RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әле лә матур пар...

02.08.2013 Әле лә матур пар...

Әле лә матур пар...Әҙәм балаһының яҙмышы тыумаҫ элек үк яҙылып ҡуя тиҙәр. Кеше тыуа, яйлап үҫә башлай, тирә-яҡҡа эскерһеҙ саф күҙҙәре менән бағып, тормошта үҙ урынын барлай: алда уның күҙ алдына ла килтермәгән билдәһеҙ ғүмер һуҡмағы йәйрәй. Ауыр һынауҙар аша үтеп, Хоҙай биргән бәхетенә ирешеүселәр, бәхеттең ысын мәғәнәһенә төшөнөп, йәшәү ҡәҙерен, тәмен белеп, булғанына шөкөр итеп йәшәй беләлер. Һүҙем тап шундай тормош һынауҙарына сыныҡҡан, иң ауыр мәлдәрҙә бер-береһенә ышыҡ, таяныс булған күркәм ғаилә хаҡында.
Әлеге көндә Хәйбулла районының Үрнәк ауылында иңгә-иң терәшеп донъя көтөүсе Зәйтүнә һәм Байтимер Аралбаевтарҙы яҙмыш урау юлдар аша табыштыра. Зәйтүнә инәй үҙе Аҡъюл ауылында тыуып үҫкән, тәүге никахы емештәре булып бер-бер артлы дүрт балаһы донъяға килгәс, тормош иптәше көтмәгәндә вафат була. Йәш ҡатын ул ваҡытта почтальон булып эшләй (ошо һөнәренә тоғро ҡалып, егерме биш йыл гәзит ташыусы булып хеҙмәт итә һәм хаҡлы ялға сыға). Оҙаҡ тормай, Үрнәк ауылынан үҙе кеүек үк яҙмышлы, әммә биш бала менән яңғыҙ ҡалған Байтимер олатай менән сәсен сәскә бәйләй ул. Ауыр заманалар, етешһеҙ тормош, туғыҙ бала... “Нисек итеп бер тиҫтә сабый­ҙы тәрбиәләй алдығыҙ? Ҡайһылай итеп тормоштоң ауырын ауҙарҙығыҙ?” − тип һорайым инәй­ҙән, ғәжәпләнеп.
− Байтимер менән икебеҙ ҙә балалар яраттыҡ. Бер ваҡытта ла әрләшмәнем, быныһы үҙемдеке, быныһы ирҙеке тип торманым. Бөтәһен дә үҙемдең балаларым итеп ҡабул иттем. Бәлки, киң күңеллелектән киләлер ул. Мине белгән кешеләр шулай ти бит. Мин килгәндә бәләкәй булғандары, әсәй, тип өндәшә. Балаларҙы яҡшы тәрбиәләнек тип әйтә алам, − тип яуапланы ул.
Унынсы бала булып уртаҡ сабый – Нәфисә тыуа. Байтимер олатай тракторсы, комбайнсы булып эшләй. Яйлап, тапҡан-таянған килемдәрен туплап, бергәләшеп ҙур матур йорт төҙөп сыға Аралбаевтар.
− Балаларҙың бөтәһенә лә бе­лем бирергә тырыштыҡ. Әлеге көндә төрлөһө төрлө яҡта үҙ аллы тормош көтә. Кемеһе − водитель, кемеһе тәрбиәсе, врач, төҙөүсе, уҡытыусы булып эшләп йөрөйҙәр. Һәр береһе икешәр-өсөшәр бала тәрбиәләй – егерме биш ейән-ейәнсәрем, ун бер бүлә-бүләсәрем бар, Аллаға шөкөр, − тип бәхетле йылмая һәр балаһын йөрәгенә һыйҙырған ағинәй. Ялдарҙа күмәкләшеп шау-гөр килеп ата йортона балалары ҡайтып төшә – уларҙы һәр ваҡыт яҡты йөҙ, йылы сәй менән көтөп алыусы, күңел өшөгәндә уға ышыҡ булыр­ҙай, урынлы кәңәштәрен биреүсе атай-әсәй бар.
− Донъя булғас, төрлө хәлдәр булып китә – гел генә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан тормай бит ул бер кемдең дә тормошо. Ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәрә белергә кәрәк. Аллаға шөкөр, иптәшем менән балаларҙы үҫтереп кеше иттек. Хәҙерге йәштәрҙе күреп йөрөйөм дә, ҡыйын булып китә. Тәрбиә етешмәйме уларға, әллә етеш тормоштан туйып һикерәләрме? Ҡайһылары бит, өйләнешкәс, бер ай ҙа тормай айырылышалар. Ғүмер юлдашын һайлағанда хистәргә генә таянырға ярамай. Балаларҙа бәләкәйҙән ғаилә тормошона әҙерлек булдырырға кәрәк. Бер-береңде ғәфү итә белеү мөһим. Ҡатын − ҡатын урынында, ә ир ир урынында була белһен. Ҡатын-ҡыҙҙар бит ирҙе һанға һуҡмай, уның алдына сығалар ҙа, үҙҙәре үк уларҙы булдыҡһыҙ, ялҡау итәләр. Йәнә хәҙерге йәштәрҙең бер ҡулында һыра булһа, икенсеһендә − тәмәке. Яҡшылыҡҡа илтә торған нәмә түгел бит улар, − тип кәңәштәрен бирә был өлкәлә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған ағинәй.
Зәйтүнә инәй биш намаҙын да ҡалдырмаҫҡа тырыша, ураҙа тота. Ихаталары гөрләп тора: ҡаҙ бәпкәләре, тауыҡтары менән мәж килә улар, һарыҡ-кәзә тоталар. Арал­баевтар менән әңгәмә ҡорорға ниәтләп барғанда, ғаилә башлығы өйҙә юҡ ине, әммә инәйҙең һөйләгәндәренән сығып был йортта донъя тотҡаһы, өлгөлө атай, ышаныслы тормош иптәше булыусы олатай һәм хәстәрлекле әсә, уңған ҡатын булыусы инәй йәшәүен аңлауы ауыр түгел ине.
Зәйтүнә инәй менән Байтимер олатай беҙгә, йәш быуынға, оло үрнәк булып тора. Шаулап-гөрләп торған йәшлеге үтеп китһә лә, улар һаман да матур һәм һөйкөмлө пар. Аралбаевтарҙың тормошо, яҙмышы әлеге көндә бик күптәргә фәһем.

Айгизә Асҡарова,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»