RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

17.05.2013 Туй! Туй! Туй!

Туй! Туй! Туй!Туйҙың тәүге көнө күңелле ваҡиғаларға бай. Ҡоҙаларҙы ҡаршылау, кәләш “һатып алыу”, ҡабалана-йүгерә ЗАГС-ҡа барырға әҙерләнеү һәм никахты теркәү тантанаһы…
Ер шарында дүрт меңгә яҡын этнос йәшәй. Һәр береһенең үҙенә генә хас мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте бар. Туйҙар ҙа һәр төбәктә үҙенсәлекле үтә. Мәҫәлән, Вьетнамда бер үк ваҡытта кейәү һәм ҡыҙ яғында ике байрам ойошторола. Уларҙа туй бик оҙаҡ үтә, бөтәһе алты этаптан тора.
Кенияла иһә ир өйләнгәндән һуң бер ай буйы ҡатынының кейемендә йөрөргә тейеш. Шул рәүешле ул “ауыр ҡатын-ҡыҙ өлөшөн” татый. Ә кәләшенең аяғына һәм ҡулына ҡыҙыл буяу менән һүрәттәр эшләйҙәр, ул йыл буйына шулай йөрөргә тейеш. Бали утрауында йәштәрҙең тештәрен наркозһыҙ-ниһеҙ бысалар. Был уларҙы яуызлыҡтан һаҡлаясаҡ, тигән ышаныу бар.
Африкандарҙың туйында барабандар ҡағыла, милли ҡоралда уйнайҙар. Йәштәр һепертке аша һикерә. Был – ғаилә тормошо башланыуының символы. Кәләш ғиффәтлек билдәһе булған ҡабырсаҡтан эшләнгән муйынсаҡ таға.
Француздар кейәүгә сыҡҡанда шатлығын белдермәй. Сиркәүгә юл­лан­ғанда кәләш ҡаршылашырға, иларға, ҡасырға маташырға бурыслы. Ни тиклем ролен яҡшыраҡ башҡара, йәнәһе, шул сама тормошо бәхетле була. Туй барышында кейәү менән кәләш бер-береһенә яҡын килмәҫкә тейеш, халыҡ алдында үбешеү иһә бөтөнләй тыйыл­ған. Йәштәрҙең тәүге төнөндә ҡунаҡтар улар янына туҡтауһыҙ инеп, аптыратырға, бимазаларға тейеш.
Һиндостанда туй йолалары атҡарыл­ғас, йәштәргә махсус биҙәүес әйбер­ҙәр кейҙергәндәр һәм йоҡларға һалғандар. Һандал майы һөртөлгән һәм туҡыма киҫәге менән уралған удумбара ағасы ботағын араларына һалғандар. Ул Вишвавасу аллаһын кәүҙәләндергән. Тик дүртенсе төнгә генә әлеге ботаҡ йәштәр араһынан алынған. Был йола йәштәргә сабырлыҡ һабағы биргән. Әгәр ҙә ошо ритуал теүәл үтәлһә, сәләмәт сабыйҙар тыуасаҡ, тигән ышаныс йәшәй.
Венгрияла ла туй шау-шыулы, ығы-зығылы үтә. Ул бер ғаиләнең тантанаһы ғына түгел, бөтә ауыл-ҡасаба байрамына әйләнеүе ихтимал. Теләгән һәр кем туй үткән өйгә инеп йәштәрҙе ҡотлап, һыйланып сыға ала. Кейәү буласаҡ ҡатынына аҡса һалынған сумаҙан бирергә, ә кәләш өс йә ете (бәхетле һандар) ҡулъяулыҡ тоттора. Туй мәлендә кәләш туфлийын зал уртаһына ҡуя. Кем уның менән бейергә теләй – шунда аҡса һала.
Нигерияла ҡыҙ ни тиклем һимеҙерәк булһа, уны кәләш итеп алырға теләүселәр шул тиклем күп икән. Шуға күрә еткән ҡыҙҙы бер йылға махсус “инкубатор”ға урынлаштыралар. Ул унда һәр саҡ ята һәм юғары калориялы ризыҡ менән туҡлана.
Күп илдәрҙә йәштәр өҫтөнә сәскә тажы, тәңкәләр, инжир, дөгө һ.б. һибеү йолаһы бар. Был союздың ныҡ, уңышлы, бай һәм татлы булыуы өсөн эшләнә. Төрлө һынауҙар ҙа бар. Мәҫәлән, туй көнөндә кейәү менән кәләш ағас ултырта. Ошо ағас нисә йыл үҫә, йәнәһе, никах шул сама дауам итәсәк.
Башҡорт туйының тарихына байҡау яһаһаҡ, республикабыҙҙың һәр төбәгендә туйҙың төрлөсә үтеүен, шулай ҙа төп йолаларҙың бер булыуын күрәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ йәштәрҙең ҡауышыуына ҙур мәғәнә һалған, һәр аҙымдың үҙенә күрә нескәлектәре, тәрбиәүи алымдары бар. Шуныһы ҡыҙыҡ, райондар, хатта ауылдар араһында ла улар ҡырҡа айырыла. Мәҫәлән, Күгәрсен яҡтарында “кейәү һандығы” тигән төшөнсә бар. Мәләүез яҡтарында сәк-сәк һатыу йолаһы йәшәй. Баймаҡтар мәһәрҙән тыш ҡалымын да түләй. Ҡайһы яҡтарҙа килен төшөргәндә ҡыҙ һандығы һатыла, ә икенселәрҙә бындай сауҙа ойошторолмай. Килен һөйөү, кейәү ҡоймағы, килен сәйе кеүек матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бөгөн дә йәшәп килә. Ғөмүмән, йолаларҙың байлығына, төрлөлөгөнә иҫең китер!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, арағыҙҙа айыҡ йә мосолман туйы тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләүселәр, моғайын, барҙыр. Шулай уҡ үҙегеҙҙең төбәктәге үҙенсәлекле туй йолалары һәм һынауҙары тураһында беҙгә яҙығыҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»