17.05.2013 Ҡиммәтле туймы, әллә ипотекаға тәүге иғәнәме?
Һуңғы йылдарҙа туй уҙғарыу өсөн бик күп аҡса түгеү халҡыбыҙҙың ғәҙәтенә инде. Ата-әсә, йәки йәштәр, йөҙәр мең һум аҡсаһын түкһә-түгә, ләкин башҡаларҙан кәм-хүр булып күренмәҫ өсөн бер нәмәгә лә аҡса йәлләмәй. Ә был сумманы бит тормош юлын башларға торған ике йәш йөрәктең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, йә башҡа кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә мөмкин. Кемдер бурысҡа батып, туйҙар гөрләтә. Мәҫәлән, мин белгән бер йырсы ҡыҙҙың ата-әсәһен алайыҡ. Улар, бурысҡа батып булһа ла, бер йыл самаһы инде айына 15 мең һум кредит түләй.
Тамада булып эшләгән әхирәтем былай тип һөйләй: “Туйҙарҙа төрлөсә ҡыланалар, әлбиттә. Барыһы ла үҙҙәрен бик бай итеп күрһәтергә тырыша. Ризыҡтан һығылып торған өҫтәлгә ҡушып төрлө тамашаларға заказ яһау модаға инде. Мәҫәлән, йылан тотоп, йәки баштарына шәмдәр ҡуйып бейегән Көнсығыш бейеүселәрен, ҙур һабын ҡыуыҡтарын яһаусыларҙы, клоундарҙы саҡырып, шоколадлы фонтандар ҡуйып бар тирә-яҡты шаҡ ҡатырмаҡсы ҡайһы берәүҙәр. Туй сценарийы ла, интернеттан ҡарап, ундағы һуңғы уйындар, ҡыҙыҡтар менән байытыла. Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла лимузинға заказ бирәләр, быға ҡиммәтле салют та өҫтәлә. Ғөмүмән, мосолмандарҙың хәҙерге туйҙары бынан берәй ун йыл элек ваҡыт менән сағыштырып ҡарағанда ер менән күк араһы. Йылдан-йыл никахлашыу мәжлесе сит йолаларға тулылана бара”.
Эйе, хәҙер кейәү егете килеп етеү менән урыҫлаштырып выкуп яһайбыҙ ҙа, артабан, лимузин йәки башҡа “текә” машинаға ултырып мәсеткә никах уҡытырға барабыҙ. “Тимер ат” ҡиммәтлерәк булған һайын, кейәүҙең даны ла юғарыраҡ, йәнәһе. Ә бит ислам дине маҡтаныр өсөн эшләгән ғәмәлдәрҙән алыҫ торорға ҡуша. Ҡөрьән Кәримдә “әл-Әгъраф” сүрәһенең 31-се аятында: “Ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин сарыф итмәгеҙ, ысынбарлыҡта Ул (Аллаһы Тәғәлә) сарыф итеүселәрҙе һөймәй”, – тиелә. Ә беҙҙә туйҙан һуң тау-тау ризыҡ ҡала, бер-ике көн өсөн күпме сығым яһала! Ысынлап та, туй хаҡында кешенән йәшерергә ярамай, сөнки туй ике кешенең бер-береһенә ҡарата хәләл булыуын тирә-йүндәгеләргә белдереү, иҫкәртеү ул. Тик бының өсөн ғәҙәти туйҙы шоуға әйләндереп ебәрергә кәрәкмәй. Кәләштең ҡупшы күлдәк хаҡында хыялланыуы билдәле, тик ҡупшы ҡиммәтле тигән һүҙ түгел. Хәҙерге кәләштәргә ҡараһаң, килешәме-юҡмы, мәрйенле-ялтырауыҡлы-әүеркәле-сигелгән күлдәккә ҡушып муйынсаҡлы бирсәткәһен, тажын кейәләр, эре-эре стразлы бижутерияһын тағалар, сәскәләр үреп ҡуйылған прическаһына селтәрле фата бөркәнәләр, яһалма керпектәр, оҙон тырнаҡтар үҫтереп маникюр яһайҙар, ҡыҫҡаһы, һылыулығым менән барыһын да аяҡтан йығасаҡмын тигән төҫлө ҡунаҡтар алдына сығып баҫалар. Ғәҙәттә, кейәү башта кәләшен танымай ҙа тора. Һөҙөмтәлә 30 мең һумға төшкән гламур кәләштәрҙең 95 проценты Яңы йыл шыршыһы шикелле, хатта йәйгеһен (!) ҡиммәтле хайуан тиреһенән шарф, тун ябынып тороусылар ҙа бар.
Кемдер 20 кешегә туйын бына тигән итеп үткәрһә, берәүгә 200 ҡунаҡ та аҙ тойола. Ауыл ерендә туйҙар хәҙер 150 – 180 мең һумға барып баҫһа, ҡалала был һан 300 мең һумдан аша. Мөмкинлеге бар икән, әйҙә, ни теләй, шуны эшләһен, тиер бәғзеләр. Минең аҡсам күп тип, оло байрам ойоштороу дин буйынса хаҡ түгел. Бай булғандар йәштәрҙең иҫәнлеге, яҡшы киләсәге өсөн доға ҡылһын һәм ярлыларға ярҙам итһен, кеҫәһенән үҙ-үҙен аҡламаған сығымдар сығармаһын, тиелә. Ҡалын кеҫәлеләрҙең самаһыҙ ҡыланыштарына ҡарап, бәләкәй табышлы ҡатлам да йәнтәслимгә уларҙы ҡабатлай.
Шәриғәт ҡануны, милли йолалар көслө булған илдәрҙә лә, мәҫәлән, Тажикстан, Ҡарасай-Черкес, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстанда туй мәжлесенә саманан тыш аҡса тотоноуҙы тыйған махсус закондар ҡабул ителгән, ни тиһәң дә, ул яҡтарҙа егеттәргә ҡалым түләр өсөн бик күп аҡса тупларға кәрәк. Тажикстанда “Традицияларҙы, йолаларҙы һәм тантаналарҙы тәртипкә һалыу” законына ярашлы никахлашыу процесын мөмкин тиклем арзанайтыу мотлаҡ. Халыҡтың 50 проценттан ашыуы хәйерселектең сигенә сыҡҡан илдә, был закон ҡунаҡтар һанын 150 – 200-ҙән, туй ваҡытын өс сәғәттән арттырмаҫҡа, сығымдарҙы кәләш һәм кейәү яғына тигеҙ бүлергә ҡуша һ.б. Ә тыйыуҙы боҙғандар өсөн ҙур суммала штраф ҡаралған, штраф ябай кешеләргә бәләкәйерәк күләмдә, чиновниктарға − киреһенсә.
Был сәйәси алым менән тулыһынса ризалашам, сөнки туй тантанаһының яһалма ялтырауығын алып ташлаһаң, тишек ғаилә бюджеты, аслы-туҡлы рацион, тауҙай бурыс ҡына ҡаласаҡ. Яһалма, үтә тантаналы байлыҡҡа ынтылыш беҙҙе үҙебеҙ теләп алған фәҡирлеккә төшөрә, был күренеш хатта ҡыҙғаныс тойола.
Ярай әле, кәләш менән кейәү йәшәп китә алһа, туйҙар ҡиммәтләнгән һайын айырылышыусы парҙар һаны ла арта бит әле. Ҡиммәтле мәжлестәрһеҙ ҙә “деү” иттереп туйларға була был иҫтәлекле көндө, ә аҡсағыҙ етерлек икән, уны йәштәрҙең матди именлегенә, мәҫәлән, ипотекаға тәүге иғәнәгә, һаулығына, белеменә тотоноу мең артыҡ.