RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Еләк тирә силәк-силәк

19.07.2013 Еләк тирә силәк-силәк

Еләк тирә силәк-силәкБөрйән районының Исламбай ауылында йәшәүсе Сәрүәр Ғәйнуллина баҡсаһында үҫтереп тә, урман еләген дә һатып, иш янына ҡуш итә
Хайран ҡалмалы хозур мәл етте – урман-ҡырҙа еләк, мине өҙә һал, тигәндәй, тамылйып беште, болондарҙағы сәскә төҫтәренән, йүкәләрҙән аңҡы­ған бал еҫенән баштар әйләнмәле. Өлгөрҙәр еләк йыйып, ҡышҡылыҡҡа витаминлы ризыҡ әҙерләп ҡалырға ашыға. Артҡанын һатып, ғаилә ҡаҙнаһын бөтәйтеүселәр ҙә бихисап. Хәйер, тырыштар урмандан ғына көҫәп ултырмай, баҡсаһында ла емертеп еләк үҫтерә. Бөрйән районының Ис­ламбай ауылында йәшәүсе Сәрүәр Ғәйнуллина тап шулай итә. Уны район үҙәгенә еләк һатырға килгәнендә тап иттем. Бер юлы алты биҙрә баҡса еләге алып килгәйне. Әле баҡсала бешкәне, бешә торғаны күп, тип тә аптыратты.
Уңған ҡатын, ергә эйелгән ас ҡалмаҫ, тигән әйтемде ҡолағына элеп, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Ҡара яҙҙан ҡара көҙгәсә ерҙә мәж килгәс, уңышы ла инәлтмәй, һөйөндөрөп кенә тора.
− Бигерәк тә «Виктория» сортлы еләк үҫтереүгә күңел һалғанмын. Ер иркен беҙҙә, баҡсабыҙ ҙур. Әлбиттә, үҙенән-үҙе генә булмай бер нәмә лә – тырышырға, ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Еләктәремде бала кеүек тәрбиәләйем. Уларҙы бит тейешенсә ҡараһаң ғына уңыш бирә. Кәбеҫтәгә әҙерләгән кеүек, оялар ҡаҙып, тиреҫ һалып, шунда ултыртабыҙ. Үҫентеләрҙең араһы картуфтыҡы һымағыраҡ алыҫлыҡта булыуы шарт. Даими һыу һибеп торорға кәрәк. Йәнә мыйыҡтарын мәлендә өҙөп тормаһаң, емештәр ҙурая алмай.
Былтыр еләктән генә 10 мең һум табыш алғайныҡ, быйыл тағы ла күберәккә өмөт итәм. Сөнки уңыш иҫ китмәле. Үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма әҙерләп алғандан һуң ғына һатабыҙ. Хәйер, үҙебеҙгә генә түгел, ҡырҙағы балаларға, туған­дар­ға күстәнәскә ебәрерлеген дә мул итеп хәстәрләп ҡуябыҙ. Заказ биреүселәр, өйҙән килеп алыусылар ҙа бар.
Ғөмүмән, баҡсала эшләргә яратам. Сәскәләр үҫтереүгә лә күңел һалғанмын. Әйткәндәй, яҙғыһын сәскә үҫентеләре, тамырҙары һаттым. Мәҫәлән, пиондың бер төбөнән генә лә 3500 һум табыш алдым.
Район үҙәгендәге баҙарҙа һатам. Төп маҡсатым еләк һатыу булһа ла, бер юлы һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот кеүек һөт ризыҡтары ла алып киләм. Улар ҙа иш янына ҡуш.
Баҡсамдағы емешкә генә ҡарап ултырмайым, әлбиттә, ҡырҙыҡына ла йөрөйөм. Кинйә улыбыҙ Нургиз дә эшкинде – еләк йыйып алып ҡайта. Өлкән улдарым ауылда түгел инде. Өлкәнебеҙ Ғәзиз ғаиләһе менән Ишембайҙа йәшәй, уртансыбыҙ Фәйез Учалы сәнғәт училищеһын тамамланы ла, эш булмағас, Себергә сығып китте.
Мин, әлбиттә, быларҙы маҡтаныр өсөн һөйләмәйем. Эш, аҡса юҡ, тип, күктән нимәлер көтөп ултырған ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар фәһем алмаҫмы, тиеүем. Сөнки, сер түгел, бөгөн күптәр балаларына эш ҡуша һалып бармай. Шуға балалары көнө буйы урамда бушты бушҡа ауҙарып йөрөй. Ошо еләкте генә үҫтерһәләр ҙә, ғаиләләренә күпме файҙа булыр ине. Ашап бер кинәнәһең, артҡанын һатып, өҙөктө ялғап ебәрәһең. Мин үҙем балаларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәттем. Баҡсаға тиреҫ ташыу, һыу һибеү улар елкәһендә булды. Улдарыбыҙ үҙҙәре ҡул менән быраулап, һыу ҙа ҡаҙып бирҙе. Эштәрен бөтмәйенсә, урамға сыҡманылар. Бала эшкә өйрәнеп үҫһә, үҙенә киләсәк тормошонда еңел була. Юҡ, тип ултырғансы, эшләһәң, аш була, − тип бик тә фәһемле фекерҙәре менән уртаҡлашты Сәрүәр.
Үҙенең тырышлығы, сослоғо менән ғаиләһен етеш йәшәтергә тырышып йөрөгән ҡатындың аҡыллы һүҙҙәрен һоҡланып тыңлап ултырҙым. Ошондай уңған, ныҡыш кешеләр ҡулында бит ул тормош. Ауыл йәме лә улар. Ветеринария системаһында эшләүсе ире Ғаяз­дың тапҡанына үҙенең сослоғо менән бәрәкәт өҫтәгән Сәрүәргә афариндан башҡа ни әйтерһең! Ысынлап та, фәһем дә, өлгө лә алырлыҡ шул. “Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын” тип тап уның кеүектәр тураһында әйтелгәндер.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»