RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ладога күлендә ниндәй хайуан йәшәй?

24.05.2013 Ладога күлендә ниндәй хайуан йәшәй?

Ладога күлендә ниндәй хайуан йәшәй?Урта быуаттарҙа караптарҙы батырыусы ҡурҡыныс диңгеҙ ғифриттәре, Шотландия күлдәрендәге плезиозавр ҡалдыҡтары тураһындағы мәғлүмәтте иң ҡыҙыҡ фантастик романдарҙа ғына осратырға була кеүек ине. Бөгөн иһә киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй һыу ятҡылыҡтарында йәшәүсе билдәһеҙ сихри заттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе аҙым һайын осратырға мөмкин. Был нимә: шаяртыумы, журналистарҙың фантазияһымы, әллә асылмаған тәбиғәт серҙәреме? Боронғо хайуандар, шул иҫәптән Ладога күлендә йәшәүсе Несси тураһында сәйәхәтсе һәм этнограф Алексей Попов бына нимәләр һөйләй:
– Ладога күле тураһында бөгөн күп һөйләй­ҙәр һәм яҙалар. Шул иҫәптән фәнгә билдәле булмаған иҫ киткес ҙур монстр хаҡында. «Мөғжизәләр һәм мажаралар» тип аталған Рәсәй ғилми-популяр журналында А. Шиманскийҙың «Ладогалағы Несси» тигән бик ҡыҙыҡтырғыс мәҡәләһе донъя күрҙе. «Беҙ Питерҙан күлдең көнсығыш ярына урмандың ҡоротҡостар тарафынан зарарланыуы тураһында материал йыйырға килдек. Июнь аҙағында көндәр һәйбәтләнде. Мин иһә көнө буйы ҡояшта ҡыҙып ятҡан һарыҡташҡа ултырып, ҡояш байығанын күҙәтергә ғәҙәтләнеп киттем. Бер ваҡыт күҙ алдымда көтөлмәгән күренеш хасил булды: күл өҫтө шаҙраланып китте лә һыу өҫтөндә ҙур тулҡындар уйнатып ниндәйҙер масса барлыҡҡа килеп, йылан кеүек борғолана башланы. Ярға яҡыныраҡ һыу өҫтөндә йыуан муйынға тоташҡан ҙур башы ҡалҡып сыҡты. Үҙе ышылдаған-һыҙғырған тауыштар сығара. Был сихри йән эйәһенең оҙонлоғо 20 метрға яҡын булғандыр. Оҙаҡ та бармай, йәнә һыу аҫтына инеп юғалды ул. Экспедиция урынлашҡан лагерға ҡайтҡас, үҙемдең күргәндәрем хаҡында иптәштәремә һөйләнем, әммә улар минән көлөп кенә ҡуйҙы. Әммә урындағы балыҡсылар йыш ҡына ауҙарын йыртып китеүсе был ғәжәйеп йән эйәһен бер тапҡыр ғына күҙәтмәгән икән.
Был бер генә осраҡ түгел. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Мантсинсаари утрауынан А. Коно­ва­лов: «Йәйгеһен Ладога күленә балыҡҡа барырға йыйындыҡ. Матур аяҙ көн ине. Ел юҡ тиерлек. Күлдең өҫтөндә нимәлер ялтырап күренә. Тәүҙә катер әйләнеп яталыр тип уйланыҡ. Әммә ныҡлабыраҡ ҡарағас, уның тере икәнен аңлап алдыҡ. Ул яр янынан йөҙөп әкрен генә беҙгә яҡынлай башланы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ ҡурҡып ҡалдыҡ һәм, тиҙ генә моторҙы ҡабыҙып, ярға ашыҡтыҡ. Ярға күтәрелгәс, теге имәнес хайуанды күҙәтеүебеҙҙе дауам иттек. Яҡынайған һайын, беҙ уның ҡот осмалы ҙур булыуына инандыҡ. Үҙе ҡарағусҡыл көлһыу төҫтә, оҙонлоғо сама менән ун метр­ҙай бар. Оҙон муйынында оло башы ял итә. Күҙҙәренең араһы ҙур ғына, ҡараштары – уҫал. Ярға ун метрҙай ҡалғас, ул һыу сәсрәтеп һуҡҡылап алды ла ҡапыл ғына юҡ булды. Был урында оҙаҡ ҡына булһаҡ та, һыу эйәһе башҡаса күренмәне. Беҙ ҙә ҡабат күлгә төшөргә батырсылыҡ итмәнек», – тип һөйләй. Бындай тарихтар минең архивымда бихисап.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»