02.08.2013 Ни өсөн ата-әсә бала тәрбиәләүҙә уңышһыҙлыҡҡа осрай?
”Йәмғиәт фекере” Бөтә Рәсәй фонды, баланың үҫешенә нимә ныҡ йоғонто яһай, тигән һорауға ата-әсәләрҙең фекерен белешкән.
Бик күп пар тәрбиә эшендә телевизор һәм телетапшырыуҙарҙың зыянлы булыуын таныған
Фонд статистикаһына ҡарағанда, илдәге ғаиләләрҙең 44 проценты бәлиғ булмаған бала тәрбиәләй. Ҡасандыр тәртипле, законды теүәл үтәгән ата-әсә, баланы урам боҙа, тип саң һуҡһа, хәҙер ни бары 10 проценты ғына ошо фекерҙә. Телевидениеның нығынып бөтмәгән йәш психикаға һәм аҡылға тәьҫире үтә көслө булыуын ата-әсәләрҙең 78 проценты белдерә.
Рәсәй телевидениеһы нимәһе менән ҡурҡыта һуң? 20 процент пар, криминаль мәғлүмәтте киң йәйелдереп, көсләү, туҡмау, талау кеүек кире күренештәрҙе һеңдереп, баланың психикаһын әхлаҡи яҡтан юҡҡа сығара, тип иҫәпләй. Өлкәндәрҙең 14 проценты Рәсәй телевидениеһында бәйһеҙлек, аҙғынлыҡ һәм секс күп тип иҫәпләй.
Респонденттарҙың 5 проценты, “йәшник”тә балаларҙы изгелеккә өйрәткән тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр етмәй, тип бара. Һәр унынсы кеше, “зыянлы” тапшырыуҙарҙы ҡарағандан һуң бәләкәс үҙен ҡаты бәғерле, агрессив тота, тип билдәләй. Уйлап ҡараһаң, бәләкәй балаға сәғәттәр буйы Ҡөрьән уҡып ултырыуҙан доғаларҙы кескәй йөрәгенә яҡын алыуы икеле. Ә фильм ҡарағандан – бик ентекле һәм аныҡ итеп аңлатып, күрһәтеп биргәндәренән һуң бала шунда уҡ ҡабатлай башлай. Сөнки ул аҡылы менән нимәнең яҡшы, нимәнең насар булыуын аңлап етмәй, барыһын да шуға оҡшатып ҡыланырға кәрәк тип ҡабул итә.
Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙең балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә ҡарата дәғүәләре йыйылып киткән. Анкета тултырыусы рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө баланы баҡсаға йөрөтөү насар һөҙөмтәләргә килтерә тип уйлай. Күбеһе тәрбиәселәрҙе эшкә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләй. Ә 49 проценты, кескәйҙе тыныс күңел менән балалар баҡсаһында ҡалдырып китергә мөмкин, тип белдерә.
Өлкәндәрҙең 49 проценты мәктәптең кире тәьҫирен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уҡытыусыларҙы әрләүҙән тыш (7 процент), мәғариф системаһындағы яңы закондар, үҙгәрештәр һәм тиҫтерҙәренең насар йоғонтоһо ҡаты тәнҡитләнә. Бынан тыш, респонденттар уҡыусыларҙың социаль тигеҙһеҙлегенә, ата-әсәләрҙән бик йыш аҡса йыйыу, норманан артыҡ тулы кластарҙа өлгәшеүҙең түбән булыуына зарлана.
Рәсәйҙәр кире яҡтарҙы ғына түгел, ыңғай күренештәрҙе лә билдәләргә онотмаған. Һәр унынсы кеше замана балаларының аралашыусан, ҡыйыу булыуын әйткән. Инновацион гаджеттарҙың ҡул аҫтында булыуы уларға ваҡыт, фән менән бергә атларға мөмкинлек бирә. Ни бары 6 процент ата-әсә бының кире яғын күрһәткән – замана балалары саф һауала бик һирәк була.
Әлбиттә, телевидение һәм интернеттың кире яҡтарын инҡар итеп булмай. Шулай ҙа баланың кем булып буй еткерәсәге иң беренсе ата-әсәнән тороуы хаҡында ла онотмайыҡ. Ҡыҫҡаһы, ата-әсәләр берҙәм фекергә килә алмаған. Күбеһе – 71 проценты, баланың үҫешендә ғаилә төп әһәмиәткә эйә, тип таныған. Тағы ла һәр унынсы кеше, тәрбиә эшендә насар нәҫел күрһәткестәре уңышһыҙлыҡҡа килтерә, тигән.
Зинира АЙМАҠОВА,
41 йәш, өс бала әсәһе:
− Беҙҙең быуын көнө-төнө телевизор ҡарап ултырманы. Шуға күрә иртә лә, кисен дә телевизор йәки компьютер экранына ҡапланып ултырған баланы әрләйбеҙ. Телевидение яҡшымы, насармы? Минең ҡарашҡа ул файҙа ла, зыян да килтерә торған инструмент. Тәүтормош кешеһе таяҡтан ер ҡаҙыу йәки үлтереү ҡоралын яһай алған кеүек. Әгәр ҙә балаңды, теләһә нимә эшләһен, тик миңә ҡамасауламаһын тип, контролһеҙ телевизор, интернет алдына ултыртып ҡуйһаң, унда инде ҡот осҡос эҙемтәләрен көт тә тор. Баланы телевизор тәрбиәләмәһен, шулай ҙа тәрбиә эшендә телевизор ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, тәбиғәт тураһында тапшырыуҙарҙы алайыҡ – мин бала саҡта кабель телевидениеһы булһа, әлеге ваҡытта күпкә аҡыллыраҡ булыр инем. Тормошта кәрәкле белем биргән каналдар күп, бала шуларҙы ҡараһын.
Бикбай ҒҮМӘРОВ,
48 йәш, биш бала атаһы:
− Минең өлкән улым менән ҡыҙым олатай һәм өләсәй тигән социаль институтта “белем алды”. Ә улар ейәндәрен шәхес итеп үҫтереүгә күп көс һалды. Тиҙҙән бәләкәйҙәр тыуғас, беҙгә ярҙамсылар – бала ҡараусылар әҙер ине. Хәҙер барыһы ла аҡыллы, ипле булып буй еткерҙе, ошо арала үҙебеҙҙе олатай-өләсәй итергә торалар. Мин дә уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә тырышасаҡмын. Барыһы ла ғаиләнән тора, бала менән берәй хәл була ҡалһа, тик ата-әсә генә ғәйепле. Беҙ уларҙы тыуҙырғанбыҙ икән, беҙ улар өсөн яуаплы.
Арман Дусыев,
24 йәш, өйләнмәгән:
− Телевидение негатив мәғлүмәт еткереүсе генә түгел, ә тыйылған әйберҙәрҙе пропагандалаусы. Үҙәк каналдар түшәк сәхнәләрен, ғәмһеҙ тормош алып барған кешеләрҙе, иблискә табынға неформалдарҙы күрһәтә торған пособие булып тора. Мәҫәлән, ҡыҙҙар менән танышһам, “Дом – 2” тапшырыуын ҡарайһығыҙмы, тип һорайым. “О-о, мин башланғанынан алып бер серияһын да ҡалдырғаным юҡ”, – тип “маҡтанған“, йә “Был тапшырыу оҡшай“, – тип яуап биргәндәрҙән ҡасыу яғын ҡарайым. Был ҡыҙ киләсәккә ниндәй маҡсат ҡуйған, уйлап ҡарағыҙ әле? “Дом – 2” тапшырыуы тәрбиәләгән ҡыҙға мин бер ваҡытта ла ышанмаясаҡмын.
Педиатр кәңәше
Ике йәшкә тиклем балаға телевизор ҡарау бөтөнләй рөхсәт ителмәй. Унан ҙурыраҡтарға көнөнә 2 сәғәт кенә мөмкин. Был тәүге ике йыл баланың мейе үҫеше өсөн көсөргәнешле мәл булыуына бәйле. Телевидение һәм башҡа электрон киң матбуғат саралары бәләкәстең тәбиғи үҫешендә етди ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Был ваҡытта уға социаль һәм физик яҡтан үҫешеү өсөн мөмкин тиклем күберәк тирә-яҡ мөхитте үҙләштерергә, башҡа балалар менән бәйләнешкә инергә, уйнарға кәрәк.
Өлкәнәйә башлағас та оҙаҡ итеп телевизор алдында ултырыу зыянлы – бала артабан өйгә эште әҙерләү, физик әүҙемлек, дуҫтар менән уйнау, ғаилә менән ваҡыт уҙғарыу кеүек башҡа мөһим эштәргә иғтибар бүлергә теләмәйәсәк.
Нисек итеп баланы “зәңгәр экран”дан йолоп алырға?
− ваҡытында телевизорҙы һүндерә белегеҙ. Телевизор көнө-төнө эшләмәһен;
− телевизор алдында ашамағыҙ;
− баланың бүлмәһендә телевизор ҙа, “аҡыллы йәшник” тә булырға тейеш түгел;
− балаға буш ваҡытын телевизор янында үткәрергә бирмәгеҙ. Шулай уҡ яҡшы ҡылығы йәки билдәһе өсөн дә телевизор ҡарауҙы рөхсәт итмәгеҙ;
− баланың иғтибарын бүтән шөғөлгә йүнәлтегеҙ, мәҫәлән, спорт уйындары, китап уҡыу, хобби һ.б.