02.08.2013 1 августан пенсия артты
Пенсия артыу эшләүсе пенсионерҙарға ҡағыла. Ҡалғандарға 2014 йылдың 1 февраленәсә көтөргә кәрәк.
Ошо айҙан пенсия йәшендә булып та эшләп йөрөүселәргә пенсияһын ҡайтанан иҫәпләп бирә башлаясаҡтар. Шуныһын яңылышмағыҙ − әлеге өҫтәмәләр бюджеттан индексация түгел, ә пенсионерҙың үҙенең Пенсия фондына ебәрелгән аҡсаһы. Йәғни, пенсионер эшләгәнлектән уға эш биреүсе Пенсия фондына иғәнә индерергә бурыслы. Шунан фондта кешенең дөйөм йыйымы үҫә, тап ошоно пенсияһына ҡушып иҫәпләйҙәр ҙә инде. Һәр кемгә пенсияһына өҫтәмә эш хаҡына ҡарап түләнәсәк.
Әйткәндәй, дөйөм индексация быйыл башҡа булмай. 2014 йылдың февралендә һәм апрелендә көтөлә. Әле илдә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы уртаса 10 300 һум.
Финам сайты мәғлүмәттәре
буйынса Айсын АҠБУЛАТОВА
әҙерләне.