19.07.2013 Юлдар фажиғәһеҙ булһын!
Республикабыҙ юлдарында көн һайын тиерлек юл фажиғәләре теркәлеп тора. Һәм, үкенескә күрә, юлда һәләк булыусылар һаны ла арта ғына. Һандарға ғына күҙ һалайыҡ: 2013 йылдың тәүге ярты йылында төбәктә 1877 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 257 кеше һәләк булған, 2357 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Эскән водителдәр ҡатнашлығында 49 фажиғә булып, уларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 67 кеше йәрәхәтләнгән. Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 299 юл фажиғәһендә 323 кеше һәләк булған, 272 кеше ғәрипләнгән. Балалар ҡатнашлығында 141 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, 9 бала һәләк булған.
Ошондай һандар килтерҙе «Интерфакс» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов. Унда шулай уҡ тәүге ярты йылда республикабыҙҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе, авариялар тураһында һүҙ барҙы.
Динар Заһит улы билдәләүенсә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы контролдә тотоу, иҫкәртеү эше үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл фажиғәләр һаны 197-гә әҙерәк булған.
Автобустар ҡатнашлығында аварияларҙың йыш ҡына яһалыуы был йүнәлештә эште әүҙемләштереүҙе талап итә. Яңыраҡ Белорет районында туристар ултырған «ПАЗ» автобусы фажиғәгә тарыны. Үткән шәмбелә Мәскәү өлкәһендә «ЛиАЗ» автобусы «КамАЗ» йөк автомашинаһы менән бәрелеште. Һөҙөмтәлә 18 кеше һәләк булды. Ошо һәм башҡа ваҡиғалар йәмәғәт транспортындағы хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар талап итә.
Кәңәшмә барышында журналистар Д. Ғилметдиновҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Иң ҡыҙыҡлыһы Өфө юлдарында урынлаштырылған автоматик видеотеркәү камералары тураһында ине. Ни өсөн тигәндә, һуңғы көндәрҙә «Кречет» күҙәтеү ҡорамалдарын урынлаштырыу тураһындағы хәбәр интернетта һәм социаль селтәрҙәрҙә ысын мәғәнәлә шау-шыу ҡуптарҙы.
Республикала заманса техника ярҙамында юл хәрәкәтен тәртипкә һалыуҙа ҙур эш атҡарыла. Уның иҫәбенә тиҙлек режимын боҙоуҙы автоматик теркәү буйынса «Арена» комплекстарын урынлаштырыу ҙа инә. Баш ҡалаға бындай 63 стационар ҡорамал бүленгән, уларҙың 40 данаһы Өфө аша транзит транспортты үткәргән Салауат Юлаев проспектында ҡуйылған.
Яңыраҡ баш ҡала юлдарында «Кречет» күҙәтеү системаларының тәүге сираты урынлаштырылды. Камералар тәүлек әйләнәһенә юлдың дүрт һыҙатын бер ваҡытта күҙәтеп, тиҙлек арттырыу, автобустар йөрөгән айырым юл һыҙатына сығыу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу һымаҡ ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәй. Юл хәрәкәтен тәртипкә килтерәсәк «Кречет»тарҙың барыһы ла урынлаштырылғас, уларҙың ҡайҙа ҡуйылыуы тураһында айырым хәбәр ителәсәк.
Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында иң тәүгеләрҙән булып ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең патруль автомобилдәрен видеорегистрация ҡорамалдары менән йыһазландырҙы. Бынан тыш, тиҙҙән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин иткән инспекторҙарға шәхси видеорегистраторҙар тапшырыласаҡ. Улар медальон формаһында буласаҡ һәм тыштан түш кеҫәһенә беркетеләсәк. Водителдәр һәм йәйәүлеләр менән аралашҡан саҡта яҙҙырып алынғаны видео һәм аудиояҙмалар төрлө низағлы хәлдәргә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итәсәк.
Динар Заһит улы Башҡортостандың автомобилдәр паркы масштабы буйынса Рәсәйҙә 5 – 6-сы урында тороуын белдерҙе. Беҙҙә әлеге ваҡытта 1 миллион 400 меңдән ашыу автомобиль һәм 100 меңдән ашыу мотоцикл иҫәпләнә. 2013 йылдың тәүге яртыһында БР буйынса 118 меңдән ашыу автомототранспорт сараһы иҫәпкә ҡуйылған.
Баш ҡалала автомобиль туҡталҡалары буйынса хәл киҫкен. Был тәңгәлдә ЮХХДИ «Паркон» видеофиксаторҙарын ҡулланасаҡ. Шулай уҡ тыйылған урында ҡалдырылған автомобилдәрҙе эвакуациялау буйынса эш әүҙемләшәсәк. Автобус йәки йөк автомашиналары ла штраф туҡталҡаһына оҙатыласаҡ, тип белдерҙе Динар Заһит улы.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.