RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәбиғәтте рәнйетмәйек!

31.05.2013 Тәбиғәтте рәнйетмәйек!

− Ой, ой, ой… Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле! Ни тиклем сүп-сар!
− Ә һыра шешәләре!!!
− Шул тиклем эскәс, үлмәнеләрме икән?!
− Абау, ҡулдарын төйәһе нәмәләр! Ырғытып китмәһәләр, ни була?!
− Ләлә апай, ниңә юл буйына шул тиклем сүп-сар ырғыталар ул?
− Ниңә шул ырғытҡан кешенән йый­ҙыр­май­ҙар?
Шәмбе өмәһе, ғәҙәттә, ошолай башлана. Ошо тиклем һыра, һут, араҡы шешәләрен, тәмәке ҡаптарын күреп, балаларҙың ғына түгел, минең дә йән көйә. Ысынлап та, ошо күренештән, был тирәлә эшләмәй, тик эсеп кенә яталар, тип уйларға мөмкин. Ә бит ауылыбыҙҙа тырыш кешеләр бик күп. Һәр тарафтағыса, бында ла мискә тулы балды бер тамсы дегет менән боҙоусылар табыла. Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй, тигәндәй, дәррәү эшкә тотондоҡ. Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ауыл советы биләмәләренән, трасса буйынан тоҡ-тоҡ сүп йыйҙы, беҙ уҡыусылар менән мәктәп эргәһен, ауыл тирәһен ҡыш буйы йыйылған насар күренештән азат иттек. Уҡыусылар йүгерә-йүгерә тоҡтарҙы аллы-гөллө печенье, һут ҡаптары менән тултырҙы. Тырышып эшләп йөрөгән балаларҙы күргәс, халыҡ та сығып, ҡапҡа алдарын йыйыштырырға кереште. Кемдер берәү магнитофонын тоҡандырҙы, йыр тауышынан күңелдәребеҙ күтәрелеп китте. Тирә-яҡ күҙгә күренеп таҙарҙы, йәмләнеп ҡалды, үләндәр йәшелләнеп өҫкә ҡалҡты. Бысраҡтан тонсоҡҡан ер еңел һулап ҡалғандай, хатта ҡояш нурҙарына иркәләнеп, ирәйеп йылмайғандай тойолдо. Шул таҙалыҡты маҡтағандай, ҡоштар ҙа тынмай һайраны. Эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек алып ҡайтырға сыҡтыҡ.
– Ҡарағыҙ әле, нисек таҙа!
– Беҙ – маладистар, эйеме?
– Бер бөртөк тә сүп ҡалманы.
– Бигерәк матур!
– Ауылыбыҙ шундай йәмле икән дә!
Балаларҙың шатлыҡлы тауыштарына минең маҡтау һүҙҙәре лә ҡушылғас, ихлас һөйөндөк. Шул саҡ алыҫтараҡ, һыҙғырып, машина туҡтағаны ишетелде. Ул тирәгә иң тәүҙә барып еткән уҡыусымдың асырғыланып ҡысҡырыуынан ҡот осто. Нимә булды икән тип барһам: бер тоҡ сүп! Өҫтөмә бысраҡ ҡойғандай, ҡатып ҡалдым. Бәйләнмәгән тоҡтан торт һауыты, колбаса, балыҡ ҡаптары, араҡы, шарап шешәләре ҡойолоп, бөтә ерҙе тултырған. Балаларға быларҙы йыйырға ҡушырға телем әйләнмәне, тамаҡҡа төйөр тығылды. Күҙҙәремдән бәреп сыҡҡан йәшемде күрһәтмәҫкә тырышып, йән асыуым менән кемдеңдер байрам ҡалдыҡтарын тоҡҡа тултыра башланым. Шаңҡып ҡалған балалар ҙа өндәшмәй генә ярҙамлашты.
– Вәт, йүнһеҙ, ә! Ҡулы ҡороғор! – ауыр тынлыҡты бер сая ҡыҙ боҙҙо. Шунан, һауытына һыйышмай күпергән сүпрәләй, һәр беребеҙҙең күңелендәге асыу тышҡа әр һүҙҙәре булып ташты.
Ҡаланан ауылына әсәһенең хәлен белергә (ә бәлки, һөт-ҡаймағын тейәп алып китергәлер?) ҡайтҡанда сүп-сарын үҙе тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан юлына туҙҙырып ырғытып киткән яһил бәндә! Әгәр ҡулың ҡороһа (Алла һаҡлаһын!), һинең бысрағыңды таҙартҡан саф күңелле балаларҙың рәнйеше төшкәнен аңлай алырһыңмы икән?
Ә бит ҡалала аҙым һайын сүп контейнеры, ауылда махсус сүплектәр бар. Беҙҙең юл буйында ыҙаланып йыйыштырып йөрөгәнде күреп үттең бит.
Беҙ балалар менән гел экологик өмәгә сыҡҡас, туңдырма ҡабын да, кәнфит ҡағыҙын да ергә ырғытмайбыҙ, сумкаларыбыҙға һалабыҙ. Әллә ни ҡыйын да түгел. Кеше хеҙмәтен хөрмәтләй белеү – үҙе үк яҡшылыҡ!
«Ахырызаман ет­кән­­дә кеше үҙе ташлаған бысраҡҡа, сүп-сарға батыр», – ти ағинәйҙәр. Ысынлап та, тәбиғәтте һаҡламаһаҡ, Ер-әсәне хөрмәтләмәһәк, бер-беребеҙгә ихтирамлы булмаһаҡ, йылға-күлдәребеҙҙе таҙартмаһаҡ, киләсәккә экологик һәләкәт янаясаҡ түгелме? Тәбиғәттең рәнйеше төшмәҫ тимә!
Быйылғы йыл бушҡа ғына Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителмәгән бит! Был эшкә дәррәү күтәрелһәк кенә еңеп сығып буласаҡ. Ул саҡта ауылыбыҙ ҙа, Баш­ҡортостаныбыҙ ҙа гөл-сәскәгә төрөнгән йәмле төбәк буласаҡ.

Ләлә АБЗАЛОВА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.

Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»