RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйерселәр бизнесы кем ҡулында?

19.04.2013 Хәйерселәр бизнесы кем ҡулында?

Хәйерселәр бизнесы кем ҡулында?Үҙен төрлөсә йәлләтеп аҡса һорағандарға саҙаҡа биреү мотлаҡ түгел
Минең дуҫым бигерәк йомшаҡ күңелле: хәйер һорашып тороусыны күрһә, шунда уҡ аҡса артынан кеҫәһенә тығыла. Күптән түгел ул Зорге һәм Галле урамдары киҫелешендә хәрби кейемдә ҡултыҡ тая­ғын­да йөрөгән йәш егеткә аҡса тотторған.
– Машина ултырғысының артына элгән куртка кеҫәһенән ҡарамайынса 100 һум алып бирҙем. Тик һуңынан аҡсамды иҫәпләп ҡараһам, 100 урынына 500 һум биреп киткәнмен.
– Һуң, ул егет көнө-төнө шунда аҡса эшләгән профессиональ хәйерсе бит! Ниңә уға бирергә, етмәһә, 500 һум итеп тороп?! Ана, мәсеткә барып, хәйер итеп бирһәң, бер юлы әруахтар рухына аят уҡытып та сығыр инең. Йәки ас йөрөгән бала-сағаға аҙыҡ-түлек, тәмлекәс һатып алып таратһаң, күпкә яҡшыраҡ булыр ине, – тип әрләйем тегене.
– Нисек инде профессиональ хәйерсе? Хәйерселәрҙең дә төрлөһө буламы ни?
– Бигерәк бер ҡатлыһың инде, бер үк кешеләр аҡса һорай, уларҙы йөҙгә танып бөткәнбеҙ – береһе йылдар буйына операцияға аҡса йыя, икенсеһе бала ҡосаҡлап меҫкенләнеп ултыра, өсөнсөһө, сит ҡаланан килеп, ҡараҡтар ҡорбаны булған, инвалидлыҡ пенсияһы алһалар ҙа, сулаҡтар быуа быуырлыҡ. Аҡса эшләүҙең еңел ысулын тапҡандар инде.
Күптән түгел үҙемә лә эштән ҡайтышлай бер ҡарсыҡ осраны. Лезвие менән ҡырҡылған ҡара пакетын күрһәтеп, иламһырап аҡса һорарға тотондо ул. Мосолман әбейе икәнен аңлап, башҡортса һүҙ ҡуштым тегегә.
– Уй, балам, йәллә инде мине. Автобуста ҡапсығымды ҡырҡтылар, күҙ ауырыуҙары дауаханаһына китеп бара инем. Аҡсамды, пенсия танытмаһын урланылар, үҙемә Черниковкаға ҡайтырға кәрәк, – татарса сутырҙай ғына әбекәйем. Күҙҙәрен дә һөрткөләп ала. Аҡса янсығынан бер ус 5,10 һумлыҡтарҙы тотторҙом да:
– Бөгөн йома бит, әбей, был һиңә хәйер булһын, – тип китеп барҙым. Ҡайтып еткәнсе, әбей дөрөҫөн һөйләнеме, әллә ялғанланымы, тип уйландым. Туҡта, ҡапсығы бик юғары ҡырҡылған ине, аҡса, документтар килеп төшһөн өсөн бур уны аҫтан киҫәсәк. Тағы йыртыҡ буш пакетты йомарлап та тоторға була, ниңә уны әләм шикелле демонстратив рәүештә елберләтеп барырға? Әбей Черниковканан Пуш­кин урамына китеп барған ерҙән ни эшләп Матбуғат йортонда төшөп ҡалған һуң, моғайын, транспортҡа билетты ултыр­ғас та алғандыр инде, кәрәкле туҡталышҡа тиклем барырға булмай инеме?
Ҡыҫҡаһы, хәҙер хәйерселәр бигерәк күбәйҙе, уларҙың ҡайһыһы ялған, ҡайһы ысын икәнлеген дә айырмаҫһың. Элек улар ер аҫты сығыу урындарын баҫып алған булһа, хәҙер ер өҫтөнә – юл сатына сыҡты. Тығындар мәлендә бик оҫта хәрәкәт иткән инвалид арбаһындағы ирҙәр, машина аҫтына ташланырҙай булып аҡса һораған бала-саға, сабый күтәреп юлды быуған ҡатындар… Хәҙер машиналар бик күп, тығындарҙа сәғәттәр буйы ултырырға тура килә, тимәк, хәйерсегә үҙен йәлләтеп, автомобиль хужаһын “һауып” ҡалырға ваҡыт етерлек.
Ошо көндәрҙә “Российская газета” кешеләрҙе теләнселәргә мәжбүр иткән банданың тотолоуы хаҡында яҙып сығар­ҙы. Санкт-Петербург ҡалаһында Украина гражданкаһы полицияға мөрәжәғәт итә. Йәш ҡатын, осраҡлы таныштарына ышанып, Рәсәйгә эш эҙләп килеүе, тик уның паспортын тартып алып, метрола хәйер һорарға мәжбүр итеүҙәре хаҡында һөйләй. Баш тартыусылар ҡаты туҡмаҡтарға дусар ителә, ҡыҙға бандиттарҙан ҡасыуы еңел булмай, меҫкендәрҙе һәр саҡ ҡаты контролдә тоталар. “Эш”кә иртәнге сәғәт 9-ҙа алып киләләр, төнгө 11-ҙә ҡала ситендәге йортҡа алып ҡайталар. Бер хәйерсе көнөнә 20 – 70 мең һум аҡса йыя, аҙ сумма килтереүселәр айырым туҡмала. Кис бисараларҙы арзан араҡы һәм ҡаты-ҡото менән “һыйлайҙар”. Ҡатындың ике йыл ғүмере иҫке-моҫҡо кейемдәрҙә, аслы-туҡлы, сатнама һыуыҡта һәм йәйге селләлә саҙаҡа һоранып уҙа. Ул спецназға “бизнес” ойоштороусыларҙы ҡулға алырға ярҙам итә, ә үҙе, ниһайәт, ҡоллоҡтан ҡотола. Енәйәтте ойоштороусылар урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлы сиғандар булып сыға. Улар элекке СССР илдәренән кешеләрҙе эшкә саҡырып, алдаҡ юл менән паспортын тартып алған һәм теләнергә сығарып ебәргән. Хәйерселәр “ятағында” төрлө төркөмдәге алты ғәрип тә була, йортто барлығы мыҡты кәүҙәле дүрт егет һаҡлай.
Эйе, сараһыҙлыҡтан теләнселәгән кеше­ләр ҙә юҡ түгел, тик ундайҙар бик аҙ. Беҙ аҡса тоттороп киткән хәйерселәр иһә ысынында бер ҡайҙа ла эшләмәй баш йүнәтергә аҡса һораған эскеселәр, алкаш ата-әсәһенә сираттағы шешәгә аҡса йыйыусы балалар, хатта имен йәшәгән балаһына ярҙам итергә теләгән, бының өсөн меҫкенлеккә төшөргә һис тә оялмаған ҡарт-ҡоро!
Тағы бер миҫал – “Үҙәк баҙар” туҡталышы янындағы ер аҫты сығыу урынында “Инвалидҡа операция яһатырға ярҙам итегеҙ” тигән яҙыу менән ҡайғылы йөҙлө йәш кенә ҡыҙ баланың ултырғанын күптәр күргәне барҙыр. Революцион һәм Ленин урамдары сатына ла барып сыға ул, аҡсаһын йәлләгән водителдәрҙе ҡарғап, төкөрөнөп ҡала. Ҡарап торһаң, ҡыҙҙы аҡыл­ға бер төрлө тип уйларға мөмкин. Ләкин был ҡыҙҙан да һауыраҡ кеше табылмаҫ, күптән түгел ул етенсе модель “Жигули” машинаһы һатып алған икән. Быны миңә ошо уҡ урында еләк-емеш һатҡан Урта Азия вәкилдәре әйтте. Юрый ғына, был ҡыҙ операция яһатырға киттеме әллә, тип һорауыма ирҙәр барыһын да һөйләп бирҙе.
Былтыр йәй иртә менән эшкә барышлай көн дә бала етәкләгән Урта Азия кешеһе осрай торғайны. Бысраҡ кейемле, ялан аяҡ, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир һәр үтеп барыусыға бысраҡ оҙон тырнаҡлы ҡулдарын һона:
– Балам, өс көн икмәк төҫө күргән юҡ, Алла хаҡына…
Ундайҙарға мин принципиаль ҡараштамын, әзмәүерҙәй ир эшләргә теләмәһә, әйҙә, үлһен аслыҡтан. Бер көн тегенең улына сумкамдан кәнфит алып һуҙҙым:
– Аҡса бир, кәнфит кәрәкмәй, – тимәһенме миңә маңҡа малай.
Хәҙер мин тажик сиғандарының “аслыҡтан” үлер хәлгә етеүенә һис ышанмайым. Сөнки уларҙың төп һөнәре – саҙаҡа һораныу. Иң аҙ “килем” алған тажик сиғанының “эш хаҡы” минекенән әллә күпмегә күберәктер әле. Һин 30 һум бирҙең, теге 50 һум, ә бит хәйерсе көнөнә меңәрләп кешегә мөрәжәғәт итә.
Ни өсөн аҡса бирәбеҙ һуң уларға – һәр кем Алла алдында яҡшыраҡ булып күренергә теләйме, әллә, бына мин ҡайһылай изге күңелле, тип үҙ-үҙен аҡлаймы? Әллә йәлләйме, бәлки, үҙенең был хәйерсе алдында күпкә яҡшыраҡ кейенеп торғанлығынан оялалыр? Был аҡса теләнсенең үҙенә эләгә икән – уның ҡапма-ҡаршылыҡлы икенсе бай тормошо бар, әгәр ҙә меҫкен кем өсөндөр йыйып, килемен “ҡыйығы”на тапшыра икән – һеҙҙең аҡсағыҙ уға бөтөнләй тәтемәй.
Саҙаҡа бизнесының килеме һис тә дәүләт тарафынан контролдә тотолмай. ЮХХДИ инспекторҙары барлыҡ ҡағиҙә­ләр­ҙе боҙоп юлда йөрөгән хәйерселәрҙе күрмәмешкә һалыша, урам буйлап үтеп барған патруль һаҡсыһы ҡул һоноп торған кешеләр яғына хатта башын да бормай – хәйерселәр баҙарына власть күптән инде күҙ йомоп ҡарай, тимәк, ул башҡа берәүҙең ҡулында?!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»