26.07.2013 Бәхете − сабыр булыуҙа
Хәбирә Абдрахман ҡыҙының тормош юлы бик ҡатмарлы. Ете йәшенән етем ҡалып, тормош ғазаптарын, һуғыш михнәттәрен күп татый ул.
Таҡһыр ауылы ҡыҙы ун алты йәшенән «Заветы Ильича» колхозында ашнаҡсы булып ете ауыл бригадаһына ҡырҙа тамаҡ бешерә. Эшһөйәр, етеҙ ҡыҙҙы шунда осрата инде Ярлыҡап ауылы егете Нуриәхмәт Хажиәхмәт улы. Хәбирә инәй менән Нуриәхмәт апа өйләнешкәс, ҡайны-ҡәйнәһе һәм иренең башҡа туғандары менән Борисовка ауылына күсеп китеп, 12 кеше бер өйҙә бик татыу йәшәйҙәр. Хәбирә инәй бер бешергәндә һигеҙ икмәк һала мейескә. 1960 йылда йәштәр Ярлыҡапта өй бөтөрөп, йәшәргә ҡайта. Ике улға, ике ҡыҙға ғүмер биреп, балалар ҡыуанысы кисереп йәшәп ятҡанда, 33 йәшендә Нуриәхмәт апа үлеп ҡала. Аталары үлгәндә, Сәғирә – 12, Рәйес – 9, Рәил 7 йәшлек булып, етем ҡалалар. Бөтәһе лә илай тип, апай-ағайҙарының күҙ йәштәрен һөртә, аталарының үлгәнен аңламаған 5 йәшлек Сәфинәләре.
Көслө, сабыр Хәбирә Фәтхетдинова балаларына етемлекте һиҙҙертмәй үҫтерә. Һоратыусылар күп булһа ла, ҡабат кейәүгә сығырға уйлап та бирмәй. Бөтә ҡайғыһын, тормош ыҙаһын балаларын яратып, эшкә әүрәп баҫа. Ирле кешеләрҙән былайыраҡ йәшәй – 30 һарыҡ, 3 һыйырҙан өҙөлмәйҙәр, ә ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны булмай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Донъяны бергәләп көтөшкәнгә балалары ла эшсән, ипле булып үҫә. Ғүмер үтә килә балалар ҙа буй еткерә. Х. Фәтхетдинова һәр береһенә бирнәләрен әҙерләп, гөрләтеп туй үткәрә. Ярлыҡапта эш урыны булмағас, кесе улы Рәилдең ғаиләһе менән Асҡарға күсеп килә.
– Бала сағым етемлектә, һуғыш афәтен күреп, аслыҡта, йәшлегем, тол ҡалып, яңғыҙ үтһә лә, Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле. Сабыр итә белгәнгә бәхетлемендер. 30 йылдан ашыу улым Рәил һәм киленем Гөлнур менән бик татыу йәшәйбеҙ. Инде үҙҙәре өләсәй-олатай булып бөткән балаларым, килен-кейәүҙәрем хөрмәт итә, 9 ейәнем, 12 бүләм өҙөлөп тора. Өйҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй, күмәге урауында ҡыуанып, имен ғүмер кисерәм. Гөлнур киленем менән бер ваҡытта ла һүҙгә килешкәнебеҙ булманы, ул шул хәтлем аҡыллы, мәңге рәхмәтлемен. Балаларым ғаиләләре менән татыу йәшәгәс, тимәк, дөрөҫ тәрбиә биргәнмен, – ти, ҡыуанысы менән уртаҡлашып, Хәбирә Абдрахман ҡыҙы.
Күптән түгел һигеҙенсе тиҫтәне түңәрәкләһә лә, киң күңелле, ярҙамсыл Хәбирә инәй изгелек өләшеүҙән туҡтамай – ҡот ҡоя, мейе ҡаға, аяҡ-ҡул сыҡһа, төшөрә. Эшкә сығып киткән улын һәм киленен яҡты йөҙ менән оҙатып ҡала, ҡайтыуҙарына аш яраштырып көтөп тора. Һәр береһенә изге доғаларын уҡып ултырыусы, өйөнөң ҙур тотҡаһы ул Хәбирә инәй. Тик яҡшылыҡ ҡына уйлап йәшәгән зирәк инәй һәр атҡан таңға, тыныс, иркен тормошҡа шөкөр итеп йәшәй һәм ул күптәргә өлгө, үрнәк.
Зөлфиә Заһитова.
Әбйәлил районы.