RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бесәнлек кемдеке?

02.08.2013 Бесәнлек кемдеке?

Икенсе ярты йыллыҡта де­жур телефон көндәр бу­йы­на тын ғына өҫтәлдә ята – гәзит уҡыусыларыбыҙ йәй­ге мәшәҡәттәргә кү­мел­­гән­­гәме икән, борсолоулы шылтыратыуҙар юҡ иҫәбендә.
Был юлы дежур телефонға, ярҙам һорап, Учалы райо­нының Миндәк ауылынан хаҡлы ялдағы Зәйтүнә Ғәзизова шылтыратты, үтенесе лә миҙгелле эшкә – бесәнгә ҡағыла.
– Беҙ быйыл ауыл биләмәһенән бесән әҙерләү өсөн ҡуртымға ер алдыҡ – барлығы 490 һум түләнек. Саба башлаған бесәнлеккә ауыл советы депутаты Кәрим Шаһыбалов килеп талаша башланы. Сабынлыҡты тапатты, ҡулыбыҙҙа килешеү ҡағыҙы булһа ла, беҙҙе ҡыуҙы, сабыр­ға үҙенең кешеләрен килтерҙе, – тип аһ-зарын түкте Зәйтүнә апай.
Тәү ҡарашҡа күҙгә бәрелеп торған ғәҙелһеҙлекте асыҡлар өсөн шул уҡ көндө Миндәк ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ишмәмәтоваға мөрәжәғәт иттек. Был ер Амангилде ауыл биләмәһенә ҡарай, Ғәзизовтар тап ошо ауыл хакимиәте менән килешеү төҙөгән, тиеү менән сикләнде ул. Амангилде ауыл биләмәһенең пайсылар йыйылышы уполномоченныйы Ил­дар Ураҙбаҡтин менән аралашҡас, түбәндәгеләр мәғлүм булды. “Ғәзизовтар беҙҙең ауыл советы менән килешеү төҙөгәс, мин уларға, ауыл хакимиәте башлығы Ләйлә Лутова ҡушыуы буйынса, Средний Лог тигән элекке баҫыу ерҙәренән пай бүлемен күрһәттем. Тик Ғәзизовтар мин күрһәткән ерҙе түгел, бүтән сабынлыҡты үҙ белдеге менән һайлаған. Бөтә шау-шыу ошо хәлдән һуң башланды. Теләһәгеҙ, килегеҙ, Ғәзизов­тарға ниндәй сабынлыҡ тәғәйенләнгәнен һеҙгә лә күрһәтә алам”, – тип белдерҙе Илдар ағай.
Болоттар тарала, хәл яйлап асыҡлана башлағас, ауыл советы депутатының үҙе менән бәйләнешкә индек. Кәрим Шаһыбалов әйтеүенсә, Ғәзи­зовтар сапҡан ерҙә уның бер туған апаһы Ҡәҙриә сабырға тейеш. Ә былтыр, үлән һирәк булыу сәбәпле, бесәнлек файҙаланылмаған.
– Был сабынлыҡты 10 йыл самаһы элек атайым менән талдарҙан таҙартып алғайныҡ, ер аҫтынан газ трассаһы үтә. Атайым быйыл яҙ мәрхүм булып ҡалды. Сабынлыҡ апайыма күсте, – тип һөйләне Кәрим Муса улы. – Апайым яңғыҙы ике бала тәрбиәләй. Уның бесәнлегенә ситтәр төшкәс, ул иң тәүҙә миңә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Мин трактор менән барҙым, бесәнлеккә индем һәм, туҡтап, сабышырға килгән кешеләрҙе төшөрҙөм. Ҡайҙа туҡтағанмын, шул ерҙә генә торҙом, бесәнде тапап йөрөмәнем. Ғәзизовтар тәүҙә сабынлыҡтың ситен, кеше күрмәгән ерен сабып, өйөнә ташып алған. Һуңынан уртаһына ла төшкәндәр. Быға тиклем оҙаҡ йылдар сапҡан кешенең сабынлығын шулай анһат файҙаланмаҡсы булғандар.
Бына шулай. Быйыл бесән күп, мал аҙығы мул, тип ҡыуанабыҙ. Ауыл халҡы мал-тыуар менән көн күрә, сабынлыҡ һәр кемгә кәрәк. Ҡалай итәһең, кемдеңдер бесәнлеге уңайлы ерҙә урынлашҡан, ә ниңә минеке алыҫта, етмәһә, техника менән сабып булмай, тип бер-беребеҙ менән ғаулашып йөрөү артыҡтыр, йәмәғәт. Етмәһә, изге Рамаҙан айында.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»