RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешеләрсә ысын ғүмере бар

02.11.2010 Кешеләрсә ысын ғүмере бар

Кешеләрсә ысын ғүмере бар«Алыҫҡа киткәс, туғандарҙың, атай йортоноң, тыуған яҡтың ҡәҙерен тулы мәғәнәлә аңланым», – тип яҙғайны Вәсил ағайым бер хатында, ике ай хеҙмәтен тултырғас. Ир заттары бындай юлды, әлбиттә, үтергә тейеш. Әрме хеҙмәтенән һалдат атайсалға сыныҡҡан, ҡарашы нығынып, физик яҡтан да көслө булып ҡайтып төшә.
Бөгөн Вәсил Насир улы Харрасов Алыҫ Көнсығышта, Курил утрауҙарының береһе – Кунашир утрауында мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итеп йөрөй. ҡояш ҡалҡҡан яҡтағы ваҡыт­ҡа, климат үҙенсәлегенә өйрәнеп китеүе ҡыйыныраҡҡа тура килә. Шулай булмай ни, утрауҙы дүрт тарафтан да диңгеҙ уратып алған. Әммә ағайым бындай ғына һынауҙарға бирешкәндәрҙән түгел. Ул һәр бер ауырлыҡты ысын ир-егеттәргә хас тәүәккәллек, ҡәтғилек менән еңеп сыға белде. Гелән үҙе өҫтөндә эшләне. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде. ҡулына диплом алғас, бер йыл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының автоматлаштырыу бүлегендә етәксе булып эшләп тә өлгөрҙө. Ә хәҙер ватаныбыҙ алдында изге бурысын намыҫлы итеп үтәп йөрөй.
Быны раҫлап, атай-әсәйебеҙ исеменә хәрби часть командирҙарынан рәхмәт хаты килде. Полковник Анатолий Кукарцев былай тип яҙа:
«Хөрмәтле Насир Нәҡип улы һәм Римма Мөғин ҡыҙы! Һеҙгә улығыҙҙы яҡшы кеше итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн бөтөн командование исеменән рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Ул ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Намыҫлы, дисциплиналы, ғәҙел, принциплы хәрби хеҙмәткәр ул. Командование һәм иптәштәре араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанды. ҡыйын минуттарҙа иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Профессиональ әҙерлеге өсөн подразделение офицерҙары тарафынан маҡтауға лайыҡ.
Һеҙҙең улығыҙ кеүек хәрби хеҙмәткәрҙәргә таяна ла инде илебеҙҙең ҡораллы Көстәре. Һеҙ уның менән ғорурлана алаһығыҙ. Улығыҙ хәрби бурысын еренә еткереп, яҡшы итеп башҡара. Уны башҡалар өлгө итеп ҡуя.
Һеҙҙең улығыҙ тағы ла нығынды, йыйнағыраҡ булып китте, ысын иргә әүерелде, тип ышандыра алабыҙ. Тиҙҙән быны үҙ күҙегеҙ менән күрә аласаҡһығыҙ.
Улығыҙҙың барыһы ла һәйбәт: һаулығы, кәйефе. Ул артабан да шулай уҡ яҡшы хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе, әрме отличнигы булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.
Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт! Командирҙарса ихлас рәхмәт!
Ошо еңел булмаған ваҡытта һеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ».
Атай-әсәйгә ошонан да ҙурыраҡ бүләк булыуы мөмкинме һуң?! Ил алдында йөҙҙө ҡыҙартмаған улдар булғанда, ҡартлыҡта ла бәхеткә төрөнөп йәшәргә өмөт бар. Ватаныбыҙҙа тормош тыныс булыр, тигән ышаныс та һүнмәй. «Кешеләрсә ысын ғүмере бар йәшәй белгән ысын һәр ирҙең», – тип әйткән Хәй Мөхәмәтйәров үҙ заманында. Вәсил ағайыма был һүҙҙәр нисек тап килеп тора!

Фәиз ХАРРАСОВ,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»