RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көҙ һанар өсөн яҙ алалар

30.04.2013 Көҙ һанар өсөн яҙ алалар

Көҙ һанар өсөн яҙ алаларАуыл ерендә, берәй кешенең үтә лә ялҡау икәнлеген күрһәтергә теләһәң: “Тауыҡ та аҫрамай бит ул!” − тип әйтеү ҙә етә. Ысынлап та, шәхси йортта йәшәгәндәрҙең күпселеге ҡош-ҡорт булһа ла аҫрарға тырыша. Һәм күптәр башҡа ҡош-ҡорт араһынан тауыҡты һайлап алыуҙы хуп күрә. Бигерәк тә беҙҙең халыҡ бер нисә ай эсендә өлгөрөүсе брой­лерҙар­ға битараф түгел. Шун­лыҡтан бөгөн бер йәйҙә өлгөртөп һуйырға яраҡлы себештәрҙе нисек тәрбиәләргә өйрәтмәксебеҙ.
Күптәр һатып алған себештәр­ҙең үлеп бөтөүенә зарлана. Уларҙы дөрөҫ итеп ҡарауҙың әллә ни ҡыйынлығы юҡ. Ләкин халыҡ һатып алған себештәрҙе үҙ тауыҡтары сығарғандар менән бер рәткә ҡуйып, яңылыша. Инкубаторҙа баҫтырып сығарыл­ған ҡош-ҡорт прививкалар, өҫтәмә йылылыҡ талап итә. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһәгеҙ, кө­ҙөн һанаған себештәрегеҙҙең һаны яҙын һатып алған менән бер иш булыр.

Ялҡауҙары кәрәкмәй!

Бер туҡтауһыҙ сырҡылдашып торған себештәр араһынан сәләмәттәрен генә һайлап алыу еңелдән түгел. Шулай ҙа, иғтибар менән ҡараһаң, сирлеләренең ҡәҙимгеләренән ныҡ айырылып торғанын күрергә була.
Сәләмәт себештәр әүҙем була, тауышҡа иғтибар итә. Уларҙың эсен һаҡ ҡына һыйпап ҡарарға кәрәк, ул йомшаҡ ҡына булырға, кәпәйеп тормаҫҡа тейеш. Ит өсөн сығарылған тоҡомло себештәр­ҙең генә эсе бер аҙ ҙурыраҡ булыуы мөмкин. Сәләмәт ҡошсоҡтарҙың ҡанаттары ҡайырылып йәки осорға әҙерләнгән кеүек тормай, уларҙың һылашып тороуы яҡшы күрһәткес. Һәйбәт себештәр һәр ваҡыт аяҡтарында ныҡ тора, ауа-түнә ҡыбырлағандарын һайламағыҙ.
Йүнләп ҡыбырламаған себештәр тыуыу менән насар мөхиткә эләккән, тип уйларға нигеҙ бар. Моғайын, уларҙы артыҡ ҡараңғы, һалҡын йәки дымлы урындарҙа тотҡандарҙыр. Тап ошо сәбәпле улар бер ай ҙа тулмайынса үлеп бөтә лә инде. Инкубатор ҡош-ҡортоноң әүҙемлек кимәлен тикшереү өсөн бер ысул бар – бер нисәһен картон һауыт эсенә ултыртып, һауыт тышына ныҡ ҡына һуғып ҡарарға кәрәк − әүҙем себештәр тауыш килгән яҡҡа елдереп барасаҡ.
Әйткәндәй, себештәрҙе һатып алғандан һуң йортоғоҙға алып ҡайтып еткәнсе картон һауытта ғына тотоғоҙ. Унда һауа инһен өсөн тишектәр эшләргә кәрәк.

Төклө аяғың менән, ҡошсоҡ!

Бер квадрат метр урынға егерменән дә артыҡ себеште тыңҡысламаҫҡа тырышығыҙ. Өс айҙан һуң бер квадрат метрҙа ни бары ун ғына себеш һыйып йәшәй аласаҡ. Тәүге өс-биш көндә аҫтарына ҡағыҙ йәйеп, ҡош-ҡорт өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡ, кукуруз ярмаһы һибергә кәрәк. Сипылдаҡтар бындай иҙәндә рәхәтләнеп соҡона ала, аяҡ аҫты ла ҡоро ҡала. Себештәрҙе һыуыҡ иҙәндә ашатмағыҙ, һалҡын тейәсәк. Улар бер ваҡытта ла эсәр һыуына баҫмаһын, үҙ бысрағын ашаған тауыҡтарҙың ашҡаҙаны тиҙ генә боҙола.
Себештәргә ике аҙна самаһы тулып уҙғас, профилактика өсөн марганцовка иретмәһе эсерәләр. Сәләмәт ҡоштар көнләп түгел, сәғәтләп үҫә. Себештәр үҙен нисек тоя икән, тип уйланып йөрөргә лә кәрәкмәй, улар ҙа бала кеүек бит: бер ере лә ауыртмаһа һәм тамаҡтары туҡ булһа, сырҡылдамаясаҡ. Шуға ла һатып алғанда артыҡ ныҡ сипылдағандарын алмаҫҡа тырышығыҙ, ә инде алғандан һуң бер туҡтауһыҙ шаулашһалар, уларға нимә етмәгәнлеген асыҡлағыҙ.
Себештәр яҡшы үҫһен өсөн өс нәмә кәрәк – йылылыҡ, ҡоро иҙән һәм яҡтылыҡ. Шуға ла улар эсергә тейешле һыу һауытын ентекләп һайлағыҙ – түгелеп ятырлыҡ булмаһын. Һауыт эсенә себештәр инеп баҫырлыҡ булмауы хәйерле. Сөнки иҙән дымланасаҡ, ә дымлы иҙән – бәләкәй ҡошсоҡтарҙың дошманы.
Себештәргә йәшәү ожмах кеүек булһын өсөн ашарға, яҡтылыҡҡа ҡойонорға һәм йүгергеләп йөрөргә, йоҡларға айырым урындар кәрәк, тип аңлаттыҡ инде. Яҡ­ты­лыҡ өсөн ҡулланылған лампа 40 вт самаһы булырға тейеш һәм металлик сағылдыртҡысы булыуы яҡшы. Себештәргә йоҡлар өсөн түгел, атлап йөрөү өсөн ҡулайлаш­ҡан урынды өҫтәмә яҡтылыҡ менән туйындырыу мотлаҡ, тип әйтеп булмай.
Сипылдаҡтар тотолған иҙәнгә түшәү өсөн ағас онтағын ҡул­ланыр­ға була. Торф та һалырға мөмкин, әйткәндәй, уны һуңынан баҡсала ашлама итеп ҡулланыу бишләтә файҙалы ғына. Тик онотмағыҙ – ағас онтағын да, торфты ла дымланмаһын өсөн йыш ҡына алмаштырып тороғоҙ.
Себештәрҙе алыу менән уларға антибиотиктар эсереү талап ителә. Улар ампулаларҙа һатыла, ветеринария киоскыларынан һораһағыҙ, барыһын да аңлатып бирерҙәр.

Тәмле булһын ашығыҙ!

Себештәр йомортҡанан сығыу менән уларҙы оҙаҡ бешерелгән һәм ҡабығы менән ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа менән һыйлай башлайҙар. Тәүҙәрәк бер йо­морт­ҡа 25 тирәһе себешкә етә. Һәм, әлбиттә, тары ярмаһын онотоп ҡуймағыҙ. Уны тоҙһоҙ, айыртылмаған һөт һалып бешерәләр. Бутҡаға кукуруз, бойҙай кеүек ярмалар ҙа бара. Бутҡа ҡуйы ғына булырға тейеш. Себештәргә ойоған һөт тә эсергә ярай, уны сынаяҡ аҫты кеүек һауыттарҙа бирәләр.
Себештәргә биш көн булғас, ваҡланған аҡбур, ағас күмере һәм йылға ҡомо бирергә мөмкин. Был эште артыҡ һуңлатмай ҙа, ашыҡмай ҙа башҡарыу яҡшы. Сөнки был ваҡыт себештәрҙең үҫешендә ҙур роль уйнаған мәл. Аҙыраҡ торғас, йәш кесерткән, клевер, люцерна кеүек файҙалы үләндәр ҙә ашатыла. Был һутлы аҙыҡтарҙы ваҡ ҡына итеп турап, дымлы һауыттарға һалып ултырталар.
Тыуғандан һуң тәүге ун көндә себештәрҙе ике сәғәт һайын ашаталар. Һуңынан бер айға тиклем – өс сәғәт һайын. Артабан инде себештәр дүрт сәғәттән һуң ғына асыға. Төнгөлөккә иҙелгән бойҙай һалалар. Себештәр менән күркәләрҙең һауытында һәр ваҡыт ҡоро аҙыҡ тороуы һис тә ҡамасауламаҫ.
10 себеш 50 г эремсеккә һалып буталған 50 г самаһы ярма менән дә туйына ала.

Һаумы, ҡояш!

Йылы һәм ҡоро көндәрҙә себештәрҙе өс көндән һуң тышҡа сығара башларға мөмкин. Ләкин улар ҡояш аҫтында түгел, күләгәлә генә тотола. Тәүҙә тышта ярты сәғәт самаһы ғына ҡалдыралар. 35 − 45 көндән башлап, көндәр матур торһа, сырҡылдаҡтарҙы көн буйына тышҡа ебәрергә лә була. Әйткәндәй, ҡаҙ һәм өйрәк бәпкәләре тауыҡ менән күркәнекенә ҡарағанда күпкә сыҙамыраҡ, ныҡлыраҡ. Уларҙы тышҡа тағы ла иртәрәк сығарырға мөмкин. Себештәр өсөн йәшел үлән бик файҙалы. Шуға ла асыҡ һауаға сығыуҙы әллә ни кисектермәҫкә кәңәш итәбеҙ.
Себештәрҙе тышта ағастан йәки тимерҙән эшләнгән ситлек эсендә тоталар. Уның өҫтөн фанера йәки йоҡа таҡта менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Был мотлаҡ, сөнки себештәр ҡояшҡа яныу­сан. Улар туранан-тура төшкән ҡояш нурҙарына сыҙай ал­май. Шулай уҡ ныҡ елле һәм ямғырлы көндәр ҙә себештәр файҙаһына түгел. Ҡайһы бе­рәүҙәр ҡошсоҡтарҙы сыныҡ­тырыр­ға кәрәк тип һанай. Бер йәй эсендә генә үҫеп, көҙ етеү менән һуйыласаҡ себештәр өсөн сыныҡтырыу әллә ни талап ителмәй. Ә бына уларҙы һаҡлап ҡалыу мотлаҡ. Ямғырҙа һыуланһа, ысыҡлы үләндә йөрөһә, себештәр сирләйәсәк.
Себештәрҙе алты аҙнаға тиклем ныҡ йылы урында йәшәтәләр. Тәүҙәрәк бәләкәстәр көн күргән урын 32 – 36 градусҡа тиклем йылытыла. Һуңынан йылылыҡты аҙна һайын өс градус самаһы төшөрә баралар. Ҡабатлап әйтергә кәрәк – тормоштарынан ҡә­нәғәт булған себештәр артыҡ сырҡылдамай. Шулай булғас, себештәрҙең һеҙ ҡорған ояла нисек йәшәүенә ныҡлап иғтибар итегеҙ. Әгәр уларҙың барыһы ла бер урынға өймәкләшә башлай икән, тимәк, өшөйҙәр тигән һүҙ. Ә инде баштарын ҡалҡыта биреп, ауыҙҙарын ныҡ асып һәм ауыр итеп тын алһалар, тимәк, ояла артыҡ ныҡ эҫе. Ояны йылытыу өсөн махсус лампалар бар, электр йылытҡыстарҙы ла ҡулланырға мөмкин.

Һыу

Йомортҡа һалыу өсөн аҫралған һәм һуйырға тәғәйенләнгән тауыҡтарҙың ашау рационы айырыла. Һуйыу өсөн, башлыса, бройлерҙар алынғаны бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Тауыҡ­тарҙың ике төрөнә лә үрҙә билдәләнгән аҙыҡтарҙы бирергә мөмкин. Ләкин һуйырға тәғәйенләнгәндәр тулыраҡ кәүҙәле булһын, тиҙерәк үҫһен тиһәгеҙ, улар өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡтар алырға кәрәк. Йомортҡа һалыусы ҡош-ҡорт менән дә хәлдәр шулай уҡ. Ҡатнаш аҙыҡтарға килгәндә, иң шәбе – кәрәкле матдәләрҙе тулыһынса туплағандарҙы алыу. Уларҙы башҡа аҙыҡтар менән бутап тороу мәшәҡәтле һәм хаталанып та китергә мөмкин. Эремсек ашатыу мотлаҡ, унда кальций күп, себештәрҙең һөйәктәре шәберәк үҫәсәк. Әйткәндәй, улар эремсекте бик яратып ашай. Аҙыҡтың йәбешкәк түгел, таралып торғаны яҡшы.
Себештәр эскән һыуға ҙур иғтибар кәрәк – бысраҡ йәки артыҡ ҡаты һыу эсеүсе тауыҡтар­ҙан әллә нимә өмөт итмәгеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»