RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Беребеҙ ут булһа, икенсебеҙ һыу булды», –

30.04.2013 «Беребеҙ ут булһа, икенсебеҙ һыу булды», –

«Беребеҙ ут булһа, икенсебеҙ һыу булды», –ти 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Ғәлиевтар
Асҡын районының Яңы Ҡушкилде ауылында йәшәүсе Нәҡиә Ғәйнелйән ҡыҙы һәм Фәрзәт Ғәлиулла улы Ғә­лиевтарҙың (тормош иптәшемдең ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе) быйыл матур байрамы – бергә парлашып йәшәй башлауҙарына 60 йыл – гәүһәр туйҙары. Ауылдың күренекле ғаиләләренең береһе улар. Алты бала тәрбиәләп үҫтереп, 14 ейән-ейәнсәренә, 10 бүлә-бүләсәренә ҡыуанып йәшәйҙәр. Фәрзәт Ғәлиулла улы армия хеҙмәтенән ҡайтҡас өйләнә. Йәш ғаилә йомортҡа һатып йыйған аҡсаға өй һалыр өсөн ағасҡа билет ала, нигеҙ ҡора. Ҡартәсәйгә мәктәптә, дарыуханала ҡарауылда, колхозда төрлө эштәрҙә эшләргә тура килһә, ҡартатай ат ҡараусы, төҙөлөш бригадаһында бригадир булып эшләй. Иҫке Ҡушкилде фермаһын һалғанда бригаданың звено башлығы булып тора. 20 йыл ғүмерен ағас оҫтаханаһына (мастерская) бағышлай. Ауылыбыҙ өсөн эшләгән иң ҙур ҡаҙанышы мәсет һалдырыу була. Ни эшләп шундай эшкә тотонорға баҙнат иттең, тип һорағас, ул: “Беҙҙе, ауыл аҡһаҡалдарын, Аснаф Хәсәнов күрше Ҡубыяҙ ауылы мәсетен асыу тантанаһына саҡырҙы. Тантана барышында һәм ҡайтҡансы уйландым: ни өсөн беҙҙең ауыл­ға ла иман нурын ҡайтармаҫҡа?!” Идара рәйесе Зөфәр Фәтхи­нуровҡа мөрәжәғәт иткәс, ул да был эште хуплай. 1990 йылдың 19 декабрендә мәсет төҙөү өсөн ҡарар сығарыла. Фәрзәт Ғәлиулла улы: “Бындай ҙур яуаплылыҡ талап иткән изге эште үҙ өҫтөмә генә ала алмайым, ярҙамсы итеп Сәлих Ғайнановты тәғәйенләүегеҙҙе һо­райым, тинем. Председатель итеп Нурмөхәмәт Әхмәдишинды һайланыҡ. Кәрим Мәхмүтйәнов ағас юллашып бирҙе, совхоз бик күп ярҙам күрһәтте, ағас эшкәртеү оҫтаханаһында эшләүсе егеттәр ҙә күп көс һалды”, – тип һөйләне. Мә­сетте төҙөүгә 6,5 йыл ваҡыт китә.
“Шул тиклем ғүмер бергә иңгә-иң терәп йәшәп, әрләшкәнегеҙ булдымы?” – тип һорағас, ҡартәсәй: “Бабайым бик ҡыҙыу кеше, әммә бер тапҡыр ҙа ҡул күтәреп һуҡҡаны, кеше көлдөрөп тауыш күтәргәне булманы”, − тип яуапланы.
“Йәштәргә теләктәрем шул, – ти ҡартатай, – хәҙерге етеш тормошта бер-береһен аңлап йәшәһендәр, кешелекле булһындар. Айыры­лышыу, эскелек, һуғышыуҙың сәбәбе – эш етмәүҙән. Элекке ваҡытта быларҙы уйларға ваҡыт булмай торғайны, арып-талып ҡайтаһың да, таң һарыһы менән эшкә китәһең”.
Ҡартатай һәм ҡартәсәй менән һөйләшеп сәй эсеүҙәре күңелле: йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәттәрен тыңлау – үҙе бер ғүмер. Шулай матур пар булып, иҫәнлектә-һаулыҡта балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең күңелен күреп йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле!

Инзилә ҒӘЛИЕВА.
Асҡын районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»