10.05.2013 Тормош һынауҙары аша
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күпме йыл үткән, һыуҙар аҡҡан. Тик сафтары йылдан-йыл һирәгәйә барған һуғыш яугирҙарының ул утлы йылдар һалған йөрәк яралары һаман һыҙлай. Ғүмер уҙған һайын улар һуғыш хәтирәләрен нығыраҡ яңырта, уҙған юлдарын барлай, яу яланында мәңгелеккә башын һалған фронтташ дуҫтарын иҫкә ала.
1925 йылдың 1 июлендә Һеңрән ауылында ғаиләлә унынсы бала булып тыуған Ғилмеғаян Мөхәмәтйәновҡа тормоштоң әсеһен-сөсөһөн иртә татырға тура килә. Бала ғына көйөнсә ниндәй генә михнәттәр күрмәй?! 1933 йылда атаһын ҡулға алалар ҙа, “кулак” тигән мөһөр һуғып, Архангел төрмәһенә оҙаталар. Бар мөлкәтен тартып алып, ҡыш өҫтөндә ғаиләһен бер ниһеҙ урам уртаһында торғоҙоп ҡалдыралар. Улар ауыл осондағы бер ташландыҡ өйгә барып инә. Өйҙөң тәҙрәләре лә, иҙәндәре лә, ишектәре лә туҙған була. Ғилмеғаян туғандары менән өйҙө үҙҙәренсә йүнәтеп, талдан ултыртма ситән үреп, аҙыраҡ “өй ҡиәфәте”нә индерәләр. Ошо ваҡытта һалҡындан, аслыҡтан уның өс ағаһы үлә. Ҡалғандары нисек тә йәшәргә, аслыҡҡа бирешмәҫкә тип йәшәй. Ғилмеғаян бабай: ”Көнгә ике пар сабата үрә, йөҙ кирбес һуға инек, шунан ғына уйнарға сығаралар ине”, – тип иҫкә ала. Өс йылдан һуң аталары, бөтә сәләмәтлеген ҡалдырып, төрмәнән ҡайта.
1939 – 1941 йылдарҙа Ғилмеғаян почтальон вазифаһын башҡара. Почтаны Исәмәт ауылынан ташый. Шулай һәйбәт кенә эшләп йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ғилмеғаянды бригадир итеп ҡуялар, уға 16 йәш була. Һуғышҡа тиклем гөрләп эшләп йөрөгән тракторҙарҙың, башҡа машиналарҙың һирәгәйеүе, ауылда ир-аттың бөтөнләй ҡалмауы үҙәктәргә үтә. Бригадир, йәш булыуына ҡарамаҫтан, эште ойоштора белә, бөтә халыҡ эшкә сығып, фронт өсөн кәрәкле нәмәләрҙе етештерә.
1943 йылда 18 йәше тулыу менән егетте армияға алалар.
Ғилмеғаян Мөхәмәтйәнов Украинаның Киев, Львов ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Польша ерендәге Краков, Красно, Перемешли ҡалаларында уға һуғыштың ҡот осҡос ваҡиғалары менән осрашырға тура килә. 1945 йылдың ғинуарында, Польша өсөн барған бәрелештә Ғилмеғаянға снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана. Уны госпиталгә оҙаталар. Унда ике ай самаһы дауаланғас, 1945 йылдың апрелендә ауылға ҡайта. Тиҙҙән бөтә донъяны ҡан илатҡан һуғыш тамамлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ағаһы һуғыш яланында мәңгелеккә ятып ҡала.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ордены, ”Батырлыҡ”, “Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн” миҙалдары, “фронтовик” билдәһе менән наградлана.
Уға оҙаҡ ял итергә тура килмәй, колхозға эшкә сыға.
Баҡалы МТС-ның механизаторҙар әҙерләү курсында уҡып ҡайта.
1947 йылдың 18 октябрендә Ғилмеғаян ағай Бишҡурай ауылы ҡыҙы Вәсиләгә өйләнә. Бер-береһен хөрмәт итеп, ауырлыҡтарға бирешмәй, донъя көтә башлайҙар. Вәсилә инәй 37 йыл Һеңрән мәктәбендә балалар уҡыта. Ә Ғилмеғаян бабай бик күп йылдар иген баҫыуында беренселекте бирмәй, комбайнсы булып эшләй. Һуғышта алған яралары борсой башлағас, урмансы булып китә.
Вәсилә инәй менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары ла ата-әсәләре кеүек тырыш, уңған, кешелекле. Ғилмеғаян бабай менән Вәсилә инәйҙең алты ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәре бар.
Изге яуҙа үҙҙәрен аямай көрәшкән батыр яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, уларҙы ҡәҙерләйек, Еңеү байрамында ғына түгел, ә көн һайын, минут һайын иҫкә алайыҡ.
Лира ГӘРӘЕВА,
Һеңрән төп белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Илеш районы.