02.11.2010 Күсәр
Һаҡ булығыҙ: юлда – боҙлауыҡ!
Көҙ еттеме, тәбиғәттең кәйефе тотороҡһоҙлана. Йә ул йылы көндәре менән шатландыра, йәиһә һыуыҡ, әсе еле, ҡарлы ямғыры менән күңелде төшөрә. Нисек кенә булмаһын, был миҙгел – водителдәр өсөн «тимер ат»ты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү осоро.
Көндөҙ ҡояш ҡыҙҙыра, кисен һыуыта, төндә туңдыра, ә иртәнсәк боҙлауыҡтар барлыҡҡа килә. Бындай шарттарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Автомобилеңде ҡышҡылыҡҡа әҙерләй башламаһаң, йә был хаҡта бөтөнләй онотһаң, юлда һаҡ йөрөү ҡағиҙәләрен баштан сығарһаң, бәлә килерен көт тә тор! Шуға ла тайғаҡҡа, һалҡындарға әҙер булыу мотлаҡ.
– Бының өсөн иң тәүҙә, әлбиттә, автомобилдең тәгәрмәстәрен «энәле»һенә алмаштырыу зарур.
– Тайғаҡта автомобилде яйыраҡ йөрөтөргә кәңәш ителә. Рулде ҡапыл борғанда, ҡапыл тормозға баҫҡанда, машинаны ситкә «ташлауы» ихтимал. Ул саҡта иң яҡшыһы – рулде «ташлаған» яҡҡа табан бороу һәм шундуҡ тәгәрмәстәрҙе тигеҙләү, әммә тормозға баҫыу ҡәтғи тыйыла.
– Бигерәк тә юлға төшөрөлгән билдәләрҙә («разметка») һаҡ булырға кәрәк. Юлға һалынған аҡ буяу еүеш мәлдә, һалҡында, һабын шикелле, тайғаҡҡа әйләнә һәм тәгәрмәстәрҙең юл менән тығыҙлығы ла кәмей.
– Тәгәрмәстәрегеҙҙәге тындың баҫымын үлсәгеҙ. Бындай көндәрҙә 0,5 атмосфераға артығыраҡ тултырылған баҫым күпселек осраҡта фажиғәләрҙең сәбәпсеһе була.
– Юлда автомобилдәр араһындағы дистанция тураһында ла онотмағыҙ. Һынауҙар күрһәтеүенсә, машина-ара дистанция, йәйгеһенә ҡарағанда, кәм тигәндә өс тапҡырға артығыраҡ булырға тейеш. ABS системаһына ышанырға ярамай – ул туҡтау арауығын кәметеү өсөн түгел, ә тормоздарҙың блокировкаһын булдырмау өсөн тәғәйенләнгән.
– Тәбиғәттең көйһөҙ миҙгелендә машиналар өсөн иң хәүефле урындар – күперҙәр, юл саттары, боролоштар. Улар – иң «тапалған» урындар. Шуға ла был урындарҙа тиҙлек менән шаярырға ярамай.
Алкотестерҙарға тапшырылды
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы руль артына эскән килеш ултырыусыларға ҡаршы көрәште алкотестерҙарға тапшырҙы.
Бынан ары, алкоголгә тикшереү үткәндә, водителдең клиник билдәләре иҫәпкә алынмаясаҡ. Алкотестерҙың күрһәтмәһе буйынса водителдең айыҡлығын билдәләү берҙән-бер ысул булып ҡаласаҡ. Яңы бойороҡ менән бергә, медицина тикшереүен үткәреү инструкцияһына ла үҙгәрештәр индерелгән. Клиник билдәләрҙе алып ташлау менән бер рәттән, водителдең тынындағы һауала алкоголдең максималь кимәле лә ғәмәлдән сығарылған. Быға тиклем ул бер литр һауаға 0,15 миллиграмм тәшкил итә ине.
Страховкалау 30 процентҡа артырмы?
Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау буйынса тарифтарҙың күтәрелеүен быйыл уҡ көтөргә кәрәк, ти белгестәр.
ОСАГО-ның хаҡы артыуы 1 сентябрҙә автозапчастарҙың туҙыу кимәлен баһалаусы яңы ҡағиҙә эшләй башлауына бәйле. Уға ярашлы, страховка түләүҙәрен иҫәпләгәндә автомобилдең хәүефһеҙлегенә бәйле булған ҡайһы бер запчастарға ҡарата туҙыу (таушалыу) коэффициенты ҡаралмаясаҡ. Был исемлеккә быяла, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм мендәрҙәре, тормоз шлангылары һәм руль системаһының деталдәре инә. Страховкалау компаниялары уларҙың хаҡын тулыһынса ҡайтарырға тейеш буласаҡ.
Бындай үҙгәрештәр, әлбиттә, өҫтәмә сығымдар талап итәсәк. Шуға ла страховкалау компаниялары, уларҙы ҡаплау маҡсатында, ОСАГО-ға тарифтарҙы 23 процентҡа арттырыуҙы һораясаҡ. «Йәмәғәт контроле» ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте етәксеһе Михаил Аншаков фекеренсә, ОСАГО-ға хаҡтарҙың 30 процентҡаса артыуы ихтимал. Эксперттарҙың яҡынса иҫәпләүҙәренсә, ҡеүәте 100 ат көсө булған сит ил маркалы автомобиль өсөн яңы тариф буйынса иң арзан полис 8 мең һумға төшәсәк.
Яғыулыҡты күп ашаһа...
Автомобилдең яғыулыҡты сарыф итеү күләме уны төҙөүсе компания белдергән күләм менән бер ҡасан да тура килмәй. Ғәҙәттә, техник ҡылыҡһырламаға индерелгән был күрһәткестәрҙең тормошта бер нисә тапҡырға артып китеүе лә ихтимал. Ни өсөн машинаның яғыулыҡты сарыф итеү күрһәткесе ысынбарлыҡтан тайпыла? Бының бер нисә сәбәбе бар.
Беренсе сәбәп. Машинаның техник ҡылыҡһырламаһы таблицаһына индереләсәк цифрҙарҙы алыу өсөн автомобиль махсус полигондарҙа һынау үтә. Ә унда юл тип-тигеҙ, машинаға резиналарҙың «иң-иң»дәре һайлана, ә көн торошо тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Икенсе сәбәп. Машинаға һынау үткәреүсе тәжрибәле тест-пилоттар яғыулыҡты мөмкин тиклем һаҡсыл сарыф итергә тырыша.
Өсөнсө сәбәп. Тест мәлендә машинаның эсендә водителдән башҡа бер кем дә, бер нәмә лә булмай, йәғни ул буш, был фактор цифрҙарға, әлбиттә, йоғонто яһамай ҡалмай.
Был шарттарҙың барыһын да ҡәҙимге тормошта теүәл генә үтәп булмай, йәғни бөтөнләй үтәрлек түгел.
– Автомобиль һатып алырға йыйыныусы кешегә заводтың автомобилдең яғыулыҡты сарыф итеү күрһәткесен һәр саҡ ыңғай яҡҡа тырыштырып теркәүен күҙ уңында тотоу зарур, – ти автоэксперт Алексей Дуванов. – Ул цифрҙарҙы 1,5 тапҡырға ҡабатларға кәрәк. Шулай уҡ водителдең машинаны йөрөтөү манераһы ла «тимер ат»тың «аппетиты»на йоғонто яһай.
Автомобилдең «аппетиты» тағы нимәгә бәйле?
2 проценты – багажниктағы артыҡ 50 килограмм йөккә.
8 – 10 проценты – тулы ҡеүәткә тоҡандырылған кондиционерға.
4 проценты – юғары тиҙлек менән барғанда асыҡ тәҙрәләргә, шулай уҡ тәгәрмәстәрҙәге тындарҙың аҙ булыуына.
5 проценты – двигатель йылынып бөтмәгән көйөнсә йөрөүгә.
3 проценты – тоҡандырылған фаралар менән йөрөүгә.
30 – 40 проценты – әгәр прицеп тағылһа.
Һауа фильтрының бысраныуы (ул моторҙың эшләүен көйһөҙләй, бензинды күберәк сарыф иттерә), тормозға баҫыу, разгон алыу, юғары тиҙлек (юғары һауа ҡаршылығы яғыулыҡты күберәк сарыф иттерә), машинаның ауырлығы (ҙурыраҡ, ауырыраҡ булған һайын яғыулыҡты ла күберәк ашай), автомобиль түбәһенә ҡуйылған багажниктың юғары аэродинамик ҡаршылыҡ тыуҙырыуы, машинаның аҫтына бысраҡ һәм конденсат ултырыуы яғыулыҡты күберәк «ашай».
Стресс алкоголгә тиң?
Көҙөн көн торошоноң водителдәрҙең кәйеф-хәленә йоғонто яһауы юл-транспорт фажиғәләренең артыуының сәбәпсеһе булыуы асыҡланған.
ОРВИ һәм ОРЗ сирҙәре руль артында ултырыусының иғтибарын шул тиклем ныҡ кәметә, хатта был хәлде белгестәр кешенең ҡанындағы алкоголь кимәленең 0,5 – 0,7 промилегә тиң булыуы менән сағыштыра. Ошоға бәйле РФ Дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә юлда стресты еңеү һәм күңел тыныслығын һаҡлап ҡалыу буйынса бер нисә файҙалы кәңәш әҙерләгән.
– Тәрән итеп тын алығыҙ һәм уны яйлап ҡына кире сығарығыҙ. ҡатмарлы булмаған был күнекмәне 3 – 5 тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
– Стресты, артыҡ ҡуҙғыусанлыҡты классик музыка, халыҡ йырҙары һәм тәбиғәт тауыштары (диңгеҙ, ямғыр, ҡоштар) кәметә ала. Кәйефте шулай уҡ ритмлы көйҙәр, еңелсә поп-музыка күтәрә.
– Үҙегеҙ менән һәр саҡ аскорбин кислотаһы йөрөтөгөҙ: әгәр күҙ алдығыҙ томаланып йәиһә башығыҙ әйләнеп китһә, бер нисә витамин «төймә»һен йотоғоҙ.
– Руль артында оҙаҡ ултырыу иғтибарҙы кәметә, шуға ла табиптар машинаны туҡталышһыҙ 1,5 сәғәттән дә ашыу йөрөтөргә кәңәш итмәй. Туҡталыштарҙа ябай физик күнегеүҙәр яһау файҙаға ғына. Мәҫәлән, «тығын»дарҙа башты уңлы-һуллы борғолап алырға мөмкин.
Иғтибар: алкорадар!
Оҙаҡламай руль артына һуҡмыш йәки иҫерек көйөнсә ултырған водителдәрҙе ситтән тороп алкорадар ярҙамында белеп буласаҡ.
Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Лазер системалары» фәнни-тикшеренеү предприятиеһы белгестәре уйлап тапҡан яңы ҡорамал оҙаҡламай ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә барып етәсәк, тип көтөлә. Яңы приборҙың лазер нуры автомобилдең салонын «тикшерә» һәм тейешле үлсәүҙәр яһай. Әгәр унда алкоголь кимәле норманан бер промилегә юғары булһа, был хаҡтағы мәғлүмәт яҡындағы ДПС посына тапшырыласаҡ.
Прибор тыштан ҙур радарға оҡшаған, әммә ул кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ.
Трамвай юлына сыҡма!
ҡаршы трамвай юлына сыҡҡан өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм итәсәктәр.
Был хаҡтағы төҙәтмәләр 21 ноябрҙә көсөнә инәсәк. Трамвай юлына сығыу бынан ары ҡаршы яҡ юлға сығыуға бәрәбәр буласаҡ һәм уның өсөн язаһы ла шундай уҡ – 4-тән алып 6 айға тиклем «право»нан мәхрүм итеү. Быға тиклем ошо ҡағиҙәне боҙған өсөн инспекторҙар водителдәргә тик 1 – 1,5 мең һум штраф ҡына яҙа ине. Трамвайҙың алдынан урап үтеүсе пассажирҙар өсөн бындай маневрҙар бигерәк тә хәүефле.
Бынан тыш, төҙәтмәләр бер яҡлы юлға ҡаршы сыҡҡан өсөн дә яуаплылыҡты арттыра – уның өсөн «право»һыҙ ҡалыуығыҙ йәки 5 мең һум штраф алыуығыҙ ихтимал.
Олигарх машинаһында елдерербеҙ әле...
Олигарх Прохоровтың халыҡ автомобиле Ватаныбыҙ автосәнәғәтендә революция эшләмәксе.
Бай бизнесменға ҡараған «Онэксим төркөмө» предприятиеһы ике гибрид моделенең – ҡала өсөн ғаилә хэтчбегының һәм «кросс-купе»ның рәсемдәрен эшләгән. Дизайндағы берҙән-бер үҙенсәлекле деталь – ике төҫлө кузов, уныһы ла автомобиль сәнәғәте өсөн әллә ни асыш түгел. Әммә проекттың директоры Андрей Бирюковтың һүҙҙәренсә, машинаның дизайны иң мөһиме түгел, гибридтарҙың эсенә нимә йәшерелгән – шуныһы ҡыҙыҡ икән. Ә унда барыһы ла уникаль һәм уларға Рәсәйҙә лә, Көнбайышта ла аналогтар юҡ.
Халыҡ автомобилен эшләүселәрҙең төп ғорурлығы – гибрид машиналарының уртаҡ платформаһы. Уның нигеҙендә компакт-кар ҙа, кроссовер ҙа, шулай уҡ ҙур булмаған коммерция машиналарын да эшләргә мөмкин. Проект авторҙары ышандырыуынса, С-класлы компактлы хэтчбек 7-се сериялы BMW менән тиңләшә ала.
«Халыҡ» гибридтарын 70 ат көсө ҡеүәтле электр моторы, литий-ион аккумуляторҙары менән йыһазландырасаҡтар. Электр моторҙарын 0,6 литрлы тәбиғи газда эшләүсе мотор туҡландырасаҡ.
Яңы автомобилдең, билдәле сит ил маркаларына оҡшауына, айырым өҫтөнлөктәре булыуына һәм кузовының төрөнә ҡарамаҫтан, хаҡы 450 мең һумдан да артмаясаҡ. Ә иң арзаны 350 мең һум буласаҡ.