RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тамсылап-тамсылап һаулыҡты кимерә

31.05.2013 Тамсылап-тамсылап һаулыҡты кимерә

Тәмәке көйрәтеүсе сираттағы тәмәкеһен ҡулына ала ла тоҡандырып ебәрә, шунан, уға татлы тойолған төтөндө эскә һура һәм тирә-яҡҡа таралған күкһел дүңгәләктәргә ҡарап, ләззәтле уйҙарына бата. Ошо мәлдә организмында ниндәй процестар барғаны, тәмәкенең уға нисек йоғонто яһағаны тураһында уйланамы икән? Юҡтыр. Уйланһа, ҡабат тартмаҫ ине.
Тәмәкелә тәбиғи һәм яһалма радиоактив элементтар етерлек. Көлөндә − 9, төпсөгөндә − 20, фильтрында – 8, төтөндә 50 процент изотоп бар. Ошо һандан күренеүенсә, тәмәке төтөнөндә зыянлы матдәләр иң күбе. Ул төкөрөктә ирей һәм ашҡаҙанға эләгә, унда нитрозаминға әүерелә, был матдә төрлө шештәр тыуҙыра.
Тәмәке төтөнө организмдың иң мөһим структураларын − ҡан, нервы һәм мейе күҙәнәктәрен, үпкәләр­ҙе ҡаҡшата. Кеше тын алыу юлдары, аш һеңдереү, йөрәк-ҡан системалары сирҙәренән яфалана. Бигерәк тә үпкәгә үтә ауырға тура килә. Уның күләме бәләкәсәйә, һығылмалығы юғала. Үпкә мейес мөрйәһе кеүек ҡап-ҡара була, Йыйылған ыҫмаланы таҙартыу өсөн организмда эластаза тип аталған фермент әүҙемләшә. Ул ыҫмаланы таҙарта, тик бер юлы үпкә туҡымалары ла тарҡала. Һөҙөмтәлә үпкә күҙәнәктәренә кислород ҙур ауырлыҡ менән килә. Шулай итеп, эмфизема башлана. Ул бик ауыр сир, үлемгә килтерә.
Тәмәкеселәр шәп йүгерә алмай, тындары ҡыҫыла, күҙ алдары сыбарлана. Тәмәке тартҡан кешенең артериялары тығыла. Был инде алда йөрәк өйәнәге, инсульт көтә, тигән һүҙ. Тартҡандан һуң 30 минут самаһы ҡан тамырҙары ҡыҫылған килеш ҡала. Шуға йөрәккә күп көс төшә. Ҡан тамырҙары ҡыҫылғанға күрә туҡымалар кислород менән насар тәьмин ителә. Тартыу стажы артҡан һайын ҡан әйләнеше боҙола, шуға кешенең аяҡтары һыҙлай, ул сатанлай башлай, сир аҙып, хатта гангрена булыуы ихтимал. Тартыусының тиреһе тиҙерәк ҡартайыуын клиник шарттар­ҙа иҫбатлағандар. Мәҫәлән, егерме йыл тартыу стажы булған 40 йәшлек ҡатындың тиреһе 70 йәшлек әбейҙәрҙеке кеүек үк була. Медицинала был “никотин синдромы” тип атала.
Тартҡандан һуң, ашҡаҙанда ризыҡ булмаһа ла, һут бүленә. Ул ашҡаҙан тиресәһен ашай, һөҙөмтәлә сей яра барлыҡҡа килә. Тартыу арҡаһында күреү һәләте лә түбәнәйә, ҡапыл ғына тома һуҡыр ҡалыу ҡурҡынысы бар.
Тәмәке һәм уның төтөнөндә дүрт меңдән ашыу химик берләшмә бар, шуларҙың ҡырҡы − канцероген. Улар кешенең ДНК-һын үҙгәртеп, онкологик сирҙәр барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Бензпирен канцерогены иң хәүефлеһе. Ғалимдар ҡуян ҡолағына бер нисә көн тәмәке дегетен һөрткән, һөҙөмтәлә унда яман шеш барлыҡҡа килгән.
Тартыу, физик зыяндан тыш, психологик тайпылыштарға ла килтерә. Бер тәмәкенән икенсеһенә тиклем йәшәүселәр ҡыҙыу, бүтәндәр менән аңлаша алмаған, ауыр холоҡло, мыжыҡ кешегә әүерелә.
Егерме тәмәке төтөнөндә 130 мг никотин, 45 г аммиак, 0,7 – 1,1 мг синиль кислотаһы һәм башҡа ағыулы матдәләр бар. Ошо ҡатнашманы организмға бер юлы ебәрһәң, кеше шундуҡ йән бирәсәк. Бындай ағыу көн дауамында әҙләп-әҙләп индерелеү сәбәпле, үлем кисектерелә килә. Медиктар әйтеүенсә, тәмәке тартыусының ғүмере, тартмаусыныҡына ҡарағанда, туғыҙ йылға ҡыҫҡараҡ.
Бына мин тартам, һау-сәләмәтмен, бер ерем дә һыҙламай, тиерһегеҙ. Тартыуҙың эҙемтәһе шундуҡ беленмәй шул. Йылдар үткән һайын кешенең теге йә был ағзаһы үҙе хаҡында һиҙҙерә башлай. Үкенескә күрә, тәмәкенең зыяны тураһында аңлағас, сирҙәр «гөлләмәһе»нән анһат ҡына ҡотолоп булмай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»