RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Айыҡ ауыл»дар – еңеүселәр

26.07.2013 «Айыҡ ауыл»дар – еңеүселәр

«Айыҡ ауыл»дар – еңеүселәр
«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Учалы һәм Белорет райондары ауылдары «имтихан» тотто
Араҡы эсергәме, эсмәҫкәме? Һуңғы ваҡытта был һорауға йышыраҡ «эсмәҫкә» тигән яуап яңғырай, һәм иң ҡыуаныслыһы, йәш быуын айыҡ тормошто аңлы рәүештә һайлай, эскелек һаҙлығынан йырағыраҡ йә­шәүҙе хуп күрә. Айыҡтарҙың артыуына хөкүмәт тарафынан күтәреп алынған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең инициативаһы буйынса уҙға­рыл­ған «Айыҡ ауыл» конкурсы ла үҙ өлөшөн индерә. Яңыраҡ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтарының белгес-эксперттары Татьяна Никитина һәм Әлфир Ниғ­мәтуллин, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Илнур Лоҡманов һәм Башҡор­тостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы ағзаһы Денис Ибраһимов составындағы хөкүмәт комиссияһы быйыл ошо бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт иткән Учалы һәм Белорет район­дары ауылдары буйлап йөрөп, халыҡтың эскенән биҙрәүенә, айыҡ йәшәргә тырышыуына шаһит булды.
Комиссия ағзалары барған иң беренсе ауыл Танысау булды. Ахун ауыл биләмәһенә ҡараған был бәләкәй ауыл юҡҡа сығып барған саҡта, тамырҙары менән ошо ерҙән булған ғаиләләр, ситтән кешеләр килеп, уға яңынан йән өрҙө. Танысауҙа күп балалы алты ғаилә иҫәпләнә: Гөлбаныу һәм Әмир Шәғәлиндарҙың – һигеҙ, Сәриә менән Марат Хәҙисовтарҙың, Вәсилә менән Илһам Шәғәлин­дарҙың бишәр бала булһа, башҡалар өсәр бала тәрбиәләй. Таны­сауҙа эшһеҙ йөрөгән әҙәм юҡ: мәҫәлән, Рәдинә менән Шамил Мөслимовтарҙың ҡошсолоҡ фермаһы бар, Константин Карпунин бал ҡорто тота, Зинаида менән Закир Вахитовтарҙың яратҡан шөғөлө – баҡсасылыҡ. Һәр иртә ауылдан биш машина ҡалаға эшкә китә, саҡ ҡына һуңыраҡ тағы дүрт-биш машина баҙарға юллана. Хатта пенсионер­ҙар ҙа тик ятмай, ҡутарып ҡош-ҡортон, малын тота.
– Колхоз тарҡалғас, бик ҡыйын булды, артабан нисек йәшәрбеҙ икән, тип ҡайғырҙыҡ, – ти утыҙ йыл быҙау ҡараусы булып эшләгән Нәзирә Хәмзәханова. – Хәҙер һыйыр һауып, һөтөн-ҡаймағын һатырға өйрәндек.
– Мин дә элек, дөйөм хужалыҡ бар саҡта быҙау ҡараусы булып эшләгәйнем, хәҙер почта таратам, – һүҙгә Бөрйәндең Ғәлиәкбәр ауылынан күсеп килгән Зилә Мө­хәммәтова ҡушыла. – Халыҡ баҫмаларға әүҙем яҙыла, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланмай.
– Тир түгеп тапҡас, аҡсаның ҡәҙерен беләбеҙ, уны нисек йәлләмәй эскегә тығаһың? – тип йылмая Рәдинә Мөслимова. – Шөкөр, ауылда йәшәгән ата-әсәләр ҙә, ситтә уҡып, эшләп йөрөгән балалар ҙа эсмәй, тырышып донъя көтөргә ынтыла.
Учалы районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенконың һүҙе буйынса, һуңғы йылдарҙа халыҡ зарланыуҙан, күктән төшкәнде көтөүҙән туҡтап, үҙ аллы тормош менән йәшәй, эшләй башлаған. Быны Ҡалуй ауылы халҡы ла раҫлай. Ҡырҡ биш йортло ауыл электән дәррәү, берҙәм булыуы менән айырылып тора. Мәҙәниәт йорто булмағас, улар күмәкләп клуб һалып сыҡҡандар, балалар майҙансығын да тотош ауыл менән бергә эшләгәндәр.
– Сходта, «Айыҡ ауыл»да ҡатнашаһығыҙмы, тигәс, ҡыуанышып, ҡуш ҡуллап риза булдыҡ, сөнки барыбер эсмәйбеҙ, – тип һөйләй ғүмерҙә лә иҫерткес эсемлектәрҙе ауыҙына алмаған етмеш дүрт йәшлек Зәйтүнә Вәлиева. – Килендәр шәп, таҙа йәшәйҙәр, инсафлы, тәүфиҡлы балалар үҫтерәләр, мин шуға ҡыуанып бөтә алмайым.
«Айыҡ ауыл»дар – еңеүселәр Ҡалуйҙа, ысынлап та, эскән ғаилә юҡ, йәштәр күп төпләнә, утыҙлап бала булһа, егермегә яҡын буйҙаҡ ир-егет үҙ бәхетен көтөп йәшәп ята. Әйткәндәй, бында ирҙәр ҡатын-ҡыҙ артына йәшенеп йөрөргә яратмай, үҙҙәре һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Күбеһе вахтала эшләй, ҡалымда йөрөүселәр ҙә байтаҡ, шуғалыр ҙа һәр өйҙә тиерлек техника бар, ә йорттары бөгөндән матурлыҡ конкурсына сығарырлыҡ!
– Ҡайһы берәүҙәр, нимәгә үткәрәләрҙер «Айыҡ ауыл»ды, барыбер халыҡ эсә бит ул, тип көлгән була, был сараның тәү сиратта балалар, киләсәгебеҙ өсөн кәрәклеген аңлап еткермәйҙәр, – ти Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Ләлә Лутова.
Минзәлә Солтанова менән Зәлиә Мирсәйетова ла, уны йөпләп, эсһәң, балаларҙы кем ҡарар – уҡығанын уҡытырға, өйләнгәненә матди, рухи ярҙам итергә кәрәк тә һуң, ти. Ауылға иман ҡайтһын тип, яңыраҡ ҡорбан салып, аят уҡытҡан бер туғандар Талип менән Марс Мирсәйетовтар ҙа, эсһәң – бер нимә лә кәрәкмәй, ә эсмәһәң, бөтә нәмә лә кәрәк, донъяны ҡырмыҫҡа кеүек бөтәйтә башлайһың, тип тә өҫтәй: «Бер ҡыҙығып, әүрәп китһәң иһә, йәшәүҙән айырым йәм, ҡыҙыҡ табаһың».
Бар эште бергә башҡарырға күнеккән ҡалуйҙар: идеялар сығанағы – клуб мөдире Роза Мирсә­йетова субботникка саҡыра икән – һепертке, салғы тотоп, тотош ауыл сыға; кемдер армияға китә икән – олоһо ла, кесеһе лә оҙатырға килә; мәҙәни-спорт сараһы уҙғарырға кәрәк икән – тағы ла ситтә ҡалыусы булмай.
– Шайтан ғына өмөтһөҙ, ә беҙ яҡшыға өмөт менән йәшәйбеҙ, шуға ла матур йәшәргә тырышабыҙ, – ти Нурия Сафина. – Беҙҙән өлгө алып, балалар тағы ла матурыраҡ, етешерәк һәм, иң мөһиме, айыҡ йәшәр.
Танысау, Ҡалуй ғына түгел, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Учалы районының Муса, Белорет районының Абҙаҡ һәм Рысыҡай ауылдары халҡы ла сараны дәррәү күтәреп алған.
– Эскелек менән артабан да «дуҫлыҡ» дауам итһә, юҡҡа сығабыҙ, – ти Абҙаҡ мәсете имам-хатибы Илдар Мәшүров. – Айыҡ тормош өсөн көрәш башлағас, туҡтамаҫҡа кәрәк, артабан да дауам итеү мотлаҡ. Араҡы – шайтан эсемлеге ул. Кешенең ауыҙына бер генә ҡалаҡ булһа ла араҡы индерә алһам, артабан ни эшләргә үҙем белермен, тигән, ти, бит шайтан.
Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина әйтеүенсә, 5 – 11-се синыф уҡыусылары араһында үткәрелгән анкета һорауҙарына яуап­тар­ҙан күренеүенсә, иҫерткес эсемлектәрҙе уҡыусылар­ҙың ете проценты тәмләп ҡараған (алкоголде балаларына... әсәләр үҙҙәре тәҡдим иткән!). Һәм насар статис­тиканы күпселектә эш эҙләп ситтән килеүселәр күрһәтә икән, төп ауыл халҡы ҡырын эштәрҙән йыраҡ тора. Курорт зонаһына ингән Абҙаҡ ауылында эскелеккә ҡаршы көрәште ауыл хакимиәте клуб, ФАП, мәсет, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәр­ҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар һәм аҡһаҡалдар советтары менән берлектә алып бара.
– Кәкре ағас нисек үҫкән, шулай тороп ҡала, тип иҫәпләйем, шуға ла балалар менән эшләүҙе төп бурыс итеп алғанбыҙ, – ти Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Байрас Фазылов. – Ауылда уҙғарылған сараларҙың барыһы ла айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән.
Рысыҡай иһә «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашмайынса ла күптән айыҡ йәшәү рәүешен үҙ итергән тырышҡан ауылдарҙың береһе. Бындағы өс магазиндың береһендә лә спиртлы эсемлектәр һатылмай. Мәсеткә олоһо ла, кесеһе лә йөрөй. Ферма ла боҙолоп, ташылып юҡҡа сығарылмаған – унда крәҫтиән-фер­мер хужалығы урынлашҡан.
«Айыҡ ауыл»дар – еңеүселәр Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәсимә Хәмитова, клуб мөдире Люциә Шайморатова, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Мәүсилә Әбүбәкирова, уҡытыусы Гөлкәй Мөхәмәтдинова, Сосновка мәҙәниәт йорто директоры Земфира Аҙнабаева менән бергә ауылды урап сыҡтыҡ – гүзәл ҡыҙҙары, семәр йөҙлөклө тәҙрәләре, рәсемле ҡапҡалары менән республикаға билдәле Рысыҡай төҙөк, матур, таҙа! Вәсилә һәм Насип Дәүләтбаевтар, Айһылыу һәм Радик Әбүбәкировтар, Валентина Марты­нова, Сажиҙә һәм Хәлим Лати­повтар, Мәүсилә Әбүбәкирова һәм Мөхәммәт Бадалов, Гөлгөнә һәм Салауат Әбүбәкировтар, Гөлбикә һәм Фәрух Шайморатовтар, Гөлназ һәм Рәис Түләбаевтар, Нәфисә һәм Рәис Ғимрановтар, Әлфиә һәм Ғәли Мәхмүтовтар, Гөлнара һәм Марсель Аҙнабаевтар, Рәсимә Хәмитова, Иҡсан Түләбаевтар кеүек һәр яҡлап өлгөлө, дан ғаиләләр ауылдың нигеҙен тәшкил итә. Ун бала үҫтергән Рәйлә менән Хәлим Сөләймәновтарҙың да йорт-ерҙәре ҡыйып баҡҡыһыҙ, балалары ла эшсән, тырыштар – улар ҙа Рысыҡайҙың үҙенсәлекле «визит карточкаһы».
– Ауылда хәҙер эсеп йөрөгән кеше күренмәй, – тип ауылдаштары өсөн һөйөндө хаҡлы ялдағы Зәлифә Шайморатова менән Әлфирә Хибәтуллина. – Эсмәһендәр, әйҙә, йәштәр, айыҡ йәшәһендәр. Ара­ҡыһыҙ ҙа йәшәүҙәре күңелле, матур бит ул.
Айыҡ тормоштоң гүзәллеген «Айыҡ ауыл – 2013» конкурсында ҡатнашҡан һигеҙ тиҫтәнән ашыу ауыл таный. Бәйге булғас, унда еңеүселәр һәм еңелеүселәр ҙә булыр. Хәйер, еңелеүселәр булмаҫ: айыҡ тормошто һайлау – ул үҙе бер оло еңеү!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»