RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.05.2013 Алдабыҙ…

йәки Күңелһеҙ статистика

Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны буйынса илебеҙ донъяла тәүгеләр рәтендә. Һәр 100 мең кешенең 40-ының үҙ теләге менән был донъянан китеүе – етди күрһәткес.
1990 – 2010 йылдарҙа Рәсәйҙә 800 мең суицид осрағы теркәлгән. Ә һуңғы йылдарҙа илдә үҙ-үҙен үлтереүселәр һаны 37 процент­ҡа артҡан. Был һан донъя күрһәткестәренән өс тапҡырға күберәк.
Суицид буйынса Тыва Республикаһы алдын­ғылар рәтендә (100 мең кешегә – 120 осраҡ), шунан Бүрәт Республикаһы (87 ос­раҡ) һәм Якутия (74 осраҡ). Йышыраҡ 15 – 35 йәшлектәр үҙ теләге менән донъянан китә.
Ә бына балалар һәм үҫмерҙәр суициды буйынса Рәсәй Европала беренсе урында. Бындай статистиканы илдең Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кешеләр именлеген күҙәтеү федераль хеҙмәте белгестәре («Роспотреб­надзор») килтергән. Һәр 100 мең үҫмергә 19 – 20 суицид осрағы тура килә.
Европалағы тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, беҙҙең балаларға иҫерткес эсемлектәр табыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Ә ул, билдәле, һәр бер кире эштең башында тора. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә үҫмерҙәр суицидын профилактикалау алып барылмай тиерлек. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан бала дауаханаға эләкһә лә, законлы вәкиленең ризалығынан тыш уға бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтеп булмай. Эксперттар әйтеүенсә, үҙен бер мәртәбә үлтерергә маташҡан кешегә ваҡытында психологик ярҙам күрһәтелмәһә, уның тағы ла был ҡылығын ҡабатлауы ихтимал.
«Роспотребнадзор» хеҙмәткәрҙәре раҫлауынса, үҫмерҙәр араһында суицидты пропагандалауҙа интернеттағы ҡайһы бер сайттар ғәйепле. Унда үлемде батырлыҡҡа тиңләй­ҙәр, бейек йорттоң ҡыйығынан һикергән кешеләр тураһында видеороликтар урынлаштырыла һ.б. Ундай сайттарға тыйыу индерелде, әммә яңылары барлыҡҡа килеп кенә тора.
Бөтә суицид осраҡтарының 60 проценты яҙғыһын ҡылына. Тап шул осорҙа психик ауырыуҙар көсәйә. Шулай уҡ йәй башында – балаларҙың каникулы башланғанда ла күп була. Балалар, үлем менән уйнап, үҙҙәренең баһаһын арттырырға, ололарҙың иғтибарын яуларға ынтыла.
Башҡортостан өсөн дә был проблема ят түгел. Республикала үҙ теләге менән донъя­нан китеүселәр дөйөм Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға күберәк. Беҙҙә 100 мең кешегә 58,2 суицид осрағы тура килә. РФ субъекттары араһында ун икенсе урында торабыҙ. Волга буйы федераль округы буйынса ҡараһаҡ, Башҡортостан дүртенсе урынды биләй (беҙҙән алда – Удмуртия, Мари Иле Республикаһы һәм Киров өлкәһе).
Шуны билдәләргә кәрәк, ауылдарҙа муйынына элмәк һалыусылар, ҡала менән сағыштырғанда, күберәк осрай. Сибай, Баймаҡ, Белорет, Ҡыйғы, Әбйәлил, Ишембай, Ғафури, Миәкә, Әлшәй, Учалы райондарында суицид проблемаһы үтә киҫкен тора. Ә Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Салауат, Октябрьский ҡалаларында был күренеш һирәгерәк осрай.
Кеше – үҙен йәлләтергә, иғтибар үҙәгендә булырға яратҡан зат. Суицид ҡылыусыларҙың 90 процентында кемгәлер нимәнелер иҫбатлау, үс алыу уйы булған, йә ярҙам һораған – улар үлергә теләмәгән. Бер психолог менән суицид проблемаһы тураһында һөйләшкәндә, ул, иң яҡшыһы – уның тураһында әҙерәк һүҙ ҡуйыртырға кәрәк, тигәйне. Иғтибарҙы тормоштоң ыңғай яҡтарына, матур күренештәргә йүнәлтә белергә кәрәктер. Тормош – ул үҙе бер һынау. Өлөшөңә яҙылған бар ҡайғы-шатлыҡтарҙы кисереп бөтмәйенсә тормош тигән майҙансыҡтан китергә ашыҡмау дөрөҫөрәк.
Гүзәл ЙОСОПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»