RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телеңде йоторлоҡ

30.04.2013 Телеңде йоторлоҡ

Магазин “Баунти”йы ары торһон!
Телеңде йоторлоҡ
Бик тәмле десертты әҙерләү өсөн 350 грамм кокос валсығы, 1 банка ҡуйыр­тыл­ған һөт, 200 грамм шоколад кәрәк.
Иң алда ҡуйыртылған һөт менән кокос­ты ҡушып болғатырға. Шунан уларҙан шар формаһындағы түңәрәктәр әүәләргә. Шоколадты иретергә һәм шуға манып алырға. Шунан киптерергә һалығыҙ. Бер сәғәттән өйҙә әҙерләнгән “Баунти” әҙер!

Ҡуҙғалаҡлы тәмлекәс
Телеңде йоторлоҡ
2 стакан он, 100 грамм аҡ май, 1,5 стакан шәкәр, 1 йомортҡа, эслек өсөн ҡуҙғалаҡ (бик булмаһа, алма, груша, банан алырға мөмкин) кәрәк буласаҡ.
Ҡуҙғалаҡты ваҡлап турағыҙ һәм шәкәр, лимон һуты ҡушып болғатығыҙ. Шунан онға май, сода ҡушып ыуығыҙ, бер йомортҡа өҫтәгеҙ. Ваҡ-ваҡ төйөрсөктәр барлыҡҡа килергә тейеш.
Формаға ҡуҙғалаҡты йәйеп һалығыҙ, өҫтөнә тигеҙ генә итеп ҡамырҙы һибеп сығығыҙ. 200 градус эҫелектәге мейестә бешерергә.


“Байрам” торты

Бисквит өсөн: 4 йомортҡа, 100 грамм шәкәр, ванилин, 120 грамм он, сода.
Крем өсөн: емеш-еләк джемы.
Өҫтөнә һөртөү өсөн: 2 йомортҡа ағы, 1/8 стакан һыу, 4 ҡалаҡ шәкәр, лимон кислотаһы.
Биҙәү өсөн: ҡыҙыл ҡарағат, ҡурай еләге, кокос валсығы.
Иң алда бисквит әҙерләнә. Йомортҡаның ағы менән һарыһын айырып алығыҙ. Һарыһына бөтә шәкәрҙең 2/3 өлөшөн ҡушып болғатығыҙ. Шунан ҡалған шәкәрҙе йомортҡа ағына ҡушып, айырым туғығыҙ. Йомортҡа ағының өстән бер өлөшөн һарыһына ҡушығыҙ, он, сода һалып бутағыҙ. Шунан яйлап ҡалған йомортҡа ағын ҡушығыҙ һәм ҡалаҡ менән ҡамырҙы болғатығыҙ.
Ике форманы көнбағыш майы менән майлағыҙ һәм шунда ҡамырҙы һалығыҙ. Өҫтөн ҡалаҡ менән ипләп кенә тигеҙләп сығығыҙ. 160 – 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә 25 – 30 минут бешерегеҙ (алдан мейесте асмағыҙ).
Йәймәләрҙе форманан алығыҙ һәм өҫтөн таҫтамал менән ябып, һыуытырға һалығыҙ. Артабан корждарҙы өс өлөшкә бүлегеҙ һәм һәр береһенә (тик өҫтөнә түгел) джем яғығыҙ.
Артабан тышлыҡ әҙерләнә. Йомортҡа ағын ныҡ итеп туғығыҙ. Шәкәргә һыу ҡушып, бер аҙ ҡайнатығыҙ. Ҡалаҡҡа бер аҙ сироп алып, һалҡын һыуға тығығыҙ, әгәр ҙә ҡалаҡтағы масса йәбешкәк булһа, тимәк, әҙер.
Ҡайнар сиропты йомортҡа ағына ҡойоп, ҙур тиҙлектә миксер менән туғығыҙ.
Ошо массаны әҙер тортҡа ҡойоғоҙ, ҡалаҡ менән ситтәрен тигеҙләп сығығыҙ. Кокос валсығы, емеш-еләк менән биҙәгеҙ.
Биш сәғәттән тортты табынға ҡуйыр­ға була.

“Шоколадлы ҡәһүә” торты

Был тортты бешерергә кәрәкмәй.
Ярты стакан шәкәрле ҡара кофе, ярты килограмм печенье, 1 стакан шәкәр, 4 йомортҡа, ике ҡалаҡ какао-порошок, 250 грамм аҡ май, 1 – 2 балғалаҡ ваниль шәкәре.
Иң алда крем әҙерләнә. Шәкәр, йомортҡа, какао-порошок һәм ваниль шәкәрен ҡушырға һәм ҡуйырғансы ҡайнатырға. Массаны һыуытырға һәм йомшарған май ҡушырға, шунан яҡшылап болғатырға.
Майланған формаға, һәр ҡатына крем яғып, бер нисә ҡат печенье, һыулан­ған ҡәһүә һалырға. Шунан уны ике сәғәт самаһы һыуытҡыста тоторға. Табынға ултыртыр алдынан ҡырғыстан үткәрелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»