19.04.2013 Ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ!
Республиканың байтаҡ төбәктәрен, шул иҫәптән Белорет районының Ғәбдүк ауылын һыу баҫыуы тураһында яҙғайныҡ. Әлеге мәлдә халыҡ бик ауыр хәлдә тороп ҡалған, күптәрҙең хужалығы, йорт-ҡаралтыһы эштән сыҡҡан, мал-тыуары ҡырылған.
Республика йәмәғәтселеге был хәлгә битараф ҡалманы. Фажиғә хаҡында киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеү менән, халыҡ әүҙемлек күрһәтә башланы. Ярҙам итергә теләүселәр өсөн район хакимиәте махсус иҫәп асты. Ғәбдүк халҡын ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ, мәрхәмәтлек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Получатель: УФК по Республике Башкортостан (Администрация сельского поселения Зуяковский сельсовет муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан л/с 02013069690)
Сч: 40101810100000010001. В ГРКЦ НБ Республики Башкортостан Банка России г. Уфа
БИК 048073001, КБК 79111705050100000180
ИНН 0211001998, КПП 025601001, ОКАТО 80211817000
В назначении платежа просим указать: добровольное пожертвование пострадавшим от наводнения жителям д. Габдюково Белорецкого района РБ.
Т. АМАНОВ.