12.07.2013 Сит планетанан түгел, “үҙебеҙҙеке” ул… ендәр
йәки Ерҙә беҙ яңғыҙ түгел
Был темаға ғалимдар һәр саҡ иғтибар итә, әммә аныҡ ҡына бер ниндәй ҙә фекергә килә алмайҙар. Сәйер күренештәр, сәйер һәм ҡурҡыныс йән эйәләре, полтергейстар, “билдәһеҙ осоусы объект”тар һ.б., һ.б. беҙҙең тормошҡа килә лә ҡыҫыла. Ерҙең хужалары, башлыса, кешеләр, тип уйлап, иркендә йәшәһәк тә, хайуандар, ҡоштар, үҫемлектәр һәм башҡалар донъяһы ла йәнәшәбеҙҙә икәнен оноторға тейеш түгелбеҙ. Ана шул башҡалар тураһында һүҙ. Йән эйәһе тип тормайыҡ, тел өйрәнгән ен һүҙен ҡулланайыҡ та ҡуяйыҡ. Төрлө төбәктәрҙән (урынды асыҡ яҙһаҡ, моғайын да, ҡурҡыу тойғоһо һалырбыҙ, шуға төрлө төбәктән тип кенә ҡуябыҙ) замандаштарыбыҙҙан яҙып алынған ваҡиға-күренештәр.
Беренсе ваҡиға
“Ҡатыным менән айырылышҡас, бер үҙем ҙур йортта йәшәнем. Яңғыҙ оҙаҡ торма, кемде булһа ла тап, тип әсәйем йыш ҡабатланы. Йәнәһе, яңғыҙаҡ менән ни булмаҫ. Аҙып-туҙып йөрөмәйем дә, ни булһын миңә, тип көлөп яуап бирҙем шул саҡ. Үҙем теге “һыу” менән дә шаярмайым. Эштән арып ҡайтам былай. Бер ваҡиға мине шаңҡытты, аҡылдан яҙҙыра яҙҙы.
Эштән ҡайттым да, арманһыҙ булып, йоҡларға яттым. Баҫлығып уяндым төндә. Шулай тиҙәр бит, нимәлер баҫһа. Өләсәйем, ен баҫа, ти торғайны. Йән көйөгө тап шул иҫемә төштө лә баһа! Үҙем тиргә батҡанмын. Ни тора алмайым, ни тәнемде тоймайым. Ниндәйҙер көс мине карауатҡа ҡыҫа. Үҙемдә ҡурҡыу ҙа юҡ бит әле ул. Башымды бора алдым шулай ҙа. Бүлмәлә кемдер бар ине. Мин быны айырым-асыҡ тойҙом. Өләсәйемдең баяғы һүҙҙәре ҡолаҡта сыңлап тик тора. Ниндәй ен булһын ти бынау заманда, боронғоларҙың ҡурҡытыу әмәле генә лә инде, тип үҙемде йыуатырға ла өлгөрмәнем, күҙ алдымдан бер нәмә ялт итеп үтеп китте. Исмаһам, ай яҡтыһы ла юҡ. Көш, тип ҡысҡырған булдым, тауышым сыҡманы. Теге ялтлап үтә лә китә, үтә лә китә. Гүйә, минең менән уйнай. Шулай төн буйы ялпылдап сыҡты. Ярай әле таң атырға оҙаҡ ҡалмағайны. Эшкә, башым тубал булып, хатта сәй ҙә эсә алмай киттем. Иптәштәргә һөйләгәйнем, китте хәбәрҙәр сылбыры, кемдер, ҡайҙалыр тегене күргән дә быны тойған. Берәүһенә тояҡлы ҡыҙ осраған, икенсеһен оҙон тырнаҡлы билдәһеҙ бапаҡ баҫтырған, өсөнсөһөн… Ир башыма шуларға ышана буламмы?!
Кис тағы буш өйөмә ҡайттым. Тыныс ҡына, берәү ҙә болартмаған, бер ниндәй ҙә ен эҙе күренмәй. Телевизор ҡараштырып ултырҙым да, урынымдан “әүен баҙарына” киткәнмен. Уянһам, телевизор һөйләп тора, дөм ҡараңғы. Ҡапыл тәнемдән ток үткәндәй булды ла, телевизорҙы һүндергәс, шундай хәүефле, өшөндөргөс тынлыҡ урынлашты. Елп итеп төндәге нәмә күҙемә күренмәһенме! Ут яндырырға тип торорға уйлағайным, ниндәйҙер көс мине диванға этте. Автоматик рәүештә һүгенеп ебәрҙем. Шунан иҫкә төштө − эштәгеләр ен күргәндә һүгенергә кәңәш биргәйне бит. Шарт та шорт һүгенәм, үҙем һаман торорға маташам. Юҡ, быуынһыҙландым да ҡуйҙым. Теге “ялпылдаҡ” та янда йөрөй. Ахыры, аҡылдан яҙыуымдыр, тип уйлайым. Үлтерһә, үлтереп кенә ҡуймай. Ҡолаҡ төбөмә үк килде был. Мин шунда һуштан яҙғанмын. Күҙҙе асҡанда иртәнсәк ине. Атай йортона ҡайтып торҙом. Ғүмерҙә лә психик хәлемдең мөшкөлләнеүе ихтималын уйламағайным. Ҡабат йортҡа ҡайтҡы килмәне. Әммә урта йәшкә етеп килгәндә лә атай-әсәйгә мәшәҡәт булып ятмайһың бит, төндә мине ниҙер эҙәрлекләүен дә уларға әйтеп торманым. Бер аҙнанан, әҙерәк тынысланғас, кире ҡайттым. Яңғыҙым түгел, оҡшатып йөрөгән ҡатынды ла эйәрттем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, “ялпылдаҡ” бер ҡайҙа ла китмәгәйне. Төндә тағы “баҫып” уятты… Нисек етте, шулай һатып алыусы табып, тиҙерәк ҡотолдом енле өйөмдән. Үҙемде намыҫым тынғыһыҙлай – кемделер аптыраталыр инде теге.
Нимә ул? Ҡурҡытыуҙан башҡа бер зыян да эшләмәгәс, нимәгә килгән? Әллә уны берәй нисек борсономмо икән? Һаман да яуап таба алмайым. Тынысланыр өсөн психолог ярҙамы кәрәкте…”
Икенсе ваҡиға
”Ике йыл элек булды был ваҡиға. Пенсияға сыҡҡас, ҡаланан арып, тыуған ауылда йәтеш кенә йорт һатып алдым. Бик ғауғасыл ғаилә йәшәне лә баһа, энергияһын ныҡ ҡына таҙартырға кәрәк, тип һеңлем, эй, тылҡыны, эй, тылҡыны. Йәнәһе, эскеселәр өйө, фәлән дә төгән. Мулла саҡыртыуҙы ла һуҙҙым. Аҙаҡтан ниңәлер онотолдо ла.
Кис ине. Өйҙөң ҙур мейесе бар. Беҙҙең яҡтарҙа күптән тәбиғи газ яна, ә был мейесте һүтеп ташларға ла ҡул теймәй торҙо. Үҙемдең бошмаҫлығымдыр инде. Шулай бер кистә аш-һыу бүлмәһендә шаҡылдау ишеттем. Өҫтәлгә бер нәмә төштө, тип сыҡһам, өҫтәл буш, иҙәндә лә аунап ятҡан нәмә күренмәй. Атағатаҡ, тыштан ел тәҙрәгә ағас ботағын һуҡҡандыр, тиһәм, ел дә юҡ кеүек. Кире сыҡтым. Инде йомшаҡ креслоға сумғайным ғына, кухняла тағы ниҙер шап итеп иҙәнгә төштө. Моғайын, сысҡандыр. Өйгә күскәндә хатта ҡомаҡ та бар ине әле. Береһе ҡустым ҡуйған ҡапҡанға эләкте. “Юлдаш” каналын ҡысҡыртып ҡуйып, теге шаҡылдауҙан ҡотолдом ул көндө. Иртән сысҡанға ағыу һалдым, бесәй алырға кәрәклеге иҫкә төштө.
Кис етте. Бәйләмемде инде тотҡайным ғына, былау бешерә торған ҡаҙанымдың төбөн ҡырған тауыш ишетелде. Кухняға сығып өлгөрмәнем, уҡлауымды урап ҡуйған гәзитте шытырлатып йырттылар. Сыҡһам, шыш та, быш та юҡ. Ҡаҙан да урынында, уҡлау ҙа матур итеп төрөлгән. Сысҡан ҡайғыһы китте. Өйҙөң насар энергияһы, бысраҡ аура иҫкә төштө. Етмәһә, һеңлемдең, кит, башҡа өй тап, быныһы ауыл осонда, ана ғына тора сүплек, ен ояһы, тигәнен хәтерләп, ҡалтырап киттем. Бәләкәй саҡта күп ишеттек ендәр тураһындағы ваҡиғаларҙы. Былай ауыл төҙөк, таҙа, сүплек тә күршелә генә түгел тигәндәй. Шул ен һүҙе сыҡмай бит күңелдән. Яңғыҙ ҡатынға ен эйәләй, тап берәй бабай, тип күршеләр йыш шаярта ине. Әллә, ысынлап та? Етмәһә, иртәнсәк күршеләге “һалырға” яратҡан бер ир, апай, әллә мейес яғып, көлсә бешерҙең инде төнгә табан, тип аптыратты. Күҙеңә күренгәндер, ниндәй мейес яғыу, утыным да юҡ, һүтеп бирер инең шул мейесте, эсеп йөрөгәнсе, тим тегегә. Әлләсе, апай, мөрйәң төтәне, ти. Ҡот китте.
Был кисте лә аш-һыу бүлмәһе “шаулап” торҙо – шаҡылдай, емергәндәй итә, сыҡһам, тыныс. Күҙемә нимәнелер шәйләнем шулай ҙа. Оҙон, ҡыл кеүек нәҙек кенә ҡойроғо күренде. Был сысҡандар хәҙер күҙемә күренә, тип үҙемде йыуатҡан булам, сысҡан түгеллеген яҡшы аңлаһам да. Янға ғына килеп, ауыр итеп тын алды шул нәмә. Үҫмер саҡта ендәр тураһында ишеткәндәрҙән иң ҡурҡыныстары иҫкә төштө. Айырыуса, берәүҙе мунсала бәләкәй тасҡа йомарлап тығып киткәндәр, тигәне. Үҙем һауыт-һаба йыуа торған ҙур ғына табаҡҡа ҡарайым. Уй, Аллам, ошонда ғына тыҡмаһа ярар ине. Хәҙер көлкө кеүек күренә, ул саҡта күҙемдән йәштәр субырлап аҡҡайны. Бәйләнгәндәй оҙаҡ торҙом тегенең тын алышын тыңлап. Әле бер яурынға килә, әле икенсе яҡтан. Үҙем Хоҙайға ышанһам да, бер генә лә доғаны белмәйем. Бисмилла, бисмилла, тип ҡабатлаған булам. Шул саҡ кеҫә телефоны шылтырап, уянғандай булдым. Ҡойроҡло нәмә юҡҡа сыҡты. Икенсе көнөнә үк мулла менән һөйләштем, ул аяттар уҡыны, һеңлем әллә ниндәй фэн-шуй әйберҙәрен урынлаштырҙы, артыш төтәттек. Тик ул өйҙә йәшәргә барыбер ҡурҡтым да, ҡалалағы фатирыма кире ҡайтып тороп, бер нисә йылдан атай нигеҙенә күрше өр-яңы йорт һалдыҡ. Өйөмдә Ҡөрьән ята, доғаларҙы ла телдән төшөрмәйем”.
Өсөнсө ваҡиға
”Беҙ, Зөлфиә, Илмира, Рәмилә, өс ауылдаш, яҡындағы ҡалаға йыш бара инек. Ара унлап саҡрымдыр. Киноға инәбеҙ, туңдырма ашайбыҙ, шунда йәшәгән туғандарға инеп сығабыҙ ҙа, көнө буйына йөрөп, кискә ҡайтабыҙ. Былтыр шундай сәфәрҙәрҙең береһендә автобустан тороп ҡалдыҡ та йәйәү сыҡтыҡ. Кис. Ҡояш байырға байтаҡ ваҡыт, шулай ҙа шәберәк тәпәйләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Юрый машинаға ҡул күтәрмәнек, өйҙәгеләрҙе ҡаршыларға саҡырманыҡ. Оло юлдан бармай, әҙерәк кенә тура юл бар, шунда сыҡтыҡ. Уныһында ла машина гөжләп тора. Юлда киләбеҙ, ихахайлап, ни етте шулай бер-беребеҙҙе ҡурҡытып. “Сумерки” фильмы ла иҫкә төштө. Вампирҙар, әүермәндәр тураһында кем нимә белә, шуны ҡуйыртып-ҡуйыртып һөйләй башланыҡ. Ҡулыбыҙҙа бер һауыт минераль һыу булһа ла, яҡындағы йылғаға төшөргә булдыҡ. Кисен йылғаға йыландар һыу эсергә төшә, тигәнде иҫләп, көлдөк тә, шаптыр-шоптор һыуға барып төштөк. Юҡ, йылан күренмәне-күренеүен. Барыһы ла тыныс ине. Бына юлға сыға алмай бер булдыҡ. Рәмилә бер аҙым да баҫа алманы ла ҡуйҙы. Әллә үҙебеҙҙе ҡурҡытҡанға, әллә, ысынлап та, бер хәүефле урын булды, ниндәйҙер шәүләләр күренде лә торҙо өсөбөҙгә лә. Тауыш-тын юҡ, хатта ҡоштар һайрауын ишетмәйбеҙ, ҡараңғы ла төшөп етмәгән. Тора торғас, ҡалған икебеҙ ҙә билдәһеҙ тойғонан ҡатып ҡалдыҡ. Беҙҙе кемдер ебәрмәй ине, ахыры. Ҡысҡырып иларға хәл юҡ, күҙ йәше аға ғына. Ҡурҡыштан иҫте юғалтыр хәлгә еттек. Бер-беребеҙгә ҡарашҡанбыҙ, үҙебеҙ, исмаһам, яҡыныраҡ та тормағанбыҙ – ара ҡул етерлек тә түгел. Ҡараңғы ныҡлап төшкәнсе ҡыбырлай алмай торҙоҡ. Кемдер сигнал биргәндәй, бер юлы ҡысҡырып илап ебәрҙек тә, “тотҡонлоҡ”тан саҡ сығып, атларлыҡ хәлгә индек. Сумканан соҡоноп телефонды тапҡансы әллә күпме ваҡыт үтте. Ярай әле, йылға ныҡ төптә булмағанлыҡтан, телефон эшләй ине. Беребеҙ атаһына шылтыратты, ул машина менән килеп етә һалды. Ауылға дүрт саҡрым ғына ерҙә булғанбыҙ. Таныш бөтә урын. Беҙгә, замана балаларына, зәхмәтле урындар тураһында бигүк һөйләмәйҙәр бит. Ҡыҙыҡ та түгел һымаҡ. Ә өлкәндәр ҡайҙа йөрөргә ярамағанын яҡшы белә. Баҡһаң, беҙ төшкән йылға буйы электән “енле” булған, имеш. Һуғыш ваҡытында был тирәләге бөрлөгәнгә килеп, күп кеше аҙашҡан, ауырыуға һабышҡан бер йәш килен хаҡында ла һөйләнеләр.
Шул килен, көтөү көткән иренә ашарға алып килгән дә, саңлау эргәһендәге яланда еләк йыйырға туҡтаған. Ошо йылға буйынараҡ уҡ килеп еткән. Һыуһағас, уңайһыҙыраҡ булһа ла, бер ағасҡа йәбешеп, көрөшкәгә һыу алған, эскәс, үҙе һөйләүенсә, яурын тирәһен ботаҡҡа эләктергән. Әйләнеп, ботаҡты алам тиһә, уны бер ҡул тотоп торғанын күреп, һуштан яҙған. Иҫенә килгәс, ҡараһа, берәү ҙә булмаған, бер-ике аҙым баҫҡан икән, тағы яурынынан эләккән. Нисек етте, шулай ҡайтып етеп йығылған. Сирләп киткән һәм оҙаҡ түшәктә ятҡан, күҙенә гел нимәлер күренгән, шуларҙы ҡыуып хәлдән тайыр булған. Ире дауаханаларға һалып та ҡараған, өшкөрткәндәр ҙә, төҙәлер-төҙәлмәҫ ҡалған. Ахырҙа, ҡалаға күсеп киткәндәр.
Әсәйҙәр беҙҙе оҙаҡ әрләне. Үҙебеҙ һаман ниндәйҙер көс беҙҙе тотоп торғанына ышанмайбыҙ. Шулай ҙа кискә табан ҡырҙа йөрөмәү яҡшылыр”.
Шулай итеп…
Кемдәр йә нимәләр тип әйтергә лә белеп булмай әлеге кешеләргә күренер-күренмәҫ ҡалған йән эйәләрен. Беҙ ерҙә яңғыҙ түгелдер шул. Параллель донъя, сит планета кешеләре беҙгә мәңгелек сер булып ҡалыр. Тик уларҙан ҡурҡҡы килмәй бит әле. Нисек бергә йәшәп өйрәнергә? Һаҡ булырғамы? Доғалар уҡып ҡына йөрөргәме? Яңғыҙ, йә ҡараңғыла ҡалмаҫҡамы? Уйламағанда-көтмәгәндә теләһә ниндәй күренешкә тап булына ла баһа. Ҡурҡҡанда гел ҡурҡынысыраҡ ваҡиғалар хәтергә төшөүсән. Ни эшләргә һуң, ә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?
Ваҡиғаларҙы
Айсын АҠБУЛАТоВА
ҡағыҙға төшөрҙө.