҡалһа, йоҡоғоҙҙан яҙаһығыҙ, депрессияға биреләһегеҙ. Уңышһыҙлыҡтарҙы бик ауыр кисерәһегеҙ. Проблемаларҙы тиҙерәк хәл итеү урынына, йыш ҡына уны үҙ ағышына ҡуяһығыҙ. Ҡайһы саҡ тормош бик ауыр һәм мәғәнәһеҙ тойола.
Әммә барыһын да еңеп була! Һеҙгә яҙмыш дилбегәһен үҙ ҡулығыҙға алырға кәрәк. Үҙегеҙҙе яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәнегеҙ, тәүәккәл аҙымдарҙан ҡурҡмағыҙ. Шул осраҡта тормошоғоҙ күпкә сағыуыраҡ булыр!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»