16.04.2013 Йәшәү рәүешен үҙгәртә алырбыҙмы?
(”Гастарбайтерҙар һәм асығауыҙҙар”, “Йәшлек”, №15, 26 февраль, 2013 йыл)
Ауылда йәшәүселәр эшһеҙлектән аптыраған көндән һәм үҙ хоҡуғын белеп тә, уны яҡлай алмауы арҡаһында, бер ҡатлылығы менән эшкә алыусыға ышанып, тамаҡ хаҡына булһа ла эшкә урынлашырға мәжбүр.
Беҙҙең ауылдан да Илшат һәм Илвир исемле егеттәр Благовар районының Пришиб ауылында сусҡа үрсетеү комплексын төҙөүҙә бетонсы булып эшләгәйне. Әммә комиссия килеп, бетон ҡойоуҙа температура режимы боҙолған тип ҡарар сығарғас, эште туҡтатып, әлеге егеттәргә юллыҡ ҡына аҡса биреп ҡайтарғандар. Һуң, бетон ҡойоу технологияһының боҙолоуында ябай эшсенең ни ғәйебе бар? Был «аҡса йыуыу» (отмывание денег) булғандыр, тигән шик бар, сөнки улар эш башлаған ваҡытта бында электән эшләүселәр егеттәрҙе, аҡса түләмәҫтәр ул, тип иҫкәрткән. Ғәҙәттә, ундайҙарҙы эшкә хеҙмәт кенәгәһеҙ алалар, вагонсыҡта йәшәтәләр, ашханала ашаталар.
Хәбир исемле егет тә Өфөлә төҙөлөшкә урынлаша. Бер урында эшкә алғанда документ тултырыуҙа хата ебәрелгәне өсөн китергә мәжбүр була, икенсе ергә барғас, ҡунып йөрөү өсөн вагонсыҡтан урын бирәләр. Шулай бер көн эштән арып, арманһыҙ булып ҡайтып килгәндә, ике хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре туҡтата. Ниңә улай киләһең, эстеңме, ҡайҙа йәшәйһең, пропискаң бармы, кеүек һорауҙарҙы яуҙыралар ғына. «Теркәлеүһеҙ йәшәгәс, бына бында ҡулыңды ҡуй, штраф түләргә тура киләсәк», – тип Хәбирҙән ҡул ҡуйҙырталар. Егет, бәйләнсектәрҙән ҡотолорға теләп, ҡағыҙҙы уҡып та тормайынса, имзаһын ҡуя һала.
Ысынлап та, ауылдан килгәндәрҙе ҡалала пропискаһыҙ эшкә алалар. Дөрөҫөн әйткәндә, бында кемде ғәйепләргә лә белеп булмай. Бәлки, власть органдары ғәйеплелер?
Ф. Шәйхисламовтың мәҡәләһендәге фекерҙәр менән тулыһынса килешәм. Үҙ граждандарын эш менән тәьмин итеү проблемаһы власть органдары тарафынан эҙмә-эҙлекле хәл ителергә тейеш. Үҙебеҙгә лә, хоҡуҡтарыбыҙҙы белеп, вайымһыҙлыҡтан арынып, үҙебеҙҙе яҡларға өйрәнергә ваҡыт.
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
хеҙмәт ветераны.