02.08.2013 Эштәрендә − күңел йылыһы
йәки Люциә Йәнтүринаның “үзбәк ҡарты”нан кейеҙ баҫыу шөғөлөнә күскәне
Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙ кейеҙҙе төрлөсә файҙаланған, ғөмүмән, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Хәҙерге көндә онотола барған был шөғөлдөң яңынан тергеҙелеүе ҡыуандыра. Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа йәшәүсе Люциә Булат ҡыҙы Йәнтүрина ла ана шул кейеҙ баҫыу оҫталарының береһе.
Береһенән-береһе матур, сағыу йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, әкиәт персонаждары, милли костюмдар кейгән башҡорт ҡыҙҙары, ҡурайсы егет – былар барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Магазиндарҙағыларҙан һис тә кәм түгел үҙҙәре! Кейеҙҙән эшләнгән уйынсыҡтарҙы Люциә апайҙың оҫта ҡулдары һәм хыялға бай фантазияһы тыуҙырған. Һәммәһе лә ҙур оҫталыҡ, таһыллыҡ, күңел йылыһы менән баҫылғаны күренеп тора. Люциә Булат ҡыҙының был эш менән ныҡлап шөғөлләнеп китеүенә икенсе генә йыл.
– Кейеҙ баҫыу эше менән мауығып китеүем осраҡлы ғына булды. Интернет селтәрендә нимәлер эҙләп ултырғанда кейеҙҙән эшләнгән уйынсыҡ – үзбәк ҡартын күреп ҡалдым. Бик матур ине. Уның нимәнән, нисек эшләнеүе хаҡында уҡығас, был шөғөл менән ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе, күңелемдә эшләп ҡарау теләге уянды. Теләгемде тормошҡа ашырыу өсөн бер нисә тапҡыр был эшкә тотоноп ҡараным. Һарыҡ йөнөн кәрәгенсә әҙерләп, эшкәрттем. Әммә, күпме генә тырышһам да, килеп сыҡманы. Быға махсус энә ҡулланмауым сәбәпсе ине. Теген машинаһының энәһен, шприц энәһен дә ҡулланып ҡараным. Баҡтиһәң, кейеҙ өсөн махсус оҙон энәләр була икән. Эҙләй торғас, баш ҡалала уҡыған ҡыҙым табып алып ҡайтып бирҙе. Ниһайәт, кейеҙҙән баҫылған тәүге эшемде ҡулыма алдым. Ул уйынсыҡ бесәй ине. Шунан бирле был эштән айырылғаным юҡ. Башта күберәк уйынсыҡтар эшләү менән мауыҡтым, яйлап ултырғыс япмалары, өйҙә кейеп йөрөү өсөн тапочкалар, бәләкәй балаҫтар, бейәләй, түбәтәй кеүек әйберҙәргә күстем, − ти Люциә Булат ҡыҙы.
Эшләгән әйберҙәре менән күргәҙмә, йәрминкәләрҙә лә йыш ҡатнаша ул. Хеҙмәтенә һоҡланып ҡараусылар бихисап. Араларында һатып алырға теләүселәр ҙә бар. Бигерәк тә башҡорт ҡыҙы, башҡорт егетен сувенирға тип йыш һорайҙар икән. Шулай уҡ кейеҙ тапочкалар ҙа үтемле. Төрлө биҙәктәр менән эшләнгән аяҡ кейемен кем генә оҡшатмаһын инде. Етмәһә, натураль материалдан булғас, йылы ла, файҙалы ла. Уңған ҡатын заказға ла эшләй.
Юҡтан бар яһай белгән, йәғни алтын ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә булған Люциә Булат ҡыҙы һөнәре буйынса хеҙмәт уҡытыусыһы. Тимәк, уның тап ошо йүнәлештән китеүе осраҡлы ғына түгел.
− Тыумышым менән Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынанмын. Атай-әсәйем − Сәүиә Мырҙағәле ҡыҙы һәм Булат Айса улы Бүләковтар икеһе лә уҡытыусы ине. Бәлки, шуғалыр ҙа мин дә улар юлынан киттем. Сибай педагогия училищеһында хеҙмәт уҡытыусыһына уҡып сыҡҡас, йүнәлтмә менән Салауат районының Лағыр ауылында һөнәрем буйынса эш башланым. Үҙемдең белгәндәремде балаларға өйрәтеү, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңынан-яңы эштәр уйлап сығарыу шул тиклем оҡшай ине.
Яратҡан эшең булһа, тормош юлын бергә үтерлек икенсе яртыңды тапһаң, был ҙур бәхет тиҙәр. Лағыр ауылы миңә был бәхеттең икеһен дә бирҙе. Тап ошонда үҙемдең ғүмерлек яҙмышымды осраттым. Әхмәт ул мәлдә Дыуан техникумында уҡый ине. Тәү күреүҙән бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Тиҙҙән дуҫлығыбыҙҙы законлы никах менән нығытып та ҡуйҙыҡ. Үҙ көсөбөҙ менән йорт һалып индек. Иптәшем тәүҙә умартасы, ике йыл комсорг булды, аҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын йөкмәттеләр, − тип хәтерләй Л. Йәнтүрина.
Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән Люциә апай ситтән тороп Бөрө педагогия академияһының технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетын да тамамлаған. Лағыр мәктәбендә 24 йыл хеҙмәт дәрестәрен, түңәрәк алып барған уҡытыусы 2008 йылда ауылдарында коррекцион мәктәп-интернат асылғас, шунда күсә. Бындағы балалар менән, әлбиттә, эшләүе күпкә ауырыраҡ була уға. Оҙаҡ йылдар буйына тупланған тәжрибәһе ҡыйынлыҡтарҙы үтеп сығырға ярҙам итә. Тап ошо мәктәптә уҡытҡанда үҙен «БР-ҙың мәғариф алдынғыһы» тигән билдә менән бүләкләйҙәр.
Пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән Йәнтүриндар береһенән-береһе һылыу, аҡыллы өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Шуныһы ла маҡтауға лайыҡ: балаларына матур башҡорт исемдәре биргән улар. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән, БДУ-ның тарих факультетын тамамлап, ғаилә ҡорған. Кейәүҙәре Айҙар менән өс йәшлек Асҡарҙы тәрбиәләйҙәр. Уртансы ҡыҙҙары Гөлзирә апаһы уҡыған уҡыу йортонда шулай уҡ тарих факультетында белем ала. Ситтән тороп уҡыған тырыш ҡыҙ эшләп тә йөрөй. Был − уның ата-әсәһенә ярҙам булһын өсөн һайлаған ҡарары. Кинйәләре Әлфиә лә студентка, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның беренсе курсын тамамлаған. Ата-әсәһенең шатлығы, ҡыуанысы ғына түгел, ә ныҡлы терәге лә улар, бер-береһе өсөн дә өҙөлөп торалар.
Йәнтүриндар ғаиләһе былтыр район үҙәге Малаяҙға күскән. Әлегә ваҡытлыса кеше фатирында йәшәһәләр ҙә, тиҙҙән үҙҙәренең ике ҡатлы йорттары әҙер буласаҡ. Элеккесә, ихата тултырып баҡса үҫтереү, ҡош-ҡорт аҫрау хаҡында хыяллана улар.
Ғаилә башлығы, Кропачевоға йөрөп, нефтебазала эшләй. Люциә Булат ҡыҙына ла Малаяҙ башҡорт гимназияһында эш табылған. Ул – китапханасы. Әммә ҡул эшенә оҫта ҡатындың яратҡан шөғөлөнән айырылыуы мөмкинме һуң инде?! Әлбиттә, юҡ. Гимназияла «Оҫта ҡулдар» түңәрәген дә алып бара ул, ҡыҙҙарҙы кейеҙ баҫыу серҙәренә өйрәтә.
− Бик мәшәҡәтле эш. Ваҡытты ла күп ала, түҙемлек, ныҡышмалылыҡ талап итә. Әммә һөҙөмтәһен күреү шундай ҡыуаныслы. Кейеҙ баҫыуҙың үҙенә генә хас нескәлектәре, серҙәре бар. Мәҫәлән, мотлаҡ көҙгө йөндө ҡулланырға кәрәк. Хәҙер үҙебеҙ мал тотмағас, һарыҡ йөнөн һатып алам, бушҡа килтереп биреүселәр ҙә бар. Кейеҙ баҫыр өсөн иң тәүҙә йөн әҙерләйем, таҙартам, тигеҙләп һалам, 5 − 6 сәғәт эҫе һыуҙа быҡтырам, кәрәкле рәүешкә килтерәм – бының өсөн махсус энә, төҫлө йөн кәрәк. Был эш буйынса күп уҡыйым. Киләсәктә башҡорт ҡурсаҡтары, әкиәт персонаждарын эшләп, күргәҙмәмде асырға тигән уйым бар. Шулай уҡ жилет, билғау, ығырмау, килен баҫтырыу өсөн аҡ кейеҙ ҙә эшләп ҡарарға ниәтләйем. Әкренләп кейеҙ баҫыуҙың бөтә нескәлектәренә лә төшөнөп бөтөп барам инде, − ти оҫта ҡуллы ҡатын.
Тормош иптәшенә − һөйөклө ҡатын, балаларына − хәстәрлекле әсәй, эшендә хөрмәтле хеҙмәткәр булған Люциә Йәнтүринаға бары тик уңыштар ғына теләргә ҡала.
Юлиә Әхмәтйәнова.
Өфө ҡалаһы.
Автор фотоһы.