RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡартлыҡ үҙе насар түгел, тик ауырыуҙары ғына алама”

14.05.2013 “Ҡартлыҡ үҙе насар түгел, тик ауырыуҙары ғына алама”

Хеҙмәт ветерандары Мөъминә һәм Зәки Хәтиповтар һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәй
“Ҡартлыҡ үҙе насар түгел, тик ауырыуҙары ғына алама”– Үлән баҫа бит баҡсағыҙҙы, берәй нәмә эшләргә кәрәктер ул, – кәртә аша күршебеҙ Зәки олатай шулай тигәс, биткә ут ҡапты.
– Утарлыҡ түгел бит, ни салғы юҡ, – эшләргә теләмәгән кеше һәр саҡ үҙен аҡларлыҡ сәбәп таба, тигән һымаҡ яңғыраны яуабым.
– Хәҙер салғы бирәм мин һеҙгә, – күршем ихатаһы эсенә инеп юғалды. Ләкин оҙаҡҡа түгел, бер ни тиклем ваҡыттан салғыһын килтереп тотторҙо ла, эш ҡоралы менән танышлығыбыҙ кимәлен самалап, саҡ ҡына күҙәтеп торҙо. Кесерткән, алабута менән көрәш беҙҙең иҫәпкә тамамланғас, Зәки олатайҙың йөҙөн йылмайыу яҡтыртты:
– Ай, афариндар, ана ҡалай йәмләнеп китте баҡсағыҙ, бынан ары тәрбиәләп кенә тороғоҙ, сүп үләненә юл ҡуйһаң, хәҙер үк донъяны баҫып ала.
Кисен йәшелсә-емешкә һыу һибергә сыҡҡас, Мөъминә әбей ҙә, һаулыҡ һорашып, түтәлдәребеҙгә күҙ һалды. Аҙаҡ: «Эшләгән кеше янында торғансы, с...н кеше янында тор, тиҙәр, һеҙҙе хәбәргә әүрәтмәйем әле», – тип китеп барҙы. Ә беҙгә ярҙамсыл күршеләребеҙ менән аралашыу ҡыуанысҡа ғына. Тик, оло йәштә булһалар ҙа, ихласлап донъя көткәс, бер ҡасан да эшһеҙ йөрөмәгәс, улар менән оҙаҡ итеп әңгәмәләшеп ултырырға тура килмәй. Донъя хәлдәре, көнкүреш тураһында ана шулай эш араһында ғына хәбәрләшеп алабыҙ, әммә шул ике арала ла улар беҙгә кәңәштәрен биреп, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итеп өлгөрә. Татыу ғүмер, фиҙакәр хеҙмәт өлгөләрен күрһәткән күршеләремдең бала сағы, йәшлектәре бик ауыр осорға тура килгән, шуны уйлаһам, йөрәгемде һағыш сорнай...
Зәки Хәтипов Учалы районының Ғәлиәхмәр ауылында 1927 йылда донъяға килә. Ас-яланғас йылдарҙа үҫкән бала, башҡа тиңдәштәре кеүек кескәй генә ҡыуаныстарға һөйөнөп, иңдәренә иртә йөкмәлгән ауырлыҡтарға көйөнөп, башҡалар һымаҡ бәләкәйҙән хеҙмәт юлын башлай.
– «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында һуҡа артынан күп йөрөлдө, – ти Зәки олатай. – Ул саҡта эшһеҙ торған бер көн дә булманы, ә барыбер тамаҡ икмәккә туйманы.
Ләкин зарланмайһың, тормош шулай була икән, тип баш баҫып, малын да көттөк, бесәнен дә саптыҡ, иген дә иктек. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары иң-иң ауыр ваҡыт булып хәтергә уйылды. Ул турала, ҡыҙым, һорама ла, беҙ күргәнде Хоҙай башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен! Ашарға юҡ, өҫкә кейергә юҡ, ялан аяҡбыҙ... Аслыҡтан беттекәй, һыйыр йыуаһы, һарына, ҡуян тубы, ҡымыҙлыҡ – ашарлыҡ бөтә үлән менән тамаҡ ялғаныҡ. Урмансынан ҡасып-боҫоп, ҡайын әрсеп, уның итен ҡырып-ялап ашаныҡ. Йәй ярай үлән менән әүрәп тамаҡты алдай­һың, ә ҡыштарын... Йыйған уңышты вис ҡырып-һепереп алып китәләр. Колхоз рәйесе бер аҙ орлоҡто урлап алып ҡала торғайны, сөнки яҙын барыбер, ҡайҙа сәсергә орлоҡ, тип унан таптыралар бит. Хатта бәрәңгене лә киптереп, фронтҡа ебәрҙек. Хәрби ваҡыт, тип утҡа баҫтырҙылар инде, тыңламаһаң, ҡарышһаң – төрмә. Миндәк шахтаһының тәьмин итеү бүлеге беҙҙе бер аҙ ҡотҡарышты, унда барып ярҙам итәһең дә, шуның өсөн бәрәңге, кәбеҫтә бирәләр. Хоҙай күрһәтмәһен беҙ күргәнде, ныҡ ыҙаландыҡ...
Яуыз дошманды – фашисты дөмөктөрһәк, йәшәүҙәре рәхәт буласаҡ, тип өмөтләнеп, фронтҡа ынтылған йәштәр араһында Зәки Хәтипов та була. Ун ете йәшлек егетте 1945 йылдың башында һуғыш­ҡа алалар. Тик һуғыш тамамлана барыу сәбәпле, уны ФЗО-ға, Магнитогорскиға ебәрәләр. Унда ул токарға уҡый. Зәки Фитрат улы оҙаҡ йылдар Магнит ҡалаһында металлургия заводында токарь булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. 1991 йылда тыуған ауылы Ғәлиәхмәргә ҡайтып, үҙ ҡулдары менән йорт төҙөй. Ҡатыны Фәүзиә әбей менән бынамын тигән аҡыллы, эшһөйәр, тәртипле биш ул үҫтерә Зәки Хәтипов. Ләкин, үкенескә күрә, инде бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла үтеп, рәхәтләнеп гөрләтеп йәшәп ятҡандарында Фәүзиә әбей ҡаты ауырып китә һәм вафат була.
Яҡын кешеһен юғалтыу ҡайғыһын сабыр күтәргән Зәки бабай ғүмер көҙөн яңғыҙ ҡаршыламай – үҙе кеүек үк етем ҡалған Мөъминә әбей менән тормош ебен бергә бәйләй­ҙәр. Мөъминә Закир ҡыҙы сығышы менән Кәкүк (Ҡалуй) ауылынан. Һуғыш башланғас, колхоз эшенә сыҡҡан баланың үҙәгенә үткәне ат менән көлтә ташыу була. Ун дүрт йәшендә Бибиәсмә исемле апай менән ат ҡараусы булып эшләй башлай. Әйткәндәй, атаһы Закир Килмөхәмәтов ҡырҡ икенсе йылда хеҙмәт армияһына алына, унан фонтҡа ебәрелә, тик алғы һыҙыҡҡа барып еттем генә тигәндә, эшелондары бомбаға тотолоп, ул һәләк була. Һуғыш ваҡытында ал-ял белмәй эшләгән Мөъминәне ун туғыҙ йәшендә күренгә ебәрәләр.
– Иң күтәргеһеҙ ауыр эштән, аслыҡтан, һыуыҡтан биҙрәп, ҡасып маташып ҡарайбыҙ, тик ас, хәлһеҙ булғас, йәйәү алыҫ китә алмайбыҙ, арттан һыбай килеп етәләр ҙә, ҡыуалап кире боралар, – тип көлгән була күршем, шул ваҡыттарҙы иҫләп. – Сысҡан һымаҡ кәбән аҫтына ла йәшенеп ҡарайбыҙ, әммә барыбер табалар. Күрендә ағасты бысҡас, ярырға, өйөргә кәрәк. Сәлхиә апай менән бергә тырышып эшләп, көс-хәлгә нормаларыбыҙҙы тултырабыҙ. Норма тулһа, биш һум аҡса бирәләр, тулмаһа, ас йөрөй­һөң. Һыуыҡ, ел үтәләй өргән баракта йәшәйбеҙ, аҙнаһына бер тапҡыр мунса инәбеҙ. Таңғы сәғәт алтыла урманға китәбеҙ, ҡараңғы төшкәнсе эшләйбеҙ. Һуғыш електәргә үтте инде ул, беҙҙең быуын кешеләренең күргәндәре, Хоҙайым... Шуға ла Еңеү байрамы беҙҙең өсөн иң изге, көтөп алған байрам.
Шул яҡтарҙа биш ай ағас ҡырҡҡас, яҙға ҡайтарҙылар. Ҡайтҡас, сәсеү эшенә ҡуштылар. Аҙаҡ һуҡасыларға аш бешерҙем. Һуңынан төрлө эштәрҙә йөрөнөм.
Колхозда бесән сапҡан, токта ашлыҡ һуҡҡан, ат менән иген ташыған Мөъминә Закир ҡыҙы ла, Магнитогорск комбинатында ҡырҡ алты йыл эшләгән Зәки Фитрат улы ла – хеҙмәт ветерандары. Бергә йәшәй башлағас та егәрлеләр күп итеп һыйыр малы аҫрап, ат та тоталар, йәшелсә-емешен дә үҫтерәләр. Бөгөн дә, оло йәштә булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың йорт-ерҙәре көлөп тора, баҡсалары тулы гөл-сәскә, йәшелсә-емеш. Изге күңелле, яҡшы булғанға икеһенең дә балалары тупһаны һыуытмай, бер-бер артлы килеп-китеп йөрөй­ҙәр, ата-әсәгә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итәләр. Ауылдаштары ла уларҙы сикһеҙ ихтирам итә.
... Ошо арала осрашҡанда һикһән биш йәшлек Зәки Фитрат улы, сирләүенә эсе бошоп, ҡартлыҡ үҙе насар түгел, тик ауырыуҙары ғына алама, тине: «Беҙҙең һаулыҡты рәхимһеҙ һуғыш ҡаҡшатты, ә һеҙ тыныс тормоштоң, ныҡлы һаулыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, йәштәр, иң ҡәҙерле нәмәләр шулар ул». Был һүҙҙәр ололарҙың беҙгә аманаты кеүек...










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»