RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Әллә беҙ илдең үгәй балаһымы?”

19.04.2013 “Әллә беҙ илдең үгәй балаһымы?”

“Әллә беҙ илдең үгәй балаһымы?”Ташҡындан зыян күргән Ғәбдүк ауылы халҡы шундай фекерҙә
Психологтар раҫлауынса, һәр кеше тәүлегенә яҡынса егерме-утыҙ тапҡыр алдаша. Ҡатын-ҡыҙҙар әңгәмә ваҡытында иркен аралашыу тойғоһо булдырыу өсөн фәстерһә, ир-егеттәр әңгәмәселәре алдында үҙ баһаһын, абруйын күтәреү өсөн ялғанлай. Белорет районы Ғәбдүк ауылының Йәштәр урамында йәшәүселәрҙе һыу баҫҡас, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Мироновтың телевидение журналистарына биргән интервьюһында, халыҡ ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, иртәгә үк бында ауыр техника, бригадалар ебәрәсәкмен, тип шаштырыуы ла шул уҡ сәбәпле булды, буғай. Сөнки, республикалағы иң ҙур районды етәкләгән башлыҡ халыҡты ышандырып та, үҙ һүҙендә торманы – Ғәбдүктә бригадаларҙың да, ауыр техниканың да эҙе лә, еҫе лә юҡ. Ситтән бер ярҙамһыҙ ауылдыҡылар үҙ көстәре менән генә донъяларын ипкә килтерергә маташа. Тик бөтә эш ҡоралдары һыу аҫтында ҡалғас, йә ағып киткәс, мәшәҡәттәрҙең осо ла, ҡырыйы ла күренмәй... Афәттең нисек ҡурҡыныс булыуы хаҡында ғәбдүктәр әле лә тетрәнеүһеҙ һөйләй алмай.
– Ирем, Ғәзим, тимер юлында монтажсы булып эшләй, уны яңыраҡ Мордо­вияға уҡыр­ға ебәргәйнеләр. Шуға ул өйҙә булмай ҡалды, – өс бала әсәһе Әлиә Ғилметдин ҡыҙы ваҡиғалар теҙмәһен хәтерендә яңынан терелтте. – Һигеҙенсе апрелдә, боҙ ағыр көндө, балаларҙы Ғәзизә әбейҙәренә ебәр­ҙем дә, ҡәйнәм менән бәрәңгене нигеҙгә һалдыҡ, йәнәһе лә, һыу баҙға инһә лә, моғайын, нигеҙгә тиклем күтәрелмәҫ, картуф ҡоро ҡалыр. Көндөҙ сәғәт өстәрҙә ҡурҡыныс тығын шаулап-гөрһөлдәп ағып үтте. Бер аҙ күтәрелгән һыу ярҙарына ҡайтты, йылға тынысланды. Шуға ла беҙҙең дә йөрәк урынына ултырҙы, ҡәйнәм үҙҙәренә юлланды, мин балаларҙы алып ҡайттым да, уларҙы күршегә индереп, ун биш минуттан киләм, тип, ҡәйнәмә киттем (ҡайнағам Архангелдән дарыу алып ҡайтҡайны, шуны алырға кәрәк ине). Ҡәйнәм, сәй эсергә ултыр, тиһә лә, баш тартып, кире әйләндем. Юлда осраған бер егет, еңгә, һеҙҙе һыу баҫа бит, тип шаяртып үтте. Ярай, йөҙөп сығырбыҙ әле, тип яуапланым. Ҡараһам, беҙҙең өй тирәһенә елле-елле боҙҙар өйөлә... Үҙебеҙҙең урамға аяҡ баҫҡанда һыу билдән ашҡайны. Артабан атларлыҡ түгел ине, ҡайҙа боҙға һикереп, ҡайҙа йөҙөп киләм. Балаларым, өйгә ҡайтып, ҡурҡышып, урамға сыҡһа, ағып китте инде, тип йөрәгем дерелдәй, улар өсөн шөбһәләнеп, һыуҙың боҙло икәнен дә тоймайым. Күршеләремә еткәндә, улар­ҙың соланына һыу ингәйне. Мин өйҙәренә барып та индем, аҫтан һыу баҙҙың ҡапҡасын атып та бәрҙе, балаҫтар йөҙә башланы. Миңә ҡоро әйбер бирҙеләр, кейемде алмаштыр­ғас, тиҙ генә өй башына менеп киттек. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: күршеләрҙең өй башына менә торған түшәмдәге уйымдары бәләкәс кенә, мин һыйырлыҡ түгел, ҡурҡыштан әллә нисек шунда һыйҙым, аптырайым... Етмәһә, аҙаҡ шунан кире килеп сыҡтым бит әле ул!
Өй башындағы тәҙрәнән хәүефләнеп тышҡа ҡарайбыҙ: һыу тәүҙә текмә уртаһынан ине, бер нисә минуттан ҡараһаҡ, текмә күренмәй. Өйҙө баҫһа, ике баламды ике ҡулыма тотормон, өсөнсө баламды нисек итеп ҡотҡарырмын икән, тип ҡайғыға баттым... Аҙаҡ, дарыуҙы алам, тип сыҡмаһам, балалар менән өйҙә ултыр­һаҡ, беҙҙең менән ни булыр ине икән, беҙҙең бит өй башына тотоноп менерлек баҫҡыстар юҡ, тигән уй килде башҡа.
Бер ваҡыт бағаналар ауып, электр утының сыртлағаны ишетелде. Токтан һуғылабыҙ икән, тип ҡот ҡалманы. Ярай ҙа утты һүндерҙеләр (Рәил Ғарипов һүндергән шикелле). Эстән ҡурҡһаҡ та, паникаға бирелмәнек, балалар илашманы, шым ғына ултыр­ҙы. Төнгө сәғәт дүртенселә ауылдашыбыҙ Шакир Баязитов өй башына килеп менде. Кәмәлә килгән икән. Уны күргәс, йәнгә йылы инде...
Бер аҙҙан боҙ гөрһөлдәп ары китте, һыу яйлап кәмене. Төштөк тә, тауҙай боҙҙар араһынан атлап, утты бирә ҡалһалар, янғын сығып ҡуймаһын тип, счетчикты һүндерергә өйөмә йүнәлдем. Өйөмә килеп ингәйнем, бар нәмә лысҡылдап ята, йорт йыһаздары йөҙөп йөрөй. Радиотелефондан ире­мә шылтыраттым. Ә уға ауылдан кемдер хәбәр итеп өлгөргән, ҡайтырға сыҡҡайны. Әлиә балаларҙы өй башына ырғыттымы икән, тип ҡайғыр­ған, шунан, ярай, юғалып ҡала торған кеше түгел дәһә, тип үҙен-үҙе тыныс­ландырған. Ҡайтып етеп, беҙҙе имен-һау күргәс, инде ҡыуанды. Балаларҙы икенсе көндө Асыға, әсәйемдәргә ебәрҙек – өйҙә бар нәмә еүеш, дым тартҡан, йәшәрлек түгел.
“Әллә беҙ илдең үгәй балаһымы?”Аҙаҡ белеүебеҙсә, ауылыбыҙҙа ҡырҡ бишләп йортҡа һыу ингән, бер нисә ғаилә айырыуса ҙур зыян күргән. Әйтәйек, Ғәзизәләр, быйыл йорт күтәрәбеҙ, тип бура бурағайны, таҡталары ла, түбәһен ябырға ҡалайҙары ла әҙер ята ине. Шуларҙың бөтәһе лә аҡты. Азамат Ғәлимовтарҙың да бураһы, ҡалайҙары ағып юҡҡа сыҡты. Күршеләребеҙ Илдус менән Роза Баязитовтар быҙауларға торған һыйырын, ике башмағын юғалтты, машиналары һыу аҫтында ҡалды. Беҙҙең һыйыр, башмаҡ, быҙау үлде, тауыҡтар ҙа китте... Өр-яңы рәшәткә эшләгәйнек, уның хәҙер эҙе лә юҡ.
Беҙгә уйларға, әҙерләнергә ваҡыт булманы, һыу ҡапыл килеп баҫты. Азат ағай Ғарипов, һыуҙы тағы бер ҡарайым әле, тип сыҡһам, һыу мине ҡарарға килгән, тип кире өйөнә килеп ингән, тип һөйләйҙәр.
Хәҙер нисәмә көн батҡаҡ соҡойбоҙ, көнө-төнө өй йыйыштырған булабыҙ. Нисек тере ҡалыуыбыҙҙы иҫләһәм, малды йәлләп тә булмай инде, тип ҡуям. Иң мөһиме, үҙебеҙ, балалар иҫән, тип ҡыуанабыҙ...
Ошо уҡ урамда йәшәгән Хәлисә һәм Дамир Ғәлләмовтар ҙа үҙҙәренең кисерештәре ме­нән уртаҡлашмай булдыра алманы. Улар ҙа һигеҙенсе апрелдә көндөҙ боҙҙоң киткәнен ҡарап ҡалған. Күперҙә йыш ҡына боҙ тығыла торғайны, быйыл унда боҙ туҡтаманы, тип һөйөнгәндәр. Тимер юлында эшләгән улдары Эльмар, эшкә киткәндән һуң бер сәғәт үткәс, умарталарҙы һарай башына ҡуйығыҙ, үҙегеҙ ҙә үргә барығыҙ, Рыҫҡол янында боҙ ята, тип шылты­рат­ҡан. Ләкин Хәлисә апайҙар, уны икенсе боҙ йырып алып китер әле, тип ыжламай. Шулай ҙа сығып, йылғаны күҙәтеп торалар. Мунса инеп сыҡҡас та, йылғаға күҙ һалалар, хәүефләнерлек бер ни ҙә булмай. Кис сәй эсеп ултырғанда, килендәре, әллә ямғыр яуа инде, ти. Соланға сығып ҡараһалар – унда һыу! Йәш ҡатын улын кейендерә башлай, ейәнсәрҙәре Эльвина ла кейеменә йәбешә. Хужалар, быҙауҙы булһа ла өйгә индерәйек, тип соланда ятҡан кәмәлә (уны көндөҙ нисектер баҙҙан сығарып, тын тултырып ҡуялар!) һарайға йүнәлә. Һарайҙың келәһен саҡ ысҡындыралар, тик һыу ишеген асырға ирек бирмәй. Һыйырҙар ҙа, быҙау ҙа үҙе йөҙөп сығыр әле, тип ҡайтыр яҡҡа йүнәлгәндә, һыу саҡ ҡына үҙҙәрен ағыҙып алып китмәй. Әлдә Дамир ағай һыртҡы ҡапҡаға йәбешеп өлгөрә. Шунда өйөлгән таҡталарға баҫып, кәмәне тартып алып, аралыҡҡа тиклем килеп етеп, өйгә табан тағы йөҙәләр. Хәлисә апай алда ултырып, яланғас ҡулдары менән боҙҙар­ҙы йырып, юлды таҙартып бара. Кәмәне уйынсыҡтай уйнат­ҡан һыу беҙҙе алып китмәҫ борон әллә киленгә ҡысҡырып, арҡан ташлатырғамы, тип тә уйлай, ләкин үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡа: «Беҙҙе ҡотҡарам тип, киленебеҙ менән бер-бер хәл булды ниһә... аллам һаҡлаһын!». Мең михнәт менән соланға барып етә улар. Йәһәтләп өй башына юрған-мендәр, ашарға та­шый­ҙар. Күҙҙәренә нимә эләгә, шуны өй башына ырғыталар. Бер саҡ һыу баҙ ҡапҡасын күтәреп ала, баҙҙан өйгә һыу ағыла. Хәлисә апай, аяҡ аҫтына ҡарап йөрөгөҙ, төшөп китмәгеҙ, тип барыһына ла туҡып, үҙе яңылыш асыҡ баҙға тайып төшә. Шунда уҡ ауыҙына бысраҡ һыу тула, сәсәй башлай, саҡ килеп сыға...
“Әллә беҙ илдең үгәй балаһымы?”– Көнөнә шулай өс тапҡыр үлемдән ҡотолдом, – тип ауыр уфтана Хәлисә Нәжип ҡыҙы. – Өй башына әйбер ырғытҡан арала телефондан шылтыратҡан кешеләргә яуаплайым, шуның араһында үрҙә йәшәгән өлкән улым Данирға, ярҙам кәрәк, тип хәбәр иттем. Ул, беҙҙе ҡотҡарам тип, тәүҙә еңел машинаһында төшкән. Урамды һыу, боҙ баҫҡанын күреп, кире ҡайтып, «Беларусы» менән сыҡҡан. Шул турала өлкән киленем хәбәр иткәйне, борсолоп, хәлебеҙ бөттө, сөнки беҙгә килеп етмәне бит инде. Тегегә-быға шылтыратам, Данирҙы күрмәнек, тиҙәр. Бер ваҡыт, берәүҙәр, беҙҙең йорт янында «Беларус»ында ултыра, ти. Әйтегеҙ әле, беҙгә килеп тормаһын, тип үтендем. Ярай, тигәс, әҙерәк тынысландыҡ. Ныҡ өшөгәйнем, ҡалтырата башланы. Эҫе һыу бар ине, шунда аяҡтарҙы тығып ултырҙым, аҙаҡ үлән төнәтелгән спирт менән ыуҙым. Дамир ҙа шулайтып аяғын йылытты ла өй башына күтәрелдек.
Өй башында ултырабыҙ, боҙҙар өйҙө дер һелкетә. Сәғәт юҡ, ҡараңғы. Йәш ярымлыҡ Эльвир ейәнебеҙ илай башлағайны, уны йоҡлаттыҡ. Пани­каға бирелмәнек, эстән генә, өй тарал­һа, нишләрбеҙ, тип уйлайым, әммә ул турала өндәшмәйем. Һыйыр­ҙарҙың баҡырғанын ишетеп, моғайын, беҙҙең мал үргә йөҙөп сыҡҡандыр әле, тип үҙемде тыныс­ландырам. Бер заман шул тиклем ҡурҡыныс гөрһөлдәү яңғыраны, ер һелкенгәндәй булды, баҡтиһәң, боҙ ағып киткән икән. Шунан һуң һыу яйлап кәмене. Иҙән күренгәс, төштөк. Һыу өй эсендә тәҙрә тупһаһына тиклем етә яҙған, бар нәмә йөҙгән... Данир килеп инде, бер һыйырығыҙ боҙҙар араһында ҡыҫылып үлеп ята, башҡалары күренмәй, тине. Артынса Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Шәүкәт Салауатов менән Ғаян Баязитов күренде. Шәүкәт балаларҙы кәмәгә ултыртып, үргә алып китте. Һыу тағы ла килә, тигәс, беҙ ҙә улыбыҙға киттек. Етегә тиклем яттыҡ, күҙгә йоҡо эленмәне, таң менән үҙебеҙгә ҡайттыҡ. Ҡаршыбыҙға ҙур сумка тотҡан дүрт кеше осраны, һеҙ МЧС-танмы, тип һораһаҡ, юҡ, улар тегендә, тип китте лә барҙылар. Исмаһам, хәлде лә һорашманылар. Ашарға аҙығығыҙ бармы, тип тә белешеүсе булманы! Юл өҙөлһә, тип күмәртәләп алдан аҙыҡ-түлек алып ҡуйғайныҡ, бөтәһе лә һыуланып, ашарға яраҡһыҙға әйләнде. Бер нисә көн ҡулдарымды күтәрә лә алмай йонсоном. Инйәр дауаханаһынан бер ни тиклем дарыу ебәргәйнеләр, диклофенак тигән уколды фельдшер һалғас, һыҙлауы баҫылды.
Бөтә малыбыҙ үлгәнен һуңыраҡ белдек. Телевидениенан, район хакимиәтенән кешеләр килгәнен белгәс, журналистарҙы өйөмә алып ҡайтып күрһәтермен, тип уйлағайным, ләкин улар Айсәрәгә инде (уларҙа ла һыу тәҙрә төбөнә етә яҙған). Мироновтан, ярҙам буламы, тип һорағайныҡ, кемдең өйө страховкаланған, шулар страховка алыр, ә башҡаларға ярҙам булмаясаҡ, тине. Исмаһам, ярҙам итеү йүнен ҡарарбыҙ, тиһә лә, беҙгә еңел булыр ине. Ярҙамдары килеп етмәгән хәлдә лә, ярҙамлашырға теләгәйнеләр ҙә, килеп сыҡмағандыр, тип уларҙы аҡлар инек, әммә... Дүшәмбе район хакимиәтенән килгән комиссия ағзалары ла, өйөгөҙ аҡмаған даһа, бер нәмә лә түләнмәй, тип эсте бошорҙо. Ярҙам итер өсөн түгел, ә күҙ буяр өсөн килгән улар, ахыры. Йыйған мал-мөлкәтебеҙҙең бер нисә сәғәт эсендә юҡҡа сығыуын властағылар аңларға теләмәй. Үҙебеҙҙеке генә түгел, беҙҙең менән бергә йәшәгән улым-киленемдең, ҡыҙымдың да бөтә йорт йыһазы, көнкүреш техникаһы әрәм булды. Иремдең бөтә эш ҡорамалы юҡҡа сыҡты, хәҙер бер нәмәгә тотона алмай: ни бысҡыһы юҡ, ни йышҡыһы... Үҙҙәре ошондай афәтте күрһә, беҙҙе аңларҙар ине.
Һүҙебеҙгә Хәлисә апайҙың улы Данир ҡушыла:
– Элемтәселәргә рәхмәт, икенсе көндө үк бәйләнеш үткәрҙеләр, ә электриктарҙың һаманғаса күренгәне лә юҡ. Һәр кем үҙе бағаналарҙы яңынан ҡуйып, утты тоташтырҙы. Ә әгәр ҙә берәйһе бағананан осоп төшөп имгәнһә, үҙе ғәйепле, нимәгә менеп бара, тиерҙәр ине. Утһыҙ ҙа булмай, нимәгә тотонһаң да, электр уты кәрәк. Миронов килгәс, һеҙ штакетник менән ярҙам итмәҫһегеҙ инде, исмаһам, зыян күргән һәр ғаиләгә унышар кубометр булһа ла ағас бирегеҙ, тиһәм, ул миңә, ана, урман, тик үҙегеҙҙең иҫәпкә, тип яуапланы.
“Әллә беҙ илдең үгәй балаһымы?”Тағы ла йәнде көйҙөргәне – МЧС хеҙмәткәрҙәре. Сәғәт ун берҙәрҙә, беҙҙә ташҡын, йорттарҙы һыу баҫа, тип шылтыраттым. Ә улар юҡ та юҡ, юҡ та юҡ... Тағы ла төнгө берҙә номер­ҙарын йыйҙым. Диспетчерҙары, егерме минут элек киттеләр, тип яуаплай. Ә нишләп яңы ғына сыҡҡандар, мин һеҙгә шылтыратҡанға ни заман, тип көйһәм, әҙерләндек, ти. Ә нишләп улар әҙер түгел ине һуң, ошондай хәлдә лә әҙер тормағас, уларҙан ни фәтүә, тим. Үҙегеҙ, ташҡын булырын белеп, ниңә әҙерләнмәнегеҙ, тип ирешә. МЧС хеҙмәткәрҙәре килде, тик күпер янында йөрөнөләр ҙә, аҙаҡ, һикһән кешене мәктәпкә эвакуацияланыҡ, тип ялған хәбәр тараттылар. Һыуыҡ, бер урын кәрәк-ярағы булмаған мәктәптә түгел, уҡытыусы Рафиға апай Ибраһимоваларҙа, үҙҙәренең туғандарында йоҡлап сыҡты ҡаза күреүселәр. Һәм барыһын да ауылдың ир-егеттәре ҡотҡарҙы, ә улар түгел. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең бер тинлек тә файҙаһы булманы. Иптәш егет, уларҙың күпер янында ял итеп ятҡанын күреп, һеҙ МЧС түгел, һеҙ «после ЧС», тип әйтеп киткән. Әйтмәҫ ереңдән әйтерһең дә...
Оло ҡаза кисереүселәр рәтендә Фәнзилә менән Әбсәмих Мөхәмәт­шин­дар ҙа бар. Мин барғанда туғы­ҙынсыла уҡып йөрөүсе ҡыҙҙары Инйәрҙә дауаханала ята ине (ташҡын касафаты). Хәлисә апай, һыу баҫа, тип шылтыратҡас та Мөхәмәтшиндар урам­ға йүгергән. Быҙауҙарын ғына ҡотҡарып алып ҡалғандар, ат, һыйыр, башмаҡтары үлгән. Ике яҡлап тулҡын-тулҡын булып һыу, боҙ килгәнен күргәс, өй башына менгәндәр. Бер аҙҙан күршеләре Люциә башланғыс синыфта уҡыған ҡыҙы Лениза менән уларға көс-хәлгә йөҙөп килеп еткән. Үҙҙәренә ҡалһа, Мөхәмәтшиндарға килеп етеп, һыуҙан ҡотолоп ҡалабыҙ, тип уйлағандар, ләкин һыу уларҙы ҡыуып етеп, уҙып киткән. Бер килергә сыҡҡас, Люциә кире боролмаған, күршеләре янына менеп, сәғәт ун беренсе яртынан дүртенсе яртыға тиклем һыуыҡта ултырғандар.
– Өй күпсеп китә икән, тип ҡурҡтыҡ, – тип Әбсәмих Әбсәтей улы ла кисергәндәрен йәшермәй һөйләне. – Сәғәт дүртенсе яртыла ике Илдус Баязитов (береһе Иманғәле улы, икенсеһе Фирүз улы) кәмәлә килеп күренгәйне, инде лә шатландыҡ. Мин кисен, беҙҙе һыу баҫа, тип Белорет МЧС-ына шылтыратҡайным, һеҙҙең ауыл хакимиәте башлығы бар, шуға мөрәжәғәт итегеҙ, ул ауыл халҡы менән ярҙам итһен, беҙ барыбер ярҙам итә алмайбыҙ, тинеләр. Өфө МЧС-ына шылтыратһам, Архангел, Белорет МЧС хеҙмәткәрҙәрен ебәрҙек, тиҙәр. Әгәр шундай ауыр ваҡытта ла ярҙам итмәгәс, улар­ҙан ни хәжәт?!
– Беҙгә бит ошоғаса хакимиәттән дә, дауахананан да, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортос­тандағы идаралығынан да бер кем килмәне, хәлде белешмәне, – Фәнзилә Хәсән ҡыҙы ла йәнен үртәгән хис-тойғолары менән әсенеп бүлеште. – Хөкүмәттән, ярҙам итәбеҙ, тимәй­ҙәр. Икешәр мең һум аҡса бирәләр, тигән хәбәр йөрөй йөрөүен, тик ул ғына аҡса нимәгә етһен?!
Ун баш малын юғалтҡан икенсе төркөм инвалиды Фәүзиә Йосопова, миңә туғыҙы Асынан участка табибы Фәриҙә Ноғоманова килеп китте, дарыуҙар ҡалдырҙы, тине:
– Рәис дауаханала ятҡас, һигеҙе көндө уның туғаны Земфираны ҡу­ныр­ға саҡырҙым. Ул булмаһа, малды ҡотҡарам тип, сығып, ағып китер инем, ә Земфира мине соландан ары ебәрмәне. Шул арала ла билдән һыу кисеп өлгөрҙөм. Кисен, ташҡын башланғас, Хәлисә, Данир улым күренмәйме урамда, тип шылтыратты. Земфира, беҙҙең йорт янында ултыра, тракторын боҙ ҡыҫҡан, тине. сығып, Данирға ҡысҡырып ҡараны, тик анауындай мәхшәрҙә ишетәме инде?! Шулай ҙа «Беларус»ынан сығып, әсәләре йорто яғына китергә ынтылғайны, саҡ ағып китмәне. Текмәгә йәбешеп, тотона-тотона беҙҙең өйгә йүнәлде. Әнил Шөғәйепов менән Илфир Рәхмәтов, һыуҙан ҡасып, беҙҙең һарай башына менгән булған. Уларға, ҡолонҡайҙы ла шунда мендерегеҙ, тип ҡысҡырҙым. Данир һарайға йөҙөп барып, ҡолонҡай­ҙы күтәреште. Һарайҙы асығыҙ, малды сығарығыҙ, тигәйнем дә, аса алманылар, унда боҙҙар өйкөлгәйне. Өй башына менә алмағас, Земфира менән диван баштарына менеп ҡунаҡланыҡ, сөнки тәҙрә төбөнә тиклем һыу тулды. Боҙҙар тыштан дөбөр-шатыр төкәлгәндә йәндәр өшөп китә ине. Ташҡын бигерәк ҡурҡыныс нәмә икән... Ғаян Баязитов, Шәүкәт Салауа­тов, Илшат Мәхмүтов килде. Илшат, кәмәгә ултыртып, беҙҙе үр яҡҡа алып китте. Ярай ҙа Данир, телефондан шылтыратып, утты һүндерткән, тип ҡыуандым, юғиһә күпме халыҡ токтан һуғылып һәләк булыр ине...
Фәүзиә менән Рәис Йосоповтар һыуҙан ғына түгел, уттан да зыян күргән – бер нисә йыл элек йорттары янып юҡҡа сыҡҡан. Алты ай элек ҡыҙҙары вафат булған...
Әйткәндәй, ҡолонҡайҙы һарай башына мендергәс, бикле һарай эсендә йөҙөп йөрөгән ат та уның тауышына килеп, бесән һала торған тишеккә башын тыҡҡан. Шул саҡта егеттәр уның ялына, муйынына йәбешеп, атты ебәрмәгәндәр, һәм бейә иҫән ҡалған. Кәмәлә өй буйынса йөрөп, кешеләрҙе барлаған, үргә ташыған Шакир Баязитов, Бәкир Закиров, Линур Баязитов һәм башҡа ир-егеттәр тик рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Сөнки улар, дәһшәтле ташҡындан ҡасып, боҫоп ятып ҡалмаған, мәрхәмәтлек, ярҙамсыллыҡ һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәткән. Ошо хаҡта уйлап, Йәштәр урамында йәшәүсе­ләр­ҙең күпме малы үлгәнен тағы бер баштан уҙғарам: Люциә һәм Ғилметдин Шөғәйеповтарҙың, Әлиә менән Ғәзим Ғәлимовтарҙың, Гөлсинә Баязитованың, Фәнзилә менән Әбсәмих Мөхәмәтшиндарҙың, Роза һәм Илдус Баязитовтарҙың өсәр баш малы, Хәлисә һәм Дамир Ғәлләмовтарҙың ике һыйыры, ике башмағы, быҙауҙары үлгән, Йосоповтарҙың ун баш (ике һыйыр, тай, өс башмаҡ, ике быҙау, ике һарыҡ), Сания Рәхмәтованың бер быҙауы (хаталанһам, ғәфү үтенәм)... Иң түбән хаҡтар менән һыйырҙы яҡынса егерме биш мең һум, башмаҡты – егерме мең, быҙауҙы ун мең һум тип иҫәпләгәндә, әйтәйек, һыйыр, башмаҡ һәм быҙауҙарын юғалтҡан ғаиләләр илле бишәр мең һумлыҡ зыян күргән. Был башҡа мөлкәттән тыш бит әле ул! Әлиәләрҙең яңы ғына ҡуйған рәшәткәләренең хаҡы (бер текмәне ун ике һум менән алғанда) алты мең һумға төшә (буяуынан тыш). Юлда осраған Фәйлә Ғарипованан төпсөнөп, уларҙың да сығымын иҫәпләп маташабыҙ: һыуҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн һатып алынған обойҙар, линолеум яҡынса өс-дүрт мең һум, сафтан сыҡҡан ике йышҡы һигеҙ мең һум самаһы, «Дружба» бысҡыһы – ун мең, юҡҡа сыҡҡан илле биҙрә картуф та шунса һум (бер биҙрә ике йөҙ һум тигәндә), йөҙөп киткән мунсалыҡ бура – егерме мең һум, йөҙ ҙә иллешәр һумдан алынған ун ике тауыҡ – бөтәһе илле ике-илле өс мең һигеҙ йөҙ һум...
– Йөйәктән килеп еткән туғаным, түштән һыу кисеп, малдарҙы соланға индерешмәһә, беҙҙең дә һыйырҙар ҡырыла ине, – тине, биленә сыҙай алмай, дауаханаға китеп барған Фәйлә Ғирфан ҡыҙы. – Үҙебеҙ һарай башында ултырҙыҡ. Һыу ныҡ ҡурҡыныс килде. Телевидение буйынса, гәзиттәрҙән беҙҙәге ташҡын тураһында ялған мәғлүмәттәр бирелде, шул иҫәптән, кешеләр ҡысҡырышты, тигәндәре лә дөрөҫ түгел. Бер баланың да сыр-сыу килгән тауышы сыҡманы! Ауыл халҡы ныҡлыҡ күрһәтте, паникаға бирелмәне. Тик мал ғына баҡырышты... Һарай башында ултыр­ғанда фонарь яҡтыртып йөрөгән кешеләрҙе күрҙек тә, МЧС хеҙмәткәр­ҙәре килгән, тип уйланыҡ, ҡараһаҡ, үҙебеҙҙең ауылдыҡылар, берәй ярҙам кәрәкмәйме, тип йөрөйҙәр. Ташҡын башланғас та, ауылдаштарым, нисек булһа ла тере ҡалырға тырышығыҙ, документтарығыҙҙы ғына алығыҙ ҙа, үҙегеҙҙе ҡотҡарығыҙ инде, тип шылтыратты. Был беҙҙең өсөн бик көслө рухи ярҙам булды. Ауылдаштарыма барыһы өсөн дә рәхмәтлемен! Ә власть вәкилдәренән, Шәүкәт Салауатовтан тыш, бер йылы һүҙ ишетмәнек. Шуныһы бигерәк аяныслы.
Яҡты йөҙ, йылы һүҙ түгел, әлегә ғәбдүктәр власть органдарынан бөтөнләй бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәгән. Мәҫәлән, бар халыҡ алдында Миронов вәғәҙә иткән ауыр техника килмәгәс, кешеләр ҙур-ҙур боҙҙар араһынан йөрөргә мәжбүр булған. Боҙҙарҙың берәйһе шылып китеп, кешене баҫып үлтерһә, кем ғәйепле булыр ине? Шул саҡта кемдең «башы» китер ине икән? Ғөмүмән, берәйһе яуап тотор инеме? Ғәбдүктәр быға ышанмай. Һәм уларҙың, Рәсәй бәләгә тарыған сит илдәргә тонналап гуманитар ярҙам, табиптарын, психологтарын ебәрә, ә нишләп беҙгә бер төрлө лә ярҙам күрһәтелмәй, тигән һорауы асыҡ ҡала. Ысынлап та, нишләп тәбиғәт ҡазаһына дусар булған кешеләргә бер ниндәй ҙә гуманитар ярҙам күрһәтелмәй?
... Ғәбдүктәр әйтеүенсә, Рыҫҡол тигән урында йыл да боҙ тығыла. Шундағы боҙҙо МЧС хеҙмәткәрҙәре алдан килеп шартлатһа, был хәл бөтөнләй булмаҫ ине. Йыл да райондар, ташҡынға әҙербеҙ, тип рапорт бирә, ләкин әҙерлектәре самалы икән шул.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

P.S. Һыу ныҡ баҫҡан өйҙәрҙән һаманғаса күгәргән еҫ сыға, ҡат-ҡат киптергән карауат-дивандарынан һыу һарҡып тора. Миңә йоҡларға урын әҙерләгәндә, аҫтыма тағы бер одеял түшәп һалдылар ҙа бит, тик һыу барыбер һарҡып сығып, шул һыу өҫтөндә бер төн йоҡлағансы иңбашыма, бөйөрөмә һыуыҡ үтеп өлгөрҙө. Бөтә кейемемә күк еҫе һеңгәйне, хатта шул еҫ тамаҡҡа ла ултырҙы. Һыуҙан зыян күргән һәр кем һыҙлана, тик донъяларын ғына ташлап сығып китә алмайҙар. Һәр өйҙө мотлаҡ дезинфекциялау талап ителә, шунһыҙ үңәҙ бәшмәктәре баҫып алыу ҡурҡынысы бар.
Комиссия вәкилдәренән кемдер, өйөгөҙҙө страховкалар инегеҙ, тигән. Белорет районының Уҫманғәле ауылында һыу буйында йәшәүселәр йыл һайын йорт-ҡураһын страховкалай, ләкин зыян күргән хәлдә лә бер тапҡыр ҙа уларға аҡса түләгәндәре юҡ, шулай булғас, страховкалауҙан ни фәтүә?!

Әйткәндәй

Ғәбдүккә «Мегафон», «Билайн» йә МТС элемтәһе талап ителә. Йөк поездары бында туҡтамай, электричка көнөнә ике тапҡыр ғына йөрөй. Яҙын боҙ юлды яба ла, йәй уртаһына тиклем иремәй ята, водителдәр мең эт бәләһе менән шул боҙҙо яра-яра саҡ йөрөй. Тимәк, юл мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу тора.
Ололарҙың һүҙе буйынса, ошондай уҡ ҡурҡыныс ташҡын үткән быуаттың ҡырҡ алтынсы йылында ғына булған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»